Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
20 Июнь 2019, 22:58

Уйындың үҫешкә йоғонтоһо

Һуңғы йылдарҙа психологтар йыш ҡына сәйер күренешкә тап була: мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан һүрәт төшөрөүен һорағанда, улар хәреф йә һандар яҙа. Йә иһә “элек барыһынан да яҡшы өлгәшкән балабыҙ, университетта уҡыуҙан баш тарта” йә “класында математика буйынса иң алдынғы уҡыусы ине, хәҙер гитара сиртеп тик ултыра, башҡа бер нәмә тураһында ла ишетергә теләмәй” тигән ата-әсәләрҙе йыуатырға ла тура килә белгестәргә.


Күптәр бәләкәсенең бала сағын бәхетле, вайымһыҙ үтеүен теләй һәм мәктәпкә тиклем уның төҫтәрҙе айыра алыуына, һүрәт төшөрә, хәреф таный, һанай белеүенә артыҡ әһәмиәт бирмәй. Икенселәр сабыйҙарының үҫеше менән шул тиклем мауыға, хатта бәләкәстең ҡурсаҡ һәм машиналар менән уйнарға ваҡыты ла ҡалмай.

Сикһеҙ тормош океанында бала-кәмәне ағым ыңғайына ебәрергәме, әллә ниндәйҙер йүнәлеш бирергәме? Ҡайһыһы яҡшыраҡ – был йәһәттән бер генә уртаҡ фекер юҡ. Шулай ҙа, үҙенең бәләкәсен төрлө яҡлап үҫтерергә ҡарар иткәндәр өсөн ярҙамға белгес кәңәштәрен еткерәбеҙ.

Нимәнән һәм нисек башларға?

Иң тәүҙә 3 алтын ҡағиҙәне иҫтә ҡалдырырға кәрәк:

1. Уйын. Һәр бала уйнарға ярата, шуға ла донъя, уның үҙенсәлектәре тураһындағы белемде тап уйнау процесында тапшырыу яҡшы.

2. Ғәҙеллек. Бала менән үҙегеҙҙең теләгегеҙ булғанда ғына, ысын йөрәктән шөғөлләнегеҙ. Әгәр бәләкәс һеҙҙең ихлас түгеллегегеҙҙе тоя ҡалһа, мәғлүмәтте лә иғтибарһыҙ ҡабул итәсәк, дәрте уянмаясаҡ.

3. Фантазия. Үҙегеҙҙе сабый урынына ҡуйығыҙ һәм белем биреүҙе бәләкәс кешенең донъяға ҡарашы, уның күҙлеге аша ҡабул итегеҙ.

Тәүге бер нисә айҙа сабый күберәк йоҡлай, уның араһында – ашай, һәм ата-әсәһенең тауышы, һөйләшеүе аша донъяны танып-белә башлай. Бәләкәс менән уны һәм һеҙҙе уратып алған бар нәмәләр хаҡында һәм мөмкин тиклем йышыраҡ һөйләшергә кәрәк. Тауышығыҙ менән уйнағыҙ: ҡыҙыҡлы, ғәжәп хәлдәр, әйберҙәр хаҡында бәйән иткәндә интонацияғыҙҙы бер аҙ күтәрегеҙ, серле берәй нәмә һөйләгәндә бышылдауға күсегеҙ. Һәр хәрәкәтегеҙгә, ҡылығығыҙға аңлатма бирегеҙ, әйберҙәрҙе үҙ исеме менән атағыҙ, күргәнегеҙҙе генә түгел, нимә тойоуығыҙ, кәйефегеҙ тураһында ла һөйләгеҙ. Бәпескә төрлө наҙлы исемдәр уйлағыҙ. Иртә йәштә баланың үҫеше өсөн эмоциональ мөхит бик мөһим.

Тәүге айҙарҙа баланың төп мәғлүмәт алыу сығанағы – күреү һәм ишетеү һәләте. Шуға ла, йоҡламаған сағында ул күҙәтерлек, ҡарап ятырлыҡ әйберҙәр булһын. Сағыу уйынсыҡтар, контраст һүрәттәр, яҡындарының фотоларын күрһәтегеҙ (20-30 см алыҫлыҡтан). Өйгә экскурсия яһарға ла мөмкин.

Иғтибар өсөн күнегеү. Берәй уйынсыҡты баланың күҙ алдында төрлө яҡҡа йөрөтөгөҙ һәм бер нисә секундҡа туҡтатып, уға ентекләп ҡарарға форсат бирегеҙ. Унан уйынсыҡты йәшереп, яңынан күрһәтегеҙ.

Ишетеү һәләтен төрлө тауышлы шылтыраҡтар ярҙамында үҫтерергә мөмкин. Үҫешкә музыка бик яҡшы йоғонто яһай. Тыуғандан уҡ тыныс, күңелгә ятышлы көйҙәр (классик музыка, тәбиғәт тауыштары, бишек йырҙары) тыңлатығыҙ. Төрлө ритмдар менән таныштырығыҙ.

Һиҙемләү тойғоһон үҫтереү ҙә бик файҙалы. Бының өсөн берәй материал (мәрйен, ярма, мамыҡ, әпилкә һ.б.) тултырып эшләнгән төрлө текстуралы туҡыма моҡсайҙар ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш балаға йылы, ҡаты, тигеҙ, ҡытыршы һ.б. әйберҙәр бирергә була – улар ни тиклем күберәк, үҫешкә йоғонтоһо ла шул тиклем яҡшыраҡ.

Ижади һәләттәрҙе үҫтереү

Ф. Мухин системаһы буйынса ижади уйындар, йәғни төрлө ярмалар, тоҙ, шәкәр менән “һүрәт төшөрөү”иң ябайҙарҙан һанала. Мәҫәлән, ҡара төҫтәге ҡағыҙ һәм елем булһа, тоҙ ярҙамында ҡышҡы пейзаж эшләргә мөмкин. Бының өсөн ҡағыҙға елем-ҡәләм менән һүрәт эшләп, өҫтөнә тоҙ һибергә һәм артыҡ тоҙҙарын ҡағып төшөрөргә – һүрәт әҙер (һүрәт).

Ярмалар ярҙамында “һүрәт төшөрөү” тағы ла ҡыҙығыраҡ. Мәҫәлән, елкәнле кәмә эшләр өсөн ҡара бойҙай, дөгө (йәки он), сохарый, ваҡланған кукуруз кәрәк (һүрәт).

Ғөмүмән, Феофан Мухин хаҡлы: кухняла әллә күпме ижад төрө менән шөғөлләнергә мөмкин. Унда бала үҙен скульптор булараҡ та һынай ала. Был йәһәттән икмәктең йомшаҡ өлөшө пластилинды алмаштыра – унан күп нәмә эшләргә мөмкин, мәҫәлән, ҡарышлауыҡ (һүрәт).

Бындай ижади күнекмәләр бәләкәскә донъяны танырға ярҙам итә. Һәм тәү ҡарашҡа ижад өсөн тап килмәгән кеүек күренгән әйберҙәрҙе ни тиклем күберәк ҡулланаһың, шул тиклем яҡшыраҡ. Таныш әйберҙәрҙе (зарарһыҙ) башҡаса файҙаланыу – тирә-йүнде танып-белеүҙең, ижади шәхес тәрбиәләүҙең, стандарт булмағанса фекерләргә өйрәтеүҙең бер юлы.

Телефондан һөйләшеү

Бәләкәстәр ҡайһы бер нәмәләрҙе һүҙ менән аңлата алмағанда “ошолай эшләйбеҙ” тип күрһәтеүсән. Был уйын иһә балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, сөнки телефондан һөйләшкәндә ишара, ҡул хәрәкәте менән күрһәтә алмай, ә фекерен тик һүҙҙәр менән аңлатырға тейеш. Бәләкәс яуап бирерлек һорауҙар бирергә кәрәклеген шылтыратҡан кешегә алдан иҫкәртеп ҡуйыу яҡшы. Бала яуап ҡайтара алырлыҡ һорауҙар бирергә кәрәк, улар тәүҙә ябай ғына булһын, яйлап ҡатмарлаштырырға мөмкин.

Телмәр үҫтереүҙә шулай уҡ һорауҙарға яуап алыу мөһим роль уйнай. Мөмкин тиклем күберәк һорауҙар бирегеҙ. Тик улар әйберҙең ниндәй төҫтә булыуы, ҡайһыһы ҙурыраҡ йә бәләкәйерәк булыуына ҡайтып ҡалмаһын. Баланың тәьҫораттары, проблемалары, төрлө хәлдәргә ҡарата фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Был процесҡа атайҙарҙы йәлеп итергә тырышығыҙ. Бәләкәсегеҙ атаһына көнө буйы нимә эшләгәнен, ниндәй уйындар уйнағанын, нимәләр күргәнен, нимә оҡшағанын (оҡшамағанын) һөйләһен. Бала әле эҙмә-эҙлекле итеп һөйләй белмәй, шуға ла ярҙамсы һорауҙар бирегеҙ.

Үҫтереүсе уйындар

Һуңғы йылдарҙа психологтар йыш ҡына сәйер күренешкә тап була: мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан һүрәт төшөрөүен һорағанда, улар хәреф йә һандар яҙа. Йә иһә “элек барыһынан да яҡшы өлгәшкән балабыҙ, университетта уҡыуҙан баш тарта” йә “класында математика буйынса иң алдынғы уҡыусы ине, хәҙер гитара сиртеп тик ултыра, башҡа бер нәмә тураһында ла ишетергә теләмәй” тигән ата-әсәләрҙе йыуатырға ла тура килә белгестәргә. Быларҙың тамырын иртә бала саҡтан шәхес нигеҙҙәре һалынған ваҡыттан эҙләргә кәрәк. Йәғни бәләкәйҙән “вундеркинд” итеп тәрбиәләргә тырышыу әһәмиәте буйынса энциклопедик белем биреүҙән бер ҙә ҡалышмаған уйынды күҙ уңынан ысҡындырыу һөҙөмтәһе был.

Төрлө үҫтереүсе уйындар ҡулланып, донъяны танып-белеүҙә бәләкәскә күберәк үҙаллылыҡ бирергә кәрәк, үҙенсә тикшерһен, күҙәтһен.

Балалар өсөн уйын – фантазия менән ысынбарлыҡ сиктәренең юйылыуы, йәғни еңел генә берәй йәнһүрәт геройына әйләнә, мөһим ҡарар ҡабул иткән ата-әсә роленә күсә алыу һәләте; тәнҡиттән ҡурҡмайынса иркен һөйләшеү, уйлау тәжрибәһен туплау. Уның был яңы тәжрибәһе киләсәктә йәмғиәттәге ҡағиҙә һәм ҡиммәттәрҙе аңларға, үҙ баһаһын күтәреүгә, үҙ эгоһының үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

Уйнағанда төрлө ролдәргә инә алыуы балаға үҙен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Уйын бәләкәстәрҙе аралашырға, башҡаларҙы аңларға өйрәтә.

Уйын – ул бәләкәстәрҙең эске донъяһы менән тышҡыһының диалогы.

Ғәҙәти аралашыуҙа бала үҙенең көсөргәнешен, ҡурҡыуын, кире хис-тойғоларын белдерергә оялһа, йомоп ҡалдырһа, уйын барышында ул бындай тойғоларҙан арына, йәғни уйын – мөһим психотерапевтик ҡорал да. Шуға ла сабыйҙар йәшенмәк, баҫтырыш; ҡурсаҡ, машина уйнағанда ҡамасауламау зарур. Бәләкәсегеҙ менән дуҫлашҡығыҙ килһә, уның менән бергә уйнағыҙ, уға башҡа балалар менән уйын ойошторорға ярҙам итегеҙ.

Теләһә ниндәй эште уйынға әүерелдерергә мөмкин. Уйынсыҡтарҙы йыйырға кәрәккәндә, мәҫәлән, “Беҙҙең корабль алыҫ юлға сыға. Шуға бөтә уйынсыҡтарҙы урынына һалыуығыҙҙы һорайым” тиергә, йә башҡа төрлө уйын-ысулдар табырға мөмкин.

Үҫтереүсе уйындарҙың ҡиммәте шунда: улар тиҙ һәм һөҙөмтәле рәүештә, баланы ла, ата-әсәләрҙе лә ялҡытмай ғына, теләгән маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә.

“Уйынсыҡтар магазины” уйыны

Был уйын балалар аңында дөйөмләштереү һәм сағыштырыу функцияларын, телмәрен, күҙаллауын үҫтерә, аралашырға өйрәтә.

Уйын өсөн бер нисә төр уйынсыҡ (ҡурсаҡ, машина, айыу һ.б.) һәм таныш предметтар төшөрөлгән бер нисә һүрәт кәрәк.

Өлкәндәр балаға магазинға барырға ҡуша. “Магазинды” икенсе бүлмәлә төҙөргә (кәштәләргә уйынсыҡтарҙы теҙеп ҡуйырға) мөмкин. Тәүҙә һатыусы ролен өлкәндәрҙең береһе башҡара, һатып алыусы – ҡурсаҡ. Бәләкәс күҙәтә. Ҡурсаҡ, мәҫәлән, машина “һайлай”. Ул “һатып алған” уйынсыҡты ентекләп ҡарарға, һүрәтләргә кәрәк. Унан бәләкәскә “тауар” тәҡдим ителә.

- Ә һин нимә алырға теләр инең?

Балағыҙ бер нисә әйбер алһын һәм һәр береһен тасуирлап бирһен. Унан ролдәр менән алмашырға мөмкин.

Аш-һыу бүлмәһендә ҡулланылған үҫтереүсе уйындар

“Зоопарк”

Был уйын предметтарҙы формаһы буйынса айырырға, иғтибарлы булырға өйрәтә.

Уйын өсөн төрлө хайуан формаһындағы печеньелар, пластмасс һауыттар, таҙа клеенка кәрәк.

Зоопарк – клеенка менән ҡапланған өҫтәл. Бәләкәс – зоопарк директоры. Уның маҡсаты: хайуандарҙы ситлек, вольерҙарға (пластмасс һауыттарға) урынлаштырыу. Ә тәртип булһын һәм хайуандар “талашмаһын” өсөн уларҙың һәр бер төрөн айырым бикләү мөһим.

Монтессори ысулы

Монтессори-уйындар өсөн кухня иң тап килгән урын. Бына бер нисә вариант:

- һауытҡа бер нисә төр ярма һалып, балаға айырырға ҡушырға мөмкин. Шулай уҡ балалар фасоль бөртөктәрен йомортҡа һауытына йыйырға ярата;

- манный ярмаһын батмусҡа һирпеп, балаға шунда һүрәт төшөрөргә, яҙып ҡарарға тәҡдим итергә мөмкин;

- балаға боҙ туңдыра торған һауыт, пипетка һәм буяулы һыу бирегеҙ. Пипеткаға һыу тултырып, һауыттарға тултырһын.

Был уйындар ваҡ моториканы һәм иғтибарҙы үҫтерә.

Һыу йыйыу

Был күнегеү ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә: бала, берәй нәмә түгә ҡалһа, үҙенең артынан йыйыштыра аласаҡ. Иң тәүҙә һыуҙы губка ярҙамында бер тәрилкәнән икенсеһенә “күсерергә” өйрәтегеҙ.

Батмусҡа ике тәрилкә ҡуйығыҙ: береһе буш булһын, икенсеһе һыу менән. Губка менән нисек ҡулланырға икәнен күрһәтегеҙ – һыуҙы губкаға һеңдереп, буш тәрилкәгә һығығыҙ. Унан батмусҡа бер аҙ һыу түгеп (“яңылыш ҡына”), нимә эшләргә кәрәклеген һорағыҙ.

Үҫтереүсе уйындар һөҙөмтәһендә бала үҙен уратып алған мөхит тураһында күп нәмәләр белә, аңлай, ә өлкәндәр иһә бәләкәстәренә яҡынаясаҡ. Шуныһы: уйындар мәжбүри булырға тейеш түгел. Тағы ла өлкәндәрҙең ихласлығы, баланың теләге – тәү шарт.

Л. ҒӘЙНИТДИНОВА әҙерләне.

Балалар матурлыҡ, уйын, әкиәт, музыка, һүрәт, фантазия, ижад донъяһында йәшәргә тейеш.

В.А. Сухомлинский.

Балаларҙы яҡшы итеү ысулы – уларҙы бәхетле итеү.

Оскар Уайльд.

Читайте нас: