Шоңҡар
0 °С
Облачно
Тарихнамә
11 Мая 2023, 12:10

Уға бары 23 йәш ине

23 йәшендә генә ғүмере өҙөлгән Мәскәү егете беҙҙең районда күп тә эшләмәгән, ләкин уның хаҡындағы хәтирәләрҙе күптәр һаҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уға бары 23 йәш инеУға бары 23 йәш ине
Уға бары 23 йәш ине

Сергей Чекмарёвтың исеме ейәнсураларға яҡшы таныш. Иҫәнғолдағы парк уның исемен йөрөтә. Ул батҡан ерҙә – Сөләймән ауылы янында Оло Һүрәм ярында һәйкәл ҡуйылған. Уға арнап шиғырҙар яҙылған, китаптар сығарылған. 23 йәшендә генә ғүмере өҙөлгән Мәскәү егете беҙҙең районда күп тә эшләмәгән, ләкин уның хаҡындағы хәтирәләрҙе күптәр һаҡлай.

Ибрай ауылында уның ҡәберен йыл да тәрбиәләп торалар. Быйыл да был йоланан тайпылмай, ауыл егеттәре кәңәшләшеп, 10 майҙа, Башҡортостанда яңы социалистик ауыл хужалығын күтәреү өсөн башҡаланан килгән комсомолец Сергей Чекмаревтың ҡәбер кәртәләүҙәрен буяп, сүп үләндәренән таҙаланылар.

Айгөл Ҡылысбаева.

Автор:
Читайте нас