Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
25 Октябрь 2021, 14:45

Гөлназ Асаева ярҙам һорай

Әлбиттә, беҙ әле тәжрибәле атай-әсәй түгел...

Гөлназ Асаева ярҙам һорай
Гөлназ Асаева ярҙам һорай

Гөлназ Асаева йөклөлөгөн йәшереп йөрөүе тураһында: "Ни булды - шул булды инде", - тип белдерә  Матбугат.ру сайтында. Ошо көндәрҙә Гөлназ үҙенең тойғо-кисерештәре менән былай тип уртаҡлашты: "Ахырғаса йөклө булыуымды йәшереп килдем. Кемдер самаланы, әммә  мөйөш һайын ҡысҡырып йөрөгө килмәне. Ҡотлауҙарығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт! Дөрөҫөн  әйткәндә, бала табыуым әллә ниндәй ҙур бер ваҡиғаға, шау-шыуға әйләнеүен теләмәгәйнем. Ни булды - шул булды инде. Беҙ бик бәхетле, беҙҙе һайлағаның өсөн рәхмәт, ҡыҙым! Әлбиттә, беҙ әле тәжрибәле атай-әсәй түгел. Кем әйткәнсә, бергә үҫәбеҙ. Яҙылыусыларым  араһында кешеләр бик күп. Мин һеҙгә йыш ҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итермен әле. Үтенесемде кире ҡаҡмаҫһығыҙ тип уйлайым", — тип белдерә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: