Борон-борон заманда мөғжизәләр илендә йәшәгән, ти, тылсымлы күбәләк. Ул һоҡланып туйғыһыҙ, бик матур булған. Хатта һөйләшә лә белгән. Күбәләк, Ер йөҙөндә минән дә матурыраҡ йән эйәһе юҡ, тип уйлаған. Ысынлап та, бөтә тере йән уға ҡарап таң ҡалған. Бер ҡанаты алтын, икенсеһе көмөш төҫлө күбәләк үҙ илен нурға ҡойондороп, балҡытып йәшәгән, ти. Ләкин күбәләктең бер насар ғәҙәте лә булған: ул бик маҡтанырға, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйырға яратҡан.
Бөр көндө күбәләк башҡа яҡтарҙы күрергә, матурлығы менән маҡтанырға тип осоп киткән, ти. Ул ауылға барып сыҡҡан. Ауыл ситендәге өйҙөң баҡсаһында матур ғына күлдәкле, ал таҫмалар таҡҡан ҡыҙыҡай уйнап йөрөгән. Ҡыҙыҡһынып, күбәләк яҡыныраҡ килеп ҡарарға булған...
Шул саҡ ни күрһен! Баҡсалағы аллы-гөллө сәскәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, уларҙың матурлығын әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел икән. Береһенән-береһе матур сәскәләрҙе күреп маҡтансыҡ күбәләк телһеҙ ҡалған. Үҙен иң матуры тип уйлап, хаталаныуын аңлаған ул. Ошонан алып күбәләктәр һөйләшмәйҙәр, ти. Бары ваҡыт-ваҡыты менән сәскәләргә ҡунып үҙҙәрен сағыштырып ҡына китәләр икән.