Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
20 Апрель 2023, 09:34

Йәтимлек тамғаһы

– Ағай, нимә булыр икән минең менән, балаларым менән? Ағайҙарымдың да икәүһе ут эсендә...

Йәтимлек тамғаһы
Йәтимлек тамғаһы

Сәстәренә сал ҡунған, ил инәһенә әйләнгән Рәйхан йәше барған һайын йыш әйләнеп ҡайта бала сағына. Бәхетһеҙ һуғыш осорона.

Бәләкәй генә түбәләс өҫтөндә дүрт кенә йәшлек ҡыҙ бала йыр һуҙа:
Бейек икән тауығыҙ,
Ҡаршы яуа ҡарығыҙ.
Иҫән йөрөп, һау ҡайтһағыҙ,
Ҡаршы сығып алырбыҙ.
Сталинград янындағы хәл иткес ҡыйралыштағы батырлыҡтары өсөн ялға ҡайтарылып, инде кире юлланған Хәбибулла танкист күҙ йәштәренә төйөлөп сабыйына төбәлгән. Хушлашыу ғына түгел, киләсәктең билдәһеҙлеге лә айырылышыусыларҙы телһеҙ иткән. Йыр тамамланыуға атай кеше балаһын ҡосағына алып:
– Ҡайҙан ишетеп, ҡайҙан ғына отоп алдың был көйҙө? – тип һорамай булдыра алманы.
– Өләсәйем өйрәтте. Уның йырҙары күп. Үәт!
Ат санаһына ултырып, атай-әсәй юлдарын дауам итә. Ә кирегә ҡайтып барған һалдат балалары араһында шундай һөйләшеү булып ала:
– Рәйхан иркәм, атай ҡайтып ингәс, һин унан ниңә ҡасып киттең ул?
– Кейеме ҡара булғас урыҫ тип уйланым бит. Ә ҡыуып етеп күтәреп алғас, атайым икәненә шунда уҡ ышандым да ҡуйҙым. Их, һуғышта йөрөмәһә гел беҙҙең янда ғына торор ине бит, эйеме?..
Хәләлен яуға оҙатҡан ферма мөдире Сәймәнең ҡуйынында өс бала: ике ҡыҙ һәм ул. Таң һарыһынан киске ҡараңғыға тиклем эштә булған әсәне балаҡайҙары күп ваҡыт көтөп ала алмай йоҡоға тала. Тегенсе булған йәш ҡатын төндәрен дә эш өҫтөндә. Бер-береһен ҡабатлаған көндәр икмәк тәмен оноттора бара. Яҙын үләндәрҙең шытыуын тилмереп көтөүҙәр, башаҡҡа йөрөүҙәр. Өҫ кейемдәре лә өҫтө-өҫтөнә һалынған ямауҙарын көскә тотоп тора. Үҙәктәргә үткән займ, ит, һөт, йомортҡа һалымдары халыҡтың алҡымынан алған. Шуға өҫтәлеп фронттан килгән ҡара ҡағыҙҙар толдарҙы, йәтимдәрҙе арттыра тора. Баҫыуҙағы ҡышлаған башаҡтарҙы ашап баҡыйлыҡҡа күскәндәр һуң. Улар уны йән аҫрайым тип ауыҙ иткән бит. Картуфтары булғандар унан икмәк бешерер өсөн көнө буйы ҡырғыс янында. Был уңайҙан сәсән телле өләсәйҙең таҡмағы тағы ла әҙер:
Башымды ла ҡыралар,
Арҡамды ла ҡыралар.
Уянырға өлгөрмәйем,
Күнәк шалтыраталар.
Ауылға һыйыр малдарын ҡырған сир килеп инә. Был афәт Сәймәнең ғаиләһен дә ситләтеп үтмәй. Йәтим ҡалған быҙауын үҫтереп алғас ҡына күңел тыныслығы ҡайтҡандай була. Үҙ малыңа бесән әҙерләү төндәрен генә башҡарыла. Колхоз ерҙәренә ҡағылышы булмаған юл буйҙары, ҡыуаҡ ситтәре генә сабынлыҡ булып ҡала.
Йүнсел әсәй туғыҙ йәшлек улын йәш йүкәнән сабата үрергә өйрәтә башлай. Тырыш малай ҡулдарын, тубыҡ баштарын ауырттыра-ауырттыра тәүҙә сабатаға оҡшаған “аяҡ кейеме“ килтереп сығара. Ныҡыша торғас, оҫталыҡ та үҙен көттөрмәй. Инде ҡулында шөшлөһө уйнап ҡына торған Миңнулла сабаталарын һатырға урыҫ баҙарына ла барғылай. Юлы табышлы булһа, өйҙәгеләрҙең һөйөнөүҙәре уны тағы ла үҫтереп ебәрә. Хәҙер ул ғаиләлә ирҙәрсә терәк. Ун йәшлек үҫмерҙең үгеҙ егеп утын йүнәткәндәрен туғандары ҡыҙғанып та, ғорурланып та күҙәтә. Ауылда ҡанат йәйгән ауыр тормошто яҡтыртыусы, киләсәккә өмөттәр уятыусы берҙән-бер сығанаҡ – һалдат хаттары. Балаларҙың атаһы ла хаттарынан мәхрүм итмәй, өмөтлө хәбәрҙәрен ебәреп тора. Ул һәр хатында төпсөгөнөң йырлап оҙатҡанын иҫкә алмай ҡалмай. Эй, быға Рәйхандың шатланыуҙары! Донъя мәшәҡәттәрен аҙға ғына булһа ла ситкә ҡуйған өләсәй ҡайғы ишек ҡаҡҡан таныштарына барғылай. Рәйхан да унан бер тотам ҡалмай. Ҡыҙ бала һәр өйҙә, ғәҙәттәгесә, өлкәндәр өйрәткән таҡмаҡтарҙы теҙә:
Герман фашизмдары,
Болғанылар донъяны.
Болғамаһалар донъяны,
Күрмәҫ инек нужнаны.
Азия тауҙары бейек,
Менеп булмай һелкенә.
Сит ил фашизмдары,
Үҙ башына елкенә.
Тын һауаны шаулата,
Самолет моторҙары.
Фашизмды еңеп ҡайтыр,
Беҙҙең ил батырҙары.
Ә көйөнөң аҙағында сибек кенә ҡулдарын болғап тыпырлап ҡуйырға ла онотмай.
– Һай, үҙебеҙҙең моңло былбылыбыҙ, таҙа, ғүмерле бул, мең йәшә!
Хуплау, маҡтау һүҙҙәре фәрештә күңелле ҡыҙға май булып яғыла. Сабыр ғына аралашһалар ҙа, аҙағынан күҙ йәштәре килеп ҡушыла. Рәйхан да ситтә ҡала алмай, өләсәһенең күлдәк итәген еүешләй. Сираттағы йән өшөткөс ҡайғы уртаҡлашыу ауыл осонда булып сыға. Биш бала атаһының ҡара ҡағыҙы килгән. Әсәйҙәре ауыр хәлдә түшәктә ята. Кейергә кейемдәре бөткән балалар, атайҙарынан ҡалған әйберҙәр менән арыҡ тәндәрен ҡаплап ултырырға мәжбүр. Ашар ризығы булмаған ғаилә тамам сараһыҙ. Кисен изге күңелле өләсәй, үҙҙәренең тамаҡтарынан өҙөп, ризыҡ төйнәп уларға юллана. Ә икенсе көндө йәтимдәрҙең тағы ла артыуы мәғлүм була.
Ғәҙәттәгенән иртә ҡайтҡан әсәй балалары өсөн һирәк кинәнес. Әммә был юлы уларҙы өләсәй менән һөйләшкәндәре һағайта:
– Ферма һыйырҙарының дүртәүһе серегән кәбәк ашап ҡазаланды, ҡотҡара алманыҡ. Хәҙер мине хөкөм итерҙәр инде. Ни хәлдәр генә итәйем дә, ни хәлдәр генә ҡылайым? Хәбибуллама ни тиермен? Балаҡайҙарым һуң?!
– Сеү, балам, сабыр булайыҡ. Күрәсәкте күрмәй гүргә инеп булмай шул. Бәлки, һин күҙаллағанса ла булмаҫ.
– Эй, әсәй, бик яҡшы беләһең бит һуғыш закондарын. – Килеп тыуған тормош сараһыҙлығын үҙҙәренсә ҡабул иткән балалар күҙ йәштәренә төйөлөп өлкәндәргә ҡушыла.
Икенсе көнөнә конвой килеп тә етә. Формалағыларҙың санаһына ултырыр саҡта хат ташыусының тапшырған хатын йәһәт кенә кеҫәһенә йәшерә Сәймә. Ҡатынды ниндәйҙер ҡараңғы бүлмәгә ябып ҡуялар. Бына ул ҡалтырай-ҡалтырай өсмөйөшлө хатты аса башлай, сөнки адрес таныш түгел. Ә хатта Солтаншин Хәбибулланың тереләй танк эсендә янып батырҙарса һәләк булғаны хәбәр ителгәйне. Тәфтишсе алдына килтерелгән йәш ҡатын нимәлер аңлатып бирер хәлдә булмағанлыҡтан, аптырап ҡулындағы хатын һона.
– Был бит районға тәүге машинаны алып ҡайтып, райком етәксеһен йөрөткән егет. Ниндәй ирҙәрҙе йотто был ҡәһәрле һуғыш. Башланғанына ла дүрт йыл булып килә.
– Ағай, нимә булыр икән минең менән, балаларым менән? Ағайҙарымдың да икәүһе ут эсендә...
– Ағайҙарың да таныштарым булып сыға. Улар ҙа бит район үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре ине. – Арала ауыр тынлыҡ урынлаша. – Ни эшләргә инде һинең менән, һеңлем? Ярай, бөгөнгә ҡайтып тор. Әммә өмөтлө бер нәмә лә вәғәҙә итә алмайым. Аңлап тораһыңдыр, мин дә закон алдында көсһөҙ.
Хөкөмдән ҡотолоуға өмөтө өҙөлгән йәйәүле ҡараңғы төшөүгә генә ҡайтып инә. Бер түгел ике ҡайғы һөйрәп ҡайтҡан әсә балалары хаҡына бирешмәҫкә, ныҡ булырға кәрәклеген аңлай.
“Әгәр ултыртып ҡуйһалар, минең ныҡлығымдан балаларыма ни рәхәт? Әсәйемә ни еңеллек? Үҙенең ике улы, ике кейәүе һуғышта йөрөй”. Керпек ҡаҡмай уйланған ҡатын киҫкен генә бер ҡарарға килә: “Инвалидҡа әйләнергә!” Күңелендә ғәрип-ғөрәбәне хөкөмгә тарттырмаҫтар тигән ышаныс оялай. Һәр хәлдә, балаларым янында буласаҡмын, тигән уй ҡарарын тағы ла нығыта ғына. Һуҡыр лампаға ут алып, ныҡ тулҡынланыуҙан бәүелә-сайҡала, соланға сығып инә. Ишек тауышына уянып киткән өләсәй балта тотҡан ҡыҙын күреп һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡала:
– Ни эшләүең был, балам? Балта ниңә кәрәк булды төн заманында? – Ул ҡыҙына барып йәбешә. Китә ҡысҡырыш. Тауышҡа күҙҙәрен йыртып балалар ҙа тороп ултыра. Уйлағанынан һис дүнергә уйламаған ҡатын әсәһен көс менән этеп, аяғының баш бармағын сабып та ебәрә. Һикереп киткән өҙөлгән бармаҡты, уның артынан урғылған ҡанды күреп өйҙәгеләр баҙап ҡала. Ә бәләкәс был мәшхәрҙе күтәрә алмай иҫтән яҙа. Ҡанды туҡтатыу ауырлыҡ тыуҙырмаһа ла, Рәйхан тамам ҡоттарын ала.
Икенсе көндөң кисенә балалар әсәйҙәрен көтөп ала алмағас, ауыл осона сығып баҫа. Өҫтәрендә – йоҡа ғына иҫке-моҫҡо, баштар эйелгән, күңелдә яуапһыҙ һорау артынан һорау. Бына йыраҡтан аҡһаҡлап килгән әсә күренә. Был ваҡытта бынан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме икән?! Балалар алға ташлана.
– Эй, минең өмөттәрем, эй минең таяныстарым, – тип әсә лә һамаҡлай-һамаҡлай ҡаршы йүгерә ине. Йәш ҡатында хәҙер ике тойғо. Бер яҡтан, хөкөмдән ҡотолоуына шатланһа, икенсенән, балаларының атайһыҙ ҡалыуы бәғерҙәрен өҙгөсләй. Йоҡоһоҙ төндәрҙең, атылырға торған күҙ йәштәренең аҙағы булмаҫ кеүек.
Ауылда берҙән-бер хәлле йәшәгән ғаилә колхоз рәйесенеке. Толдарҙы зар илатҡан был ирҙең тупаҫлығын Миңнулла ла татый. Тыҡрыҡтан кинәт килеп сыҡҡан малайҙан уның аты өркә. Ярһыған ир тарантасынан һикереп төшөп малайҙы кесерткән араһына ырғыта һәм асырғанып ҡысҡырғанын кәмһетеү һүҙҙәрен теҙә-теҙә ләззәтләнеп күҙәтеп тора:
– Рәхәтме, йәтимәк? Хәйерсе ас ҡарын.
Һыҙланыуҙарынан төнөн дә арына алмаған малай һаташыулы төшәнеп атаһын саҡыра башлай:
– Атай, ҡотҡар! Тәнемә ут ҡапты, ут!
Малайҙы өләсәйҙең йәшереп генә өшкөрөүҙәре ҡотҡара.
Сәймә – бригадир, тағы ла яуаплы эштә. Һанаулы ғына ҡалған аттар күтәрткән. Төп көс булып ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар, үҫмерҙәр тора. Ә сәсеүҙе нисек тә атҡарырға кәрәк. Шуға ла бригадир беренсе булып үҙенең һауын һыйырын баҫыуға алып сыға. Яйлап башҡалар эйәрә. Егелергә теләмәгән һәүкәштәр менән яфаланыуҙар сиктән ашһа ла, улары әкренләп буйһонғандай була. Иң ҡыҙғанысы – һәр йортта төп ризыҡ булған аҡтың ҡороу ҡурҡынысы. Һуңғы көндәрҙә фронттан килгән хәбәрҙәр өмөтлө була башлай. Сәсеүселәр өсөн был үҙе бер этәргескә әйләнә. Бына ҡояш дилбегә буйы күтәрелгәс, баҫыуҙағылар ашығып йүгергән малайҙы шәйләп ҡала.
– Һуғыш бөткән! Еңеү! Гитлерҙы дөмөктөргәндәр! – тип һөрәнләүе яландағыларға ла килеп етә. Китә шатлыҡлы ҡысҡырыш, илай-илай ҡосаҡлашып ҡотлашыуҙар. Инде сәсеү ҡайғыһы ҡалмай. Һыйырҙар ҙа яңы баш төрткән үләнгә йомола. Һөйләшкәндәй, берҙәм атлап ауылға йүнәләләр. Ә унда Еңеү уңайы менән митинг башланырға тора. Тантананың ҡыҙған ғына мәлендә илай-илай йәш кенә ҡатын сығып баҫа:
– Бына Әбделхайымды үлтергәндәр. – Ул хатын уҡый башлай. Тол ҡатын ныҡ ҡына ҡысҡырып уҡығанлыҡтан, Еңеү тантанаһы күсеп торғандай була. Сөнки күптәренең йөрәгедә юйылмаҫ ҡайғылар ғүмерлеккә урын алған. Бер илап, бер көлөп балаларын ҡосаҡлап баҫып торған Сәймәнең дә күңел кисерештәре күптәргә таныш. Был ваҡытта ғүмерлеккә һөйгәнен юғалтыу йөрәккәйен өтә ине. Хушлашҡанда әйткән һүҙҙәре лә үҙҙәрен хәтерләтеп кенә тора:
– Бер кемгә лә һуғыштың нисек тамамланыуы билдәле түгел. Иҫәнлек булырмы, ятып ҡалырбыҙмы? Балаларҙы уҡытырға, кеше итергә әмәлен табырға тырыш. Ҡулдарың бит эш рәтен яҡшы белә.
Рәйханға уҡый башлауы оло шатлыҡ. Мәктәптә үлсәүгә һалып ике йөҙ грамм аҡ икмәк тараталар. Ағын түгел, ҡараһын да күрмәй үҫкән бала алтын эләктергәндәй өйөнә йүгерә. Ә унда ризыҡ тағы ла ғәҙел итеп өлөштәргә бүленә. Ҡыйпылсыҡ ҡына эләгеүенә ҡарамаҫтан, икмәкте ауыҙҙарында оҙаҡҡараҡ тотоп тәмен ҡалдырырға тырышалар. Ул эрегәндәй тиҙ үк юҡҡа сыға. Зирәк ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Инде уҡып йөрөгән туғандары ла уға терәк. Йәтимлек мөһөрөнә генә күнегеп булмай... Өйөлөп торған яҫтыҡтар артына инеп туғандарҙың илай-илай күңел бушатыуҙары ҡабатланып тора. Ниндәйҙер мөғжизә өмөт итеп, аҙбар эсендә “атай, атаҡайым, ҡайт” тип төпсөктөң илаулап ҡысҡырыуҙары өлкәндәрҙең бәғерҙәрен телә. Ауырлыҡтар килгән һайын, “Их атайыбыҙ булһа”, “Ул ҡайтҡан булһа” тип әрнеүҙәр ҙә ғәҙәти күренешкә әйләнә.
Ҡыш етеүгә еңеүсе булып имен-аман ҡайтып төшкән ағайҙар йәтимдәр йортон яҡтылыҡ, өмөт менән тултыра. Йорттарынан көнө буйы кеше өҙөлмәй. Япон милитаристарын ҡыйратҡан егеттәрҙең бүләктәре, күстәнәстәре бар. Балалар беренсе тапҡыр монпасси тәмләй. Көнө буйы ағайҙарының алдарынан төшмәгән Рәйхан шунда уҡ йоҡлап та киткеләй. Ваҡиғаларҙың алмашынып тороуы һуғыш яраларына аҙмы-күпме күнектергәндәй ҙә итә. Һәр яҡтан өлгө булған өлкән ҡыҙ Тәғлимә ғаилә һөйөнөсө булып эшләп йөрөй. Ағайҙары йөҙ егерме саҡрымды ялан аяҡ тәпәйләп уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Ауырлыҡтар менән йүнәткән өр-яңы аяҡ кейемен алдағы көндәр өсөн шулай һаҡлай улар.
Толомдарын икенән ишеп төшөргән сибәрҙәрҙән-сибәр төпсөк ҡыҙ уҡып йөрөй. Белемле булыу теләге шундай көслө уның. Уҡыусылар, бер аҙналыҡ ризыҡты күтәреп, ҡырҡ саҡрым йәйәүләйҙәр. Кейеп барған сабаталары аҙна буйы мейес артында кибеп ята. Ял етһә, алдараҡ уҡып сыҡҡандар яңыраҡтарын эләктерә һала. Ә өлкәндәргә иҫкеләре – тишектәре генә ҡала. Бына һағынышҡан өс әхирәт ҡайтыу юлында. Бер аҙна эсендә ныҡ ҡына йылытҡанлыҡтан күләүектәр барлыҡҡа килгән. Сабаталы аяҡтар ҡарлы һыуҙы кисергә мәжбүр. Бер өшөп, бер ҡыҙышып йонсоғанлыҡтан, кәйефтәр ҙә төрлөсә. Әммә йәшлек үҙенекен итә. Уйламағанда сираттағы күләүеккә Рәйхан таҡмаҡ әйтеп бейей-бейей инеп китә:
Сабата тигән кейем
Бигерәк еңел йөрөтә.
Сабата кейһәң аяҡҡа,
Бигерәк матур бейетә.
Әй, сабата, сабата,
Сәләм бирәбеҙ һиңә.
Тапочкаға алыштырһаҡ,
Элеп ҡуйырбыҙ сөйгә.
Йырҙы әхирәте эләктереп ала.
– Әсәйем һуғыш йылдарында ошолай моңлана ине:
Оҙон-оҙон бүрәнә,
Тауҙан тауға һөйрәлә.
Ата-баба күрмәгәнде,
Беҙҙең баштар күрә лә.

Күрҙе бала саҡ михнәттәрҙе. Хәҙер тормошо ла етеш, бабайы, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә иҫән, донъяһы имен. Тик... бала сағындағы бәләкәй Рәйхан менән оло йәштәге Рәйхан һағышы бер. Һағыштар ҙа уртаҡ, яҙмыш та, уртаҡ ғүмер бит.

Сажиҙә ФӘЙЗРАХМАНОВА.
Мәсетле районы, Әбдрәхим ауылы.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/close-up-of-boy-holding-wooden-aeroplane-in-his-hands_2728251.htm#query=1941-1945%20дети&position=21&from_view=search&track=ais

Автор:
Читайте нас: