Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
12 Март 2022, 17:25

“Яулығыңды сис, мәле етмәҫ борон әбей булып йөрөмә”

Берәү ҙә ҡыҫҡа итәк кейгән, ярым шәрә ҡиәфәттәге ҡатын-ҡыҙҙы тикшермәй, ғәйепләмәй. Ә яулыҡ ябынып йөрөгәндәр кемгә ҡамасаулай һуң? Ә һеҙ яулыҡ ябыныуға нисек ҡарайһығыҙ? 

“Яулығыңды сис, мәле етмәҫ борон әбей булып йөрөмә”
“Яулығыңды сис, мәле етмәҫ борон әбей булып йөрөмә”

 

Ҡатын-ҡыҙҙың яулыҡ ябыныуына бәйле төрлө фекерҙәр ишетелеп тора, бәхәс ҡубып киткән осраҡтар ҙа бар. Ошо уңайҙан үҙемдең уйлағандарымды, тормош ҡағиҙәләремде еткермәксемен.
Яңыраҡ “Хижабты мода өсөн генә кейәләр” тигән һүҙҙе ишетергә тура килде. Аллаһ һаҡлаһын, бындай маҡсаттағы мосолман ҡатын-ҡыҙына бер сауап та яҙылмаясаҡ. Ғәмәлдәр ниәткә ҡарап баһалана, тиелә бит хәҙистә.

Иманым камил: ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе хижабты Аллаһ ризалығы өсөн ябына, кире осраҡта Раббыбыҙҙың язаһы килер тип ҡурҡа. Һәм ошолай дөрөҫ тә, сөнки Ҡөрьәндәге “Нур” сүрәһенең 31-се аятында: “Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: ярамағанға ҡарауҙан тыйылһындар, намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡлаһындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ һәм ҡул суҡтары, беләҙеккәсә) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр. Баш яулыҡтары муйындарын, яғаларын, күкрәктәрен ҡаплап торһон...” – тиелә. Был бойороҡ – ғаләм Раббыһы Аллаһтан! Уны үҙгәртергә, заманға яраҡлаштырып “йомшартырға” берәүҙең дә хаҡы юҡ. Ҡөрьәндә бойоролған икән, тимәк, ул – фарыз, йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл.

Бөгөн тоталар ҙа яулыҡҡа бәйләнәләр. Берәү ҙә ҡыҫҡа итәк кейгән, ярым шәрә ҡиәфәттәге ҡатын-ҡыҙҙы тикшермәй, ғәйепләмәй. Ә яулыҡ ябынып йөрөгәндәр кемгә ҡамасаулай һуң? Уны хижаб булараҡ ҡабул итә алмаһағыҙ, кейемдең өҫтәмә биҙәге тип ҡарағыҙ һуң, йәмәғәт. Ике яҡ өсөн дә һәйбәт булыр.
Ислам дине бәндәһенә ауырлыҡ һалмай. Мөслимәнең кейеме мосолманса – тәненә һылашып, ныҡ һығып тормаған, үтә күренмәгән, хәләл (харам аҡсаға алынмаған), таҙа һәм ғәүрәтен ҡаплаған – булырға тейеш. Уны үҙеңә оҡшағанса тектереп алырға мөмкин. Милли һыҙаттар, биҙәктәр өҫтәһәң, тағы ла һәйбәт.
Мин үҙем 15 йыллап диндәмен. Аллаһ бойороғон үтәү теләгем көслө ине. “Яулығыңды сис, мәле етмәҫ борон әбей булып йөрөмә”, – тип әйтеүселәр ҙә, үҙҙәренсә мине “йәлләүселәр” ҙә осраны. Сисмәнем, сөнки мин Аллаһтан ҡурҡам! Беҙгә әле дини ғилем етешмәй. Мәғлүм ки, был йәһәттән боронғолар бик уҡымышлы, иманлы булған. Өләсәйем, мәҫәлән, яулығын гел яҙып ябынды, күлдәктәрҙе япмалы итеп үҙе текте, уның тышынан һәр саҡ тәңкәле бишмәт кейер ине. Сәсе-башы ялбырап йөрөмәне.

Яулыҡ ябыныу гонаһҡа батмау, ауырымау, һәр яҡлап сәләмәтлекте һаҡлау өсөн кәрәк. Әйткәндәй, сәс үҙенә бысраҡ энергияны тарта.Мин үҙем байтаҡ йылдар журналист булып эшләйем. Яулыҡ ябынмаған саҡта көнөнә әллә нисә дарыу ашай торғайным, хәҙер иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, баш ауыртыуы борсомай.
Йәнә шуныһы, күптәр заманса прическаларҙы матур тип ҡабул итә. Элек мин дә шулай уйлай торғайным. Хәҙер иһә сәсен төрлөсәгә әйләндергән, бер кисә өсөн әллә күпме хаҡ түләп прическа эшләткән ханымдарҙы эстән генә йәлләйем: күпме аҡсаһы сарыф ителә бит. Диндә исраф та – гонаһ.
Алда әйткәнемсә, ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана. Барыбыҙға ла Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә яҙһын.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: