+4 °С
Болотло
Баш ҡалабыҙ Өфөләге Еңеү паркында тантаналы саралар уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика етәкселеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бағышланған мемориаль комплексҡа сәскә гөлләмәһе һалды. Бер минут тын ҡалып һуғышта баш һалған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар.
Радий Хәбиров тантанаға килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары янына барып, Еңеү көнө менән ҡотланы.
Фото: "Башинформ"