Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
9 Октябрь 2017, 13:50

Ҡыҙҙарығыҙҙың бала сағын ҡәҙерләгеҙ, атайҙар

Көндәгесә, улымды алырға тип, балалар баҡсаһына килдем. Кейенеү бүлмәһендә Алпамыша кеүек мөһабәт кәүҙәле атай менән мөләйем йөҙлө ҡыҙыҡай ҡайтырға йыйынып йөрөй. Атай кеше өйөрөлөп-сөйөрөлә...


Йәштәр араһында популярлашып киткән инстаграм социаль селтәрендә фотоһүрәттәр таҫмаһын ҡарап ултырам. Яңылыш ҡына бер иллюстратор аккаунтына юлыҡтым. Баҡтиһәң, уның ижадын 150 меңдән артыҡ кеше күҙәтеп бара икән. Акварель буяу менән төшөрөлгән һүрәттәрҙең төп геройҙары – олпат кәүҙәле атай һәм бәләкәй генә ҡыҙсыҡ. Рәссам улар араһында булған йылы мөнәсәбәтте һәм мөхәббәтте һынландырған. Һүрәттәрҙең һәр береһе айырым бер ваҡиға һөйләй төҫлө: нисек атай кеше ҡыҙының сәсен үреүе, өҫтәл аҫтына ҡасып китап уҡыуы, театр күрһәтеүе, шахмат уйнауы... Эсе тулы наҙлылыҡ һәм гүзәллек! Уларға йылмайыуһыҙ ҡарау мөмкин түгел. Иҫкә төшкән бер ваҡиға тураһында бәйән итергә ине.
Көндәгесә, улымды алырға тип, балалар баҡсаһына килдем. Кейенеү бүлмәһендә Алпамыша кеүек мөһабәт кәүҙәле атай менән мөләйем йөҙлө ҡыҙыҡай ҡайтырға йыйынып йөрөй.

Атай кеше өйөрөлөп-сөйөрөлә: әле балаһының кейемдәрен сөйҙән алып бирә, әле төймәләрен эләктерергә ярҙам итә, әле алмаш кейемдәрен матурлап тәҫләп йыйыштырып ҡуя. Ипле генә ҡылана, шул арала ҡыҙының бөгөнгө көн мажараларын да иғтибарлап тыңлай, ара-тирә уның ҡылыҡтарын хуплап, маҡтап та ала. Ә сабый унан нығыраҡ дәртләнеп һөйләй.

Бына, ниһайәт, ҡыҙсыҡ ҡайтырға ла әҙер. Икәүләшеп сығыр яҡҡа юлланалар. Аяҡ кейемдәрен кейгән арала һөйләшеүҙәре ҡолаҡҡа салынып ҡала:

– Атай, беҙ бит сандалиҙарымды алырға оноттоҡ. Улар бысранып киткән, йыуып килтерергә кәрәк, – ти ҡыҙ бала. Иртәгәгә тиклем кисектереп тороу тәҡдимен кире ҡағып, йомшаҡ ҡына:

– Әйҙә алайыҡ инде, зинһар, атай. Мин һәр ваҡыт матур булырға тейешмен тип әйтәһең дә инде! – тип үтенә.

Ҡыҙсыҡтың һүҙе үтте – атай кеше ҡабатта кейенеү бүлмәһенә инеп, сандали-алмаш кейемдәрен алып сығып китте.

Мин уларҙың етәкләшеп атлағанын күҙҙән юғалғансы һоҡланып ҡарап ҡалдым. Үрҙә әйткән фотоһүрттәге кеүек ине улар. Береһе ҙур, икенсеһе – кескенә. Икеһе ике төрлө, әммә икеһе бер бөтөн кеүек. Татыу ҙа, иғтибарлы ла. Ә үҙҙәренән шундай йылылыҡ бөркөлә!

Шулай булырға тейештер ҙә ул атай менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәт. Күптәр атай кеше – малайҙарҙы, ҡыҙҙарҙы әсәйҙәр тәрбиәләргә тейеш тигән ҡараш менән йәшәй. Минеңсә, был төптө хата. Ир-аттың тәрбиәһе ике енес балаһына ла кәрәк. Тап атайҙар малайҙарҙы – ысын ир-егет, ә ҡыҙҙарҙы нәзәкәтле гүзәл зат итә ала.

Ҡыҙ бала яҙмышында тәүге һәм иң мөһим ир заты – атай. Ул сабыйҙы тәүге көндән үк үҙенең һәр аҙымы, ғаиләлә үҙ-үҙен тотошо менән тәрбиләй. Унда ир-ат образы булдыра. Буласаҡ тормош иптәше һайлағанда ҡыҙ бала тап ошо образға оҡшаған егеткә өҫтөнлөк бирәсәк, сөнки бындай типтағы кешеләр уға таныш, аралашыу тәжрибәһе лә бар. Тимәк, ғаилә башлығы ла, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә ҡыҙҙың тыуған мөхите менән ауаздаш буласаҡ. Шуға күрә баланы бәхетле итәм тиһәгеҙ, тәү сиратта, үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ. Һеҙ бөтәһе менән дә яҡшы мөғәлләмәләме? Ғаилә ағзалары бер-береһен яратамы, хөрмәт итәме?

Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә ҡыҙ үҙ баһаһын белеп, һөйөүгә лайыҡ булыуын аңлап, иң мөһиме – үҙен нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнеп үҫә. Атаһы уның ыңғай яҡтарын ғына түгел, ә киреләрен дә ярата бит, тимәк, шулай булырға тейеш. Был сифат ҡыҙ балаға тормош ҡаршылыҡтарын еңергә, һәр кәртә алдында баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Икенсенән, үҙен батша ҡыҙылай күреп ҡурсалаған атаһының да терәген тоя, ул үҙен ысын гүзәл зат тип таный. Шуға ла бер нәмәнән дә ҡурҡмай, нимә теләй – шуға ирешә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡта, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, балаларҙы ниндәйҙер сиктәр эсенә индерәбеҙ. Мәҫәлән, совет заманында беҙгә: “Башҡалар кеүек бул”, “Ололарға ҡаршы өндәшмә”, “Үҙ фекереңде ҡысҡырып белдермә”, – тип өйрәтә килделәр. Бындай мөхиттә бала үҙен иркен тота алмай, әлбиттә.

Балаларҙың һәр ҡылығын тәнҡитләп, тыйып үҫтереү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ул үҙенең баһаһын белмәй, башҡалар алдында үҙен кәм тоя башлай. “Мин насар”, “Мин бер кемгә лә тиң була алмаясаҡмын”, “Мине бер кем дә яратмаясаҡ” кеүек үҙенә ҡарата кире мөнәсәбәте кеше менән, бигерәк тә ир заты менән, тығыҙ аралашырға ҡамасаулай. Ғаилә ҡорорға ваҡыт еткәс, һөйгәненә тиңһенмәй, бәхетен ҡулдан ысҡындырыуы ихтимал.

Үҙ-үҙен түбән баһалаған ҡыҙҙарға һәр саҡ уларҙың матур, аҡыллы булыуҙарын иҫбатлап торорға кәрәк. Донъя хәҡиҡәте шул – кеше һине яратһын өсөн, башта үҙеңде яратырға өйрәнеү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙе ошо һөйөү юҡлығы йәки уны башҡанан эҙләү бәхетһеҙ итә лә инде.

Ныҡлы ғаилә нигеҙе – ул мөнәсәбәт, ә уларҙы дөрөҫ ҡора белеү – ҙур хеҙмәт. Бәләкәйҙән үк һөйөүҙән мәхрүм булғандар ғаилә ҡорорға баҙнат итеп бармай. Әсәһе кеүек һөймәгән кешегә буйһоноп, уның бөтә ҡылыҡтарына түҙеп, ғүмерен заяға уҙғарырға теләмәй. Шунлыҡтан күпселек ҡыҙҙар, төп булмышын онотоп, үҙ яйы менән көн күреүҙе хуп күрә һәм йәшлеген карьера төҙөүгә бағышлай. Йәнәһе, эштә үҙен күрһәтеп, тирә-йүндәгеләрҙең ихтирамын яулай. Ул бер-бер артлы хеҙмәт баҫҡысы буйлап күтәрелә, ә күңелдә барыбер бушлыҡ ҡала. Карьера һалҡын төндәрҙә йылытмай шул.

Ҡайһы бер ҡыҙҙар, киреһенсә, ғаиләлә алып етмәгән йылыны иренән таптыра, мөхәббәтен иҫбатларға ҡуша. «Ә һин мине яратаһыңмы?» тигән һорау йыш ҡабатлана бындай ғаиләлә. Үҙенә иғтибар йүнәлтер, йылы һүҙ ишетер өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙерлеген аңғарта.

Бала сағынан яҡын кешеләрең терәген тоймаған ҡыҙ бары тик үҙенә генә таянырға кәрәк тигән ҡараш менән йәшәй. Шуға ла һәр ваҡыт тик алдынғы позицияны һайлай. Ғаиләле булғас та, үҙ елкәһенә бөтә ир-ат бурыстарын йөкмәй, барлыҡ проблемаларҙы үҙе алдан йөрөп хәл итә. Ире икенсе планға күсә, дәрәжәһе төшә. Теҙгенде үҙ ҡулына алған ҡатын тора-бара тормош иптәшен дә контроль аҫтына ала. Ғәҙәттә, бындай ҡыҙҙар тулы булмаған ғаилә йәки «йомшаҡ холоҡло» атай өлгөһөндә үҫә. Уның өсөн ғаилә башлығынан күберәк эшләү, мөһим мәсьәләләрҙе сисеү ғәҙти ҡабул ителә.

Психологтар фекеренсә, ҡыҙ бала айырыуса һөйөү-наҙға мохтаж. Уларҙың боҙоҡ юлға баҫыуы тәрбиә, контроль етмәүенән генә түгел, атай кешенән иғтибар, яратыу етмәүенән дә килә. Баланың психикаһы дөрөҫ үҫешһен өсөн атай-әсәй сабыйы менән көнөнә мең тапҡыр бәйләнешкә инергә тейеш тип кәңәш итә. Әлбиттә, баланы көнө буйына яратып ултырып булмай, ә бына ваҡытында арҡаһынан һөйөп, башынан һыйпап йә булмаһа матур һүҙҙәр әйтергә лә мөмкин.

Атай – әсә, әсәй атай һөйөүен алыштыра алмай. Шуға ла ҡыҙ баланың бәләкәйҙән икеһенең дә һөйөүен тойоп үҫеүе мөһим. Кире осраҡта сабый йылы өндәшкән, йылмайып ҡараған һәр бер кешегә ылығып барыр. Ҡайһы саҡта атаһынан алып бөтмәгән йылылыҡ, наҙ эҙләп, иртә сит-ят ир-атҡа тартыла башлауы ла ихтимал.


“Ҡыҙ баланы нисек иғтибар менән боҙмай, ысын гүзәл зат итеп тәрбиәләргә?” тигән һорау менән беҙ психологка мөрәжәғәт иттек.

Лилиә Йәнтилина, педагог-психолог:

“Ҡыҙ балала тәү сиратта ҡапма-ҡаршы затҡа ышаныу хисе тәрбиәләү мөһим. Ул – атай кешенең төп бурысы. Бәләкәй генә сабыйын күккә ташлап, һикертеп уйнаған атайға, уның көслө ҡулдарына ышаныу тойғоһо ошо саҡта уяна һәм ғүмер буйына оҙата килә. Велосипед, машина йәки ролик конькиҙарында ла ҡыҙҙар менән көслө заттар йөрөүе отошло. Сөнки әсәйҙәр, үтә хисле зат булараҡ, сабыйының хәүефһеҙлеге өсөн борсолоп, балаға ҡамасаулай ғына. Ә атайҙар, ғәҙәттә, хис-тойғоға бирелеп бармай, улар баланың иғтибарын тулыһынса һөҙөмтәгә йүнәлтә. Шунлыҡтан атай кешенең ошондай яуаплы мәлдәрҙә эргәлә булыуы – бала өсөн ҙур ярҙам һәм терәк.

Тәрбиә эшендә урыны менән ҡаты ла булырға тура килә ололарға. Әммә ҡыҙ бала менән ир баланы бер тигеҙ шелтәләргә ярамай. Тәүгеләренә тауыш, ҡул күтәреүҙән тыйылырға, уларға ҡарата ғәҙел булырға тырышығыҙ. Мотлаҡ рәүештә ни сәбәпле теге йәки был яза бирелеүҙе аныҡлап үтегеҙ. Шул осраҡта ғына һеҙҙең шелтә урын-еренә етер.

Балағыҙҙы кескәй сағынан уҡ шәхес итеп күрергә өйрәнегеҙ. Ул шәхесте һеҙ тыуҙыраһығыҙ. Шуға ла күберәк сабыйығыҙҙы ҡыҙыҡһындырған темаға һөйләшергә, бергә ял көндәрен үткәрергә кәрәк. Йылы һүҙҙегеҙҙе, комплиментығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ гүзәл затҡа. Ҡыҙығыҙ ҡурсалауға, һөйөү-наҙға башҡарған эше өсөн түгел, ә бар булғаны өсөн лайыҡлы икәнен белеп үҫһен”.

Бәләкәсегеҙ тиҙ генә үҫер ҙә китер, ә уның оло тормошҡа нисек аяҡ баҫыуы, ниндәй тормош иптәше һайлауы һеҙҙән тора, ҡәҙерле атайҙар. Ҡыҙҙарығыҙҙың бала сағын күҙҙән ысҡындырмағыҙ!