Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
25 Март 2023, 13:30

Хан ҡыҙҙары һәм байбисәләр хаҡында

Иғтибар иткәнегеҙ бармы, башҡорт ирҙәре, ғәҙәттә, ҡыҙ балаһын яратыуын нисек белдерә?

Хан ҡыҙҙары һәм байбисәләр хаҡында
Хан ҡыҙҙары һәм байбисәләр хаҡында

Иғтибар иткәнегеҙ бармы, башҡорт ирҙәре, ғәҙәттә, ҡыҙ балаһын яратыуын нисек белдерә? Һелкендәтеп алдына ултыртып түгел инде, хатта арҡаһынан да һөйөп түгел, былай ғына, һүҙ араһында ҡәнәғәт тауыш менән: “Ҡыҙым шәп минең!” – тип кенә ҡуя улар. Кеше алдында ла ҡыҙының матур йырлағанын йә тәмле бешергәнен маҡтап телгә алыу юҡ, бесәнде иңләп, үксәгә баҫа яҙып саба, ос һәнәкте алып тороп кәбәнде үҙе ослап ебәрә, атты ни хәҙер егеп ҡуя ул минең ҡыҙым – бына шулайыраҡ итеп ҡыҙҙарының егетлектәре менән ҡупаялар йышыраҡ. Көнбайыш мәҙәниәте тәьҫирендә үҫкән йәш ғаилә башлыҡтарына был ҡылыҡһырлау, бәлки, тура килмәҫ, әммә бына беҙҙең атайҙар тап шундай инде. Ғөмүмән, тәүәккәллек һәм ғәййәрлек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡанында, уны ир-егеттәребеҙ ҙә таныған һәм күнгән, тәбиғи итеп ҡабул иткән, был күренештең тамырҙары үтә лә тәрәндә.
Традицион ауыҙ-тел ижадында телгә алынған бөйөк Йәнбикә йә Һомай, Һыуһылыу үә Таңдысалар, йә халыҡ хәтерендә йәшәгән Бәндәбикә, Киҫәнбикәләр һымаҡ инде ҡолаҡ өйрәнгән ҡаһарман ҡатындар исемдәренән тыш, туғандаш халыҡтар яҙмышында ла оло урын биләгән, исемдәре донъя тарихына алтын хәреф менән яҙылған боронғо нәҫелдәштәребеҙ етерлек.

 

Меңйыллыҡтар аша үткән исем – Тимербикә

Боронғо скиф мәҙәниәтенең (ул түңәрәккә сак, массагет, сармат, скиф һ.б ҡатламдар ҡарай) беҙҙең тарихыбыҙға ла туранан-тура ҡағылышы булыуын, тәү ата-бабаларыбыҙ икәнен йылдан-йыл күбәйә барған дәлилдәр иҫбатлай. Скифтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге юғары урыны, ҡыҙҙарҙың да яуҙарҙа ҡатнашыуы, ҡылыс уйната һәм көрәшә белмәгәндәренең кейәүгә сығыу хоҡуғы булмауы хаҡында Геродотты уҡып беләбеҙ. Шулай уҡ тап уның яҙмаларында ҡаһарман батшабикә Томирис (Тамарис) хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған һәм шул арҡылы ул быуаттар дауамында донъя ижадсыларын илһамландырған герой булып ҡала килә. Урта быуаттарҙа йәшәгән күп кенә Ев­ропа яҙыусылары, рәссамдары үҙҙә­ре­нең ижадында уның рухын асырға ты­рыш­ҡан. Бөгөн дә сәнғәт кешеләре хан­би­кә­нең шәхесенә мөрәжәғәт итеүҙән туҡтамай.
Томирис яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 570-520 йылдарҙа йәшәгән. Ул – скифтарҙың юлбашсыһы Ишпакайҙың нәҫеленән, Сыпыр (Спаргапис) батшаның ҡыҙы. Бәләкәйҙән атаһы менән һунарға йөрөгән ҡыҙ етеҙ һыбайлы була, уның менән әллә нисә ҡат дошман эҙәрлекләүенән ҡасып ҡотола, ҡыҫҡа ҡылыс менән дә оҫта эш итә. Биш йәшендә генә әсәһенән ҡалған был һылыуҙы атаһы үҫтерә. Батша атта сабышыуҙа ҡыҙын уҙа алған батырға уны кейәүгә бирәсәген иғлан итә. Ярышта Томиристы бәһлеүән кәүҙәле Рөстәм генә ҡыуып етә. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә Азияла йәшәгән күп халыҡтар батшабикәне үҙҙәренеке тип таный һәм быға ғәжәпләнергә ярамай. Башҡорт шәжәрәләрендә Сыңғыҙхан, Майҡы бей һәм башҡалар урын алған кеүек, ҡаҙаҡ, үзбәк, әзербайжандарҙың байтағы зат-зәүерен уның менән бәйләй. Ҡаҙаҡтар уны Тумарғыҙ тип атаһа, әзербайжандарҙа – Тимерғыҙ.
Тарихтан билдәле булыуынса, беҙҙең эраға тиклемге 530-529 йылдарҙа Азия башлығы исеме менән билдәле Мидия батшаһы Кир, Бөйөк даланы ла үҙенә буйһондорорға булып, Отрар һәм Төркөстан араһындағы Һырдаръя үҙәненә яҡынлаған. Фарсыларға ҡаршы яуҙа ире вафат булып, ул мәлдә Тимербикә инде сак-массагеттар (мәсәғүттәр) иле менән үҙе идара иткән була. Даланы ҡан ҡойошһоҙ яуларға хыялланған Кир Томирисҡа өйләнергә теләүен белдереп хәбәр ебәрә. Әллә ни йәш булмаған ханбикә батшаның үҙенән бигерәк ерҙәренә ҡыҙығыуын яҡшы аңлай һәм тәҡдимдән баш тарта. Кир оҙаҡламай һөжүм итә, ләкин тәүге яу массагеттарҙың еңел генә еңеүе менән тамамлана. Хәйләкәр батша алдан мөсһөҙ һәм ауырыу һалдаттарын ебәргән була. Еңеү шатлығын байрам итеп йоҡларға ятҡан төндә Кирҙың дәһшәтле ғәскәре аҫтыртын рәүештә баҫып ала. Меңәрләгән һуғышсы менән бергә Томиристың улы ла дошман ҡулына эләгә. Быны ишеткән ханбикә Кирға: “Улымды иҫән-һау кире ҡайтарһаң, мин дә һине тыуған яғыңа язаһыҙ ғына оҙатам. Әгәр ҙә әйткәнемде тыңламаһаң, берҙән-бер Аллабыҙ Ҡояш менән ант итәм, туймаҫ икәнеңде белһәм дә, ҡанға сумырып, унан ғарҡ иттерәсәкмен”, – тип хәбәр ебәрә. Тәхеттә егерме һигеҙ йыл ултырып бындай ҡыйыулыҡты күрмәгән Кир көлөп кенә ҡуя. Батшабикәнең улы бығауҙан ғына ысҡындырып тороуҙарын үтенә һәм сылбырҙы сискән арала, нәҫелен ханыбыҙ ҡоллоҡҡа төштө тигән ғәрлектән ҡотҡарыр өсөн, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ярһыған ханбикә Тимербикә, ғәскәр туплап, Кирға ҡаршы йүнәлә. “Тарихта бығаса күрелмәгән ҡан-ҡойош булды”, – тип дауам итә Геродот. Меңәрләгән яугир мәйете тәгәрәп ятҡан яландағы хәл иткес бәрелешкә ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө менән Томирис үҙе килеп инә. Фарсылар гүзәл заттың айбарлығынан албырғап ҡала. Легенда буйынса, Кирҙың башын Томирис үҙ ҡулдары менән сабып өҙә (Ҡайһы сығанаҡтарҙа Кирҙың үле кәүҙәһен табып алып килергә бойора). Унан ханбикә һәләк булған сак һалдаттарының ҡаны тултырылған турһыҡ алып килергә ҡуша һәм бар халыҡ алдында: “Ҡан көҫәүсе үҙе ҡанға батһын! Мин һүҙемдә торам, – ти ҙә, кәүҙәһеҙ башҡа ҡарап, – ысын донъя хакимы һәм ғәййәр һуғышсы булдың, лайыҡлы дошман инең, мин һине үҙебеҙҙең иң ҡәҙерле нәмәбеҙгә – ҡанға күмәм, – тип башты турһыҡҡа тығырға бойора, шунан халҡына боролоп, – Мин – һеҙҙең батшабикәгеҙ! Әйткән һүҙен тотоусы, анттарына хыянат итмәүсе!” – тип һөрәнләй.
Томирис аҡыллы хакимә була. Халыҡ уны хөрмәт итә. Был еңеү сак-массагет ҡәбиләләре йәшәгән ерҙәргә оҙаҡ йылдарға тыныслыҡ алып килә. Томиристың еңеүе һәм батшалыҡ итеү мәле хаҡында антик донъяла бихисап риүәйәттәр йәшәй. Страбон, Полиэн, Иордан һәм башҡа бик күп боронғо заман рим, грек яҙыусылары һәм тарихсылары уның хаҡында бәйән итә. Үзбәк, әзербайжан, ҡаҙаҡ халыҡтарында уның турала әле лә телдән-телгә күсеп килгән легендалар йәшәй. Томирис – Тимербикәнең исемен ҙурлап ҡыҙ балаларға ҡушалар.
Хәҙерге Констанца ҡалаһын да биләмәләрен киңәйткән саҡта Томирис нигеҙләгән, тип иҫәпләйҙәр. Сак-массагеттарҙы төрки ҡыпсаҡтарҙың тәүбабалары тиҙәр. Ҡаһарман йөрәкле батшабикә образы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенә иһә яҙыусыбыҙ Тамара Ғәниеваның ҡотло ҡәләме аша килеп инде. Уның “Тамарис” трагедияһында данлыҡлы тарихи шәхес милли рухиәтебеҙ аша асылған. Боронғо сак-массагет (мәсәғүт) ҡәбиләләренән булған бабаларыбыҙҙың йәшәйеше, бөйөк Арҡайымдың тарихта тотҡан урыны, башҡорт бейбисәләренең холоҡ-фиғеле лә һүрәтләнгән был әҫәр – әҙәбиәтебеҙҙең сағыу бер биҙәге. “Тамарис” А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылып, сәхнәлә бик бәхетле яҙмыш кисерҙе. Ә мәсәғүт һүҙе халҡыбыҙҙа ир-егет исеме булараҡ һаҡланып ҡалған.
Батыр ҡатын образының меңйыллыҡтар дауамында ижадсыларға тынғылыҡ бирмәүенең сере ниҙәлер, белмәйем. Ләкин йыш ҡына үҙебеҙҙең инәйҙәрҙең, апайҙарҙың, һеңлеләрҙең тотошонда, ҡыланышында, һын-һыпатында үҙем дә Томирис-Тимербикәне төҫмөрләгәндәй булам.

Разия Солтан

Урта быуаттың яҡынса 1200-1400 йылдарында Көнсығыш илдәре менән мәмлүктәр идара итә. Сыңғыҙхандың бөйөк яулап алыуҙарынан һуңғы буталыштар заманында донъя баҙарҙарына ҡол сифатында эләккән төрки сығышлы малайҙарҙы Мысыр, Иран, Сүриә һәм башҡа илдәрҙең батшалары махсус рәүештә һатып алып хәрби мәктәптәрҙә тәрбиәләй. Ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек тойғоһо ҡандарында булған ул егеттәр көнсығыш илдәре хакимдарының шәхси һағын һәм, хәҙерге тел менән әйткәндә, элиталы ғәскәрҙәрен тәшкил итә һәм “мәмлүктәр” тип йөрөтөлә. Иң аптыратҡаны, аҙ һанлы ошо хәрби сословие уйламағанда берләшеп, власты үҙ ҡулдарына төшөрөүгә өлгәшә һәм төрки сығышлы шул батырҙар, солтан династияларын булдырып, Мысыр, Һиндостан, Сүриә, Пакистан һәм башҡа хәҙерге бик ҙур майҙандарҙы биләгән илдәр менән ике йөҙ йыл самаһы идара итә. Улар араһында башҡорттарҙан булған Бейбарс, Сәнжәр әл Башҡорди һәм башҡа байтаҡ атаҡлы хакимдар ҙа булыуы билдәле. Иң ғәжәбе: Мысырҙағы мәмлүктәр династияһы менән бер осор ҡыпсаҡ ҡыҙы Шаджар-ад-дур етәкселек итһә, хәҙерге төньяҡ Һиндостан, Афғанстан һәм Пакистан ерҙәрен үҙ эсенә алған Дели ҡағанаты хакимы, сығышы Дәште-Ҡыпсаҡтан булған мәмлүк хаким Илтотмош, улдары булыуға ҡарамаҫтан, үҙенән һуң урынына ҡыҙы Разия Солтанды батшабикә итеп ҡалдыра.
Әсәһе Туркан-хатун йәшләй вафат булғас, Разияны атаһы күҙенән осормай ғына үҙе тәрбиәләргә тырыша. Икенсегә үҙенең хеҙмәтсе кәнизәгенә өйләнһә лә, күңеле тыныслыҡ тапмай. Унан тыуған дүрт улының еңел холоҡло, ялҡау булыуҙарына, күңел асырға яратыуҙарына эсе боша. Улдарына тәхетте ҡалдыра алмаясағын аңлаған батша сығышы менән хәҙерге Эфиопия яғынан булған ҡоло Яҡутҡа Разияға хәрби серҙәрҙе төшөндөрөргә ҡуша. Был күнегеүҙәрҙең бушҡа үткәрелмәүен самалаған ҡатыны, улдарының әсәһе Шотокан, Разия менән Яҡутҡа ҡаршы мәкер ҡора башлай. ”Ҡыҙ кешегә ҡылыс болғап йөрөү килешмәй, ниңә солтандың ҡыҙын ҡол кеше уҡыта, кешеләр уларҙы зинасы тип һөйләй”, – тип тә ирен шикләндереп ҡарай. Илтотмош уға: ”Һинең солтаның да ҡасандыр ҡол ине, оноттоңмо, ошо һарайҙың хазинаһы булып киткәнеңсә, һин дә минең кәнизәгем генә инең. Кеше кешенән кәм була алмай, тәкәбберлек – иң ҙур гонаһ”, – тип яуаплай. Яҡут бер нисә йыл дауамында солтандың һөйөклө ҡыҙына уҡтан мәргән атырға, эйәрҙә ныҡлы ултырырға, ҡылыс һәм һөңгө менән оҫта һуғышырға өйрәтә. Йәш йөрәктәр араһында ғишыҡ уты тоҡана, ләкин төрлө ҡатлам кешеләре булыуҙарын аңлап, улар хатта хистәрен бер-береһенә белдерергә лә баҙнат итмәй. Атаһы алдында имтихан тотҡанда Разия осоп барған ҡоштарҙың күҙҙәренә төбәп атып сәпкә тейә, хандың һалдаттарын ҡылыс уйындарында еңеп, майҙандан ҡасырға мәжбүр итә. Рәхмәтле батша Яҡутты ҡоллоҡтан азат итеп, ҡеүәт әл мөлөк тигән хәрби титул бирә, Аҡай ҡәлғәһен һәм уның тирә-яғындағы ерҙәрҙе бүләк итә.
Разияның атаһы хәрби походта саҡта үгәй әсәһе Фируз ағаһын тәхеткә ултырта. Уның хаҡһыҙлығынан яфа сиккән халыҡ Илтотмошҡа сапҡын ебәрә. Батша үҙе менән һуғышта йөрөгән ҡыҙын Яҡут оҙатыуында тәртип урынлаштырырға ҡайтара. Ә 1236 йылда үлер алдынан батша ҡыҙын тәхеткә ултырта. Мосолман ҡыҙы булһа ла, батшалыҡ иткәндә халыҡтан йөҙөмдө йәшермәйәсәкмен, тип Разия пәрәнжәһен сисә, яуға сыҡҡанда салбарҙа йөрөй. Разия халҡының тормошон күрер өсөн махсус рәүештә Дели урамдары буйлап хәлдәрен белешә теләгән бер әҙәм уға тура мөрәжәғәт итә ала. Ябай кешеләрҙең Разия ла Разия тип тороуын күргән башҡа власть вәкилдәре үҙҙәре өҫтөнән ҡатын кеше хакимлыҡ итеүенә күнергә теләмәй, уға ҡаршы күтәрелеп беҙҙең ханыбыҙ Фируз шах тип иғлан итә. Ләкин халыҡ Разияны яҡлап сыға һәм заговор баҫтырыла, Рукн-утдин Фируз үлтерелә. Йәш батшабикәнең илде бер йоҙроҡҡа төйнәй алыуын күреп күрше илдәрҙең батшалары уны яусылап илселәрен ебәрә башлай. Разия уларҙың барыһын да кире ҡаға, йөрәгендә һаман да Яҡут йәшәй. Әйткәндәй, ул һәр ваҡыт солтанбикәһенең янында, уң ҡулы булып ҡала. Разияның уға булған йылы мөнәсәбәте башҡа төрки полководецтарының асыуына тейә. Разия Яҡуттың барыбер еңәсәгенә ышанып, ҡылыс менән айҡаш иғлан итә, еңеүсегә кейәүгә сығасағын белдерә. Уға күптән күҙе ҡыҙып йөрөгән ҡанһыҙ Алтын бей барыһынан өҫтөн сығып, һин минеке тигәндә генә, ҡара тәнле Яҡут та, ҡыйыулығы етеп, алышҡа сыҡмаҡ була, ләкин Алтын бей уның менән һуғышыу миңә хурлыҡ тип баш тарта. Үҙһүҙле батшабикә, әлбиттә, уға тормошҡа бармай. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, ул кейәүгә утыҙ йәшендә генә бара. Ҡыҙҙарҙы ун өс йәштән ире йортона оҙатҡан урта быуат өсөн был бик оло йәш.
Разия – Делиҙың берҙән-бер батшабикәһе. Ҡалған осорҙа гел ир-егеттәр хакимлыҡ иткән. Ул тәхеттә өс йыл ярым ултырып ҡала. Ҡатыны булыуҙан баш тартҡан өсөн Алтын бей унан ҡаты үс ала. Башҡаларҙы уға ҡаршы ҡоторта. 1239 йылда Лахорҙың ханы Малик Изз ад-Дин Кәбир хан Аяз Разияға ҡаршы ихтилал күтәрә. Был юлы ла Разия еңеп сыға. Ләкин кемдең ҡотҡоһо икәнен аңлаған солтанбикә 1240 йылда Бхатиндала наместник булып торған Алтын бейгә ҡаршы походҡа сыға һәм дошман ҡулына эләгә. Был яуҙа уның мөхәббәте, ҡара тәнле булыуы арҡаһында Разияның дәрәжәһен төшөрөүҙән ҡурҡып, өйләнеүҙән баш тартҡан Малик Джамал ад-Дин Яҡут хажиҙы үлтерәләр. Башлыҡһыҙ ҡалған һиндостанлылар Разияның ҡустыһы Муизз ад-Дин Бахрамды тәхеткә күтәрергә мәжбүр була. Үҙе батша булырға хыялланған Алтын бей Разияны ихтыярынан тыш ҡатын итеп ала һәм уны яңынан урынына ултыртып, үҙе хакимлыҡ итеү ниәте менән Бахрамға ҡаршы һуғышҡа китә. Еңелә. Унан һуң яңы батша апаһы Разияны ла, уның ҡанһыҙ ире Алтын бейҙе лә язалап үлтертә.
Разия ханбикә булған осорҙа һинд халыҡтары тын алып, иркен йәшәп ҡала. Боронғо китаптарҙа уның хаҡында бөйөк, изге, ғәҙел, мәрхәмәтле хакимә тип яҙылған. Бик күп хәрби походтарҙы уңышлы ойошторған, баҫып килгән дошмандарҙы кире ҡаҡҡан оҫта яусы ҡатындың тормошо һәм мөхәббәт тарихы легендалар һәм йырҙар булып халыҡ хәтерендә йәшәүен дауам итә. Разияның тормошо һәм шәхесе хаҡында байтаҡ художестволы китаптар яҙылған, фәнни тикшеренеүҙәр ойошторолған.
Болливуд та был тарихи шәхескә иғтибар итмәй булдыра алмаған, уның тураһында бер түгел ике фильм төшөргән. Тәүгеһен режиссер Девендра Гоэл 1961 йылда сығарһа, 1983 йылда зәңгәр экрандарҙа Камал Амрохиҙың таҫмаһы пәйҙә була. “Батша ҡыҙы”(“Razia Sultan”) тип аталған был фильмда Разия ролендә ул саҡтағы иң билдәле һинд йондоҙҙары – Хема Малини һәм Яҡут булып Джармендра уйнай. Иҫ киткес саф мөхәббәт тарихы хаҡында һөйләгән был кинофильм бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Батшабикәнең тарихта тағы ла бер аҙашы билдәле, атаҡлы төрөк сериалы “Бөйөк быуат”та күрһәтелгән Разия Солтан Сөләймән батшаның ҡыҙы, әммә төрлө ваҡытта йәшәгән был ике хан ҡыҙын бутау мөмкин түгел.
Дәште-Ҡыпсаҡ иле ҡыҙҙарының тарихтың ниндәй ҡатмарлы мәлендә үҙҙәренә бөтөнләй ят ғәрәптәр һәм индустар менән уңышлы идара итеүҙәре, ул милләттәрҙең был ҡатындарҙы хакимә итеп таныуҙары һәм буйһоноуҙары һоҡландырып ҡына ҡалмай, төрки ҡатындарының ер шарындағы тыныслыҡ өсөн көрәшкә ҙур өлөш индереүҙәрен дә иҫбатлай.

Мандухай Сәсән Ҡатын

Мандухай Сәсән Ҡатын (1449—1526 йылдар) – монгол халҡының милли геройы. Уның сәйәси эшмәкәрлеге Сыңғыҙхан нәҫеленең Ҡараҡором далаларында үҙенән һуң да быуаттар дауамында хаким булып ҡалыуына булышлыҡ иткән. Исеменең монголса яңғырашы – Мандухаа Сэцэн Хатан, сэцэн – зирәк, барыһын да белгән, тәрән аҡыллы, сәсән телле тигәнде аңлата, рус телендәге мудрая һүҙенә, беҙҙәге сәсән тигәнгә лә мәғәнәһе яғынан тап килә. Хатан, Хатун һүҙҙәре иһә бейбисә, батшабикә тигән юҫыҡта ҡулланыла.
Мандухай Чоросбай-Тэмур-чинсан исемле онғот-монгол кешеһең ҡыҙы була, әсәһе иһә ойраттарҙың чонос ырыуынан. Яңғыҙ ғына ҡыҙ булыуына ҡарамаҫтан, уҡыу-яҙыу, һыбай йөрөү һәм уҡтан атыуға йәштән маһир була. Ун ете йәшендә илдә бер аҫыл ҡыҙ булып танылған һылыуҙы ул ваҡыттағы монгол ханы Мәндеғол (Мандуул, йәшәгән йылдары яҡынса 1426–1467) икенсе кәләшлеккә ала. Тәүге ҡатыны түлһеҙ булғас, ике ҡыҙ тапҡан Мандухайҙың ханһарайҙа абруйы ҙур була. Мәндеғолдо тәхет көҫәүселәр мәкерле рәүештә үлтергәс, урыны бушай. Тура вариҫтары булмағас, былай ҙа ырыу-ара артыҡ дуҫ булмаған монголдар ара­һында низағ ҡубыуҙан ҡурҡып, Мандухай хакимлыҡты үҙ ҡулына алырға була. Әлбиттә, яугир­лыҡтары менән дан алған ырыуҙарҙы йүгәнләү еңел бирелмәй. Уны юҡ итергә маташалар. Мандухай төмән йыйып, әсәһенең нәҫеленә, тәхеткә ынтылған, көслөләрҙән һаналған ойраттарға һуғыш аса. Ул арала Сыңғыҙхандың Хасар тигән ағаһы затынан булған, Оло Хинган яғында хакимлыҡ иткән, Ҡытай йоғонтоһо аҫтындағы Нойонболод-ван яусы ебәрә. Уға сыҡһа, батшалыҡтың Сыңғыҙ­хандан тыуғандар, йәғни чингизидтар ҡулынан китәсәген яҡшы аңлаған батшабикә аптырап ҡала. Тәхеттә ҡанун буйынса ҡатын кеше ултыра алмай, ә вариҫ юҡ. Шул мәлдәрҙә танғуттарҙың башлығы Тэмур-Хадак (Тимер-Һаҙаҡ) борджигин ырыуынан етем малай Бату-Мункэны, юань династияһының тере ҡалған берҙән-бер вариҫын табып, дошман ҡулынан урлап алып килә. Мандухай уны ҡанат аҫтына алып, һарайҙа ҡалдыра. Боронғо монгол тарихы теркәлгән “Алтын хикәйәт”тә яҙылыуынса, Мандухайҙың оло ағаһы Джига: “Хасар нәҫеленә сыҡһаң, ҡараңғы юлдан китеп, халҡыңдан һәм данлыҡлы Хатун исеменән яҙырһың, ә тамырҙарында бөйөк хан ҡаны аҡҡан Мункэгә кейәүгә барһаң, чахар төмәндәре (монголдар) менән етәкселек итеп, исемеңде данға күмерһең”, – тип кәңәш бирә.
“Мине кәләш итеп алмаҡсылар,
Ат төҫөн дә айырмаған яҡтар.
Бату-Мункэ сабый, Хасар ашыҡтыра,
Тәңрем, әйтсе!
Ҡайҙа ҡара, ҡайҙа икән аҡтар?” – был юлдар уның ҡорамда юғары көстәргә арналған шиғырының бер өҙөгө.
Мандухай Нойонболодҡа, тәҡдименән баш тартҡан өсөн үс алмаһын тип, тыуасаҡ балаларының барыһына ла Болод исемен ҡушасағын әйтә. Хәтерләһәгеҙ, ҡасандыр бөйөк Сыңғыҙхандың атаһы ла Темучин (монголса – Тэмүжин, беҙҙеңсә Темәсйән) батырҙы үлтергәс, хөрмәт йөҙөнән улына мәрхүмдең исемен ҡуштыра. Был йола ул ваҡытта исемгә нисек етди ҡарауҙарына бер дәлил. Дошманыңдың исемен балаларыңа ҡушыу хатта тыныслыҡ гаранты булып та тора алған. Ә Сыңғыҙ нәҫеленән булған Бату-Мункэ ул саҡта бала ғына була. Мандухай малайҙы, бәлиғ булғас уға кейәүгә барырға ниәтләп, тәрбиәгә ала. 1469 йылда Хатун ғәскәрҙәре ойраттарҙы тар-мар итеп, Тас ҡәлғәһен ала. Шулай итеп, көнбайыш монголдарҙы ла үҙенә буйһондорғас, ул ҡул аҫтындағы бар халыҡҡа чингизидтарҙың, йәғни борджигин ырыуының тормош ҡағиҙәләренә таянып, йолаларын тотоп йәшәргә бойора. Мандухайҙың Бату-Мункэ исеменән эшләгән данлыҡлы эштәре монгол ерҙәрендә борджигиндарҙың сәйәси йоғонтоһон нығыта. Бату-Мункэға ун туғыҙ йәш тулғас, Мандухай уға кейәүгә сыға һәм йәш ирен рәсми рәүештә Сыңғыҙхандың вариҫы тип иғлан итә. Бату-Мункэ “Даян-хан” титулын ала (монголса даян – барлыҡ, бөтә, дөйөм тигәнде аңлата). Даян-хан менән Мандухай-хатун ҡорбан салып, зәңгәр күк хужаһы Тәңрегә баш эйгәндә батшабикә бөйөк Сыңғыҙҙың нәҫеле өҙөлмәһен өсөн Тәңренән Даян-хан менән икеһенә ете ул һәм бер ҡыҙ биреүен үтенә. Уның теләге тормошҡа аша, Ҡатындың тәүҙә Улсболод һәм Турболод, шунан 1484 йылда Барсболод һәм Торолту, 1487 йылда Арцболод, 1490 йылда ойраттар менән сираттағы алыш ваҡытында Алчуболод һәм Очирболод исемле улдары донъяға килә. Һуңғараҡ ул Даян-хандан бер ҡыҙ ҙа таба. Ман­духай ауырлы мәлдәрендә лә яуҙарҙан ҡалмай гел ире менән бергә алғы һыҙыҡта йөрөй.
Мандухай Сәсән 1526 йылда ҡытайҙың Мин империяһы менән һуғыш ваҡытында һәләк була.
Мандухай-Ҡатын яҙмышына, шулай итеп, ҙур майҙандарҙа Сыңғыҙхан нәҫеленең йоғонтоһон һаҡлап ҡалыу, ойраттарҙы еңеп, барлыҡ монгол тө­мәндәрен Даян-хан байрағы аҫтында бер­ләштереү маҡсаты яҙа һәм ул уны лайыҡлы үтәп сыға. Мандухай хәҙер йәшәгән күпселек чин­ги­зидтарҙың аталары яғынан тәүәсәһе булып тора.
Мандухай беҙгә нимәһе менән ҡыҙыҡлы? Әлбиттә, борджигин ырыуының йәшәү ҡағиҙәләрен барса монголдарға таратыуы менән. Борджигин һүҙе монголсала “бүре йән“ һәм “зәңгәр күҙле“ тигән ике төрлө мәғәнә бирә. Монголдар төрки телле халыҡтар ғаиләһенә инмәһә лә, төрки халыҡтары кеүек үҙҙәренең тәү затын һундарға алып барып бәйләй. Тарихсылар бурджан, бөрйән, борзен һәм борджигин бер һүҙҙең төрлөсә яңғырашы икәнен таный. Ғәжәп, боронғо яҙмаларҙан күренеүенсә, башҡорт ырыуҙары шәжәрәләре, ғәҙәттә, Сыңғыҙхандан башлап яҙылған. Башҡортостанда бөрйән ырыуына ҡараған Сыңғыҙ ауылы ла бар. Был ырыу кешелектең бик боронғо ҡәбиләләренең береһе. Уларҙың бер өлөшөнөң көнбайышҡа күсеп китеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Дунай болғарҙары үҙҙәрен бурджан тип атаһа, ғағауыздарҙың элекке үҙ атамалары будзян. Ғағауыздар әле лә Гагаузия тип һөйләмәйҙәр, ҙур ҡасабалары исеме менән төбәктәрен Буджак тип йөрөтә. Крит яғына киткән кереиттарҙың да, иранда, тәбриз буйҙарында йәшәгән борзани халҡының да генетик яҡтан бөрйәндәргә яҡын булыуы хаҡында фәнни мәғлүмәттәр бар. Бөрйәндәрҙең гапло­группаһына тура килгән R1b ҡан төркөмөнөң Азияға миграцияһын урыҫ ғалимдары арийҙарҙың R1b бөйөк күсенеүе тип атай, икенсе өлөшөн скандинавияға киткән кельттар һәм басктар менән бәйләй. Башҡорттарҙың бөрйән ырыуы кешеләренең 87 проценты, ҡаҙаҡтарҙағы ҙур ырыуҙарҙың береһе яғал­байҙарҙың байтағы һымаҡ (бөрйән ырыуының ораны – яғалбай), ошо гаплогруппаға ҡарай икән. Һуңғы йылдарҙа ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ ғалимдары Сыңғыҙхандың һәм уның ғәскәр­ҙә­ренең теле төрки телле булыуы хаҡында байтаҡ хеҙ­мәттәр яҙҙы. “Монголдарҙың изге ри­үәйәте”ндә (“Сокровенное сказание монголов”) иһә борджигин затының Монголия ер­ҙәренә көньяҡ-көнбайыштан килеүе хаҡында әйтелә. Был версияны билдәле Силәбе тарихсыһы И.Г. Горохов хеҙмәттәре лә (мәҫәлән, “Тюркский аспект “монгольского” завоевания Евразии”) яҡлай.
Һәр хаким тарихты үҙенсә яҙҙыра, тигән мәҡәл бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тарихта әлегә өйрәнелмәгән юҫыҡтар күп. Монголдар беҙгә ҡан-ҡәрҙәш булмаған хәлдә лә, көньяҡ-көнбайыштан килгән бөрйән-борджигин ырыуы батырҙары арҡаһында уларҙың берләшеп, шул замандарҙа көслө халыҡ булып китә алыуы – үҙе бер күренеш.
Бөгөн Монголияла ысын-ысындан Мандухай культы сәскә ата. 1988 йылда монгол режиссеры Б. Балжинняма Ц. Нацагроджаның романына нигеҙләнеп “Мандухай сэцен хатан” тип аталған тарихи-эпик фильм төшөрә. Р. Чойномдың “Монгол ҡатыны” тигән поэмаһын монголдар айырыуса ярата. Бөгөнгө Улан-Баторҙа бөйөк ҡатын исемендәге парк һәм музыкаль фонтан эшләй. Исемен күпләп сабыйҙарға ҡушалар, уның хөрмәтенә аталған төрлө ойошмалар һәм ансамблдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.


Донъяның төрлө өлөшөндә, төрлө осорҙа хакимлыҡ иткән өс ханбикә миҫалында ғына ла тарих тигән тәгәрмәскә ҡәүемебеҙҙең йоғонтоһо асылда ифрат оло булыуы тойомлана. Ата-бабаларыбыҙҙың борондан гендер тигеҙлекте яҡлауы һәм енестәрҙең тиң хоҡуҡлығын тәбиғи ҡанун итеп ҡабул итеп йәшәүен дә күрәбеҙ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Автор:
Читайте нас: