Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
7 Апрель 2018, 00:14

Бибигөл менән Әбейсыуаҡ. Әкиәт

...Алайым тип үрелһә, таш өҫтөндә бәләкәй генә бер бөжәк аяҡтарын тарбанлатып ята икән. Бибигөл хәлһеҙ генә йән эйәһен усына ала. Ҡыҙыҡайҙың бығаса бындай бөжәкте күргәне булмаған...


Бер ауылда Бибигөл исемле ҡыҙыҡай йәшәгән. Ул бик уңған, ярҙамсыл булған.

Бер көн ул шишмәгә һыуға килгән. Биҙрәләрен тултырған да көйәнтәһенә үрелгән. Шул саҡ йылтыр ғына таш күреп ҡалған. Алайым тип үрелһә, таш өҫтөндә бәләкәй генә бер бөжәк аяҡтарын тарбанлатып ята икән. Бибигөл хәлһеҙ йән эйәһен усына ала. Ҡыҙыҡайҙың бығаса бындай бөжәкте күргәне булмаған. Йоҡа ғына тиреле, төҫһөҙ генә йән эйәһе әле бер аяғын, әле икенсеһен һелкеткән. Бибигөл бахырҙы икенсе ташҡа күсереп һалған да, япраҡ менән ҡаплап ҡуйған.

Иртәгәһен Бибигөл шишмәгә тағы килгән. Һулып барған япраҡты күтәрһә, унда кисәге танышы ятҡан. Ҡыҙыҡай бөжәккә һыу эсергән, ҡояшта ҡыҙындырған. Шул саҡ бөжәк күҙҙәрен асҡан.

– Сәләм! – тип ҡыуанып киткән Бибигөл. – Һин кем? Мин һине белмәйем...

– Мин – Әбейсыуаҡ. Алыҫ-алыҫтан килдем. Мин йәшәгән яҡта ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра, бөтә нәмә көйөп бөттө, асығабыҙ, һыуһайбыҙ. Мин ашарға, эсергә эҙләп сығып киттем. Тик... ҡанаттарым тишелеп, кейемем туҙып бөттө. Әсәйем-атайым янына ҡайта алмайым инде, – тип илап ебәрә бөжәк.

Бибигөл уны бик йәлләй. Уға тиҙерәк ярҙам иткеһе килә.

– Әйҙә һиңә күлдәк тегәбеҙ! – ти ул. Уға өләсәһе һабантуйға тип сылт ҡыҙыл төҫтәге күлдәк теккән була. Бибигөл шул матур күлдәгенең бал итәктәрен һүтә лә бөжәккә күлдәк тегә. Уны Әбейсыуаҡҡа кейҙерә.

– Ҡыҙыл төҫ һиңә бик килешә! – ти Бибигөл һоҡланып. – Ул һине дошмандарҙан һаҡлар, сағыу ҡыҙыл төҫтән ҡурҡа улар.

Яңы, матур, йылы күлдәгенә Әбейсыуаҡ эй ҡыуана! Ҡыҙыҡайға күп итеп рәхмәттәр әйтә. Бибигөл дә яңы дуҫына ҡарап һөйөнә. Уға тағы берәй яҡшылыҡ эшләргә теләй. Шунан ул муйынындағы ҡара мәрйен муйынсағын ысҡындыра ла мәрйен бөртөктәрен Әбейсыуаҡтың күлдәгенә теҙә.

Бөжәктең тиҙерәк туғандары янына ҡайтҡыһы, әсәһе менән атаһын ҡыуандырғыһы килә.

– Рәхмәт һиңә, Бибигөл! Әммә миңә осорға кәрәк, – ти ул.

– Туғандарыңды бында алып кил, ашарға-эсергә лә, күлдәк тегергә минең бал итәктәрем дә етер, – тип тороп ҡала ҡыҙыҡай.

– Рәхмәт! Беҙ тиҙҙән килербеҙ, – тип Әбейсыуаҡ тыуған яғына осоп китә.

Бибигөл көн дә шишмәгә килгән. Ҡыҙыл күлдәгенең бал итәктәрен, муйынсаһының мәрйендәрен дә үҙем менән йөрөткән.

Ниһайәт бер көндө Бибигөлдөң иңенә Әбейсыуаҡ килеп ултырған! Уның артынса ҡыҙҙың ҡулына бер-бер артлы башҡа әбейсыуаҡтар ҙа ҡунған. Ҡыҙыҡай уларҙы ашатҡан-эсергән, матур күлдәктәр теккән.

– Ҙур рәхмәт! Һин беҙҙе ҡотҡарҙың. Теләгеңде әйт, үтәрбеҙ! – тиҙәр ҡыҙыл күлдәкле, ҡара мәрйенле әбейсыуаҡтар.

Бибигөлдөң үҙенә бер нәмә лә кәрәкмәгән. Әммә ул йәшелсә-емеш өсөн бик борсолған. Сөнки йәшелсә-емеште телә тигән бәләкәй генә бөжәктәр үҫтермәй, ашай ҙа бөтә икән.

– Баҫыуҙағы теләнән ҡотолдороғоҙ! – ти Бибигөл яңы дуҫтарына.

– Теләгенде әйт тә мине күккә сөй, – тип Әбейсыуаҡ Бибигөлдөң усына ултыра.

Ҡыҙ теләген ҡысҡырып әйтә лә бөжәкте күккә сөйә. Бер өйөр әбейсыуаҡтар баҫыуға барып төшә, теләләрҙе ҡырып һала.

Бибигөл менән Әбейсыуаҡ араһындағы дуҫлыҡ ғүмер буйы дауам иткән. Беҙҙең көндәрҙә лә Бибигөлдөң балаларының балаларының балалары әбей сыуағын осратһа, усына ултырта ла теләк әйтә, шунан күккә сөйә. Хыялдар ысынлап та тормошҡа аша. Әбейсыуаҡ менән Бибигөл араһындағы бәйләнеш, тимәк, һаман да бар. Ып-ысын, үҙем һынап ҡарағаным бар.



Читайте нас: