Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
9 Апрель 2018, 22:43

Айыу емеше. Әкиәт

Борон-борон заманда булған ти бик матур ауыл. Уға тиң ер бер ҡайҙа ла булмаған, ти. Ниндәй генә үҫемлектәр үҫмәгән дә, ниндәй генә хайуандар йөрөмәгән бында! Бөтә халыҡ уны “Ожмах ауылы” тип атаған.


Борон-борон заманда булған ти бик матур ауыл. Уға тиң ер бер ҡайҙа ла булмаған, ти. Ниндәй генә үҫемлектәр үҫмәгән дә, ниндәй генә хайуандар йөрөмәгән бында! Бөтә халыҡ уны “Ожмах ауылы” тип атаған.

Кешеләр менән йәнлектәр дуҫ йәшәгәндәр, ти, бында. Әҙәмдәр ҡыр йәнлектәренә һунар ҙа итмәгән, киреһенсә, уларҙы үҙҙәре ашатҡан. Эргә-тирәләге урмандан да йәнлектәр Ожмах ауылына килеп, уны төйәк иткән, ти. Шулай йәнлек-януарҙар был ерҙә ишәйеп киткән. Тәбиғәткә зарар килтергән, йәнлектәрҙе үлтергән кешене был ауылдан ҡыуыу язаһы көткән, шуғалырмы, бер кем дә тәртипһеҙлек күрһәтеп йөрөмәгән, ти.

Тора-бара кешеләр урман кейектәре менән шундай дуҫлашҡан ти, теләктәре булғандар уларҙы ҡулға эйәләштереп үҙҙәрендә көтә башлаған. Урмандағы емеш-еләк, үҫемлектәрҙе алып ҡайтып үҫтереп, тәрбиәләп, бер-береһенә таратҡандар ти. Ауыл халҡы ла үҙ-ара дуҫ, берҙәм икән.

Ләкин Ожмах ауылына ҡыҙыҡҡандар ҙа аҙ булмай. Уны баҫып алып, януар-кейектәрен үҙҙәренә буйһондорорға, әҙер баҡсалы матур йорттарҙа йәшәргә теләгән боҙоҡ кешеләр тураһында хәбәрҙәр ишетелә башлай. Шуға халыҡ кәңәшләшкәндән һуң ауылға етәксе һайлай. Ул сос, оҫта, батыр, зирәк Ғәзиз исемле егет була.

Көндәрҙән бер көндө Ожмах ауылын яулар өсөн Ҡотлояр исемле бай үҙенең ғәскәре менән һөжүм итә. Ләкин Ожмах ауылы халҡы үҙҙәренең берҙәмлеге менән хандың ғәскәрен кире ҡаға. Шалай нисә тапҡыр баш күтәрһә лә, ауыл халҡы бирешмәй ти Ҡотлоярға.

Ожмах ауылында йәшәгән Киребайҙың да Ғәзиз батыр урынына башлыҡ булғыһы килгән. Халыҡ уны һайламағанға төшөнкөлөктә йөрөгән яуыз әҙәм һиҙҙермәй генә Ҡотлояр хан менән осраша. Ул ауылдаштарының йәшерен еңеү серен һәм ауылға баҫып инеү өсөн серле урындарҙы күрһәтә ти.

Шулай тыныс бер көндө Киребай арҡаһында Ожмах ауылы Ҡотлояр хан ҡулына ҡалған ти. Улар ғәскәрҙәре менән төндә баҫып инеп, Ғәзиз батырҙы ҡулға алғандар, байтаҡ ауыл халҡы тыуған ерен ташлап ҡасып киткән ти.

Хәҙер инде ауылға башлыҡ булған Киребай менән Ҡотлояр хан йәнлектәрҙе аяуһыҙ ҡыра, үҫемлектәрҙе төбө-тамыры менән йолҡа башлаған ти. Шулай күҙ алдынада балҡып торған Ожмах ауылы көндән-көн матурлығын юғалта, ҡорой бара ти.

Көндәрҙән бер көндө Киребай, Ҡотлояр үҙҙәренең дуҫтары менән һунарға сыҡҡандар ти. Улар урман хужаһы айыу һәм балаларын күреп ҡалалар ҙа, бәләкәс кейектәрҙе ҡыҙыҡ күреп ата башлайҙар. Йөрәге әрнегән әсә айыу ҡурҡыныс итеп үкереп ебәрә лә һунарсыларға ташлана ти. Ҡурҡыштарынан төрлө яҡҡа сабышҡан һунарсыларҙың береһе инә айыуҙы ла атып йыға. Ҡанһырап, яраланған йәнлек шул урында йән бирә… Күпмелер ваҡыттан айыуҙың йән биргән ерендә бер ҡыуаҡлыҡ үҫеп сыға, оҙаҡ та көттөрмәй уның ҡыҙыл ғына емештәре күренә.

Һаман ауылда үҙ ҡағиҙәләре менән йәшәп, аяуһыҙ тәбиғәтте ҡырған яңы халыҡ йыш ҡына һунарға йөрөй. Былар бер көн һунар ваҡытында яңы емеш ағасын күреп ҡалалар ҙа ҡомһоҙланып кем уҙарҙан ашай башлайҙар ти. Ә был емеш ағыулы икән. Уны ашаған кеше ағыуланып үлеп торған ти. Ҡомһоҙлоҡтарына баш була алмаған кешеләр ҙә урманға килгән һайын был емештән ауыҙ итеп ҡырылып торған ти, ә уның ағыулы икәнен белгән кешеләр ҡыуаҡлыҡты айыу емеше тип атағандар.

Хәҙер ҙә урманда үҫкән айыу емеше кешеләргә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға, ҡомһоҙ булмаҫҡа тип иҫкәртеп торған кеүек. Ә йәнлектәр инде Ҡотлояр хан һәм Киребай ҡулынан байтаҡ ҡырылғас кешеләргә шикләнеп ҡарай башлаған, уларҙан ҡурҡа икән ти. Уларҙың кешеләр менән дуҫлыҡтары ла шулай өҙөлгән ти.

Баймаҡ районы,
Өмөтбай урта мәктәбе уҡыусыһы


Читайте нас: