Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
5 Ноябрь 2021, 09:25

Бынан һуң хыянат итмәһәң булды!

Тәүге тапҡыр был кисте шарап эсеп ҡараным, егет менән үбештем. Әллә мөхәббәттән, әллә шараптан иҫерҙем, белмәйем, әммә Рифтең теләгенә ҡаршы тора алманым.

Бынан һуң хыянат итмәһәң булды!
Бынан һуң хыянат итмәһәң булды!

Ирем алдында ғәйеплемен

 

Бына инде 21 йыл буйы үҙ-үҙемде ғазаплап, эстән янып көн итәм. Ҡатын-ҡыҙ бәхете өмөт итеп кейәүгә сыҡтым да бит, тик ул миңә насип булмаған икән. Юҡ, ирем һәйбәт кеше ул, ике тиҫтәнән ашыу йәшәү аралығында ҡул күтәреү түгел ауыр һүҙ ҙә әйткәне юҡ. Ул яҡтан уңдым, тик үҙ-үҙеңдән генә ҡасып булмай икән. Күңелдә йәшеренгән серем тамуҡ уты кеүек йәнде яралап, матур тормошомдоң матурлығын татырға ирек бирмәй.

Иремә оло улымдың унан түгеллеген әйтмәнем. Насар уйлай күрмәгеҙ: танышҡандан алып Нәфискә хыянат иткәнем булманы. Бары тик йәшлек йүләрлеге менән бар тормошомдо селпәрәмә килтерҙем. Бала саҡтан баҫалҡы, әҙәпле ҡыҙ булып үҫтем. Институтта уҡығанда ла йөрөгән егетем булманы, ә мәктәп йылдарын әйтеп тә тораһы юҡ ине. 3-сө курста уҡыған саҡта бер йырсы егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Ярайһы ғына билдәлелек яулаған ауыл егете, сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй. Беҙҙең менән бер бүлмәлә йәшәгән класташ ҡыҙы Гөлсөмгә ҡунаҡҡа килә. Төҫкә матур, теле телгә йоҡмай. Тәүге осорҙа ситтән генә күҙәттем, артыҡ һөйләшеп барманыҡ. Бер йыл шулай үтте. 8 март байрамы ине, бүлмәләш ҡыҙҙар кемеһе ауылға ҡайтып китте, кемеһе концертҡа юлланды. Оло бүлмәлә бер үҙем ҡалдым.

Китапҡа күмелеп ултырғанымда Риф килеп инде.

– Ҡайҙа ҡыҙҙар? Мин һеҙҙе байрам менән ҡотларға килдем, – тип өҫтәлгә торт менән шарап ҡуйҙы. – Әлфиә, байрам көндө кеше уҡып ултырамы?! Бөгөн бит һеҙҙең көн! Әйҙә, икәүләп булһа ла сәй эсеп алайыҡ.

Мин яратып йөрөгән егеттең янымда булыуына ышаныр-ышанмаҫ ҡына, әммә шатланып табын әҙерләй башланым. Тәүге тапҡыр был кисте шарап эсеп ҡараным, егет менән үбештем. Әллә мөхәббәттән, әллә шараптан иҫерҙем, белмәйем, әммә Рифтең теләгенә ҡаршы тора алманым. Ә ул иртәнсәк бер ни булмағандай торҙо ла:

– О-о-о, төш етеп килә бит һуң! Беҙҙең бөгөн репетиция! – ашыҡ-бошоҡ кейенгән арала миңә әйтер һүҙен яуҙырҙы ғына. – Әлфиүш, ғәфү ит, иҫереп киткәнмен. Һин миңә оҡшайһың ул, так что теләгең булһа осораштырғылап торорбоҙ. Тик ҡыҙҙарыңа һөйләмә йәме, юғиһә Гөлсөм ауылда һүҙ таратыр. Ә унда минең йөрөгән ҡыҙым бар. Чао! Осрашҡанға тиклем!

Ишек ябылыу менән үкһеп илап карауатҡа ҡапландым. Иҫерек егет минең хистәремде аңламаны, хатта ҡыҙлығымды алғанын да һиҙмәне шикелле. Үҙемде йәлләп иланым-иланым да тынысландым. Мөхәббәт тигән хистәрем дә юҡҡа сыҡты. Бары тик үкенес кенә ҡалды. Артабан да тырышып уҡырға тотондом. Май башында, ике байрам араһында көндәр һорап ауылға ҡайттым. Нәфис менән юлда таныштыҡ та инде. Ауыл хужалығын тамамлап, беҙҙең колхозға эшкә килгән икән. Оло юлдан беҙҙең ауылға тиклемге 12 саҡрымды икәү бергә иҫке уазикта ҡайттыҡ. Көн һайын кис минең янға килә, таңға тиклем һөйләшеп, көлөшөп ултырабыҙ. Ихтирамлы булыуы, алсаҡ, эшсән булыуы оҡшаны. Аралашҡанда ла белемле, мәҙәниәтле кеше икәне күренеп тора.

Еңеү көнө ине, клубта үткән байрамдан һуң өйгә ҡайтырға сыҡтым. Нәфис ҡыуып етте лә, ҡасан Өфөгә юлланыуымды һораны.

– Иртәнән һуңға.

– Улайһа бөгөн яусылар көт. Ата-әсәйем, фатир хужаларым менән бергә шунда уҡ никах уҡытырбыҙ. – Минең аптырап тороуымды күрҙе лә, көлөп ебәрҙе. – Ҡурҡма, бәхетле йәшәрбеҙ. 26 йәшемә етеп тәүге тапҡыр һиңә ғашиҡ булдым. Барыбер һиңә өйләнәм, ниңә һуҙып йөрөргә? Мәктәптә эш була тинеләр, ситтән тороп уҡырһың артабан.

Ысынлап уның менән бәхетле ғүмер иттек. Тик... Никах үткәс кенә үҙемдең ауырлы икәнемде аңлап ҡалдым. Бәлки шунда уҡ әйткән булһам, үтер ҙә китер ине. Никах алдынан ҡыҙ булмауымды әйткәс тә ғәфү иткәйне: “Ул миңә тиклем булған хәл. Бынан һуң хыянат итмәһәң булды!” – тип тынысландырҙы.

Хәҙер инде ғаиләбеҙҙә өс малай буй еткереп килә. 20 йәшен тултырған оло улыма ҡарайым да, йәшлек хатам иҫкә төшә. Һәм әлбиттә, ирем алдындағы ғәйебем барлығы тынғылыҡ бирмәй. Әйтергә ҡурҡам: ирем ғәфү иткән хәлдә лә, улым ғәфү итмәйәсәк. Үҙ атаһына оҡшап йырға һәләтле ул. Ә талантлы кешеләрҙең күңелдәре – хисләнеүсән, холҡо яндырай була. Аңламаясаҡ ул мине, сөнки Нәфисте ул хөрмәт итә, ярата. Бер береһе өсөн өҙөлөп торған ике кешене айырғым килмәй. Шул уҡ ваҡытта был сер менән артабан йәшәй алмаҫымды аңлайым. Нимә эшләргә миңә?

 

                  Әлфиә ИШТУҒАНОВА, М. районы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: