Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
27 Март 2020, 01:05

"Шулай эшләгәнеңде тағы күрһәм, эләктерәм!"

Бала өҫтәлдәге һауыттан әле бер печеньены алып ҡаба, әле икенсеһен. Һин был хәлгә әллә ни әһәмиәт тә бирмәҫкә мөмкинһең, нимәһе бар инде, үҙеңдең балаң бит, һыныҡтарын ашайһың да ҡуяһың. Әммә, килешәһегеҙҙер...

"Шулай эшләгәнеңде тағы күрһәм, эләктерәм!.."
Өлкәндәр теленән йыш ысҡына бындай һүҙҙәр, әммә эш ҡурҡытыуҙан ары үтмәй. Һөҙөмтәлә, атай ҙа, әсәй ҙә янап әйткән һүҙҙәрен үтәмәй, ә бәләкәс кеше ҡурҡа һәм күңелендә һеҙгә ҡарата рәнйеү тороп ҡала. Бала теге йәки был хәлдә үҙенән нимә талап ителгәнен һәм нимә көтөргә кәрәк икәнен аныҡ белеп торорға тейеш.
Беҙ был ҡағиҙәне балаларҙың бәләкәй саҡтарынан тоторға тырыштыҡ. Ҡайһы берҙә исем өсөн булһа ла. Мәҫәлән, бала өҫтәлдәге һауыттан әле бер печеньены алып ҡаба, әле икенсеһен. Һин был хәлгә әллә ни әһәмиәт тә бирмәҫкә мөмкинһең, нимәһе бар инде, үҙеңдең балаң бит, һыныҡтарын ашайһың да ҡуяһың. Әммә, килешәһегеҙҙер, ситтән ҡарап тороуға бик үк матур күренеш түгел. Баланың тәртипһеҙлеген күрһәтә. Печенье артынан үрелгәндә нимә эшләргә белмәй: “Алдыңдағын ашамайынса, яңыһын алһаң, ҡулыңа һуғам!” тип янайһың. Ә балаға ҡыҙыҡ, ул һеҙҙең һүҙҙәрҙе тиҙ үк онота ла, әлбиттә, яңынан үрелә! Бына шундай мәлдә әйткән һүҙеңдә тормаһаң, ҡулына еңелсә генә һуғып: “Мин һиңә, улай ярамай, юҡһа ҡулыңа һуғам, тип әйткәйнем. Кеше берәүҙе алған икән, тәүҙә шуны ашап бөтә, шунан ғына икенсеһен ала”, - тип тағы берҙе аңлатыу менән тамамлап ҡуйһаң, күпкә һөҙөмтәлерәк. Эш боҙоу, ярамағанды эшләү язаһыҙ ҡалмай икәнен бала аңлап үҫергә тейеш.
Беҙҙең Гөлиә ҡыҙыбыҙ, эш боҙоп йөрөмәһә лә, шуҡ, шаян булды бәләкәй сағында. Уйнарға сығып китһә лә, донъяһын онота ине. Ваҡытында ҡайтһын өсөн: “Әгәр шул-шул мәлгә ҡайтып етмәһәң, мөйөшкә баҫтырам!” – тип әйтә инек. Баҫтырҙыҡмы-юҡмы, иҫләмәйем, әммә ул, мөйөштә тормаҫ өсөн, әйтелгән ваҡытҡа ҡайтып етергә тырышты гел. Бер мәл был турала мин дә, атаһы ла онотҡанбыҙ, Гөлиә артығыраҡ йөрөп ташлаған. Инде лә әле бер яҡҡа үтә, әле икенсе яҡҡа... Атаһы диванда гәзит уҡып ята. Ахырҙа уның эргәһенә килеп баҫты ла: “Атай, ҡайһы мөйөшкә барып баҫайым?” – тип һорап ҡуйҙы... Хәҙер уйлайым да, беҙҙең шундай шарт менән сығарыуыбыҙ уны ниндәйҙер бер тәртипкә өйрәткән. Әгәр беҙ, мөйөшкә баҫтырам, тип әйтеп тә, аҙаҡ онотһаҡ, бала ла шуға өйрәнер ине, эй, барыбер бер нәмә лә булмай, тип тыңлашмаҫҡа өйрәнер ине...
Читайте нас: