Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
2 Июль , 21:45

Колонкалы үткәндәр...

Интернет селтәрҙәренән килеп сыҡҡан ошо һүрәт мине йүгертеп уйҙарымда бала-сағыма,үҫмер йылдарыма алып китте...Эйе,беҙҙең ауылда ла бар ине ошондай колонкалар...Ул саҡтарҙа урам эсендә ҡаҙылған шәхси генә ҡоҙоҡтар хатта түрә-ҡара, байҙарҙа ла булмағандыр ул?

Колонкалы үткәндәр...
Колонкалы үткәндәр...

Интернет селтәрҙәренән килеп сыҡҡан ошо һүрәт мине йүгертеп уйҙарымда бала-сағыма,үҫмер йылдарыма алып китте...
Эйе,беҙҙең ауылда ла бар ине ошондай колонкалар...Ул саҡтарҙа урам эсендә ҡаҙылған шәхси генә ҡоҙоҡтар хатта түрә-ҡара, байҙарҙа ла булмағандыр ул?
Бөтә ауыл ошо колонканан һыу ала, йәшәйешебеҙҙең төп сығанағы ла ошо колонка ине...
Беҙҙең балсыҡ менән һыланған, ап-аҡ ҡына итеп аҡланған бәләкәй генә өйҙөң эргәһендә лә колонка булды.Аръяҡтар шул колонканан көйәнтәләп һыу ташыйҙар ине. Шуға ла аръяҡ урам ҡыҙҙары һомғол буйлы, нескә билле, сибәр булғандарҙыр әле тип уйлап ҡуям. Көйәнтәләп һыу ташыған ҡыҙҙар ауылда хәҙер бөтөнләй генә лә юҡ. Зифа апай (мәрхүмә инде) килер ине һыуға,оҙон итеп үргән сәс толомдарын уйнаҡлатып, Зилә, Рәйсә еңгәй (мәрхүмә), Миңлегөл апай Шәрипова (мәрхүмә), тау башындағы бер өйгә килен булып төшкән бииик сибәр Һылыубикә еңгәбеҙ ҙә ошо колонканан һыу ташыны. Өйгә яҡын булғас колонка, тәҙрә аша бөтәһе лә көҙгөләге кеүек ап-асыҡ күренә торғайны. Малай-шалай, ир-егеттәр бидонға ҡулайлаштырылған махсус арба менән киләләр ине һыуға.
Иң ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла ҡышҡы һыуыҡтарҙа була ине.
Колонка янында малдарына һыу эсерәләр, эргә-тирәһе мал тиҙәге менән тула, боҙ менән ҡаплана...
Шулай уҡ колонкаларҙы тәртиптә тотор өсөн,боҙолһа юнәтер өсөн айырым слесарь ҙә беркетелгән ине.Колхоз осоро шәп ваҡыт булған барыбер.
Тәүҙәрәк Сәғит тигән бер ипле генә олатай эшләне слесарь булып.Һәр көн ауылдағы барлыҡ колонкаларҙы ла ҡарап сыға, боҙолһа йүнәтә, туңһа иретә пояльник тип аталамы икән, шул нәмәкәй менән.Т әҙрәнән ҡарап күҙәтеп ултырыуы, миңә бала кешегә ҡыҙыҡ булһа ла, боҙолғанды-төҙәтеүе, туңғанды-иретеүе олатайға бик еңелдән булмағандыр инде...Олатай бигерәк ипле ине. Әрләшмәне лә, тиргәшмәне лә, үҙ эшен белеп кенә эшләне лә йөрөнө.
Унан һуң,слесарҙәр алышынды.Вәлиәхмәт олатай эшләй башланы.Олатай бик ҡыҙыу кеше ине. Боҙҙарын лом менән онтай, үҙ алдына кешеләрҙе әрләй...Колонка боҙолһа була инде ҡыҙығы... Эй һүгенеп әрләшә олатайыбыҙ, колонка тимер булғанға түҙгәндер инде.
Йәне көйөп әрләшкәндер инде, ҡышҡы сатлама һалҡындарҙа уға ла еңелдән булмағандыр? Ҡыҙыу булһа ла,олатай шул тиклем тырыш,эшлекле ине,алдынғы тракторист тә,өлгөлө ғаилә башлығы ла ине.
Колонка күп хәтирәләрҙе ҡуҙғатты, әллә нимәләрҙе иҫкә төшөрҙө...
Һәм тағы ла аптыратҡаны: нишләп малдарын колонкала һуғарҙылар икән?Ҡышлауар йылғаһында мәке уйып та һуғарырға мөмкин булған саҡта? Һуңынан штраф та һалып маташтылар шикелле?
Эй баласаҡ хәтирәләре...Хәҙер һәр кемдең урамында ҡоҙоҡ,урамында ғына түгел, өй эсенә тиклем индерелгән һыу.
Урам буйлап теҙелешкән колонкаларҙа һыу юҡ, "макет"тар ғына тороп ҡалған. "Алға" тип аталған колхоз да, слесарь олатайҙарыбыҙ ҙа юҡтар инде. (Йәндәре йәннәт түрҙәрендә булһын.
Һүрәттәге колонканан һыу эсеп торған малай әллә ниндәй хистәрҙе туҙғытты, хәтирәләр китабын ҡуҙғытты...
Заман башҡа--заң башҡа, тиҙәр бит...Заманға яраҡлашып, заман менән бергә атлайбыҙ...

ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА яҙмаһы социаль селтәрҙән алынды.

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.

Автор:
Читайте нас: