Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
18 Ноябрь 2022, 11:25

Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылыуыға - 55 йыл

Һеҙҙең күңелегеҙҙә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы йәшлек хәтирәләре ниндәй тойғолар уята? Бәлки, буласаҡ тормош иптәшегеҙҙе лә тап ошонда осратҡанһығыҙҙыр? 

Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылыуыға - 55 йыл
Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылыуыға - 55 йыл


Салауат Юлаев һәйкәле – республикабыҙ баш ҡала­һы­ның йөҙөк ҡашы, Европалағы иң бейек ат статуяһы. Ул бынан 55 йыл элек, 1967 йылдың август-сентябрь айҙарында ҡуйылып, 17 ноябрҙә тантаналы рәүештә асыла. Монумент һыбайлы Салауат скульптура­һын кәүҙә­ләндерә, бронза ялатылған суйындан яһалған. Ауырлығы 40 тонна булыуға ҡарамаҫтан, ни бары өс таяныу нөктәһе бар. Постамент менән бергә уның бейеклеге – 14 метр. Һәйкәл ҡу­йылған ҡаянан Ағиҙел йылғаһы, тирә-яҡтағы гүзәл тәбиғәт асыҡ күренә.
Танылған скульптор, монументалист һәм рәссам Сосланбек Тавасиев милли батыры­быҙға һәйкәлде 25 йылға яҡын эшләгән. Әйткәндәй, Салауат Юлаев һөргөндә яҡынса шунса ваҡыт булған. Батырыбыҙҙың скульптураһы Ленинградта ҡойолған. Башҡортостан Дәү­ләт гербының уртаһында тап ошо монумент һүрәтләнә. Һәй­кәл Башҡортостандың ете мөғ­жизәһе иҫәбенә индерел­гән.

Мирас ИҘЕЛБАЕВ, филология фән­дә­ре докторы, профессор, яҙыусы:
– Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һыбайлы һынланышы – республикабыҙ­ҙың символына әүерелгән, Европала иң ҙур­ҙар­ҙан һаналған мөһабәт, данлыҡлы һәйкәл ул. Бынан теүәл 50 йыл элек, Башҡорт дәү­ләт университеты студенты булараҡ, уны асыу тантанаһының шаһиты булырға тура килде. Ҡала кимәлендәге бик әһәмиәтле, ҙур ваҡиға булды ул. Фрунзе урамы буйлап һәйкәл торасаҡ яр башына халыҡ эркелеп килде, батырыбыҙҙың бронза һынын ҡуй­ған­ды күҙәтеп торҙо. Ошо сарала тәүге тап­ҡыр республиканың юғары наградаһы – Салауат Юлаев исе­мен­дәге премия ла тапшы­рылды. Билдәле булыуынса, уға милләте­беҙ­ҙең легендар шәхестәре Мос­тай Кәрим, Һәҙиә Дәүләт­шина, Фәйзи Ғәскәров, Заһир Исмәғилев лайыҡ булды.
Тәүге көндәренән үк һәйкәл яны ҡала хал­ҡының, йәштәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Уның эргәһендә тәртип боҙоп, шау­лап йөрөгәндәрен хәтерләмәйем: милли батырыбыҙҙың үлемһеҙ даны, уға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл кешеләрҙе һәр яҡтан ойоштора, үҙ-үҙен тотоуға билдәле талап ҡуя тип иҫәпләйем.
Салауат Юлаев һәйкәле, һис шикһеҙ, Өфөнөң төп символы, уның йәме лә, даны ла. Яңы өйләнешкән йәштәрҙең тантаналы туй сараһы ваҡытында милли батыр һәйкәленә сәскә һалыуы, фотоға төшөүе йолаға әүерелгән. Сығарылыш класс уҡыусылары уның янында йәшлегенең тәүге таңын ҡаршылай. Сит яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа, мотлаҡ Салауат янына килеп, батырыбыҙ рухына баш эйеп китә.
Урынлашҡан урыны шул тиклем отош­ло, шундай уңайлы, әйтерһең, һәйкәл – ҡалабыҙҙың ҡапҡаһы: Өфөгә автомобиль, поезд юлынан килгәндә лә, самолет менән осҡанда ла милли батырыбыҙ бейек яр башынан күренеп, саҡырып тора.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: