Кәрәкмәй ул хәтер үлгәндәргә, Хәтер кәрәк тереләргә...
Атайым Барый Әбйәлил улы Сираев Сәйетбаба ауылында указлы мулла ғаиләһендә тыуған. Ауыр, буталсыҡ замандарға тура килә уның бала сағы. Ишле ғаиләлә үҫкән атайым бик матур тәрбиә ала - олатайым Әбйәлил мулла менән Сафура өләсәйем бөтә балаларын да кеселекле, кешелекле, уҡымышлы итеп үҫтерәләр.
Бәләкәйҙән отҡор, зиһенле, бөтә эшкә лә оҫта була атайым. Тирә-йүндә беренсе солоҡсо булып дан алған атаһынан күреп, үҙ ваҡыты еткәс, ҡортсо һөнәрен һайлай. Атайымдың тағы ла бер һөнәре - тыумыштан бирелгән һәләт - сәнғәткә ғашиҡ кеше ине ул. Һомғол буйлы, тулҡынланып торған бөҙрә сәсле, төҫкә бик сибәр атайым мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ ауыл сәхнәһенән төшмәгән - шиғыр ҙа һөйләгән, йыр-бейеүгә лә маһир булған, спектаклдәрҙә лә килештереп уйнаған.
1941 йыл... Бик күп йәштәрҙең өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтереп, тормоштарын ҡырҡа үҙгәртеп, аяуһыҙ һуғыш башланып китә. Әле ун һигеҙе лә тулмаған атайым да тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына. Һуғышҡа китер алдынан атаһы уға бетеү яҙып бирә, иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын теләп, изге доғаларын уҡып оҙата. Һуғышта күргәндәрен һµйләргә яратманы атайым. Сөнки йөрәк яраларын ҡуҙғатып, ул дәшһәтле көндәрҙе хәтерләүе бик ауыр ине уға. Ниндәй сабыр, тыныс холоҡло кеше булһа ла, күҙҙәренә йәш тығылып, һөйләй алмай туҡтап ҡалыр ине. «Беҙ күргәндәрҙе һеҙ күрмәгеҙ, балалар», - тип кенә әйтә торғайны. Яу юлдарын атайым элемтә батальонында элемтәсе булып үтә. Днепр ярында барған ҡаты алыштарҙа ер менән күк бергә тоташҡандай булып, баш өҫтөндә туптар ярылған ваҡытта әсә һөтө менән һеңеп ҡалған Ҡөрьән сүрәләрен уҡый атайым. «Эй, Хоҙайым, һинән тик бер генә нәмәне һорайым - үҙ илемә ҡайтып, нәҫелемде ҡалдырырға насип ит!» - тип теләк теләй. Ысын күңелдән, саф йөрәктән теләнгән изге ниәт ҡабул була - бик күп ауырлыҡтар кисереп, 1948 йылда, япон ғәскәрҙәрен ҡыйратҡандан һуң тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайта ул. Күп тә үтмәй, ауылда бер һылыу булған Нәфисә Камал ҡыҙына өйләнеп, тормош көтөп алып китәләр. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ихтирам итеп, яратып йәшәгән ғаиләлә 5 балаға ғүмер бирә улар. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Барый Әбйәлил улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” , “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Ләкин ул бер ҡасан да былар менән маҡтанманы: “Бик ҡыйбат хаҡ түләнгән шул улар өсөн, илебеҙҙең тыныслығы, тыуасаҡ балаларым хаҡына, уларҙың яҡты киләсәге өсөн ут эсенә индек, һәм шуға ла еңеп сыҡтыҡ», - тиер ине атайым. Күпме ҡайғы-хәсрәт күргән, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан башҡа яугирҙар кеүек үк, атайымдың да һуғыштан һаулығы ҡаҡшап ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан, тыуған колхозында ең һыҙғанып эшкә тотона - оҙаҡ йылдар һуҙымында алдынғы умартасы була. Фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһалана - 1964 йылда Мәскәүҙә үткән ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, миҙал алып ҡайта ул. Яҙ, йәй көндәрендә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнһә, көҙ һәм ҡыш айҙарында төрлө йәнлек тиреләрен эшкәртеп, өлгөләрен үҙе һыҙып әҙерләп, ҡойоп ҡуйғандай итеп балалар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн баш кейемдәре, ир-егеттәргә бүректәр тегә, быйма ла төпләй. Йә булмаһа тағы ла бер һөнәре - балта оҫтаһы булараҡ, төрлө яҡтарға төҙөлөш эштәренә лә сығып китер ине. Бик күп йылдар үтһә лә, ауылдаштары атайымды үтә лә кешелекле, ярҙамсыл, алсаҡ кеше булғаны өсөн һаман да ихтирам менән иҫкә ала. Өйөбөҙгә кем генә килһә лә, әйҙүкләп түргә саҡырып, һый-хөрмәт күрһәтеп, ҡунаҡ итеп, күстәнәскә балын-майын йәлләмәне. Еңел булмаған тормош юлы үткән, ләкин үҙен сикһеҙ бәхетле кеше тип һанаған атайымдың ғүмере генә ҡыҫҡа булды - 67 йәшендә донъя ҡуйҙы ул. «Үлһәм дә үкенмәйем, балалар. Һуғыштан имен-аман ҡайтып, нәҫелемде ҡалдырҙым. Хәҙер инде һеҙгә, нәҫел ағасын ҡоротмай, йәшәргә лә йәшәргә», - тип васыятын әйтеп бәхилләште. Әлеге көндә атайымдың һигеҙ ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре үҫеп килә. Тимәк, тормош дауам итә, нәҫел ағасы тармаҡлана ғына бара. Атайымдың яҡты иҫтәлеге күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр, йәшәргә көс, илһам биреп, өлгө булып торасаҡ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Ғафури районы.