Бала уйнап үҫешә. Шуға ла уға ирек биреү мөһим. Өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерә тип самаһыҙ тыя башлаһаң, уның үҙ-үҙенә йомолоуы, һәләттәре асылмай ҡалыуы ихтимал. Сабый түшәктәрҙән диван эшләһә лә, китаптарын туҙҙырып, һатып уйнаһа ла, туғанының кейемдәрен ҡурсаҡтарына кейҙерһә лә, һауыттарын ысын йыуһа ла, ҡамырҙан бер нәмә әүәләп әсәһе менән бергә мейескә тығып ебәрһә лә ихтыяр итергә кәрәктер тип уйлайбыҙ. Самаһын белеп, әлбиттә. Мәҫәлән, туғанының бер ползункиһын, башлығын, бер йүргәген «бүләк итәһең”, иң аҫҡы кәштәгә үҙенең китаптарын ғына теҙәһең. Шулай уҡ үҙе һайлап кейенергә, үҙе сәсен «үрергә” теләгәндә лә ҡаршылыҡ күрһәтеү кәрәкмәйҙер тибеҙ. Уның теләгенән тыш матур итеп кейендереү кемгә кәрәк? Атай-әсәйгә! Уларға кеше алдында оят булмаһын өсөн кәрәк! Ә балаға гел генә “уны түгел, ошоно кей” тип тылҡып, үҙеңдең фекереңде, ҡарашыңды ғына тағып, уның үҙ-үҙенә ышанысын һындырырға мөмкин. Әлбиттә, тәртипле, ипле, тыңлаусан булып китеүе бар күптәрҙе һоҡландырып, ата-әсәһен ҡыуандырып. Ләкин үҙ һүҙе, теләге булмаған, ағым ыңғайына ғына йөрөгән, һәр сөскөргәнгә “ярхамбикалла” тигән һоро масса вәкиле генә булып ҡалыуы ла ихтимал.