Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
16 Июль , 12:00

ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ? Документаль повесть (2) Рәүеф НАСИРОВ

«Бына һиңә тағы бер яңылыҡ! Өфөнөң үҙендә Матросовтың ҡустыһы йәшәһен, имеш».

ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ? Документаль повесть (2) Рәүеф НАСИРОВ
ҠАЙҘА ҺИН, МАТРОСОВ? Документаль повесть (2) Рәүеф НАСИРОВ

ШТАБ» КӘҢӘШ ҠОРА

Көнбайыштан, йөҙө һытыҡ Ирәмәл һәм уға күрше үркәстәр араһынан һығылып сығып, Учалы ҡалаһы (н,'тонән ауырлыҡ менән ҡарағусҡыл болоттар шыуыша. Таң алдынан ғына ямғыр яуып үткәйне — аяҡ аҫты еүеш, сирҡаныс.

Ҡунаҡбайға барып ҡайтыу өсөн машина булманы. Былай ҙа ауыл йыраҡ түгел инде — дүрт-биш кенә саҡрым, урам осона сыҡһаң, берәй үткен машинаны тоторға мөмкин.

Ҡунаҡбай ауылы ике өлөштән тора. Тәүге урам Учалы — Белорет юлы буйлап һуҙылған. Ошонда уҡ — колхоз һәм ауыл Советы йорто, магазин, автогараж, мәктәп күренә. Ә ауылдың икенсе, йылға ашаһындағы олошөндә йәмәғәт йорттарының әҫәре лә юҡ. Шуға ла был урам тыныс ҡына ғүмер һөрөп, Ҡандыболаҡ тың селтерҙәп һикергән һыуын тыңлап, колхоз тормошон юғары бейеклектән күҙәтеп ултырған һымаҡ.

Миңә күптәнге дуҫым, колхоз председателе ярҙам итте — ҡалаға машинаһын ебәреп алдырҙы. Ләкин хәбәрсенең ураҡ эштәре менән ҡыҙыҡһынмағанын аңлап алғас, шунда уҡ һырт ҡуйып, бригадаларға сығып китте. Ауыл Советында эшләген ҡатын-ҡыҙҙар арғы урамдан Фуат Әсәҙуллинды саҡыртты. Тиҙҙән ул аһ-уһ килеп тә етте. Оло кеше шул, тыны ҡыҫылған. Шулай ҙа көлөп, шаулап килеп күреште. Таныштыҡ. Бәйләшеү, кәңәш ҡороу өсөн тағы бер нисә кешене саҡырырға булдыҡ.

Улар йыйылғансы, тағы Ғәзнәүи Ирғәлин тураһында һөйләшеп алдыҡ.

— Шикләнеүҙәремде белдереп, Тажикстанға хат; яҙып һалғайным, ниңәләр яуап килмәне лә, — тинем  мин.

— Ул бит вафат булып ҡалды, — тине Фуат ағай. — Быума ауырыуы менән яфалана ине, мәрхүм.

— Йә, әйтәм... Ә ҡайҙа эшләне ул?

— Белорет ҡанат-сым заводында, унан — Ташкент та. Эшсе ине. Пенсияға китер алдынан тегеү фабрика һында мастер булды.

Саҡырған кешеләр оҙаҡ күренмәне — көтөү ҡайта ине шул. Ахырҙа Әсәҙуллин, киң күкрәге менән өҫтәлгә ятып, хәбәр башланы.

— Ҡустым, һиңә хат яҙып ебәргәс, Шакирйән тураһында күп уйлап йөрөнөм. Үҙемдең бергә үткән бала сағым иҫкә төштө, — тине ул, уйсанланып, — Минең атай йәй көндәре янғын каланчаһында янғын һүндереүсе булып хеҙмәт итте. Унда колхоздың иң яҡ шы сабыш аттары торҙо. Элек Учалы яҡтарында һабан туйҙар ике көн бара торғайны бит! Шуға күрә Байрамғол яғы башҡорттары, төрлө ҡыңғырауҙар тағып, аттарҙы биҙәп, үҙҙәре боронғо кейемдәр кейеп, көнэлгәре, кисләтеп беҙҙең Ҡунаҡбай ауылы йылғаһы буйына килеп ҡунырҙар ине. Мин шунда, бер көтөүсегә ике көн көтөү көтөшөп, дүрт һум аҡса алып, шуның ике һумын инәйемә биреп, ҡалғанына ике көнгә етерлек перәник, көнбағыш алып, һыйланып йөрөй торғайным.

«Быларҙы ни өсөн һөйләй һуң әле Әсәҙуллин? Берәй нимәте булмай булмаҫ», — тигән уй тыуҙы. Юҡ, ағай үткнәде, Шакирйәндең бала сағындағы мөхитте, тормош шарттарын тасуирларға итә ине шикелле. Был, ысынлап та, шулай булып сыҡты.

Әле әйткән янғын каланчаһының кәртәнән ипләнгән түшәмендә, хуш еҫле бесәнлегендә аунап-тәғәрәй инек. Ул каланчанан 50-60 метр ғына арала Юныс ағайҙың «кетәклеге» күренә. Үҙе эшкә ярамағас, v л көн дә шул пожаркаға килә. Уға Шакирйәне эйәрә, Юныс ағай һәр төрлө уйҙырма, әкиәттәр һөйләй. Мәҫәлән, имеш, ул Ленин бабай менән Ирәмәлдә лә, Бохарала ла булған, сүллектәрҙә уны ҡотҡарған, ә Ленин уға байлыҡ биргән, ул шуны, йәнәһе, йәшереп ҡуйған. Шунан беҙҙе эйәртеп, тимер таяҡ тотоп: «Бына шундараҡ алтын-көмөш күмдем, бындараҡ мискәләр менән таҙа дегет булырға тейеш»,— тип беҙҙән эҙләтә. Беҙ ни, Шакирйән менән ышанабыҙ... Унан һыу инергә китәбеҙ. Һыуҙан сығабыҙ ҙа, йомшаҡ тал сыбығы осона мәте үләне йомарлап эләктереп, кем сәпкә тейҙерә ала, тип, йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙарға тондорабыҙ: йә, күпме кәләш алабыҙ тип, һыу өҫтөнән таш осорабыҙ. Иң күп «кәләште»,  ғәҙәттә, Шакирйән алыр ине. Юҡсыллыҡтан ул беҙҙән насарыраҡ кейенһә лә, бер ваҡытта ла моңһоу булманы.

Бигерәк тә Шакирйән йәкәл, ашыҡ уйнарға, беззең кеүек малайҙарҙы оторға оҫта булды.

1932 йылдан һуң шикелле «немой» кино күрһәтә Башланылар. Уны беҙгә Асыуҙы ауылынан Сәфәрғәли Хәйбуллин килтереп йөрөнө: үҙе кино күрһәтә, үҙе диктор урынына һөйләй. Электр энергияһы бул мағас, билетһеҙ кергән малайҙар бүректәрен Сәфәрғәлигә биреп, динамоны өйөрә. Сәфәрғәли ҡайтҡанда, ауылды сыҡҡас, алама бүректәрҙе бәреп китә. Шакирйән шул бүректәр ярҙамында кино ҡарап йөрөнө...

Әсәҙуллин хикәйәтен бөтөрөп өлгөрмәне, бешеп-янып, ҡуңғыр йөҙлө ҡатын килеп инде — пенсияға сыҡҡан уҡытыусы Лиза Миндияровна Баҡыева икән.

— Ғәфү итегеҙ инде, һуңланам, ахырыһы, — тине ул, тупһа аша үтеп.— Ҡамырым ташты ла...

Ишектә тағы берәү күренде — колхозсы Заманов Ғабдрахман. Тышта Дауыт Һиҙиәтовтың да ҡыҙыл машинаһы күренде. Тимәк, ҡайҙандыр ҡайтып төштө.

Бына беҙҙең үҙенән-үҙе төҙөлгән эҙәрмәндәр «шта бы» шул ине. Беҙ ике сәғәт самаһы әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Барыһына ла ҡағылап үттек: ләкин мин күберәк шикләнеүҙеремде белдерҙем, ә яңы танышта рым, ҡыҙып-ҡыҙып, һәр шикте кире ҡаға барҙы, шунан төрлө фараздар йөрөттөк, нисек эҙләнергә, кем нимә башҡарырға тейешлеген уйлаштыҡ.

— Шулай ҙа тәүге һүҙҙе әйткән Ирғәлин уйландыра мине, — тинем мин. — Уға тулыһынса ышанырға мөмкин инеме? Ниңә ул үҙ серен һуңғы ваҡытҡа тиклем асмай һуҙған?

— Быны аңлатыуы еп-еңел,— тине Әсәҙуллин.— Тормошо шыма бармағанын онотмайыҡ. Пенсия юл лағанда, бар ҡурҡҡаны шул булған: йәшлеген иҫкә төшөрөп, кәртә ҡуйыуҙары ла мөмкин бит. Ә инде пенсияһын ала башлағас, барыһын да аҡҡа төшөрөргә тәүәккәллек иткән. Унан билдәлелек, демократия осоро ла килде бит, егеттәр.

— Һуң, шикләнергә ни... Шакирйән тураһында Ғәзнәүи үҙе генә әйтмәй ҙә баһа, — тип һүҙгә ҡыҫылды Баҡыева. — Беләһегеҙме, мин был хаҡта 35 йыл элек ишеткәйнем инде.

— Нисек, 50-се йылдарҙамы? Әлегә тиклем өндәшмәй килдегеҙме?

 — Өндәшмәнегеҙ тип ни... Ҡысҡырып та ни ҡылаһың. Дөрөҫлөктө нисәмә тапҡыр асырға тырышып ҡараныҡ, тик бөтә тырышлығыбыҙ юҡҡа сыҡты ла торҙо... 1953 йыл ине. Уҡыуҙы бөтөрөп ҡайтып, Учалы урта мәктәбендә бер йыл эшләгәс, РОНО мине Ҡунаҡбайға эшкә ебәрҙе. Уҡытырһың да, пионер эшен дә алып барырһың, тинеләр. Ярар... Йәшлек дәрте менән эшкә тотондом. Пионер отрядтарының әлегә ҡәҙәр ҡушылған исемдәре менән ҡыҙыҡһындым. Отряд ниндәй геройҙың исемен йөрөтә — шул герой тура һында күберәк белергә, материал йыйырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙым. Артабан йыйылған материалдарҙы тәртипкә килтереп, альбом сығарҙыҡ. Бына ошо ваҡытта, Матросов тураһында яҙылғандарҙы ҡарап ултырғанда, бер уҡыусым: «Апай, ул Матросовты олатайым беҙҙең Ҡунаҡбайҙыҡы ти,— тип хәбәр һалмаһынмы! Мин аптырап киттем. Дәрестең ахырын түҙемһеҙләнеп көттөм. Звонок булғас, туп-тура баланың олатаһына киттек. Олатай булған кеше лә — хәҙер мәрхүм инде — һаран ғына: «Эйе, ул Юныс ҡарттың улы була»,— тине. Саша тураһында асыҡ бер нәмә лә иптә алмаһа ла, ауылдағы оло йәштәге байтаҡ әбей, бабайҙарҙың исемен атап, шуларға барырға ҡушты.

– Шунан?

– Коллективтағы уҡытыусы иптәштәр менән дә кәңәшләштем. Улар ҙа: «Уның ҡәҙәре генә беҙ ҙә беләбеҙ, — тиҙәр.— Иҫбатларлыҡ ҡына -нәмә юҡ. Әйҙә, юҡ менән ҡаңғырма».

– Ана, шул-шул, үҙебеҙгә үҙебеҙ кәртә, — тип корһөнөп ҡуйҙы Фуат ағай.

– Шулай ҙа был ваҡиға минең күңелгә тынғы бирмәне...Тормошҡа сығып, бала-сағалы булып кителде. Был осорҙа ул онотолоп торҙо. Бер аҙ баш-күҙ алғас, туҡта, мин әйтәм, тағы һүҙ ҡуҙғатып ҡарайым әле. Уйымды Мирғәзимгә әйттем.

- Кем ул, Мирғәзим?

-Ирем була инде. Һин, тим, Шакирйәндән кесерәкһең, әлбиттә. Шулай ҙа, бәлки, берәй нәмә ишеткәнһеңдер?

— Һуң, Мирғәзимдең үҙен килтерәйек, үҙе һөй ләһен,— тип, Һиҙиәтов ҡыҙыл машинаһына үрелеп караны.

— Ҡуй, бәрәңгелә йөрөй, ҡырҙа,— тип ҡырт киҫте баҡыева.— Кәрәк икән, иртәгә килер... Бик ғәжәп хәбәр ишеттем бит әле, Мирғәзим тим. «Ә ниңә аптырайһың уға, уны белеп һөрмәләтәләр,— ти уныһы ла. Ә миңә уның менән осрашырға тура килде». Шаҡ ҡатырҙы бит! Бына шунан һуң мин Матросов тураһында яҙылған бөтә журналдарҙы, китаптарҙы уҡьда сыҡтым. Был 1957— 58 йылдар ине. Иптәшем бына Фуат ағай менән кә ңәшләшергә, Ғәзнәүиҙең адресын табышыуын һорарға ҡушты.

— Адресын табыу һуҙылыңҡырап китте шул,— тине Фуат ағай, эсе бошоп.

— Адресы ҡулға килеп эләккәс, төрлө ергә хаттар яҙа башланыҡ: Оборона министерствоһына ла, Совет Армияһының Үҙәк музейына ла, Днепропетровскиға ла — береһе лә ҡалманы шикелле. Бөтәһенән дә: «Беҙ ҙә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт һаҡланмай»,— тигән яуап килде. Бәс, шулай ҙа була икән: кеше шул хәтле ба тырлыҡ эшләгән, ә бер ерҙә бер нәмәһе юҡ.

— Ә Днепропетровскиҙан ни тип яҙҙылар?

— Шул бер үк нәмә инде: «юҡ» тип. Ахырҙа унда үҙебеҙҙең уҡыусылар барҙы. Улар ҙа ғәжәпләнеп ҡайтты: иҫ киткес ҙур музей һалғандар икән, ә Матро сов хаҡында бер ни күрмәгәндәр.

— Унда Мәскәүҙән дә бер яҙыусы барған тип ишеткәйнек беҙ,— тип ҡыҫылды Фуат ағай.

Быныһы миңә лә таныш ине. «Шулай ҙа үҙемә быны тағы бер тикшереү хилаф булмаҫ»,— тигән уй тыуҙы.

— Һеҙ Әнүәр Бикчәнтәев ағай менән танышһығыҙ ҙыр бит инде?— тип дауам итте Баҡыева.— Ул да үҙе нең романында Сашаның детдомдан ҡасып китергә әҙерләнгәне, аҙна-ун көн ҡайҙалыр юғалып тороуы ту раһында яҙған бит. 1941 йылдың июнь аҙағын иҫкә ала ул. Тап ошо ваҡытҡа тура килә уның Ҡунаҡбайға килеп китеүе лә. Нимәгә таянып яҙыуын белеү өсөн Бикчәнтәев ағайға, адресын белмәгәс, кеше аша хат та ебәргәйнем. Тик ул танышым, Лиза Миндияровна, үте несегеҙҙе еткерҙем, тик Һеҙҙе шатландыра алмайым тип хәбәр итте. Әнүәр ағай, был хаҡта ишеткем дә кил мәй, китапта яҙылғандар өсөн мине күп тарттырып йө рөттөләр, тип яуаплаған.

Оҙаҡ тыңлап ултырҙыҡ Лиза Миндияровнаны. Элек уҡытыусы булған, күп бала тәрбиәләп үҫтергән, шу ларға тип, әле бына икмәк һалып, биттәрендә он эҙҙә ре тороп ҡалған ауыл ҡатыны менән һоҡланмау мөм кин түгел ине. Донъя мәшәҡәттәре ишелеп ятһа ла, был эшкә тағы ни өсөн тотонған? Шул уйҙы уҡығандай, Баҡыева һүҙен былайыраҡ дауам итте.

Шакирйән-Саша минең өсөн бер кем дә түгел. Әммә мин Ҡунаҡбай ауылына килен булып төшкәс тн көсөмдән килмәҫлек хыял менән йәшәй башланым. Әммә киләсәктә лә шулай йәшәйәсәкмен. Әгәр беҙҙең уйҙы кире ҡағыусылар бар икән, әйҙә, Шакирйәнде эҙләп бирһендәр. Шакирйән тере булһа, Ғәзнәүи кеүек, тыуған яҡтарына бер ҡайтмаһа, бер ҡайтыр ине бит?..

Баҡыева уйындағы кем менәндер бәхәсләшеп, уны өңөләп-йолҡҡолап ташларға әҙер торған кеүек күренде. Ахырҙа Һиҙиәтов:

– Лиза Миндияровна, һеҙ тулҡынланып киттегеҙ шикелле, — тип, көлөмһөрәне.— Әйҙәгеҙ, иптәштәр, былай итәйек...

– Туҡтағыҙ әле, ә Заманов ни әйтер?— тип, мин ситтәрәк, тәҙрә яңағына һөйәлеп торған һөрөңкөрәк йөҙлө кешегә боролдом.— һеҙ бит әле Ғабдрахман ағай? Һеҙ Шакирйәндең иптәше лә шикелле.

– Юҡ, йәшкә килгәндә, мин унан күпкә кесе. Мин 30-сы йылғы. Шулай ҙа барыһы ла күҙ алдында. Минең атайым Ҡотлозаманов Хәйерзаман. Шул Ҡунаҡбай ауылында тыуған, шунда йәшәгән, — тип бик алыҫ тан башланы Заманов һәм хәбәрен шунда уҡ борҙо.— Юныс бабай ҙа шул ауылда булғас, ниндәй сәбәп ме- мөидер минең атайҙы Хәйерзаман еҙнә, тип йөрөттө. Минең атайҙың ике күҙе лә бөтөнләй күрмәй, ләкин нтыллы ҡарт ине. Ә Юныс бабай, насар күреү сәбәпле,1941 йылдың әллә июль аҙағы, әллә август айында, улы Шакирйәндән етәкләткән килеш беҙгә килеп инде.

Ҡарттар оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы.

– Һин ҡарттарҙы түгел, Шакирйәнде әйт,— тип иҫкәртте Фуат ағай.

– Шунй һөйләйем түгелме һуң? Русса бик таҙа белә ине Шакирйән. Ҡара костюм кейгән. Ике иң башы ҡабарып торғанға, ирмәк күреп, ҡул менән баҫып ҡараным. Әллә күгелйем, әллә аҡһыл көрән күлдәк көйгән. Башында бер нимә лә юҡ. Сәс ҡыҫҡа итеп кырҡылған, ләкин артҡа ятмай, тырпайып тора. Эре аҡ тешле, зәңгәрерәк күҙле, ҡоңғорт йөҙлө ине.

– Нисек ул тиклемен дә иҫләнегеҙ?

– Бала саҡтағы иҫтә ныҡ ҡала ул... Мин бәләкә йерәк булғас, ул мине әллә ни һанға һуғып та тормаған дыр инде. Шулай ҙа, атайымдар сәй эскән арала, миңә уйынсыҡ эшләп бирҙе... 10—15 көн ауылда торғандан һуң ул тағы сығып китте.

— Бына әле һеҙ, Юныс та Юныс, тиһегеҙ. Ә фа милияһы нисек һуң?

— Мөхәмәтйәнов булырға тейеш,— тине Фуат ағай.

— Ни эшләп Мөхәмәтйәнов булһын, Мөхәмәтрә- химов түгелме?— тип шик белдерҙе Баҡыева.

Юҡ, ауылда йөрөгән был фекер яңылыш, тип аңлатырға тотондо башҡалар. Мөхәмәтрәхимов ул Юныс ҡарттың ситтән эйәртеп килтергән әбейенең фамилияһы. Колхоздан сығарылған ондо ул үҙ фами лияһына алып йөрөгән, ә Юныс эшләмәгән, тинеләр.

— Ә ниңә ул саҡта Юныстың икенсе улының фамилияһы Йосопов?— тип һүҙ ҡыҫтырҙы Һиҙиәтов.

— Йосопов түгел, ә Юнысов.

— Юныс Юнысов булмай ҙа инде.

"Ҡыҙыу бәхәс ҡуҙғалды. Хәҙергә иң аңлайышһыҙ мәсьәлә ине был. «Йсем ҡушыу мәжлесенә .оҡшаны түгеме был,— тип, минең дә эс боша башланы.—: Фамилияға тиклем билдәһеҙ. Барыһы ла уңышһыҙ бу лыр, ахырыһы».

— Туҡта, ниндәй улы тураһында һөйләйһегеҙ әле һеҙ?

— Өфөлә йәшәй ул, шофер. Исеме Мортаза. Бер тапҡыр Ҡунаҡбайға, әсәһе менән бер туған апаһына килеп киткән, тиҙәр. Ғәлиә Фәтҡуллинаға ла инеп сыҡ ҡан шикелле. Адресын алып бирербеҙ.

«Бына һиңә тағы бер яңылыҡ! Өфөнөң үҙендә Матросовтың ҡустыһы йәшәһен, имеш».

— Был хаҡта Хәсби ҡарсыҡтан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Кәрәк булһа, уға инеп сығырбыҙ.

— Ауылдағы барлыҡ оло кешеләрҙе лә йөрөп сыҡҡанда, насар булмаҫ ине, ә?— тип, мин Һиҙиәтовҡа ҡараным.

Председатель быға ҡаршы килмәне. Тик уның моңһоу ҡарашында: юҡ нимәгә башты ҡатырҙым, ахырыһы, тигән уй ҙа сағылған һымаҡ тойолдо. Ә Әсәҙуллин һаман ныҡышты һәм, урындарынан ҡуҙғала башлаған ҡорҙаштарын туҡтата биреп:

Беҙ күп нәмәне асыҡламаныҡ бит әле,— тине.— Мәҫәлән, инәһен белмәнек. Былай ҙа Мөслимә тип ишеткәйнек инде. Шулай ҙа булһын, ти. Тағы... Юныс бабайҙың, Шакирйәндән олораҡ әллә Заһиҙулла, әллә Әхмәтзаһит тигән малайы ла булған шикелле. Мин аптырып ҡарағайным: Силәбе әлкәһенә китеп юғалды, тиҙәр. Бәлки, милиция аша шуны эҙләтеп карарғалыр? Тапҡанда, күп нәмәне асыҡларға булыр ине... Тағын. Гел бер ҡыҙ баланың шәүләһе күренеп ҡала. Берәүҙәр, бар ине, Юныс уны граждандар һуғышы ваҡытында ситтән алып ҡайтты, ти. Икенселәр киреһен һөйләй, ҡыҙҙы хәтерләмәй. Ул булһа ла, исем ҡушыу менән үҡ үлгәндер, тип уйлайым мин.

Эҙләйһе нәмәләр аҙым һайын., Шулай ҙа бирешергә ярамай ине. Бындай ваҡытта иң яҡтпыһы — кешенән ярҙам ғына һорау. Газета-маҙар уҡып боҙолмаған, ғөмү мен белеме ҙур булмаған, әммә хәтирәләргә иҫ киткес тоғролоҡ һаҡлаған кешелерҙең тауышына ҡолаҡ һалыуҙан да хәйерлерәк нәмә юҡ бындай ауыр осраҡтарҙа. Быға мин үҙ ғүмеремдә әллә күпме мәртәбә инанға ным, хайран ҡалғаным бар.

...Шулай итеп, беҙ Һиҙиәтов менән ауылдың арғы яғына йүнәлдек. Машина, Ҡандыболаҡ күпере аша сыҡҡас, моторын бар көсөнә гөрөлдәтеп, текә үргә артылды ла тыҡрыҡҡа тартылды. Ситән буйында машинаға юл биреп тайшанған ике ҡарсыҡ янына (ырып еткәс, Һиҙиәтов шофёрға туҡтарға ҡушты.

– Һаумыһығыҙ, әбейҙәр! Әйтегеҙ әле, Юныс бабайҙың өйө ошо тәңгелдә булған шикелле. Хәтерләмәй һегеҙме?

Ҡайһы Юныс тип төпсөшөп тә торманылар, ҡарсыҡтарҙың һырылған бишмәт кейгәне тыҡрыҡтың уң яғындағы кемдеңдер бәрәңге баҡсаһына төртөп күрһәтте.

Шунда ине өйө. Тик, өй тиһәң, хәтере ҡалыр. Нигеҙе лә ҡалмаған инде хәҙер.— Ҡарсыҡ, йөҙөнә борсоулы төҫ сығарып, битен ҡулындағы таяғына терәне.

Ситән аша үрелеп ҡараныҡ. Ҡара ерҙән башҡа бер ин күренмәне. Арыраҡ Фуат ағай әйткән каланча шунда ултырғандыр инде. Унда ла баҡса ине.

– Шакирйәнде мин дә хәтерләйем. Уйнап йөрөгәнен,— тине әбейҙәрҙең береһе, Гөлшәһәр Әхмәҙиева тигәне.— Уларҙы бит Хәсби ҡарсыҡ ҡараны, шуға барығыҙ.

Урамда бата-сума, ауыл осона йүнәлдек. Ҡапҡа артында берәү «гөж-гөж» утын быса ине. Астыҡ: Хасби ҡарсыҡ үҙе икән. Яңғыҙы ғына сей утынды тураҡлай. Ә 82 йәштә, тиҙәр үҙен.

Ҡулынан бысҡыһын ысҡындырманы, шунда торған көйө генә һорауҙарға яуап ҡайтара башланы.

— Эйе, Юныс минең еҙнәм ине,— тине ул.— Бик ауыр йәшәнеләр. Фәрхиямал апайым 1921 йыл ситкә сығып киткәйне, аҙаҡ Юныс еҙнәм менән бергә ҡайтып төштөләр. Етәкләшеп... Эйе, дөрөҫ әйтәләр, апайым 1943 йылдың яҙында вафат булды. Учалы больница һында. Уның ике балаһы үлде. Кескәйе Лофтулла ине, уныһы өс йәштә үлде. Олоһо — Мортаза. Ә Ша кирйән — элекке бисәһенән ҡалған малай. Апайым килгәндә, Шакирйән өйҙә юҡ ине инде... Еҙнәм:

«АҺ Шакирйәнем булһа!»—тип бик һағына торғайны. Аҙаҡ: «Улым герой булып үлгән»,— тип маҡтанып ултырғаны ла хәтеремдә... Үҙемдең дә ул саҡта дүрт бала, үҙем колхозда эшләйем...

Быларын ул нимәгәлер аҡланған Һымаҡ әйтте.

— Бер көн эштән ҡайтһам, Мортаза сығып киткән...Ә еҙнәм  ойҙә ике көн бөгәрләнеп үлеп яткан. Ни эшләргә? Ары һуғылдым, бире һуғылдым. Силсәүиткә йүгерҙем.. Председатель Илтабан ауылыныҡы ине. Кәфенлеккә тип, миңә тоҡ бирҙеләр.Уның үлеүе 1943, йә  1944 йыл булырға тейеш.

Закирә Каримоваға индек. Ул:

– Фәрхиямалдың Заһиҙуллаһын белмәйем,— тине. – Мортазаһы миңә килеп йөрөнө... Шакирйәнде герой булған, тиҙәр шул. Быны тәғәйен генә белеүселәрҙең булмауына аптырарлыҡ түгел: үтә ярлылар ине бит. Ярлы кешенең тормошона хәллеләр ҡатнаша мы ни?

Юныс ҡарт 1919 йылдан бирле күрше булып йәшәгән, тигәнгә, ФәғиләШәймәрҙәноваға һуғылдыҡ.

Үкенескә ҡаршы, ул һаңғырау булып сыҡты. Ҡыҙы, уға төрлөсә ҡысҡырып, «Шакирйәнде белә инем»,— тигән генә яуап алды. Ахырҙа, ирҙәр тауышын ишетә тип, был вазифаны Һиҙиәтовҡа  тапшырҙы.

– Юныс ҡарттың тәүге ҡатынының исеме кем ине? –' тип Һораны председатель ҡысҡырып.

Фәғилә әбей ишетте, бер аҙ уйланып ултырҙы ла, үҙенең уйын раҫлап:

– Эйе, эйе, исеме Мөслимә ине,— тине.

Тимәк, Мөслимә. Ул ҡайҙан, фамилияһы кем, ҡасан вафат булған? — Хәҙер быныһын да асыҡларға кәрәк буласаҡ.

«Бик иҫе шәп була торған» тип, Маһинур Кәримоваға алып киттеләр. Бөкөрәйгән, әммә төҫкә таҙа, Һылыу ҡарсыҡ икән.

– Атайым колхозда бухгалтер ине,— тине ул.— Шунлыҡтан идараға килеп йөрөгәндәрен иҫләйем, Юныс ҡарт ғәрип ине. Тәүге бисәһен белмәйем. Фәрхиямалы колхоз идараһында йыйыштырыусы бу лып йөрөнө. Мортазаның ҡустыһы аслыҡтан үлде. Өйҙәре — бер иҫке мунса ине. Ахырҙа колхоз идара һында йәшәнеләр. Председатель сит ауылдан килеп, фатирға урынлашҡайны. Хужа булып алғас, Фәрхия малды ҡыуып сығарып, идара йортоноң ҡарауылсыһы итеп үҙе йәшәгән фатир хужабикәһен тәғәйенләне. Бахыр, апай, асығабыҙ, тип, бер нисә тапҡыр килде. Бөтә һе лә үлеп бөттө, бахырҙар. Шакирйәнде лә хәтерләйем. Юҡ, кеше гонаһы кәрәкмәй, уны ҡаҡманылар...

Хәбәрҙәр күп ине, әлбиттә. Тик, ниндәй гена ҡапҡаны асмайыҡ, күптән инде үтеп киткән , Шакирйәңдәр дәүере өсөн әсенеү тойғоһо, һағыш өҫтәлә барҙы. Ҡайғы ғына йыя инек шикелле беҙ совет влась вәкиле Дауыт Һиҙиәтов менән.

Ҡайһы бер осраҡта утыҙынсы йылдарҙағы фәҡирлек был яҡты һис тә ташлап китмәгән, шунда мәңгегә йәбешеп тороп ҡалған кеүек тә тойолдо. Шуға күрә «әллә ниндәй кешеләрҙең», бөгөнгө мохтажлыҡтарҙы ҡайғыртмайынса, әллә ҡасанғыны төпсөнөп йөрөүҙәрө сәйерерәк тә күренгәндер. Юҡ, был миңә бер минутҡа ғына килеп киткән уй булды, ахырыһы. Һәр кем бушамауына, хатта ауырып ятыуына ҡарамаҫтан, яҡты йөҙ менән ҡаршыланы, Шакирйәнде үҙенеке итеп, уның тураһындағы иҫтәлектәр менән ихлас уртаҡ лашты. Ундай кешеләрҙең алдашыу ы мөмкинме һуң?!

Дауамы бар.

 

Автор:
Читайте нас: