Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
29 Июнь 2019, 20:28

“Балаларға хеҙмәт ҡыуанысы бирегеҙ”

“Балаларға хеҙмәт ҡыуанысы бирегеҙ. Был ҡыуанысты улар үҙҙәренең башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе, уңыштары аша ала”.

Һәр быуында ата-әсәнең иң төп бурысы булып үҙеңдән һуң лайыҡлы алмаш тәрбиәләү, йәғни баланы тормошҡа әҙерләү тора. Ә инде тормошҡа әҙерләүҙә, матур, дөрөҫ итеп йәшәргә өйрәтеүҙә хеҙмәттең роле иң төп нигеҙ ул.


Милләтебеҙҙең тарихына, үҫеш юлына, ауыҙ-тел ижадына, әҙәбиәтебеҙгә һәм милләтебеҙҙең ғорурлығы булған ғалимдарыбыҙҙың башҡарған эштәренә байҡау яһаһаҡ, барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, ысын милли рухлы, тыуған илебеҙҙең — республикабыҙҙың лайыҡлы гражданы, уның юғары әхлаҡи сифаттары тик хеҙмәттә генә тәрбиәләнә икәнлеген күрәбеҙ. Был бер башҡорт халҡында ғына түгел, ә бөтә халыҡтарҙың да бала тәрбиәләү алымында асыҡ күренә.

Кеше тәпәй баҫҡандан алып үҙен хеҙмәтләндерергә: ҡалаҡ тотоп ашарға, ҡәләм тотоп яҙырға, уҡырға, ябай ғына эште лә башҡара алырға өйрәнә башлай.

Ғаиләлә малайҙар күберәген сүкеш, балта, көрәк тотоп, атай янында өйөрөлһә, ҡыҙҙар иһә ҡул эштәрен, ашарға бешереү серҙәрен әсәйҙән күреп үҫә.

Балаға эш ҡушҡас, мотлаҡ үтәлешен дә тикшерергә кәрәк. Сөнки ул үҙенең башҡарған эшенән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ла алырға тейеш. Баланың һәр уңышына, еңеүенә ҡыуаныу, ғаилә табынында бергәләп әңгәмә ҡороу, бәләкәс туғандарына олоһон өлгө итеп күрһәтә белеү ҙә мотлаҡ. Күп балалы ғаилә булараҡ, беҙ балаларыбыҙҙың үҙ-ара дуҫ, татыу, терәк-таяныс булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Апай, ағай, туғаным тиеп өндәшеү ҙә бер-береңә ихтирамды, яҡын кешеләреңә кәрәклегеңде аңлата. Шулай уҡ бәләкәс кенә тәмлекәсте лә бүлешеп ашау, атай менән әсәйгә лә өлөш ҡалдырыу – тәрбиәнең бер алымы ул. Атайҙан алда өҫтәл артына ултырмау, әсәйгә табын әҙерләшеү, олатай-өләсәйҙәрҙе ололоҡлау, туғандар менән аралашыу – былар барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә.

Бала үҙен кәрәкле итеп тойорға, наҙлы, мөхәббәтле мөхиттә үҫергә тейеш. Сөнки халыҡта ла бит “ояһында ни күрһә, осҡанында шул була” тиҙәр.

Ябай ғына эштә лә балалар менән үҙеңде тыныс тотоп, балаңа дөрөҫ йүнәлеш биреп башҡарып сыға белергә кәрәк. Көндәлек эштәрҙе үҙе белеп эшләү ҙә баланың ғәҙәтенә инергә тейеш, мәҫәлән, ашағандан һуң һауыт-һабаны йыуыу, урынды йыйыштырыу һ.б. Малайҙар, ҡыҙҙар эше тиеп, эште айырып ҡарарға, бүлергә ярамайҙыр. Йорт эштәрен берҙәй үк белеп үҫһә, малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла ғаилә ҡороп йәшәй башлағанда еңелгә тура киләсәк.

Күп ғаиләләрҙә, әгәр бала яҡшы уҡый икән, уға эш ҡушмай үҫтерәләр. Йәнәһе лә, ваҡытын юҡ-барға сарыф итмәһен, тик уҡып ҡына ултырһын. Был бик хаталы фекер, тиеп уйлайым. Яҡшы уҡыған бала дәресен дә әҙерләй, мәктәптәге түңәрәктәргә лә йөрөй, өйҙә ата-әсәһенә лә ярҙамсы була. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнгән осраҡта ғына бала ҙур уңыштарға өлгәшә ала.

Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға, ауыҙ-тел ижадына таянып, беҙ ғаиләлә милли рух та тәрбиәләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бала үҙ телен генә түгел, башҡа телдәрҙе лә хөрмәт итеп үҫһен ине. Күренекле Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов һәм башҡа бик күп әҙиптәребеҙҙе уҡый икән, Александр Пушкин, Лев Толстой һымаҡ мәшһүр рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә белһен. Сөнки бөйөк рус классиктары беҙҙең башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, йомартлығын, киң күңеллеген тик ыңғай яҡтан ғына һүрәтләй бит.

Матбуғат өлкәһендә эшләгән әсәй булараҡ, тағы ла бер етди һорауға туҡталып китмәй булмайҙыр. Әгәр ҙә һин үҙ телеңдә һөйләшә белмәһәң, туған телеңдә донъя күргән гәзит-журналдар уҡымаһаң, ғаиләлә илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ, тиеп күкрәк һуғыуҙан ғына бер нәмә лә хәл ителмәй. Бала сабый саҡтан уҡ кескәйҙәр өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналын, үҫә килә “Аманат”ты, ”Йәншишмә” гәзитен, “Йәшлек”, ”Башҡортостан”, “Киске Өфө” һәм башҡорт телендә баҫылған башҡа гәзиттәрҙе, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” һәм абруйлы “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарын белмәһә, ҡулына тотоп ҡарамаһа, уҡымаһа, милли тәрбиә тураһында һүҙ булырға ла тейеш түгел. Мотлаҡ бер нисә баҫма булһа ла яҙҙырырға, алдырырға кәрәк, тиеп иҫәпләйем. Сөнки беҙ бит матбуғатыбыҙ аша ҙур тәрбиә алабыҙ.

Шулай итеп, беҙ үҙ телен, тарихын, тамырҙарын, мәҙәниәтен яҡшы белгән, үҙ милләте менән ғаилә ҡорған, әммә башҡа милләт халыҡтары менән дә дуҫлыҡ нигеҙендә хеҙмәттәшлек итә алырлыҡ, көслө, төплө фекерле, заман талаптарына яраҡлашҡан лайыҡлы шәхестәр үҫтерергә бурыслыбыҙ. Илебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә шул саҡта ғына сәскә атыр, алға китер!

Миңлегөл ТАЙСИНА.

«Хеҙмәт кешелек тормошоноң һәм мәҙәниәтенең нигеҙе булып тора”.


(А. С. Макаренко)

“Балаларға хеҙмәт ҡыуанысы бирегеҙ. Был ҡыуанысты улар үҙҙәренең башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе, уңыштары аша ала”.

(В. А. Сухомлинский)

“Бала аҡыллы һәм фекерле булһын өсөн сәләмәт итеп үҫтерергә кәрәк: ул эшләһен, йүгерһен, ҡысҡырһын, һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын”.

(Ж. Руссо)

Читайте нас: