Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
8 Апрель 2018, 15:01

Ни өсөн көн менән төн осраша алмай? Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән ти, Тәүлек тигән бер батша. Үҙе ҡартая башлағас, ул икһеҙ-сикһеҙ биләмәләрен ике улына – Көн менән Төнгә бүлеп биргән дә хакимлыҡты уларға тапшырған. Тик Төн бик көнсөл булған.


Борон-борон заманда йәшәгән ти, Тәүлек тигән бер батша. Үҙе ҡартая башлағас, ул икһеҙ-сикһеҙ биләмәләрен ике улына – Көн менән Төнгә бүлеп биргән дә хакимлыҡты уларға тапшырған. Тик Төн бик көнсөл булған. Ул гелән йылмайып-көлөп кенә йөрөгән яҡты йөҙлө, изге күңелле Көн туғанынан ныҡ көнләшкән. Ысынлап та, күңелендә тик яҡшылыҡ ҡына булғанғалырмы, Көндөң батшалығында барыһы ла ал да гөл икән. Ҡояш нурҙарына ҡойоноп, хуш еҫле гөлдәр күпереп сәскә атҡан, уларға ҡунып, матур күбәләктәр елпелдәшеп осҡан, сут-сут килеп ҡоштар һайрашҡан. Халыҡ та йоҡлап ятмаған, һәр саҡ ең һыҙғанып эш менән булған. Ә Төндөң хакимлығында барыһы ла киреһенсә икән. Ул үҙе гел һөмһөрө ҡойолоп, ҡара янып йөрөгәс, шул кәйефе башҡаларға ла күскән, ти. Унан ҡурҡып, һайрар ҡоштар ағас япраҡтары араһына боҫҡан, ҡояш тауҙар артына ҡасҡан, сәскәләр таждарын япҡан, күбәләктәр ҙә йәшенеп бөткән, ти. Ә кешеләр, өйҙәренә бикләнеп, йоҡоға талған. Бөтә ерҙә ҡараңғылыҡ һәм тынлыҡ хөкөм һөргән, ти. Көнсөл Төн Көндән үс алырға булған. Тик нисек итеп? Ахырҙа, ул Шайтандан кәңәш һораған. Икәүләп уйлағандар-уйлағандар ҙа Көндөң бөтә хуш еҫле сәскәләрен, моңло ҡоштарын, матур күбәләктәрен урларға һүҙ ҡуйышҡандар. Тиҙҙән улар был ҡара уйҙарын атҡарып та ҡуйғандар. Тик күп сәлдерә алмағандар, ти, сөнки, Ямғыр килеп сығып, уларҙы ҡыуалап ебәргән. Ә урланған сәскәләр, ҡоштар һәм күбәләктәр Көн батшаны һағынып, һарыға һабышҡан. Мәңге ҡараңғы Төн хакимлығында моңло ҡоштар һайрамаҫ булған, киреһенсә, эстәре бошоп, төнө буйы уфылдап сыҡҡан. Сәскәләр ҙә, үҙҙәренең элекке гүзәлеген, хуш еҫен юғалтып, сәнскеле, шөҡәтһеҙ бер үләнгә әүерелгән. Ә матур күбәләктәрҙең төҫө уңған. Улар һалҡын төндә өшөмәҫ өсөн, йәмһеҙ йөн менән ҡапланған. Шулай итеп, өкө тигән ҡош, шайтан таяғы тигән үҫемлек һәм төн күбәләге тигән йәмһеҙ күбәләк барлыҡҡа килгән. Ә Төн көнләшеүҙең дә, урлашыуҙың да насар ғәҙәт икәнен һуңлап ҡына аңлаған, ти. Көн кеүек изге күңелле булһаң ғына, һине барыһы ла яратасаҡ һәм йәшәүе лә күңелле буласағын төшөнгән. Тик әле булһа ла, уңайһыҙланыуҙан ағаһының күҙенә салынмаҫҡа тырышып, унан ҡаса һала, ти. Бына ни өсөн көн менән төн бер ваҡытта ла осраша алмай икән.

Белорет ҡалаһы.



Читайте нас: