Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
24 Ғинуар 2019, 18:29

Әсәй, мин бүтән мәктәпкә бармайым!!!

Уҡытыусының ғәйебе ҙур - сөнки ул уҡыусыһының ҡылыҡтарын аңламай һәм аңларға ла теләмәй. Ата-әсәнең вайымһыҙлығы, кире мөнәсәбәттең нигеҙе нимәлә икәнен асыҡларға ашыҡмауы ла төп сәбәптәрҙең береһе булып тора

Башланғыс синыф уҡыусыларының “мәктәпкә бармайым” тип йыш ҡына илап ҡайтыуы әллә ни аптыратмай. Быға балаларҙың йә үҙ-ара ыҙғыш сығарып бер-береһен кәмһетеүе, үсекләшеүе, йә тас та тос һуғышып китеүе, ә айырым осраҡтарҙа уҡыусы менән уҡытыусы араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ сәбәпсе.

Бала алдында уҡытыусының абруйы ҙур. Әгәр ҙә остазы тәрбиәләнеүсеһенең уҡыуы йәки тәртибе менән ҡәнәғәт түгел икән, уҡыусының үҙ-үҙенә ҡарата баһаһы кәмей, ышанысы юғала. Ә ихтирам иткән кешеһенән маҡтау һүҙҙәре ишеткән һайын, киреһенсә, үҙ уңышына ҡыуана һәм тағы ла алға ынтыла.

Аңлашылмаусанлыҡтарҙың сәбәбе

Уҡытыусының ғәйебе ҙур - сөнки ул уҡыусыһының ҡылыҡтарын аңламай һәм аңларға ла теләмәй. Ата-әсәнең вайымһыҙлығы, кире мөнәсәбәттең нигеҙе нимәлә икәнен асыҡларға ашыҡмауы ла төп сәбәптәрҙең береһе булып тора.
Ҡайһы саҡта уҡытыусы баланың дәрес ваҡытында ҡамасаулауының, бирелгән мәсьәләләрҙе сисеү ауырға тура килеүенең сәбәптәрен аңлап етмәй. Шуға ярҙам да итә алмай. Һәм ғәйепте ата-әсәләрҙән күрә. Ә һуңғылары уҡытыусының әйткәндәренә ҡолаҡ та һалмай.
Психологтар бындай осраҡтарҙа йыш күҙәтелгән бер нисә сәбәпте айырып йөрөтә.
1. Ғәҙәттә, ижади фекерләүсе, үҙ йәше өсөн бик аҡыллы, күпте белгән, тиктормаҫ балалар үрҙә атап үткән хәлгә тарый. Ундайҙарҙың һәр саҡ үҙ фекере була. Һәм, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, дәрес барышында бер үк нәмәләрҙе “йөҙ тапҡыр” ҡабатлау уның өсөн күңелһеҙ була башлай. Шуға күрә ул йыш ҡына теманы тыңламай, шаярып ултыра. Уҡытыусы быны уҡыусыһының тәртипһеҙлеге тип аңлай һәм үҙенең баһаһы кәмеүенән ҡурҡа.
2. Үҫмерҙәр, тиңдәштәренең ихтирамын яулау ниәте менән, уҡытыусыға ҡаршы сыға (был – бала-саға араһында хөрмәт яулауҙың иң ябай ысулы): дәрес ваҡытында дөрөҫмө-түгелме, фекерен белдерә, телләшә, үҙен юғары итеп күрһәтергә тырыша. Уҡыусы менән бындай конфликт бигерәк тә үҙенең хис-тойғоларын тота алмаған, ҡыҙыу ҡанлы уҡытыусы араһында килеп тыуа.
3. Ыҫпайлыҡҡа, тышҡы ҡиәфәткә, дәфтәр һәм көндәлектәрҙең бөхтәлегенә артыҡ иғтибар бүлгән уҡытыусы менән был талаптарға яуап бирергә әҙер булмаған балалар (ҡағиҙә булараҡ, башланғыс синыф уҡыусылары) араһында ла көсөргәнешле хәлдәр йыш күҙәтелә.
4. Киләһе конфликт уҡытыусының квалификацияһы түбән йәки уҡыусының әҙерлек кимәле юғары булғанда килеп сыға. Уҡыусы уҡытыусыһын бөтәһенә лә ишетерлек итеп тәнҡитләй, төҙәтмәләр индерә икән, өлкән кеше хистәрен йүгәнләй алмаҫҡа ла мөмкин. Ә инде уҡыусы, дөрөҫ “яуап” бирмәһә, ҡапма-ҡаршылыҡ тыуырын көт тә тор.
Уҡытыусыһы менән киҫкен мөнәсәбәттә булған бала был хәлде психологик яҡтан бик ауыр кисерә: уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы кәмеүҙән башлап, депрессияға бирелеүгә, суицид ҡылыуға тиклем барып етеүе ихтимал. Шуға күрә, тиҙ арала аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолоу, мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу сараһын эҙләргә кәрәк.

Мәктәптәге проблемаларҙың сағылышы

Баланың тәртибе үҙгәрә. Мәҫәлән: шат күңелле, әүҙем уҡыусы көтмәгәндә йомоҡҡа, өндәшмәҫкә; ә яғымлыһы тупаҫҡа әүерелә.
Ғәҙәти һүҙҙәргә, хәрәкәттәргә адекват яуап бирмәй. Будильник, телефон шылтырауынан ҡурҡа, ҡағылғанда ситкә тайшана, өндәшкәндә башын яурынына тарта.
Уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы, мәктәпкә йөрөү теләге юғала. Бала йорт эштәрен башҡарыуҙан баш тарта, үҙбаһаһы кәмей. Йыш ҡына: “Математикаға минең һәләтем юҡ”, “Программист булырға йыйынмайым” кеүек һүҙҙәр ҡабатлауы ихтимал.
Ниндәйҙер дәрес йә уҡытыусы тураһында һорашҡанда, йөҙө үҙгәреп китә, агрессивҡа әүерелә. Һөйләшеүҙән баш тарта.

Ярҙам итеү ысулдары

Ата-әсә алдында бәләкәсте конфликттан ҡурсалау ғына түгел, ә киләсәктә ошондай көсөргәнешле мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итергә өйрәтеү бурысы ла тора. Түбәндәге аҙымдарҙы бергә үтеп сыға алһағыҙ, балағыҙға киләсәктә лә ҡаршылыҡтарҙы, ауыр мәлдәрҙе еңеп сығыу өсөн асҡыс тоттораһығыҙ, тигән һүҙ.
1-се аҙым. Бәләкәсте иғтибар менән тыңлау. Психологтар билдәләүенсә, тыңлаусының бурысы – нисек кенә агрессив яңғырамаһын, баланың һөйләгәнен тәнҡитләмәй, баһаламай ғына, аҙағынаса тыңлап бөтөү. Хис-тойғоларын әйтеп аңлата алмағанында, “Һинеңсә, ул ғәҙел түгелме?”, “Ҡурҡаһыңмы?”, “Үпкәләнеңме ни?” һымағыраҡ һорауҙар биреп, уға күңелендәген асып һалырға ярҙам итә алаһығыҙ. Сабыйығыҙҙың һеҙгә ҡарата ышанысы ла артасаҡ. Әммә бала алдында уҡытыусыны әрләргә йә тәнҡитләргә ярамай.
2-се аҙым. Фекер алышыу. Бер ҡасан да үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе бәйләмәгеҙ. Килеп тыуған хәлде бергәләп төрлө яҡтан сығып анализлағыҙ. Тыныс ҡына тон менән: “Уҡытыусының һине яратмағанын ҡасан һиҙә башланың?” – тип һорарға мөмкин. “Уны, бәлки, һинең оҙаҡ ваҡыт һөйләшмәйенсә ултыра алмауың ярһыталыр, асыуландыралыр?” тиеберәк, үҙегеҙҙең вариантығыҙҙы тәҡдим итеп ҡарағыҙ. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ конфликттың нигеҙе яманлыҡ ҡылырға теләүҙә түгеллеген тойорға һәм аңлашылмаусанлыҡтың сәбәбенә төшөнөргә тейеш.
3-сө аҙым. Уҡытыусы менән һөйләшеү. Бәләкәсегеҙ менән һөйләшкәс кенә мәктәпкә барырға кәңәш ителә. Уҡытыусыны ла сабыр ғына тыңлағыҙ. Балағыҙҙы ғәйепләргә лә, яҡларға ла ашыҡмағыҙ. Уҡытыусының был конфликт тураһында нимә уйлағанын асыҡларға тырышығыҙ.
4-се аҙым. Өсәүләп һөйләшеү. Проблеманы уртаға һалып һөйләшкәндә, бер-береһен ғәйепләүгә юл ҡуйылмай. Әңгәмә барышында уҡыусы менән уҡытыусы араһында аралашсы вазифаһын үтәгеҙ - көсөргәнешле хәлдән ҡотолоу, компромисҡа килеү юлдарын тәҡдим итегеҙ.
5-се аҙым. Ҡарар ҡабул итеү. Әгәр ҙә тәүге өс аҙым ыңғай һөҙөмтә бирмәһә, мәсьәләне башҡа юлдар менән хәл итегеҙ. Ғәйеп уҡытыусыла икән, ҡурҡмайынса мәктәп администрацияһына, мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Психологтар билдәләүенсә, 13-18 йәштәге балалар менән ябай ғына конфликттарҙы ла урап үтеп булмай. Был – ғәҙәти күренеш, ләкин уларҙың ҡатмарлашып китеүенә юл ҡуйырға ярамай.
* Минең яҡшы ғына танышымдың ҡыҙы мәктәптә күп фәндәрҙән өлгәшә алмай торғайны. Уҡытыусыһы һәр ваҡыт мәктәпкә ата-әсәһен саҡыртты. Һөҙөмтәлә, улар ҡыҙҙарын икенсе мәктәпкә күсерергә мәжбүр булды. Күптән түгел генә был таныштарымды урамда тап иттем. Ҡыҙыҡай шул тиклем ҡәнәғәт. Яңы мәктәп ныҡ оҡшай, ти. Уҡыуы ла яҡшырған.
* Минең ҡустым 6 синыфта ошондай уҡ хәлгә тарыны. Рус теле уҡытыусыһы менән булған аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында, бер кемгә әйтмәй, уҡыуҙы ташлаған. Мәктәпкә киттем тип сыҡҡан да, өлкәндәр эшкә юлланғас, кире өйгә ҡайтҡан. Был ҡылығы тураһында беҙ бер нисә айҙан, өйгә класс етәксеһе килгәс кенә белеп ҡалдыҡ. Шулай итеп, ул бер класты ике йыл уҡыны.

Айгөл ҠУЖӘХМӘТОВА,

БДУ-ның II курс студенты.

Читайте нас: