Атай-әсәй ферма эшсәндәре булғас, беҙҙең - балаларҙың да бар баласаҡ тормошо ферма менән бәйле булды. Әсәйем күп йылдар сепаратсы булып эшләне. Мин алты йәштә булғанда Зөлфиә һеңлем донъяға килгән. Күҙ алдымда бер күренеш... Бешәкелә - Байназар фермаһының ҡышлауы. Беҙҙең өй. Ата - әсәм - эштә, мин өҫтәлгә ултырып, сәңгелдәкте бәүетәм, ике күҙем - бәләкәй генә тәҙрәлә, һыйырҙарҙы прогулкаға асҡандар, күҙемдән йәш сөбөрләй, елле - елле ферма үгеҙҙәренән ҡурҡам, өйҙө килеп төкөһәләр, тип.
Баласаҡ бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә булырға мөмкиндер.
Әммә минең баласағым әле бөгөнгө олоғайып барған мәлдәремдә ғүмеремдең иң сағыу, иң күңелле саҡтары булып, бына инде, үҙәкте өҙөп, һағындырып иҫкә төшә.
Һағынам... Бәләкәй генә өйөбөҙ тулы бала-саға, атам-әсәм, Вазифа өләсәм менән бергә гөрләп йәшәгән мәлдәребеҙҙе һағынам.
Үрге ос ҡыҙҙарын, күптән әхирәттә булған инәйҙәрҙе, үр яҡтағы бөтә элекке өйҙәрҙе, ишек алдарын, унда эленеп торған әүһәлдәктәрҙе, асфальты булмаған, беҙ саң туҙҙырып йүгергән урамдарҙы, брауылкала йәй буйы кипмәй йәшәреп ятҡан шәре һыуҙарҙы, йәй көндәре иртәнән алып күгәргәнсе, күшеккәнсе һыу баҡаһылай булып һыу ингән Ағиҙелемде, ҡырсындан йыйған йәмле таштарҙы, ҡырҡташ, бишташ уйындарын, Шәһитә инәмдәрҙең тапҡырындағы йәйпәк урынында түшәк - юрған йыуған, һыу ингәндән һуң эҫе ҡояшта ҡыҙынып ятҡан Һары ташыбыҙҙы, өй бураларында ҡолап төшөүҙән дә ҡурҡмай кәләк уйнағандарҙы, кис булғас, өйҙәгеләр эҙләп алғансы Мәғүзә еңгәйҙең өйө алдында бер ҙур өйөр булып, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Краска”, “Стакан”, башҡа бик күп төрлө уйындарҙы уйнағанды, ҡыш буйы сана, саңғы шыуыуҙарҙы, үҙем уҡып сыҡҡан ике ҡатлы ағас мәктәбебеҙҙе, үҙем белеп, танып йөрөгән бар уҡыусыларҙы (мәктәбебеҙ ҙур, ун йыллыҡ, ваҡыты менән ете йөҙләп бала уҡыны), уҡытыусыларҙы, мәктәп интернатын, унда йәшәгән балаларҙы, их, мин дә интернатта ятып уҡыһам ине ул, тип хыялланыуҙарымды,клубыбыҙҙы, унда көн дә булып торған киноларҙы, урамда эленеп торған" сегодня ", "скоро " тип яҙылған кино афишаларын,уйһыҙ, ғәмһеҙ баласаҡты ныҡ-ныҡ итеп һағынам.
Бергә уйнап үҫкән, ҡайһылары инде иҫән булмаған ҡыҙҙарҙы: Рәмилә, Рәмзилә, Рәмзиә, Әнисә, Мәрғизә, Фәрхизә, Сәмәрә,Фәйләрә, Фәрзәнә һ.б. һеҙҙе һағынам!
Беҙҙең "Ағиҙел" колхозының Күжә йылғаһы буйында йылҡы фермаһы булған.
Бына шул Сәфәр утарында илле һигеҙенсе йылдың апрель айында мин донъяға килгәнмен.
Ғәлиәкбәрҙә йәшәгән Мораҙым ауылынан килен булып төшкән Байғазина Нурия апай менән бер йыл дауаханала бергә ятырға тура килгәйне.
" Беҙ ҙә шул Сәфәр утарында фермала эшләй инек. Яҙ, ҡарҙар иреп бөтөп бара, беҙ, ҡатын – ҡыҙҙар, тауға йыуаға сыҡтыҡ, әсәйең ауырып ятып ҡалды, беҙ ҡайтыуға һин тыуғайның ", - тип һөйләгәйне.
Кендек инәйем Науразбаева Фәүзиә инәй булған. Уның бабайы Сәфәр апа ине. Ул утар, моғайын, уның исеме менән аталғандыр ул.
Атай-әсәй ферма эшсәндәре булғас, беҙҙең - балаларҙың да бар баласаҡ тормошо ферма менән бәйле булды.
Әсәйем күп йылдар сепаратсы булып эшләне.
Мин алты йәштә булғанда Зөлфиә һеңлем донъяға килгән.
Күҙ алдымда бер күренеш... Бешәкелә - Байназар фермаһының ҡышлауы. Беҙҙең өй. Ата - әсәм - эштә, мин өҫтәлгә ултырып, сәңгелдәкте бәүетәм, ике күҙем - бәләкәй генә тәҙрәлә, һыйырҙарҙы прогулкаға асҡандар, күҙемдән йәш сөбөрләй, елле - елле ферма үгеҙҙәренән ҡурҡам, өйҙө килеп төкөһәләр, тип.
Һуңынан көнъяҡ халыҡтары ауылда ферма төҙөнөләр. Бешәке фермаһы ябылды, бәлки, башмаҡтарҙы унда көткәндәрҙер.
Йәй көндәре Урал йәйләүендә Ҡандыбил һәм Ыласын тигән урындарҙа икегә бүленеп йәйләнеләр байназарҙар.
Минең иҫтә шул ҡаллған. Дүртенсе класты бөткән йәйҙә Ҡандыбилдә булдыҡ, башҡа йылдарҙа - Ыласында.
Йөк машинаһында, йә белорус арбаһында май аҙаҡтарында йәйләүгә бөтә кәрәк - яраҡ монаяттарын, бала - сағаларын тейәп күсәләр. Мәктәптә уҡыу йылы тамамланып өлгөрмәй, беҙҙе һорап алып китәләр.
Бер көндә генә малдарҙы ҡыуып алып барып еткерә алмайҙар, йә Ҡыпсаҡта, йә Һарағыла йоҡлайбыҙ. Һыйырҙарҙы һауып, һөттәрен бороп алып китәләр.
Ҡыпсаҡта Идалина Зәйтүнә апайҙарға төшә торғайныҡ, ә Һарағыла ауыл осонда ғына өс бүлмәле бер өй булды, шунда туҡталыр инек, ферма өйө булғандыр.
Бер нисә йылдар элек Һарағыла туйҙа булырға тура килде, ул өйҙәр юҡ инде, ауыл бөтөнләй үҙгәргән, ә мин һаман элекке ауылды һағынам.
Ул йәйләүҙәге тормош шул тиклем күңелле ине, тәбиғәттең бер тейелмәгән, ҡаҙылмаған, соҡолмаған матур саҡтары, урман тулы - йәнлек, ҡош, ер өҫтө тулы - еләк - емеш, Һәүәнәк йылғаһы тулы - балыҡ.
Балалар күп: Гәүһәр, Сажиҙә, Нәйлә, Фәтих, Сәриә, Нәсимә һәм башҡалар. Йыл да балалар составы ла үҙгәреп тора, йәш кенә апайҙар ҙа һыйыр һауа.
Сәриә апай, Хәҙисә апай (икеһе лә мәрхүмәләр инде) гел йырлап йөрөрҙәр ине, тауыштары ныҡ матур булды.
Кис беҙ, балалар, аласыҡтарҙан алыҫҡараҡ таҡталар түшәйбеҙ ҙә әхритә һуғабыҙ. Таҡмаҡ әйтәбеҙ ҙә бейейбеҙ, йырҙар йырлайбыҙ.
Атайым атлы арбала мәктәптәрҙә уҡыу башланыр алдынан Байназарға алып ҡайта. Ауылға етеп, Ҡурыуҙынан төшкәс, кешеләр тап булһа, ояла торғайным, ауыл ятыраҡ булып киткән кеүек.
Беренсе сентябрға балалар үҙебеҙ әҙерләнәбеҙ, кейемдәрҙе ҡуҙ үтеге менән үтекләп, элгестәргә ҡуябыҙ, көн һайын кейенеп ҡарайбыҙ.
Кейемдәребеҙ гел матур, етеш булды, әсәйем тәүҙә бөтә кейемде үҙе тегеп кейҙерҙе. Мин бишенсе класҡа барғанда, 1969 йыл була, йәйләүҙән Темәскә барып алып, кейемдәр ҡайтарҙылар.
Беренсе фабричный кейемдәр, свитерҙары менән гамаждары ине бөтәбеҙгә лә. Дүртебеҙ ҙә шуларҙы кейеп беренсе ҡыңғырауға барҙыҡ.
Туғыҙынсы класты бөтөп, алтынсы июндә йәйләүгә барырға сыҡтыҡ Нәйлә менән. Йәйәүләп. Көн дауамында Һарағыға барып еттек тә иртәгә дауам итербеҙ юлды, тип йоҡларға фатир һорап, Рәсимәләргә индек.
Улар беҙҙең йәйәү китеп барғанға аптыранылар. Ағайы өйҙә ине, как раз Муйылтүбәлә эштә яталар икән, тракторист. Иртәгәһенә беҙҙе трактор менән Ыласын йәйләүенә тиклем алып барҙы.
Мин барғас, әсәйем ауылға ҡайтып китте лә мәктәптең буфетына эшкә урынлашты.
Йәйге каникул бөткәнсе сепаратсы булып йәйләүҙә эшләнем. Флүзә һеңлем етенсе класты бөтөп, Зөбәйлә һеңлем 5 - се класты бөтөп килеп, йәй буйы төркөм алып һыйыр һауҙылар.
Өсәүләп ул йәйҙә 400 һумдан артығыраҡ эш хаҡы алып ҡыуандыҡ.
Мораҙымдың "Өстамаҡ" йәйләүендә йәйге малсылыҡ кәңәшмәһендә тәүге эш хаҡыбыҙҙы алып, атайыма, әсәйемә автомагазиндан бүләктәр, әллә күпме аҙыҡ - түлек алып, Ыласынға ҡайттыҡ. Автомагазин йәйләүҙәргә бер нисә тапҡыр килер ине, һатыусыһы Бариева Зөлхиә апай була торғайны.
Хәҙер уйлап аптырайым: көнөнә мең литрҙан артыҡ һөттө ҡабул итеп алып, белорус килһә, Темәскә ебәрәһең. Булмаһа, сепаратта бораһың өс тапҡыр. Өс кәритә ҡаймаҡ сыға. Уны ҡата бирһә, тасҡайһың, иретәһең, әллә нисә ҡат марлянан һөҙөп, фләгәләргә тултырып, ауылға ебәрәһең. 20-шәр фләгә иретелгән һары май йыйылып китә.
Анауы ике бала көнөнә өс тапҡыр 25-әр һыйыр һауа.
Эшләп үҫтек, Аллаһҡа мең шөкөр!
Хәҙер генә шул арауыҡта тормош ныҡ үҙгәрҙе. Ауылдарҙа ла мал тотоусылар кәмей, малға йәбешеп ятҡандар һирәгәйә бара.
Мәктәп йылдары инде үҙе бер китаплыҡ тема.
Класташтарым менән төркөмөбөҙҙә ныҡ аралашабыҙ , хәтирәләрҙе яңыртабыҙ.
Мәрхүм булған класташ малайҙарыбыҙ тыныс ятһындар!
Ҡыҙҙарыбыҙ, мең - мең шөкөр Аллаһыма, иҫән - имен донъя көтәбеҙ әле.
Һаулыҡтан айырмаһын, йәшәү ҙур бәхет бит ул!
Баласағыбыҙ, йәшлегебеҙ, донъя көткән, балалар үҫтергән, йөҙөп йөрөп хөкүмәткә эшләгән йылдарыбыҙ хәҙер ныҡ һағындыра.
Ҙур, матур, төҙөк Байназарымда уңған, бөтмөр, балаларын өҙөлөп яратҡан атай - әсәйле, ислам ҡанундарын төшөндөрөп, иманлы үҫтерешкән өләсәйҙәрем менән, матур тәбиғәтле тирә - йүнем менән, бына тигән ауылдаштарым менән БАЛАСАҒЫМ бик бәхетле үтте!
Инде ҡартлығыбыҙ бәхетле булһын, һаулыҡ бирһен, иманлы ғүмер бирһен Аллаһым!
Флүрә Йомағужина (Маликова), Ғәҙелгәрәй ауылы.
(Ф. Маликованың сәхифәһенән алынды).