Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
Миңлеғәли Нәҙерғоловтың ғилми тишеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Әбделҡадир Инан, Ғәли Соҡорой, Фазыл Туйкин, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғарифулла Кейеков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшереп, баҫмаға әҙерләй. «Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары» («Историко-функциональные жанры башкирской литературы», 2002), «XVI—XX бб. башындағы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре» («Башкирские историко-литературные сочинения XVI — начала XX века», 2013) китаптарында шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше яҡтыртылған. 6 томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһының авторҙашы, башҡорт әҙәбиәте антологияһы һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.