Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
28 Ғинуар 2022, 12:52

Балалар көлдөрә

Кисә уйын майҙансығында ҡыҙым менән ошондай һөйләшеү булып алды... 

Балалар көлдөрә
Балалар көлдөрә

Кисә уйын майҙансығында ҡыҙым менән ошондай һөйләшеү булып алды:
- Ҡыҙым, ул башҡорт малайы бит, ниңә уның менән русса һөйләшәһең?
- Ул үҙе русса һөйләшә бит.
- Ә һин башҡортса һөйлә.
- Ә ул барыбер русса әйтә.
- Ул урыҫтыр атыу...
- Ул башҡорт урыҫы, әсәй.

***

Магазинға китеп барабыҙ. Улымды коляскаға ултыртҡанмын, өлкәнем ҡолонсаҡ кеүек эргәмдән эйәргән. Ғәҙәттәгесә, ҡыҙымдың мең төрлө һорауҙарына яуап биреп, миллион фантазияһын тыңлап барам. Көлдөрөп тә алды:
- Әсәй, һин минең менән һөйләшмәй генә бар әле.
- Бәй, нишләп?
- Һин ят кеше тей, әйҙә. Кешеләр был ҡыҙ ҡалай ҙур, урамда бер үҙе лә йөрөй ала тип уйлаһындар.

Уның күптән инде ҙур апай булғыһы, мәктәпкә барғыһы, урамда бер үҙе йөрөгөһө килә шул....)

Рәсем: Д. Юсупова

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: