Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
8 Апрель 2018, 20:09

Дүрт миҙгел. Әкиәт

Улар көн дә иртәнән алып кискә тиклем уйнағандар, шаярғандар, көрмәкләшкәндәр ти. Ул мәлдә бер көн эсендә һауа торошо әллә күпмегә үҙгәрә икән ти. Йә ямғыр менән ҡар яуа, йә эҫе булып тора ла, унан ҡар яуа башлай, йә ямғыр яуа ла, буран сыға икән...


Борон-борон заманда йәшәгән ти дүрт малай. Уларҙың исемдәре Ҡышбатыр, Яҙбатыр, Йәйбатыр, Көҙбатыр икән. Улар көн дә иртәнән алып кискә тиклем уйнағандар, шаярғандар, көрмәкләшкәндәр ти. Ул мәлдә бер көн эсендә һауа торошо әллә күпмегә үҙгәрә икән ти. Йә ямғыр менән ҡар яуа, йә эҫе булып тора ла, унан ҡар яуа башлай, йә ямғыр яуа ла, буран сыға икән. Кешеләргә был, әлбиттә, оҡшамаған ти.

Шунан аталары бер көндө улдарын саҡырып алған да былай тигән: “Улдарым, һауа торошоноң үҙгәреүе һеҙҙән тора. Шуға ла тышта сиратлап ҡына уйнарға тура киләсәк.” Уландары риза булған.

Иң беренсе өлкән малай Ҡышбатыр уйнарға сыға. Ул әйҙә уйнай, әйҙә уйнай ти. Һис кенә лә ҡайтҡыһы килмәй икән. Шунан өйҙә ултырған өс малай сабырһыҙланып киткән.

- Нисек итеп Ҡышбатырҙы өйгә индерергә икән? - тип аптырашҡандар ти.

Яҙбатыр:

- Мин сығып ҡарайым әле, һуғышырға тура килһә, һуғышырмын, - тигән ти.

Шулай Яҙбатыр менән Ҡышбатыр тышта осрашҡандар. Өлкән малайҙың һис кенә лә өйгә ингеһе килмәй икән. Улар эй һуғышҡан, эй һуғышҡан. Бер көн ҡар яуған, икенсе көн иреткән ти. Шулай ҙа Ҡышбатыр оҙаҡ тышта уйнағас, хәлһеҙләнеп киткән. Уны Яҙбатыр еңгәс, илай-илай ҡайтып киткән ти.

Яҙбатыр ҙа үҙ ваҡыты еткәс тә тиҙ генә ҡайтҡыһы килмәгән ти. Уның менән иң бәләкәй малай Йәйбатыр алышып, саҡ ҡайтарып ебәргән. Яҙбатыр шундай ныҡыш малай икән ти, хатта Йәйҙең сираты еткәндә лә тышҡа йүгереп сығып, алышып ала ти. Шуға ла матур йәй көндәре йыш ҡына һыуытып, ҡырауҙар булып, ҡойма ямғырҙар яуып ала икән.

Йәйбатыр иң бәләкәйе булғас, Көҙбатыр ҙа үҙенең сираты етер-етмәҫтән Йәйбатырҙы баҫтырып индереп ебәргән ти. Шуға ла кесе малай рәхәтләнеп тышта уйнап та өлгөрмәй икән…

Шулай ҙа кешеләр был миҙгелдәргә күнеп, йәшәйҙәр ти. Тик дүрт малай элеккесә тышҡа бергә уйнарға сыҡмаһын, тип кенә ҡурҡып торалар икән.

Баймаҡ районы,

Өмөтбай мәктәбе уҡыусыһы.



Читайте нас: