Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
9 Апрель 2018, 15:34

Сит планетала ҡунаҡта. Әкиәт

Йәшәгән, ти, Ер шарында Фаягөл тигән ҡыҙыҡай. Күрше планетала уның Сафия исемле әхирәте булған. Улар космоста йөрөгәндә танышҡан. Метеорит ямғыры яумаған ваҡытта улар асыҡ космоста уйнарға яратҡан.


Йәшәгән, ти, Ер шарында Фаягөл тигән ҡыҙыҡай. Күрше планетала уның Сафия исемле әхирәте булған. Улар космоста йөрөгәндә танышҡан. Метеорит ямғыры яумаған ваҡытта улар асыҡ космоста уйнарға яратҡан. Бер көндө Сафия әхирәтен тыуған көнөнә саҡырған:

– Фаягөл, иртәгә минең планетаға ҡунаҡҡа кил! Матур байрам буласаҡ!

Фаягөл ҡунаҡҡа йөрөргә бик-бик ярата, шуға тиҙ генә ризалаша. Тыуған көндә һәр саҡ торт була бит, ә ул – тәмлетамаҡ. Етмәһә, быға тиклем бер ҡасан да сит планетала булғаны юҡ.

Иртәгәһенә Фаягөл бүләккә ҡара сәсле ҡурсаҡ, алһыу төҫтәге шар ала ла, ракетаһына ултырып, әхирәте йәшәгән планетаға оса. Бына ул ракетанан сыға һәм аптырап ҡала. “Ҡайҙа бында ағастар? Ҡайҙа йәмле сәскәләр? Ҡайҙа йылға-күлдәр?” – ти ул тирә-яғына ҡарап.

Бөтә ерҙә оло-оло ҡый өйөмдәре ята, яланғас тауҙар теҙелгән, аяҡ аҫтында батҡаҡ ласҡылдай икән.

Шул саҡ туңдырма ялай-ялай китеп барған ике ҡыҙыҡайҙы күрә. Туңдырмаларының ҡағыҙын ергә ташлайҙар.

– Эй! Нишләп аяҡ аҫтына сүп ырғытаһығыҙ?! Ярамай бит! – ти тегеләргә Фаягөл.

Ҡыҙҙар йәмһеҙ шарҡылдашырға тотона. Шунан береһе:

– Беҙгә аҡыл өйрәтергә һин кем?! Өләсәй ҙә сүпте ергә ташлаған, әсәйем дә. Беҙ ҙә ырғытабыҙ инде, – ти ҙә сүп өйөмөнә тибеп ебәрә.

– Кеҫәгеҙгә һалып алығыҙ, ҡайтҡас ташларһығыҙ! – ти уларға Фаягөл.

Әммә ҡыҙҙар шарҡылдауын ғына белә.

Ҡапыл ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге туҙан өйөрмәһе күтәрелә. Сүп-сар ҙур болот булып осоп бара икән. Ҡыҙҙың тамағы әсетә, күҙҙәренә йәштәр тығыла, иркенләп тын да ала алмай. Сәскәле ҡыҙыл күлдәге, ап-аҡ сандалийҙары бысрана.

Планетаһына кире ҡайтам, тип торғанда әхирәте атаһы менән килеп етә.

– Элек беҙҙең планета ла Ер кеүек матур ине, – тип һөйләй Сафияның атаһы. – Урмандарҙа ҡоштар һайраны, төрлө хайуандар йәшәне, йылғаларҙа балыҡтар ҡарпыны. Тик һыуҙы бысраттыҡ, ҡый-һайҙы аяҡ аҫтына ташланыҡ, ағастарҙы күпләп һындырҙыҡ. Бысраҡ булғас сәскәләр ҙә үҫмәй, хайуандар ҡасып китеп бөттө, һыу ҙа ер аҫтына ҡасты...

Фаягөлдөң тиҙерәк ҡайтҡыһы килә, хатта торт ашағыһы килмәй. Әхирәтенә бүләктәрен тапшыра ла Ер шарына ҡайтып китә. Сафия ла уның менән бара. Фаягөл әхирәтенә сүп-сар һалырға күп итеп кәрзиндәр, һауыттар, моҡсайҙар бирә. “Планетаңдағы бөтә кешеләргә лә таратып бир, ҡыйҙарын ошонда ғына һалып йөрөһөндәр”, – ти. Ә әсәһе Сафияға төрлө-төрлө сәскә орлоҡтары бүләк итә, ҡайтҡас бар планетаны тултырып сәсергә ҡуша.

Бер йыл ваҡыт үтә. Бер көндө Сафия әхирәтен йәнә тыуған көнөнә саҡыра.

– Иртәгә тыуған көнөм! Кил, йәме?

Фаягөлдөң ул планетаға бөтөнләй барғыһы килмәй. Шулай ҙа әхирәтенең һүҙен кире ҡағырға баҙнат итмәй. Бүләккә йомшаҡ уйынсыҡ һәм һары төҫтәге шар ала ла, ракетаһына ултырып, Сафияларға оса. Планетаға барып төшә. Күҙен йомған килеш кенә ракетаһынан сыға. Оҙаҡ тора ул шулай. Йәмһеҙ күренештәрҙе ҡабаттан күргеһе килмәй. Аһ, танауына саф һауа бәрелде. Ҡоштар сутылдағаны ишетелә, йүгерек шишмә сылтырай, әллә ағастар ҙа шаулай инде? Ҡыҙ ипләп кенә күҙен аса. Шунан кире йома. Тағы аса. Тирә-яҡта аллы-гөллө сәскәләр үҫә, күбәләктәр оса, аяҡ аҫтында йомшаҡ ҡына күгүлән.

– Ниндәй матур! – ҡыуанысына ҡысҡырып ебәрә Фаягөл.

– Ер ҡыҙына сәләм! – тип кемдер уға өндәшә. Әйләнеп ҡараһа, теге ваҡыттағы ике ҡыҙыҡай ҡул болғап тора.

– Беҙ хәҙер сүп-сарҙы ергә ташламайбыҙ, һин ебәргән кәрзин, һауыттарға ғына һалабыҙ, – ти улар йылмайып. – Сәскәләреңә лә ҙур рәхмәт! Беҙгә таҙа, матур тәбиғәт, саф һауа бик оҡшай!

Ошо көндән һуң ике планета ҡыҙҙары бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бергә уйнай башлайҙар.



Читайте нас: