Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
9 Август 2021, 19:15

Үҙҙәренең күлдәктәре менән ерләнеләр

Дүртенсе класты бөткән Йосопов Тәлғәт, Вәлитов Зиннур, Биккужина Минефәр, Яҡшыбаев Зиннәтулла, Яҡшыбаева Мөкәрәмәләр үлделәр.

Үҙҙәренең күлдәктәре менән ерләнеләр
Үҙҙәренең күлдәктәре менән ерләнеләр

«Ҡәберҙе ҡарттар, олораҡ малайҙар ҡаҙҙы. Апайҙар, еңгәләр ике баланы бер ҡәбергә һалып та күмде. Кәфенлек юҡ. Үҙҙәренең күлдәктәре менән ерләнеләр. Аҙаҡ ҡәбергә баш ағасы ҡуялар. Яҙыу тигән нәмә юҡ. Кемдең ҡайҙа ерләнгәнен дә белерлек түгел...»

 

Ғиниәт Ғибаҙулла улы ЯҠШЫБАЕВ.

1930 йылдың 15 мартында

Күгәрсен районының Һапаш ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 11 йәштә була.

 

Хәтер – мәңгелек

Һуғыш балалары һөйләй

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

 

21 июнь көндө оло ағайҙарым Ғәйфулла һәм Тимербай менән Түләбай ауылына һабантуйға тип киттек. Башта Ҡалдарҙағы Әминә апайымдарҙа булдыҡ. Иртәгәһенә сәғәт 11-12-ләр тирәһендә һыбайлы кеше килде.

– Һабантуйҙы туҡтатығыҙ! Һуғыш башланған! Таралышығыҙ! – тине.

Китте илаш, ғауға. Халыҡты тараттылар. Ағайҙар мине онотоп, ташлап ҡайтып киткән. Ун ике саҡрымды ҡурҡа-ҡурҡа йәйәү ҡайттым.

Ауылда мәхшәр. Бөтәһе лә илай.

Повесткалар килә башланы. Көн дә илаш. Ат менән Йомағужаға оҙаталар. Нөгөш йылғаһы аша Ишембайға барып, шунан поезд менән Өфөгә киткәндәр. Атайҙарын оҙаҡтан балалар илай. Иң өлкән Ғәйфулла ағайымдың өс балаһы бар ине. Бер ишек алдында торҙоҡ. Нәзирә еңгә ике бәләкәс ҡыҙҙары менән башаҡ ашап больницала үлде. Биш йәшлек Марат тигән малайҙары гел беҙҙә йөрөп иҫән ҡалды. Атайымдың әсәһе Шәмсиямал 100-ҙө үтеп 1944 йылда үлде. Ағайыбыҙ ҙа 1942 йылдың сентябрендә атлы дивизияла һуғышып үлгән. Смоленск өлкәһендә ерләнде, тип ҡағыҙ килде.

Тимербай ағайым октябрҙә Мурманскиға эләккән. 1942 йылдың мартында яраланып, Архангельскийҙа госпиталдә ятып, 2 апрелдә вафат булған.

Өсөнсө ағайым Һибәтулла 1925 йылғы ине. Ул 1943 йылдың февралендә китте. Тәүҙә Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үткән. Карелия фронтында снайпер булып хеҙмәт иткән. Иҫән ҡайтты. Австрияға хәтлем барып еткән. Өс мәртәбә еңелсә яраланған. Һуғыш бөткәнен госпиталдә ҡаршылаған. Ул 1950 йылдың февралендә генә ҡайтты. Һуғыштан һуң Румынияла хеҙмәт иткән.

Почтальон хатты ете-һигеҙ саҡрымдағы Аптраҡ тигән ауылдан ташый ине. Ҡайғылы хаттарҙы кешеләргә бирмәй йөрөткән. «Хат килгәйне, бирмәнем әле, ни хәбәрҙер инде», – тип, күршеләренә әйтеп китә икән.

Үле хәбәре килһә, кешеләр бер-береһенең ҡайғыһын уртаҡлаша. Ҡара ҡағыҙ алһаң да, эшкә сығырға тейешһең.

Атайыма һуғыш башланғанда 60 йәш ине. Уның кеүек биш-алты ҡарт-ҡоро – Ҡәҙим Вәлитов, Дәминдар Йәғәфәров, Һибәтулла Әлимғолов, Әйүп бабайҙар бесән сапты, йыйҙы, кәбән ҡойҙо.

Һуғышҡа 45 йәшкә хәтлемге кешеләрҙе алғандар. Сәғәҙей Йәғәфәров менән Зариф ағайҙар 45-те үткәндәр ине, уларҙы трудармияға алдылар. Иҙелдән һал менән Стәрлегә хәтлем ағас алып барғандар. Ҡыш, яҙ, көҙ урман әҙерләүҙә эшләгәндәр.

Атай арба, ридуан, бестарка, ҡыҫҡа арба, бәләкәй арба, тәгәрмәстәр, күсәрҙәр сабып эшләне. Наҡаҫ урманынан алып ҡайтҡан ағастан күбә һәнәге, күкрәк һәнәге, ос һәнәге эшләне. Ағас тырмаларҙы шул тиклем матур эшләй ине. Һаптарын туғайҙан алып ҡайта. Мине лә үҙе менән бергә йөрөтә.

Беҙ Вәлит ауылы менән бер колхоз булдыҡ. Исеме «Ағиҙел» ине. Атай эҫкерт башында торҙо. Төнгөлөккә ҡарауылда йөрөнө.

1943 – 1944 йылда нисәлер гектар ерҙе үлсәп һәр өйгә бүлеп бирҙеләр. Атай ура, әсәй көлтә бәйләй. Мин ат башында йөрөйөм.

1942 йыл мин 4 класс бөттөм дә Хоҙайбирҙегә йөрөп уҡый алманым. Беҙҙең ауылдан береһе лә барманы. Унда 7 класлы мәктәп ине. Һуғыш бөткәс кенә 5-се класҡа барҙыҡ. Ҡыштың иң һыуыҡ өс айында кешелә ятып уҡыйбыҙ. Интернат юҡ. Ҡалған айҙарҙа көн дә йөрөйбөҙ.

Подгорный ауылы яғындағы урмандан эт ҡолағы, алабута, имән сәтләүеге алып ҡайтып киптереп, тарттырып алабыҙ. Мысайҙың орлоғо ваҡ, ул иҫертә, аңды емерә, тиҙәр ине.

Һыйырыбыҙ булды. Һарыҡтар бар ине. Башмаҡты колхозға алалар. Ит, һөт, йөн, йомортҡа тапшырыу 1953 йылға хәтлем барҙы. Ә заем 1957 йылда ғына бөттө.

Әсәй киндерҙе иләп, беҙгә лә, атайыма ла күлдәк-ыштан, салбар ҡулдан тегеп бирә ине. Аяҡта сабата булды. Әсәйҙең күҙе насар күрһә лә, фронтҡа тип нәски, бейәләйҙәр бәйләне, бәрәңге киптерҙе.

Көҙ башаҡ йыябыҙ. Ыуалап ашайбыҙ. Ҡул тирмәненән тартып алабыҙ.

1943 йыл иген үҫмәне. 1944 йыл яҙ ныҡ аслыҡ булды. Кирәева Зөлхиә апайҙың 6 балаһы бар ине, үҙе үлде. Йосопова Минниса апай, трудармиялағы ире Әбдрәхим үлде. Ике ҡыҙы, бер малайы ҡалды. Рабиға Йәғәфәрова апайҙың ике ҡыҙы, үҙе үлде. Рәшит тигән улы ҡалды.

Дүртенсе класты бөткән Йосопов Тәлғәт, Вәлитов Зиннур, Биккужина Минефәр, Яҡшыбаев Зиннәтулла, Яҡшыбаева Мөкәрәмәләр үлделәр.

Вәлит тигән ауылда Аптраҡтың филиалы итеп больница астылар. Йомағужаға район больницаһына ла кешеләрҙе илттеләр. Үлһәләр, барып алалар. Ерләргә кәфенлек юҡ. Үҙҙәренең күлдәктәре менән ерләйҙәр ине. Ҡәберҙе ҡарттар, ҙурыраҡ малайҙар, егеттәр ҡаҙа. Апайҙар, еңгәйҙәр ике баланы бер ҡәбергә һалып та күмде. Баш ағасы ҡуялар ҙа, яҙыу тигән нимә юҡ. Кемдең ҡайҙа ерләнгәнен дә белерлек түгел.

Ҡартәсәйем дә 1944 йыл яҙ үлде. Кешеләр ҡыш үлмәне, ә май айынан үләләр ине. Башаҡты күлдә ике-өс ҡат йыуһалар ҙа, ағыуы ҡып-ҡыҙыл булып сыға торғайны. Барыбер зәһәре ҡалған. Күгәргән булған.

Муллағол ауылынан Таштимер ағай туғай ҡарауыллай ине. Беҙ ҡыш һөйрәп утын ташыйбыҙ. Туғайҙан тал, муйыл да ҡырҡабыҙ. Күрһә, балтаны ала ла китә. Илап ҡайтып инәбеҙ. Атайым, әрләп, балтаны барып ала. Ул ҡайтһа, тағы китәбеҙ.

Ауылда өс мунса, өс ҡойо булды. Ҡойо беҙҙең үҙебеҙҙеке бар ине. Мунсаны алмашлап яғалар. Ситәндән генә үрелгән мунса.

Кәрәсин булмағас, һыйырҙың эске майын иретеп, сепрәккә һеңдерәләр ҙә, фитиль һымаҡ урап, шешәгә йә кәнсир һауытҡа ҡуялар. Ул йылыла ғына торорға тейеш. Мейестең кәрнизенә ултыртып ҡуябыҙ, атыу ҡуйыра. Ул бер төнгә етә. Икенсе көнгә әсәй икенсе сепрәк әҙерләй, тегеһен ташлай. Шырпы юҡ, бер-береһенән ҡуҙ ташыйҙар.

Тоҙҙо килеп һатып йөрөнөләр. Ырымбурҙан да алып ҡайталар. Көнгәк тауының аҫтында шишмә сығып, Иҙелгә ҡойоп ята. Һыуын алып ҡайталар. Икмәкте лә шунда манып ҡына ашайһың. Картуфты тоҙһоҙ ашайбыҙ.

1943 йыл ҡыш юл тапаттым. Эҫкерттән эҫкерткә аттар атлар өсөн юл яһайым. Аттар арыҡ, аяҡтары тая. Икенсе көндө сана егеп барып алалар.

Көҙ менән борсаҡты баҫырға йөрөнөм. Ташты атҡа тағабыҙ ҙа өйөрөлөп тик йөрөйбөҙ. Борсаҡты әйләндереп һалғас, тағы йөрөйбөҙ. Шунан һаламын ташлап, борсағын бестаркаға һалып алып китәләр.

1944 йыл һабанда йөрөй башланым. Алға – ике ат, артҡа ике үгеҙ йә дүрт ат егәбеҙ. Шунһыҙ тартып булмай. Мин ҡыуып йөрөйөм. Аяҡта – сабата. Апрель. Ер – һыу. Тупраҡ аяҡҡа йәбешә. Туҡтап, ҡырып алабыҙ. Төштән һуң яланаяҡ йөрөйбөҙ. Һабан тотоп йөрөүсе лә яланаяҡ. Бураҙнанан барғас, батҡаҡ бигерәк ныҡ йәбешә.

Һөрөү бөтһә, ҡарттар, ололар күнәк тотоп ҡул менән иген сәсә.

...Ике ат менән тырматып йөрөй инем, бригадир Хәкимә тигән апай: «Ҡайтығыҙ, һуғыш бөткән!» – тип килеп әйтте. Телефон бағанаһына үҙенең ҡыҙыл күлдәген бәйләп ҡуйған. Илашалар. Уларға ҡарап, балалар ҙа илай. Байрам итеү юҡ. Ашаныҡ та тағы эшкә киттек...

Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан һуғышҡа 42 кеше китте, 19-ы ҡайтты.

Иҫәнғоловтарҙан 6-ау китте, 5-әүһе ятып ҡалды, 1-әүһе генә ҡайтҡайны, ул да 1947 йыл үлде.

Яҡшыбаевтарҙан 10 кеше китеп, 6-ауһы ятып ҡалды, 4-әүһе ҡайтты.

Кирәевтәр ғаиләһенән 8 кеше киткәйне, 2-әүһе үлде, 6-һы иҫән ҡайтты.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: