Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
25 Июнь 2021, 14:35

«Америка паегын ашап өс йәшлек һеңлебеҙ үлде»

Әсәй Черниковкала 7-се колонияла 7 мең ҡатын-ҡыҙ араһында булған. Ауыр эштәргә ҡушҡандар: вагон бушатҡандар, туң ерҙе ҡаҙып ағас ултыртҡандар. «Черниковкалағы бөтә ағастарҙы беҙ ултырттыҡ», – тип әйтер ине.

Хәтер – мәңгелек
Һуғыш балалары һөйләй
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
«Америка паегын ашап өс йәшлек һеңлебеҙ үлде»
Миләүшә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы ҒӘЗИЗОВА
(хәҙер МОСТАФИНА)
1931 йылдың 2 сентябрендә Кушнаренко районының Ҡупай ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 9 йәштә була.
Ғаиләлә иң ҙур бала инем. Минән ҡала Риф туғаным – 1938 йылғы. Бәләкәсебеҙ Финә 1941 йылда тыуҙы.
Атайыбыҙ хәрби кеше ине. Өфөлә ике бүлмәле фатирҙа йәшәнек. Һуғыш башлана торған йылды атай яҙ бер үҙе ҡайтып ауылда бәрәңге сәсеп килде. Әсәй яңы ғына бәпәй тапҡас, ҡайта алманы. Хәрби кеше булғас, атай һуғыш башланырын бәлки белгәндер. 22 июнь көндө бөтә әйберҙәребеҙҙе йөк машинаһына тейәп, беҙҙе ауылға ҡайтарҙы. Кис ашап ултырғанда былай тине:
– Бәлки һеҙгә ҡалала ҡалырға кәрәк булғандыр. Унда, ни тиһәң дә, мейескә яғаһы түгел, йылы. Пособие ла бирәләр. Бында һеҙгә ауыр булыр инде... Нисек тә түҙерһегеҙ. 2-3 ай эсендә Гитлерҙы еңеп ҡайтырбыҙ.
Ул шунан Өфөгә китте. Һуғыштың тәүге көндәренән үк яралыларҙы килтерә башлағандар. Уларҙы беҙ йәшәгән ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлаштырғандар. Атай шуларҙы ашатыуҙы, ҡанлы кейемдәрен алмаштырып, яңыларын килтереүҙе ойоштороп йөрөгән. Атай 26 сентябрҙә ҡулына повестка тотоп ауылға ҡайтты.Әсәй баҫыуҙа эштә ине. Ишек бикле. Шаҡыған тауышҡа барып асһам, атай тора.
– Иртән 9-ҙа военкоматҡа китәм, – ти.
Мин үҙемсә аш бешергән булдым. Әсәй ҡайтҡас, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар, бәләкәс туғандарымды яратты.
Иртән Мулләхмәт исемле бабай атайҙы Кушнаренкоға алып китте. Кис ҡайтыр тип көнө буйы көттөм. Ул бабайға ла: «Ниңә атайҙы алып ҡайтманың?» – тим. Әсәй эштән ҡайтҡас, уға ла: «Мулләхмәт бабай үлһен, атайҙы алып китте лә, алып ҡайтманы», – тип илайым.
– Ул ғәйепле түгел бит, балам, ҡушҡанды үтәүсе генә, – тип әсәй йыуатты.
Риф туғаным 3 йәштә. Атайҙың төҫөн дә белмәй.
Башта ике ай хат килмәне. «Алыш ҡаты барҙы, ваҡыт булманы. Яраланып, санчастә лә ятып сыҡтым», – тигәйне береһендә. Икенсе хатында: «Волга ҡып-ҡыҙыл, йылға аша сығырға һал яһайбыҙ, иҫән ҡалабыҙмы, юҡмы», – тип яҙғайны.
1942 йылдың авгусында «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ килде. Ләкин ул үлмәгән булып сыҡты.
Күрше Урал ауылынан Хөснуриал тигән ағай иҫән ҡайтҡас, килеп һөйләп китте. «Һуғыш ваҡытында төшкө аш мәлендә һөжүм итмәҫкә тигән ике яҡлы килешеү булыуға ҡарамаҫтан, ҡарға көтөүе кеүек, самолеттар күктән ут яуҙыра башланы. Мин Мөхәмәтшәрифкә әйттем, әйҙә, ышығыраҡ ергә барып ятайыҡ, тип. Ул ҡалды. Мин киттем».
1944 йылдың 10 мартында атайҙың үле хәбәре килде...
...Һуғыш башланған йылды мин дүртенсе класҡа уҡырға барғайным. Ул йылды элекке запастар булды, ауырлыҡ һиҙелмәне, ә бишенсе класҡа барырға дәфтәр ҙә, ҡара ла, ручка ла юҡ. Иҫке гәзиттәрҙе дәфтәр итеп яһап алдыҡ. Улар ҙа бөттө. Беҙҙең менән бергә уҡыған класташтың туғаны Магнитта йәшәй ине. Шул цементтан бушаған ҡапсыҡтарҙы алып ҡайта. Дәфтәр яһап алырға уға сират торабыҙ. 86-лы пероны ҡайын ағасына бәйләп яҙабыҙ. Ҡараны ҡоромдан яһайбыҙ.
Минең сәсем оҙон була торғайны. Уны көл менән йыуам. Үҙебеҙ өй мейесенә тиҙәк яҡҡас, көлө юҡ. Ә мәктәптә утын яғалар. Шуның көлөн урлайбыҙ. Ҡарауылсы Мәрйәм апай килә лә: «Тағы көлөмдө алғандар», – ти.
Яғырға утын булмағас, ике-өс ғаилә бер өйҙә йәшәнек. Беҙҙә лә минең тиҫтер бер ҡыҙ, ағаһы һәм әсәһе менән торҙо. Бер ваҡыт теге ҡыҙҙың башы һеркәләгән. Әсәһе тегеңә асыуланып: «Ниңә Миләүшәнең сәсе оҙон булһа ла уныҡы юҡ, ә һиндә бар», – ти. Шунда ағаһы: «Миләүшә бит сәсен ике көн һайын йыуып тора, ә ул ике айға ла бер йыумай», – тине. Бахыр ҡыҙҙың сәсен ҡырҡып ташланылар.
...7-се класты бөтөргәйнек, беҙҙең йәштәге ҡыҙҙар төп эшсе көстәргә әйләндек. Биш сирекле салғы килтереп бирҙеләр. Шуның менән ашлыҡ та, бесән дә сабабыҙ. Көнлөк норма – бер гектарҙан кәм булырға тейеш түгел. Никар Ғизәтуллина, Нажия Кирәева, мин тырышып эшләйбеҙ.
Насип исемле бабай баҫыуға һыу ташый.
– Мин ул ҡыҙҙар янына бармайым, муйындарына ҡапсыҡ кеүек нәмә кейгәндәр ҙә, еңдәре лә юҡ. Бер сүместе алалар ҙа башта тәндәренә ҡоялар, шунан эсәләр, – ти икән. Беҙ янып-бешеп эшләгәс, тирләп бөтәбеҙ. Кейгән кейемебеҙ майка һымаҡ еңһеҙ күлдәк булғандыр инде.
Көрәк менән ҡаҙабыҙ, үгеҙ менән һөрәбеҙ, салғы менән сабабыҙ – шулай эшләнек.
Төндәрен эре бәрәңгене соҡоп, уртаһына туң май һалып, шуның яҡтыһында ойоҡ, бейәләй бәйләбеҙ. Йөн килтереп бирәләр, мин тетәм, әсәй иләй, бәйләй. Эсенә хат та яҙып һалабыҙ. Ике тапҡыр яуап килде. Рәхмәт әйтеп яҙғайнылар. Береһе Дүртөйлө районынан Лоҡман исемле кешегә эләккән, икенсе хатты кем яҙғанын онотҡанмын.
Фронтҡа 40 кило ит, 200 йомортҡа, 2 кило йөн бирәбеҙ. Заем яҙҙыралар. Түләргә аҡса булмағас, баҙға төшөп, дүрт ҡапсыҡ бәрәңгене алып киттеләр. Ярай, беҙҙең баҡса ере ҙур ине. 10 сутый бәрәңге сәсәбеҙ. Шул арҡала бик ныҡ асыҡманыҡ. Хәйер һорашып йөрөүселәр ҙә булды. Ихсан ауылынан Заҡуан исемле малай килә лә: «Миләүшә, бүтәндәргә бер бәрәңге бирһәң дә, миңә икене бир», – ти торғайны. Уның атаһы танауы ҡанап үлгәйне.
Ушалыйҙың урамдары,
Оса ҡом бурандары.
Беҙ байығас, тыныр әле
Ҡупайҙың урамдары, –
тип йырлап йөрөй ине.
Бер ваҡыт әсәй төшкә ҡайтып хәл алырға ятып ҡына торғайны, силсәүит менән уполномоченный килеп инде.
– Һуғышҡа нимә бирәһең? – тиҙәр.
– Өс балам бар, мин нимә бирәйем, – ти әсәй. Шунан былар аяғындағы ап-аҡ йөн нәскиҙе систереп алып сығып киттеләр.
1944 йыл ныҡ аслыҡ булды. Ауылға Американанмы, Италиянанмы паек килтерҙеләр. Шул ярмаларҙы бешереп, балаларға ашаттылар. Финә туғаным балалар баҡсаһына йөрөй ине. Америка паегын ашап бер көндө өс бала үлде. Шулар араһында беҙҙең Финә лә мәрхүм булды.
Үлмәй ҡалғандары ла сиргә һабышты. Тәне менән тире араһына биҙ сығып, үҫә алмай ҡалдылар. 1938 йылғы Миҙхәт Мофаззалов менән уның туғаны Миңнулла икеһе лә үлде.
16 йәшкә еткән ҡыҙҙарҙан балаһы булмағанға налог йыялар ине. Килгән инспекторҙар өҫтәл һуғып ҡаты һөйләшә. Бер әбейҙең өс ҡыҙы бар ине, икәүһенә налог килгән. Асҡалары юҡ. Аптырағас: «Низай алһа ла бирер инем ҡыҙҙарымды», – ти икән.
Низаметдин бабай – ауылда ҡалған ҡарттарҙың береһе. Сажиян бабай менән икәүләп үлгән кешеләрҙе зыяратҡа алып барып, ҡәбер ҡаҙып, күмеп йөрөнөләр.
Шул Низамедин бабай, тоҙ булмағас, бәрәңгене бер ҡаба ла, элек тоҙ һаҡланған ағас һауытын ялап ҡуя икән. Унда ниндәй тәм ҡалғандыр инде. Тоҙ, шырпы, кәрәсин, һабын кеүек нәмәләр ҙә, кейем дә булманы. Мин бер ҡаҙ һатып, баҙарҙан 70х70 см ҙурлығында ҡыҙыл ситса алып ҡайтып, яулыҡ яһап алдым.
Аяҡта сабата. Көҙ орлоҡҡа тигән ашлыҡты әсәйҙәр Ағиҙел аша сығып Басҡаҡ тигән ергә складҡа алып барып һалалар. Шунан яҙ еткәс, 22 саҡрым араны йәйәү үтеп, һәр береһе 20-шәр кило орлоҡ күтәреп ҡайталар. Сабата барғанда һәйбәт кенә күренһә лә, ҡайтҡанда, бер ерҙә ҡар, бер ерҙә һыу булғас, йүкәләре сығып бөтә ине...
...Баҫыуҙан әҙ генә иген алып ҡайтҡан өсөн Мөслимә менән Зәкиә апайҙарға 8 йыл бирҙеләр. Ә Хәлил Кирәевте 12 йылға ултырттылар. Ул һуғыштан коммунист булып ҡайтҡайны. Теге апайҙар уполномоченныйға: «Беҙгә Хәлил ағай, нимә ял итеп ултыраһығыҙ, ҡайтҡас, ашарығыҙҙы хәстәрләгеҙ, тип әйтте», – тигәндәр. Хәлил ағай, мин улай тип әйтмәнем, тигән. Ҡатындар, бәлки, үҙҙәре ҡотолоп ҡалыр өсөн шулай тигәндәрҙер. Коммунист башың менән ҡотортоп ятаһың, тип Хәлил ағайға 12 йыл биреп ҡуйғандар.
Һуғыш бөткәс тә закон ҡаты булды. 1946 йылдың 12 авгусында 500 грамм ашлыҡ өсөн әсәйҙе лә 5 йылға хөкөм иттеләр. Дүрт йыл ултырҙы. Айына ике тапҡыр эргәһенә барып йөрөнөм. Бәрәңгене әрсейем, турайым, иләккә һалып ҡайнар һыуға тығып алам да мейескә һалам өҫтөнә һалып киптерәм. Ун биш көнгә бер ҡапсыҡ йыйып, йәй биштәргә аҫып, ҡыш санаға һалып алып китәм. Дүрт йыл буйына шулай Өфө юлын тапаным. Бәрәңге менән әсәйҙе ҡотҡарып ҡалдым. Әсәй Черниковкала 7-се колонияла 7 мең ҡатын-ҡыҙ араһында булған. Ауыр эштәргә ҡушҡандар: вагон бушатҡандар, туң ерҙе ҡаҙып ағас ултыртҡандар. «Черниковкалағы бөтә ағастарҙы беҙ ултырттыҡ», – тип әйтер ине.
Уҡыуға шәп булдым. Кушнаренколағы педучилищеға документтарымды бирһәм дә, әсәй менән шундай хәл килеп сыҡҡас, артабан белем ала алманым. Әсәйем биш йыл урынына дүрт йыл ултырҙы. Туғыҙ йәшкә тиклемге балалары булғандар амнистияға эләккәйне. 1950 йылды 1 ғинуарында өйгә ҡайтты.
Читайте нас: