Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
18 Август 2022, 08:05

«Ҡарағанда ҡуласаһы» ҡайҙа илтә?

1971 йылдың 31 август көнө. Барса халыҡ ураҡҡа төшкән. Аяҙ күк йөҙөндә тамсы ла болот әҫәре күренмәй. ҡап-ҡара төтөн борхотоп ҡапыл баш осонда килеп сыҡҡан самолетты күптәр абайламай ҙа ҡала. Тимер ҡош Покровка ауылы янындағы һөрөлгән баҫыуға ҡолап төшә һәм яна башлай. Был хәлде үҙ күҙҙәре менән күреүсе Виктор Петров былай тип һөйләй:

«Ҡарағанда ҡуласаһы» ҡайҙа илтә?
«Ҡарағанда ҡуласаһы» ҡайҙа илтә?

1972 ЙЫЛДА ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫНДАҒЫ АВИАҺӘЛӘКӘТТӘ 102 КЕШЕ ҺӘЛӘК БУЛА, ТИК КАТАСТРОФА УРЫНЫНДА БЫЛ ФАЖИҒӘНЕ ДӘЛИЛЛӘГӘН БЕР НИНДӘЙ ҘӘ ХӘТЕР БИЛДӘҺЕ ЙӘКИ МЕМОРИАЛ ЮҠ.
– ҠАРА ӘЛЕ, САМОЛЕТ, УРА, САМОЛЕТ ОСОП БАРА! – БАЛА САҠТА ШАУ-ГӨР КИЛЕП УЙНАП ЙӨРӨГӘН ЕРЕБЕҘҘӘН ДОНЪЯБЫҘҘЫ ОНОТОП, ЗӘҢГӘР КҮККӘ ТӨБӘЛӘБЕҘ.
– УЛ МӘҒНИТ АЭРОПОРТЫНА ТӨШӨП УЛТЫРАСАҠ, БЫНА КҮРЕРҺЕГЕҘ!
– ЮҠ, УЛ ӨФӨГӘ ОСОП БАРА, ӨФӨГӘ ТИНЕМ! БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ЕҢӘ АЛМАЙ БӘХӘСЛӘШКӘН АРАЛА, ӨЛӘСӘЙ ӨЙҘӘН ЙҮГЕРЕП СЫҒА.
– ЭЙ, АЛЛАМ, ҮҘЕҢ ҺАҠЛА БӘНДӘЛӘРЕҢДЕ, ТЕЛӘГӘН ТАРАФТАРЫНА ИМЕН-ҺАУ ҒЫНА БАРЫП ЕТӘ КҮРҺЕНДӘР ИНДЕ, – ҠУЛЫН ҠАШ ӨҪТӨНӘ ҠУЙЫП, БОРСОЛОУЛЫ ҠАРАШ МЕНӘН УЛ ДА КҮКТЕ КҮҘӘТӘ. – ФӘРЕШТӘЛӘР ҠАНАТЫ АҪТЫНДА ҒЫНА ОСҺОНДАР!
– ӨЛӘСӘЙ, ТЕГЕ ҠОЛАҒАН САМОЛЕТ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘ ӘЛЕ!
– УНЫ ҺЕҘГӘ НИСӘНСЕ ТАПҠЫР ҺӨЙЛӘРГӘ МӨМКИН, ЙҮНЛЕ ТАРИХ БУЛҺА, ИСМАҺАМ! – ТИП ҺУҠРАНА ӨЛӘСӘЙ.
   БЕҘ БӘЛӘКӘЙҘӘН ҮК ҠАСАНДЫР АУЫЛЫБЫҘ ЯНЫНДА САМОЛЕТ ҠОЛАП ТӨШӨП, ОЛО ФАЖИҒӘ БУЛҒАНЫН ОЛОЛАРҘАН ИШЕТЕП ҮҪТЕК. ҺӘР ЙӘЙ СЕЙӘ ҠОТОРОП УҢҒАН ЙОМРОҒОР ТАУЫНА ЕМЕШ ЙЫЙЫРҒА БАРАБЫҘ. УНАН БАР ТИРӘ-ЯҠ УС ТӨБӨНДӘГЕ КЕҮЕК КҮРЕНӘ. ХАЛЫҠ ТЕЛЕНДӘ «САМОЛЕТ ҠОЛАҒАН ЯЛАН» ТИГӘНЕ ЛӘ КҮҘГӘ БӘРЕЛӘ. ӨЛКӘНДӘР БЫЛ ЕРГӘ ЙЫШ-ЙЫШ ҠЫНА ХӘСРӘТЛЕ ҠАРАШ ТАШЛАП, АУЫР ИТЕП УФТАНЫП ҠУЯ ИНЕ. ГҮЙӘ, БЫЛ ҠАРА КӨН ҺАМАН ДА УЛАРҘЫҢ КҮҘ АЛДЫНАН КИТМӘЙ.
– КЕМДЕҢ ГЕНӘ ҒӘЗИЗ АТА-ӘСӘҺЕ, БАЛАЛАРЫ БУЛДЫ ИКӘН – БЫЛ ХАҠТА БЕҘ БЕР НИ БЕЛӘ АЛМАНЫҠ. ГӘЗИТТӘ ЯҘЫП СЫҒАРЫУ ТҮГЕЛ, ХАТТА ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА ҺҮҘ ЙӨРӨТӨҮ ТЫЙЫЛДЫ, – ТИҘӘР УРЫНДАҒЫЛАР ҺӘЛӘКӘТКӘ ОСРАҒАН САМОЛЕТ ТУРАҺЫНДА.

Торғонлоҡ заманында һәр фажиғә тиерлек оло сер шаршауы аҫтында ҡалған, авариялар, һәләкәттәр, халыҡтың күпләп үлеүе һәм башҡа хәлваҡиғалар хаҡында киң матбуғат сараларының
хәбәр итеүен ил етәкселеге ҡәтғи тыйған. Ә бөгөн асыҡланыуынса, шартлауҙар, заводтарҙа авария, бихисап халыҡтың химик, радиация матдәләренән ағыуланыуы, самолеттар ҡолауы коммунистарҙың тимер дисциплина заманында ла йыш булып торған, тик был хаҡта халыҡ белмәгән. Ҡырҡ биш йыл элек Башҡортостан ише тыныс төбәктә бер юлы йөҙҙән ашыу кеше һәләк була. Һүҙем Әбйәлил районы биләмәһендә булған егерменсе быуаттың иң ҙур авиаһәләкәттәренең береһе хаҡында.
    Былай ҙа төрлө һәләкәттәрҙән арыған халыҡты борсоп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрәһең, тип әйтер бәғзеләр. Минең кеүек тарихҡа битараф булмағандар был авиаһәләкәт хаҡында белергә, һәләк булыусыларҙы асыҡларға теләйҙер тип, күп кенә эҙләнеү эштәре алып барҙым. Күп кешенең башына еткән, йәнде тетрәтерлек фажиғәгә бер ҡасан да тыныс ҡарап булмай. Ул миңә оҙаҡ йылдар тынғы бирмәне.
Алыҫ Ҡарағанда ҡалаһынан Мәскәүгә осҡан 558-се рейста барыһы 103, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 102 кешенең вафаты хаҡында тәүге мәғлүмәттәр бынан 7 йыл самаһы элек интернетта күренгеләй башланы. Табылған һандарҙы, факттарҙы, шаһиттарҙың һөйләгәне менән тулыландырып, түбәндәге мәҡәлә яҙылды.

Күк йөҙө аяҙ ине

1971 йылдың 31 август көнө. Барса халыҡ ураҡҡа төшкән. Аяҙ күк йөҙөндә тамсы ла болот әҫәре күренмәй. ҡап-ҡара төтөн борхотоп ҡапыл баш осонда килеп сыҡҡан самолетты күптәр абайламай ҙа ҡала. Тимер ҡош Покровка ауылы янындағы һөрөлгән баҫыуға ҡолап төшә һәм яна башлай. Был хәлде үҙ күҙҙәре менән күреүсе Виктор Петров былай тип һөйләй:
– Мин ул саҡта янғын һүндереүсе булып эшләй инем. Самолет Смеловск ауылы өҫтөнән (ул Силәбе өлкәһенә ҡарай) өйҙәрҙең антенналарына тейә яҙып Покровка яғына осоп үтте һәм унда ҡаты шартлау тауышы ишетелде. Янғын һүндереү машинамды ҡабыҙып, тиҙерәк төтөн урғылған яҡҡа ашыҡтым. Бәреп торған ялҡындан уның эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел ине, халыҡ йүгерешеп килеп еткәнсе хәлдән килгәнсе һыу һиптерә башланым.
Самолет электр сымдарына тейеп ауа, тәүҙә уның ҡойроҡ өлөшө һына, һуңынан двигателдәре ысҡына һәм фюзеляжы ярыла. Мотор һуңғы минутҡа тиклем эшләп, ерҙә ҙур соҡор яһай. Тиҙ арала Магнитогорск ҡалаһынан килеп еткән хәрбиҙәр, «Ашығыс ярҙам» экипаждары, авария-ҡотҡарыу бригадаһы халыҡты ҡыуып ебәрә һәм фажиғә периметрын уратып ала, янғынды һүндерә башлай. ҡойроҡтан алып фюзеляж оҙонлоғо буйына үле кешеләр теҙелешеп ята, ә бер нисәүһенең, мотогондолаға эләгеүҙән ит турағыстан үткәрелгән кеүек хәлгә килгән кәүҙәләре төрлө яҡҡа һибелгән була. Бындай ҡот осҡос күренештән хатта күпте күргән табиптар һуштан яҙып ҡолай.
– Пассажирҙар барыһы ла сисенгән, эске кейемдә ине, баҡһаң, самолетта янғын сыҡҡан булған. Уттан нисек ҡотолорға белмәй, Үләнде күленә һикерергә әҙерләнгәндәр, ахыры. Был хәлдән һуң мин ашай, йоҡлай алмай ыҙаландым. Янып-көйгән ике балаһын күкрәгенә ҡыҫып йән биргән ир айҙар буйы күҙ алдымдан китмәне, – ти Виктор.
Магнитогорск ҡалаһы кешеһе, ул йылдарҙа авиация һәм радиоэлектр ҡоролмалары лабораторияһында эшләгән Владимир Трусов фажиғәне бөгөнгөләй хәтерләй: «Өлкән инженер тревога иғлан ителеүен әйткәс, беҙ, ғәҙәттәгесә, учениелыр тип уйланыҡ. Шаяра-көлә бортлы машиналарҙа ҡаланан ситкә йүнәлдек, авария урынына барып еткәс, шаярыуҙың әҫәре лә ҡалманы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ярҙам инде берәүгә лә кәрәкмәй ине. Борттағы бихисап йәш егет-ҡыҙҙың мәйеттәре йөрәкте һыҙлатты».
– Мин сессиямды тамамлап, 31 август көнө Өфөнән самолет менән ҡайтырға тейеш инем. Билет булмағас, икенсе көнгә ҡалдым. Баҫыусы булып эшләгән ағайым Әхтәм Хужин мине, ғәҙәттә, Мәғнит аэропортынан ҡаршы ала торғайны, – тип һөйләй Ташбулат ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Гөлнур Ғәлимйәнова. – Аэропортҡа юл тотҡанда, янып ятҡан самолетты күреп, Өфөнән килеүсе рейс барып етә алмаған, тип уйлай. Илай-илай үлектәр араһында мине эҙләй Әхтәм ағай. Хәрбиҙәр уға икенсе самолет булыуын әйткәс, ҡайтып китә. Әсәйемә килеп: «Апай, унда кешеләр һуйылған һарыҡтар шикелле туралышып ята», – тип илап һөйләй.
Покровка ауылында бөгөн был хәлдең шаһиттары ҡалмаған да тиерлек. «1975 йылдағы ҡоролоҡ ваҡытында бынан халыҡ күпләп күсеп китә, – тип аңлатты ауыл депутаты Константин Холмо­горцев. – Уңыш булмауы, мал-тыуарҙың кәмеүе совхозда эшләүселәрҙең бәкәленә ныҡ һуға (Покровка – «Красная Баш­кирия» совхозының бүлексәһе), һәм халыҡ тормош яҡшыраҡ булған ерҙәрҙе һайлай. Был хәлдең шаһиттары булған ололар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән мәрхүм. Тере булһалар ҙа, уларҙың хәтирәләре менән кем ҡыҙыҡһыныр ине? Телевизорҙан, гәзит-журналдарҙан көн һайын әле бында, әле тегендә кеше ғүмере өҙөлгән авариялар тураһында һөйләп торалар. Дөрөҫөн әйткәндә, йәмғиәт бөгөн әллә күпме ҡорбан, ҡайғы һәм күҙ йәштәрен ғәҙәти хәл тип ҡабул итә».

«74298-се борт ултырырға рөхсәт һорай...»

ҡаҙағстан граждан авиацияһы идаралығына ҡараған Ил – 18 самолеты Алматы – Джамбул – Домодедово маршруты буйынса оса. Үҙенсәлекле маршрутты летчиктар үҙ-ара шаяртып «ҡарағанда ҡуласаһы» тип атай. Тик берҙән-бер көндө ул ғазаплы тамуҡ ҡуласаһына әйләнә. 74298-се борт шығырым тулы була, барлығы 93 пассажир (шул иҫәптән 11 бала) һәм 9 экипаж ағзаһы. Бигерәк тә студенттар күпләп уҡырға китә. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған был йәштәрҙең иҫтәлеге булып ҡабатланмаҫ яҡты яҙмыштарҙың аяныслы өҙөлөү үкенесе йөрәктәрҙе өтә.
Юғары граждан авиацияһы училищеһы курсанты Володя Кирчанов, күп ҡыҙҙың башын әйләндергән ҡупшы егет, формаһында һәм фуражкаһында юлға йыйына. Буласаҡ летчик туғандары менән шат кәйефтә хушлаша һәм йүгерә-атлай өйҙән сығып китә, Володяның был һуңғы көнө булырын кем белгән?
Ағалы-ҡустылы Плотниковтар ҙа – Мәскәү физик-техник институты студенттары был көндө уҡырға йыйына. Аталары, ҡарағанда ҡала­һының атаҡлы төҙөүсеһе Валерий Плотников, һөйөклө улдарын оҙат­ҡанда улар менән мәңгелеккә хушлашҡанын һиҙҙеме икән?
Был рейсҡа ашыҡҡан Мәскәү дәү­ләт университеты студенты Андрей Сальниковҡа барыһы ла яҡты киләсәк юрай. ҡарағанда мәктәптәренең береһен алтын миҙалға тамамлаған, юғары уҡыу йортоноң алдынғы студенты ата-әсәһенең, уҡытыусыларының ғорурлығы була.
Мәскәү авиация студенты Сергей Шерстов 30 авгусҡа билет ала, тик бер көн алда танышы Татьяна Шепелева уны бергә осорға күндерә. Егет билетын алмаштыра.
ҡыҫҡаһы, ҡаланың иң аҡыллы, белемле 68 егет һәм ҡыҙы Мәскәү, Ленинград, Киев ҡалаларына үҙҙәре уҡыған элиталы уҡыу йорттарына Белем көнөнә юллана. Оҙатыу­сылар самолетҡа ултырыу тамамланған мәлде яҡшы хәтерләй. Бына-бына ҡуҙғалырға торғанда, аэропортҡа бер ҡатын йүгереп инә. Һуңлап ҡалған йәш шағирә, үҙенең Әҙәбиәт институтына диплом яҡларға юлланыуын аңлатып, трапты кире ҡуйыуҙарын һорап ялбара. Аэропорт етәкселеге уның хәленә инә һәм ҡатын бәхетле йылмайып трапҡа йүгерә. Стюардесса ишекте яба – 558-се рейстың экипаж ағзалары һәм пассажирҙарының йәндәре мәңгелеккә һауаға күтәрелә...
Магнитогорск күген үткәс, самолет экипажы Силәбе диспетчерҙарына бортта төтөн булыуын хәбәр итә һәм сараһыҙҙан улты­рыр­ға рөхсәт һорай. Силәбеләр уларға Магнитогорск аэропортын тәҡдим итә. Ил – 18 кире борола. Магнитогорск диспетчеры, ултырыу өсөн самолеттың курстан ситкә сығыуын күреп, һауа коридорын яңынан үтергә ҡуша. Ә был минуттарҙа лайнерҙа төтөн, быуар ҡара йыландай, артҡандан-арта бара. Экипаж һуңғы һулышына тиклем пассажирҙарҙың ғүмере өсөн көрәшһә лә, аяуһыҙ яҙмыш үҙенсә хәл итә – барыһы ла тиерлек күктә үк һөрөм менән ағыуланып үлә. Икенсе тапҡыр һауа коридорына килгәндә, һөрөм тере ҡалған һуңғы штурмандың да аңын томалай. Һаҡланып ҡалған радиоһөйләшеүҙәрҙән: «Экипаж ағзалары, пассажирҙар һөрөмгә тонсоҡто... ҡолайбыҙ... тирә-яҡты төтөн ҡапланы, бер нәмә күрмәйем...бәхил булығыҙ», – был штурмандың ерҙәге диспетчерға һуңғы һүҙҙәре.

Ул беҙҙең дә фажиғәле тарихыбыҙ

Ышаныуы ауыр, әммә системаһы тулыһынса төҙөк, бер ниндәй техник етешһеҙлеге булмаған самолет ер менән бәрелешкәндә шартлай һәм яна башлай.
Хөкүмәт донъялағы иң ышаныслы самолеттар исемлегенә ингән Ил – 18 самолетының һәләкәткә осрауын оло сер итеп һаҡлаһа ла, авария сәбәбен асыҡлар өсөн ҡаты тикшереүҙәр уҙғара. Махсус комиссия ағзалары лайнерҙың һәләкәткә осрауы багаж бүлегендә янғын сығыуҙан килеп тыуған, тип билдәләй. Тик берәү ҙә янғын сәбәптәрен теүәл әйтә алмай. Яңы Ил – 18 самолеты биш йыл самаһы ғына ҡулланыл­ған була, 558-се рейста үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле экипаж ағзалары барлыҡ ҡағиҙәләр­ҙе теүәл үтәй. Химия факультеты студенткалары тәжрибәләр өсөн багаждарына ниндәйҙер химик матдәләр алған, ошо сәбәптән икенсе багаж бүлегендә янғын сыҡҡан, тип күҙҙаллайҙар. Белгестәр уны магний тип фаразлай. Сөнки ул дымлы һауала тиҙ тоҡанып барыусан. Ошо фажиғәнән һуң Ил – 18 самолеттары конструкцияһына үҙгәрештәр индерелә – салондан багаж бүлегенә инеү өсөн махсус люктар яһала. Тағы ла аэрофлот самолеттарына тоҡаныусан, шартлай торған хәүефле әйберҙәрҙе үҙең менән алыу тыйыла, инер алдынан пасса­жирҙар­ҙың багажы ныҡлап тикшерелә башлай.
Комиссия эшен тамамланғас, ниндәйҙер енәйәт эшен асыуҙы кәрәк тип тапмайҙар. Вайым­һыҙлыҡ, бәләкәй генә хата артында кеше яҙмышы, йөҙләгән кеше ғүмере ята – буласаҡ химиктарҙың самолетҡа шартлай торған матдәләр алыуы арҡаһында янғын сыға. Ғүмереңдең ҡәҙере хаҡында уйлан­һаң, уның балсыҡ кеүек ыуалыусанлығына иҫең китә.
ҡаза урынында һәләк булыусыларҙың яҡты иҫтәлегенә бер ниндәй яҙыу ҙа, билдә лә юҡ. ҡасандыр уларҙың ата-әсәләре, туғандары килеп йөрөгән, ҡола баҫыуға сәскәләр һалған. Оҙаҡ йылдар буйы баҫыуҙы һөргән һайын самолет ярсыҡтары килеп сығып торған, тиҙәр. Эйе, кеше хәтере насар хәбәрҙе тиҙерәк оноторға, юйып ташларға теләй. Тик ҡырҡ йыл элек Мәскәүгә осоп барыусы 558-се рейсты иҫтә тотоу кәрәктер, минеңсә. Яманмы, яҡшымы, ул бит барыбер йәнтөйәгебеҙ тарихының ғибрәтле һәм фажиғәле бер бите булып ҡаласаҡ.

Лилиә ХӘЛИТОВА.

Автор:
Читайте нас: