Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
25 Март 2020, 23:50

“Әгәр...” һүҙен мөмкин тиклем һирәк ҡулланығыҙ

Бер ваҡыт ҡыҙымдың атаһы ауыҙынан йыш ҡына: “Уйынсыҡтарыңды йыймаһаң, мин һине яратмайым!”, “Бутҡаңды ашап бөтмәһәң, эшкә китәм дә барам”, “Мине тыңламаһаң, һинең менән уйнамайым”,- кеүек янау һүҙҙәре ишетелә башланы...

Бер ваҡыт ҡыҙымдың атаһы ауыҙынан йыш ҡына: “Уйынсыҡтарыңды йыймаһаң, мин һине яратмайым!”, “Бутҡаңды ашап бөтмәһәң, эшкә китәм дә барам”, “Мине тыңламаһаң, һинең менән уйнамайым”,- кеүек янау һүҙҙәре ишетелә башланы. Был минең ҡолаҡты ярып инде. Әлбиттә ул быны ысынлап яратмағандан әйтмәй, әммә бала быны белмәй, аңламай бит әле! Ысын тип ҡабул итә. Ғөмүмән, бындай ҡурҡытыу-шарт ҡуйыуҙарҙы урамда ла йыш ишетергә тура килә: “Һәйбәт (йә тыңлаусан) булһаң ғына мин һине яратам”, “Мин илаҡ ҡыҙҙарҙы (йә малайҙарҙы) яратмайым!” Электән был алымды енем һөймәне. Баланы бит ул нимәнелер һәйбәт эшләгәне йә өлкәндәрҙе тыңлағаны өсөн генә яратмайбыҙ, беҙ уны ғөмүмән тормошобоҙҙа булғаны өсөн яратабыҙ. Эйе, һүҙ юҡ, өлкәндәр өсөн баланы тыңлата торған еңел ысул ул. Әммә был ваҡытта баланың күңелендә ниндәй уйҙар яралыуын башыбыҙға индереп сығармайбыҙ. Бәләкәс булһа ла, кеше бит ул – тоя, үҙенсә уйлай, фекерләй. Беҙҙең осраҡты алайыҡ. Ҡыҙымдың атаһы бер аҙна эшләй, бер аҙна ял итә. Бала атайһыҙ аҙнаны саҡ үткәрә, һағынып көтөп ала. Ә иң ҡәҙерле кешеһе шул мәлдә иң ауыртҡан еренә тейеп, яратмау йә эшкә китеү менән янай...
Әлбиттә, бала менән ундай телдә лә һөйләшергә тура килә. Мәҫәлән, уйынсыҡтарыңды йыйһаң ғына тышҡа сығабыҙ. Йә, тыныс ултырып ашаһаң ғына “Лего”ңды бирәм. Әммә, әгәр ундай шарт ҡуяһың икән, нисек кенә ҡыйын булмаһын, мотлаҡ үтәү мөһим. Йыймай икән – сыҡмай, матур ултырмай икән, яратҡан уйынсығы менән уйнауҙан мәхрүм ҡала...
Читайте нас: