Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
12 Август , 13:17

Чапаев башҡорт булмағанмы?

Василий Иванович Чапаевты ололар араһында ла, йәштәрҙә лә белмәгән кеше юҡтыр. Әммә тарихи шәхестәрҙең биографияһы йыш ҡына билдәһеҙ йәки, идеологик сәбәптәрҙән сығып, үҙгәртеп яҙылған була.  

Чапаев башҡорт булмағанмы?
Чапаев башҡорт булмағанмы?
Граждандар һуғышының легендар геройы Василий Иванович Чапаевты ололар араһында ла, йәштәрҙә лә белмәгән кеше юҡтыр. Әммә тарихи шәхестәрҙең биографияһы йыш ҡына билдәһеҙ йәки, идеологик сәбәптәрҙән сығып, үҙгәртеп яҙылған була.
 

Чапаев 1887 йылда Ҡазан губернияһының Будайка ауылында тыуған. Уның атаһы яғынан олатаһы Гаврилов фамилиялы була. Тимәк, ейәне лә шул фамилияны йөрөтөргә тейеш кеүек. Олатаһы артелдә бүрәнә тейәүҙә эшләй. Ул бүрәнәне эләктереп күтәрергә кәрәк булғанда янындағы иптәштәренә ҡайһы саҡ “чепай” тип ҡысҡырған. Был “цепляй” һүҙенең урындағы синонимы икән. Артабан уға “Чепай” ҡушаматын тағалар һәм ейәне лә “Чепаев” булып китә. Әммә бәлиғ булғас алған метрикаһында (тыуыу тураһындағы таныҡлығында) уны “Чапаев” тип яҙалар. Шулай булһа ла, Ҡыҙыл армияның 25-се уҡсылар дивизияһының легендар командиры Василий Иванович үҙе һәр саҡ “Чепаев” тип яҙған.
 

Будайка ауылы хәҙер Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксар эсендә ҡалған. Тарихсылар раҫлауынса, Чапаевтың атаһының милләте – мордва (эрзя), әсәһе сыуаш булған.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: