Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
6 Май 2022, 19:45

“Атайымды һәр саҡ һағынып көттөм...”

– Мин атайымды, үкенескә ҡаршы, бер ваҡытта ла күрмәнем. Ул һуғышҡа киткәс тыуғанмын, – тине Тәлғәт Сәғитов үҙенең сығышында. – Бәхеткә, атайым минең донъяға килеүем хаҡында белгән. Улыма Тәлғәт исеме ҡушығыҙ, тип хат яҙған.

“Атайымды һәр саҡ һағынып көттөм...”
“Атайымды һәр саҡ һағынып көттөм...”

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында “Башҡортостан” гәзитенең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов менән Ишембай районының иң төпкөл ауылдарының береһе Иҫке Һәйеттә бер нисә тапҡыр булырға тура килгәйне. Баш мөхәрри­ребеҙҙең ошо боронғо волость үҙәгендә тыуып үҫкән, 1942 йылдың йәйендә Маҡарҙан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған атаһын хәтерләгән өлкән йәштәге инәйҙәр иҫән-һау ине әле. “Атайыңа оҡшап тораһың, ул да һинең һымаҡ мыҡты кәүҙәле ине, – тип һөйҙө инәйҙәр Тәлғәт Ниғмәтулла улының арҡаһынан. – Әсәйең Зөләйханы ла хәтерләйбеҙ, күп итеп сәләм әйт”.


“Атайымды һәр саҡ һағынып көттөм...”Асыҡлыҡ индереү өсөн мәҡәләнең башында шуны ла өҫтәйек: Тәлғәт Ниғмәтулла улының фамилияһы мәктәптә уҡыған йылдарында VI кластан һуң Сәғиҙуллиндан Сәғитов итеп ҡыҫҡартылған һәм әле лә шул килеш йөрөй. Фамилияһы үҙгәрһә лә, уллыҡ тойғоһо мәңгелек – ғаилә башлығы яуға киткәндән һуң тыуған Тәлғәт Сәғитов атаһын бер ваҡытта ла онотмай. Әсәһе Зөләйха инәй (йәне йәннәттә булһын!) улын халҡыбыҙҙың лайыҡлы вәкиле итеп тәрбиәләгән. Ул үҙе 88 йәшенә етеп, 2001 йылдың көҙөндә баҡыйлыҡҡа күсте.
Тәлғәт Ниғмәтулла улы менән байтаҡ йылдар аралашҡас, уның Ниғмәтулла Фәтҡулла улы Сәғиҙуллиндың Бөйөк Ватан һуғышында нисек һәләк булыуы, ҡайҙа ерләнеүе хаҡында мәғлүмәт эҙләүен белә инем. Тәүҙә Псков өлкә­һенә хаттар яҙып мөрәжәғәт иттеләр. Улар яуапһыҙ ҡалды. 2000 йылда, донъялар яйлана төшкәс, Тәлғәт Сәғитов улдары менән шул яҡтарҙа йөрөп тә ҡайтты. Ауылдарҙы ҡарап сыҡтылар, тиҫтәләрсә ҡәберлектәге исемлектәрҙе барланылар. Тик бер ҡайҙа ла таба алманылар. Рәсәй Федерацияһы Обо­рона министрлығының Архив идара­лығы, Великие Луки ҡалаһы, Ве­ли­ко­лукский, Куньинский һәм Новосокольнический райондарының хәрби комиссариаттары ла ярҙам итә алманы.
Ватан өсөн ғүмерен биргән яугирҙең ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлай алмауҙары ғәжәп. Мәғлүмәт тә етерлек һымаҡ. Ана бит, фронттан килгән “ҡара ҡағыҙ”ға: “Ваш муж, сержант Сагидуллин Нигамат Фаткуллович, уроженец д. Ст. Саитово Макарского р-на БАССР, в бою за социалистическую Родину, верный воинской присяге, проявив геройство и мужество, был убит 28/XI-1942 г. Похоронен в д. Будкино Великолукского р-на Калининской обл. Настоящее извещение является документом для возбуждения хода­тайства о пенсии” тип яҙылған. Һуңғы йылдарҙа Сәғитовтар олатайҙарын Интернет аша эҙләй башланы. Әйткәндәй, глобаль селтәр эҙләү өсөн бик шәп нәмә икән: ҡайһы һалдаттың яуға ҡайҙан саҡырылыуы, яраланыуы, үлеүе хаҡында иң мөһим мәғлүмәттәрҙе табыуҙы күпкә еңелләштерә.
Псков өлкәһенең хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Н. Александровтың яуабы мәсьәләгә аҙмы-күпме асыҡлыҡ индергән һымаҡ була: “В ходе проведения мероприятий по поиску места захоронения САГИДУЛЛИНА Н. Ф. установлено, что н. п. Будкино на территории Псковской области не существует. В Великолукском районе на территории Марьинского с/с находился н.п. “Буркино”. Очевидно, при написании названия была допущена ошибка”.
Аптырағас, Псков өлкәһе губернаторы Андрей Турчак исеменә хат менән мөрәжәғәт иттеләр. Һөҙөмтәлә шул асыҡланды: Ҡыҙыл Армия сержанты Сәғиҙуллин Ниғмәтулла, 1942 йылдың 25 ноябрендә Великолукский операцияһы башланғас, Горицкий волосының элекке Ҙур Рудкино ауылында – бөгөнгө Корняки ауылынан арыраҡ туғайҙа – һөжүм ваҡытында 28 ноябрҙә батырҙарса һәләк булған.
Ауыл биләмәһе баш­лығы Галина Меркулова Сәғитовтарға хат һала. Олаталарының исеме Мякотино ауы­лында асыл­ған туғандар ҡәберлегендә мәңгеләштереләсәк, тип хәбәр итә ул. Бында ошо яҡтарҙа һәләк булған йөҙҙәрсә һалдат һәм офицер үҙенең һуңғы төйәген тапҡан. Хәрби документ­тарға ярашлы, сержант Ниғмәтулла Фәт­ҡулла улы Сәғиҙуллин башҡа яуҙаштары менән ошонда ерләнгән. Бында исемдәре мәңгеләш­терелгән Ватан һаҡ­сыларының яҡындары йыл да тотош Рәсәйҙән һәм СССР-ҙың элекке рес­публикаларынан килә. Былтыр көҙ Яҡутстан, Тула, Санкт-Петербургтан ҡунаҡ ҡаршылағандар.
Быйыл, Сәғи­товтар ҙа килергә теләк белдергәс, осрашыу көнөн 8 майға билдәләгәндәр. Сәғитовтар ғаиләһен район хакимиәте башлығы Сергей Петров, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Юрий Муравьев ҡаршы­лаған. Великие Луки еренә яугирҙең улы – республиканың билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов, ейәндәре – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Сала­уат Сәғитов улы Буранбай менән килде.
9 Майҙа Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арналған тантаналы митинг булды. Һәйкәл эргәһендәге иҫтәлекле таҡта­ташта ошонда ерләнгән яугирҙәрҙең исем-фамилиялары мәңгеләштерелгән. Ниғмәтулла Фәтҡулла улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташ янында Сәғитовтар бик оҙаҡ тын торҙо, Башҡортостандан килтерелгән ҡара тупраҡты һипте, сәскә һалды, аҙаҡ иҫтәлеккә фотоға төштө.
– Мин атайымды, үкенескә ҡаршы, бер ваҡытта ла күрмәнем. Ул һуғышҡа киткәс тыуғанмын, – тине Тәлғәт Сәғитов үҙенең сығышында. – Бәхеткә, атайым минең донъяға килеүем хаҡында белгән. Улыма Тәлғәт исеме ҡушығыҙ, тип хат яҙған. Беҙ атайһыҙ үҫтек. Ауылыбыҙҙа һуғыш арҡаһында минең һымаҡ ярты етем ҡалғандар күпселек ине. Хатта беҙ атайлыларға сәйерһенеп ҡараныҡ. Эстән өмөтләнеп, мин дә атайымды һәр ваҡыт көттөм, ихтирам иттем, батыр яугир икәнлеген белдем, ғорурландым. Ошо тойғо улдарым Азамат менән Салауат өсөн дә ҡәҙерле. Хәҙер атайымдың ҡайҙа ерләнгәнен ейән-ейәнсәрҙәрем дә белә. Туғандар ҡәберлеген тәрбиәләп ҡарап торғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Сәғитовтар олаталары башын һалған Горицкий волосы тураһында күберәк белергә теләне, шуға күрә район етәкселәре менән осрашыуҙа ҡатнашҡан ауыл биләмәһе башлығы Галина Мер­кулованың сығышын йотлоғоп тыңла­нылар. Галина Егоровна туғандар ҡәберлегендә төрлө йылдарҙа үткә­релгән митингтарҙа, һуғыш ветерандары һәм уларҙың яҡындары менән осрашыуҙарҙа төшөрөлгән фотоһүрәт­тәрҙе алып килгәйне. Ул мәктәптә уҡығанда яу булған урындар буйлап походҡа йөрөүҙәре, ололарҙан ҡыҙылар­меецтарҙың ҡәберлектәре тураһында һөйләтеп, яҙып алыуҙары тураһында бәйән итте.
Район хакимиәте башлығы менән осрашыу сувенирҙар алмашыу менән тамамланды: Сергей Александрович Сәғитовтарға Великие Луки ере тура­һында китаптар бирһә, ҡунаҡтар уларға Башҡортостан тураһында альбом тапшырҙы, данлыҡлы башҡорт балынан ауыҙ иттерҙе. Бүләктәр араһында Торатау төшөрөлгән картина ла бар. Данлы тауыбыҙ һынландырылған рәсем район музейын биҙәйәсәк һәм Баш­ҡортостанды хәтерләтеп торасаҡ.
Ниғмәтулла Фәтҡулла улы 1942 йылдың ноябрендә элекке Калинин өл­кәһенә ҡараған Великие Луки районының Ҙур Рудкино эргәһендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк булған икән. 1946 йылда Псков өлкәһенең Мякотино ауылы эргәһенә күсереп ерләнгән.
Туғандар ҡәберлеге ташына сержант Ниғмәтулла Фәтҡулла улы Сәғиҙул­линдың исем-шәрифе сүкеп яҙылған. Был яҡтарҙа Ватан өсөн башын һалғандар иҫтәлеген һаҡлай беләләр. Ҡәберлектәр ҡаралған, йыйыштырылған. Ниғмәтулла Фәтҡулла улының һуңғы төйәге булған ҡәберлек – иң ҙурҙарҙың береһе. Бында мең ярымдан ашыу яугир ерләнгән.
Еңеү көнөнә арналған тантанала иң иҫтәлекле сығыш Буранбай Сәғитовтыҡы булғандыр.
– Үҙемде бәхетле кеше һанайым, – тине ул, күҙ йәшен саҡ тыйып. – Атайым, бабайым, олатайым бар. Хәҙер олатайымдың атаһы ҡайҙа ерләнгәнен дә беләм. Мин бөтә балаларҙың да тыныс донъяла йәшәүен теләйем. Атайҙарҙы бер ваҡытта ла һуғышҡа алмаһындар ине. Батырҙар даны мәңгелек! Беҙ бында тағы киләсәкбеҙ.

Рәлиф Кинйәбаев. Архив, 2016 йыл. 

Автор:
Читайте нас: