Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
4 Июль , 14:10

“Гётеға кем ҡорал бүләк иткән?”

“Был хәл 1812 йылда Германияның Веймер ҡалаһында була. Ул көндө Гёте үҙенең имениеһындағы эш бүлмәһендә асыҡ тәҙрәгә һөйәлеп уйланып торған була. Көтмәгәндә ишек асылып китә һәм ҡоралланған ғәжәйеп кейемле, ике метр тирәһе кәүҙәле бер баһадир килеп керә. Ул Гёте янына барып баҫа ла: “Мин шиғырҙарығыҙҙы һоҡланып, яратып уҡыйым. Талантығыҙ алдында баш эйәм. Рөхсәт итегеҙ һеҙгә башҡорт халҡы исеменән ҡоралымды бүләк итергә!” – тип матур йәйә менән уҡтар тултырылған муҡса бирә.

“Гётеға кем ҡорал бүләк иткән?”
“Гётеға кем ҡорал бүләк иткән?”
“Был хәл 1812 йылда Германияның Веймер ҡалаһында була. Ул көндө Гёте үҙенең имениеһындағы эш бүлмәһендә асыҡ тәҙрәгә һөйәлеп уйланып торған була. Көтмәгәндә ишек асылып китә һәм ҡоралланған ғәжәйеп кейемле, ике метр тирәһе кәүҙәле бер баһадир килеп керә. Ул Гёте янына барып баҫа ла: “Мин шиғырҙарығыҙҙы һоҡланып, яратып уҡыйым. Талантығыҙ алдында баш эйәм. Рөхсәт итегеҙ һеҙгә башҡорт халҡы исеменән ҡоралымды бүләк итергә!” – тип матур йәйә менән уҡтар тултырылған муҡса бирә. Гёте йәйәне ҡулына алып, керешен тартып ҡарай, тик ул тартылмай. Полковник йәйәне ала ла, уҡ ҡуйып, тәҙрә аша атып ебәрә. Ғәжәпләнеүҙән Гёте креслоһына ултыра төшә.
Тарихта был яугирҙең исем-шәрифе күптән билдәле. Гёте үҙе үк был хаҡта яҙып ҡалдырған. Тик ул уны үҙенсә Осман Ғүмәров тип атай. “Мин полк командиры Осман Ғүмәров менән осраштым. Ул үҙен кенәз тип таныштырҙы”, — тип яҙа ул үҙенең хәтирә­ләрендә. Яҙыусы иҫләүенсә, ул көндө тышта ҡойоп ямғыр яуа. Осман үҙенең бер төркөм иптәштәре менән урындағы гимназияла намаҙ уҡырға рөхсәт итеүҙәрен һорай. Гёте был хаҡта һөйләшеп-килешкәс, ризалыҡ бирәләр. Осман Ғүмәров иһә хөрмәт йөҙөнән ярҙам итеүсене уҡ-һаҙаҡ менән бүләкләй. Әйткәндәй, Гёте ҙа буш ҡалмай. Ул Османды театрға саҡыра.
2013 йылда минең менән Бородино дәүләт хәрби-тарихи музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәр­ҙәре бәйләнешкә сыҡты. Мин улар менән күптән хеҙмәттәшлек итәм. Баҡтиһәң, сираттағы бер аукционда билдәле немец рәссамы Карл Хесстың 1813 йылда төшөрөлгән “Усман Гумеров, командир 11-ого Башкирского полка и его брат Абдул” исемле картинаһын һатып алған­дар икән. Ошоғаса шәхси коллекцияла һаҡланған картинаның ошо рәүешле табылыуы көтөлмәгән хәл булды. Карл Хесстың ошо осорҙа рәссам булараҡ рус армияһын походтарға оҙатып йөрөүен, Гёте иҫләгән Осман Ғүмәровтың Усман Ғүмәров булыу мөмкин­леген, уларҙың бер ваҡытта, бер тирәлә Германия­ның Веймер ҡалаһында туҡта­лыуҙарын ҡабат-ҡабат архив­тарҙа өйрәнеп тикшергәндән һуң, беҙҙең өсөн ошоғаса билдәһеҙ булған Осман Ғүмәровтың ысынында 11-се Башҡорт атлы полкы командиры Усман Ғүмәров булыуы асыҡланды. Ул ғына ла түгел, Карл Хесстың ярҙамы менән бөгөн беҙ хатта уның ниндәйерәк кеше булыуын да күҙаллай алабыҙ.
Карл Хесс был картина­һында шәхестең үҙен, йәғни уны натуранан төшөргән. Картина ошоноң менән әһәмиәтле һәм ҡәҙерле лә инде. Ғөмүмән, был сәнғәт өлгөһө — аныҡ башҡортто һынландырған тәүге хеҙмәт. Әлбиттә, быға тиклем дә мил­ләттәштәребеҙҙең батырлығын, таһыллығын, уларҙың милли кейемдәрен, музыка ҡоралдарын киндерҙә сағылдырған ҡылҡәләм оҫталары булған. Әммә уларҙың береһендә лә геройҙарҙың кем булыуы, ниндәй ваҡиға осоронда һүрәтләнеүе хаҡында мәғлүмәт юҡ. Ә Карл Хесстың хеҙмәте беҙҙең өсөн 1812 йылда төшөрөлгән фото кеүек.
Ғөмүмән, был осор рәссам­дары натуранан эшләү алымын йыш ҡулланған. Шул уҡ И. Югел­дең 1813 йылдың 20 февралендә төшөрөлгән “Первые казаки в Берлине” тип аталған картинаһы ла тарих­сыларҙа ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Тарихтан билдәле булыуынса, 1813 йылдың фев­ралендә башҡорттар менән казактар Берлинды азат итеүҙә ҡатнаша. Бында, әлбиттә, Хесстан айырмалы, Югель герой­ҙа­рының исемен яҙып ҡалдыр­маған. Әммә беҙҙең өсөн шуныһы мөһим: картинала 1-се башҡорт полкы яугирҙәре һынланды­рылған. Тағы бер ми­ҫал — Шультендың “Баш­ҡорттар” картинаһы. Ҡылҡәләм оҫтаһы уны 1814 йылда төшөргән. Походтан ҡайтып килгән яугир­ҙәрҙең түштәрендә 1812 йылғы миҙалдары ялтырай. Алғы һыҙыҡтағыларҙың береһе ҡурай тарта, икенсеһенең ҡулында — ҡылҡумыҙ.
Әйткәндәй, был картинаның авторлыҡ хоҡуғына килгәндә, әле булһа ике төрлө фекер йәшәп килә. Билдәле булыуынса, Карл — танылған рәссам Питер Хесстың улы. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр был картинаны Карл түгел, ә уның атаһы төшөргән тип бара. Беҙ иһә Карлдың рус походтарын оҙатып йөрөүен иҫәпкә алып, был хеҙмәтте уның өлөшөнә яҙырға ҡарар иттек.
Бөгөнгө көндә картина Бородино дәүләт хәрби-тарихи музей-ҡурсаулығының фондында. Әлбиттә, мөмкин­лек тыуып, уны үҙебеҙҙең берәй музейыбыҙ һатып алғанда, шул тиклем һәйбәт булыр ине. Был бит беҙҙең тарихыбыҙ. Әммә мәсьәлә асыҡ ҡала килә. Ә бына уҡ-һаҙаҡ иһә әлеге көндә лә Германияның Веймер ҡалаһында — Гётеның шәхси музейында һаҡлана. Ҡәҙерле ҡомартҡылар­ҙы зама­нын­­да яҙыусы Яныбай Хамматов та күреп ҡайтты. Бик әҫәрлә­неп һөйләгәне хәтеремдә.
Гёте Усман Ғүмәровты бер нисә урында башҡорт кенәзе тип таныштыра. Әммә Усман Ғүмәров, беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, тархан булған. Уның 11-се Башҡорт атлы полкының командиры булыуы ла билдәле. Полк хәҙерге Шишмә районының Сәлих ауылында туп­лана. Әйткәндәй, тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, полк яугирҙәре аттар менән генә түгел, ҡышын хатта саңғыла ла яуға күтәрелгән. Бик көслө полк тип баһалана ул документтарҙа.
Усман Ғүмәровтың һуғыштан һуңғы тормошо хаҡында мәғлүмәт ҡыҙғанысҡа ҡаршы юҡ. Был һорау әле булһа асыҡ ҡала. Беҙ архивтарҙа уның һуғыштан һуңғы яҙмышын эҙләйбеҙ. Әммә формуляр исемлектәрҙә ул күрһә­телмәгән. Бынан ике генә һы­ғымта яһарға мөмкин. Берен­сенән, ул һуғыштан һуң ҡартлыҡтан йә булмаһа берәй сирҙән үлеп ҡалған. Тормош бит. Икенсенән, әгәр ул ысынлап кенәз йәғни тархан икән, уға дворян дәрәжәһе биреүҙәре бар. Был осраҡта уны башҡа исемлектән эҙләргә кәрәк.
Санкт-Петербургта Геральдика департаменты бар. Шунда Рәсәй дәүләт тарих архивы урынлашҡан. Артабанғы юлдар шунда илтмәгәйе, тибеҙ. Шуныһы ла бар: әгәр Усман Ғүмәровтың балалары булмаған йәки ҡыҙҙары ғына тыуған икән, уның эҙен тапмауыбыҙ ҙа ихтимал. Былар, әлбиттә, күҙаллауҙар ғына. Кем белә, бәлки, күпмелер ваҡыт үтеүгә йәнә бер мөғжизәгә тап булырбыҙ. Тарих ул иҫ киткес ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ҡуласа бит.
Рәмил РӘХИМОВ, тарих фәндәре кандидаты.
Картинала: 11-се Башҡорт атлы полкының командиры Усман Ғүмәров һәм уның ағаһы Абдул...
 
Автор:
Читайте нас: