Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
30 Октябрь 2021, 12:50

Бөгөн — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көн

Бөгөнгө көнгә тиклем яратылыпбашҡарылған "Сайҡалалар кәмәләр" йыры, операларыбуйынса ғына ла уның ни тиклем сағыу композиторбулғанлығын күҙалларға мөмкин.

Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе. Ул йылдарҙы кисергәндәр, хәҙерге оло быуын кешеләре репрессия һүҙенән әле булһа ҡан тетрәй…1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған «Хәтер китабы» баҫылды.

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.


Йырсы, композитор, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Сәлих
улы Әлмөхәмәтов Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал
ауылында тыуа. Ғаиләлә алты ир бала үҫә. Улар төрлөһө
гөрлө тарафтарға сығып китеп ялланып эшләйҙәр.
Олкән ағаһы менән Ғәзиз дә Ташкентҡа юл ала. Ғәзиз
тыуған яҡтарын бик һағына, һағыш ын йырға һала.
Уның йырын урындағы халы ҡ бик яратып тыңлай.
19 йәшендә тирә-яҡтарҙа оҫта йырсы булараҡ даны таралған профессиональ артисҡа әйләнә һәм гастролдәргә
« ыға башлай. А ҙ ғына ваҡыт эсендә Урта Азиянан тыш
та уны белә башлайҙар. Себерҙә, Башҡортостанда, Татарстанда яратып тыңлайҙар, концерттар менән килергә
саҡыралар. Йырсы Урта А зияла, Татарстанда, Башҡортостанда, Әзербайжанда һәм башҡа яҡтарҙа йөрөй. Бер
үк ваҡытта ул халы ҡ йырҙарын йыя һәм уларҙың
легендалары менән дә таныша. "Ш әүрә", "һаҡмар”,
"Урал", "Ҡолой кантон", "Сибай" йырҙарын бик яратып
башҡара.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов Ташкент ҡалаһында булғанда,
татар йырсылары һәм музыканттары гастролгә килә.
Сәлих Сәйҙәшев, Кәрим Тинчурин, Рабиға Борнашевалар була улар араһында. Улар менән бергә Әзербайжанға бара. Гастроль менән барған саҡта Әзербайжан опера
һәм балет театрының музыкаль спектаклендә ҡатнаша
һәм башҡорт операһын ижад итеү хыялы менән яна
2 9
башлай. Ш улай итеп, "Сания" операһы идеяһы тыуа.
У ға Татарстан композиторҙары Солтан Ғәбәши менән
Василий Виноградов ярҙам итә. 1925 йылда Ҡазан ҡ а ­
лаһында "Сания" операһы ҡуйыла. Был опера беренсе
башҡорт-татар операһы булып иҫәпләнә. Бынан һуң
"Эшсе" операһы тыуа. Опера Мәжит Ғафуриҙың эшселәр
темаһына яҙылған "Эшсе" поэмаһы нигеҙендә эшләнә
(опера 1 9 3 0 йылда Мәскәүҙә күрһәтелә). 1929 йылда
Ғәзиз Әлмөхәмәтов Өфөгә ҡайта һәм йыр йыйыу һәм
өйрәнеү эшенә тотона. У ға беренсе булып "Башҡорт
АССР-ының халы ҡ артисы" тигән исем бирелә.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ең
һыҙғанып, илһамланып эшләй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһы астырыуҙы юллай
башлай. У л һәләтле балалар эҙләп райондарға сыға.
Фольклор йыйыу буйынса ойошторған экспедицияларында бер юлы һәләттәр ҙә эҙләй. Баныу Вәлиева, Хәбир
Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев,
Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна КалининаСыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мөслимә М усина, Сәлих Хөснийәров, Мәғәфүр
Хисмәтуллин, Рәүеф Мортазиндар — барыһы ла ул тапҡан таланттар.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов халы ҡ йырҙары, классик романстар, ариялар башҡарыу менән бергә үҙе көйҙәр яҙа,
ижад менән шөғөлләнә. "Маяковскийҙың үлеменә ҡарата" тигән үҙенсәлекле музыкаль әҫәр яҙа. "Шомло ел",
"Сайҡалалар кәмәләр", "Йырҙар яҙам ", "Ағиҙел буйҙарында", "Көтөүсе" тигән бик тә үҙенсәлекле йырҙары
билдәле.
19 3 3 йылда халыҡты музыкаль яҡтан тәрбиәләү
проблемаһы буйынса китап нәшер итә. "Башҡорт совет
музыкаһын тыуҙырыу өсөн көрәш юлында" тигән брошюраһы бик тиҙ танылыу ала. Башҡорт телендә
яҙылған бик төплө хеҙмәт була был.
Йырсы халыҡты музыкаль яҡтан тәрбиәләү, уларға
зауыҡлы әҫәрҙәр тыңлатыу хыялы менән йәшәй. 1936
йылда, йөк машинаһын сәхнә итеп йыһазлап, фортепиано ултыртып, ике ай буйы республика ауылдарында
концерт менән йөрөйҙәр. Халы ҡ өсөн күрелмәгән был
музыка ҡоралында уйнаусы пианистка Вера Иванев30
екая, ғәжәйеп оҫта мандолинасы татар егете Исмәғил
Билалов, бейеүсе Заһиҙә Бәхтийәрова, йырсы Диана
11 урмөхәмәтова һәм администратор Шәүкәт Мәсәғүтов
була был концерт бригадаһында. Пластинкалары һәм
I елдән телгә күскән даны аша халы ҡ Ғәзиз Әлмөхәмәгоиты яҡшы белә. Ш уға ла концерттарҙа халы ҡ иҫ китмәле күп була. Ҙур ауылдарҙа сығыш яһаған саҡта
тирә-яҡтарҙан да йыйылышып киләләр.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов туған халҡының йырҙарын бик
иратып һәм ҙур ихласлыҡ менән башҡара. "Урал",
Буранбай", "Сибай", "Таш туғай", "Зөлхизә", "Шәүрә-
|сәй" йырҙары репертуарынан төшмәй. Киң диапазонлы,
иҫ китмәле моңло тенор менән башҡара ул халы ҡ
йырҙарын. Үҙе ижад иткән йырҙар ҙа халы ҡ йырҙары
Һымаҡ уҡ тиҙ арала отоп алына, күңелгә ятышлы була.
Ул киләсәк өсөн йәшәй: опера театры репертуарын
әҙерләргә тотона, Солтан Ғәбәшигә, Александр Ключаре иҡа яңы операларға заказ бирә, итальян операларын
тәржемә итә, үҙе "Ы нйыҡай менән Ю лдыҡай" тигән
опера яҙа башлай.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың иң ҙур хыялы — опера театры
псыу була. Әммә театр асылыр алдынан ғына Ғәзиз
: >лмөхәмәтовты, халы ҡ йырсыһын, "халы ҡ дошманы"
тип ҡулға алалар. 1 9 3 8 йылда аталар.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорт халҡының, һис ш икһеҙ, талантлы улы. Бөгөнгө көнгә тиклем яратылып
башҡарылған "Сайҡалалар кәмәләр" йыры, опералары
буйынса ғына ла уның ни тиклем сағыу композитор
булғанлығын күҙалларға мөмкин.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 1 00 тулыу уңайы
менән Мораптал ауылында музей асыла, ә Республика
музыка-тәрбиә мәктәп-гимназияһына уның исеме бирелә. Х алы ҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары үткәрелә
һәм лауреаттар билдәләнелә.

 
 
 
Бөгөн — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көн
Бөгөн — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көн
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: