Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
5 Июль 2022, 17:40

Башҡорт ҡыҙы «Донъяның йәш һылыуҡайы» исемен һәм алтын миҙал яуланы

Регина Хужина Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡый. Балалар студияһында хореография менән шөғөлләнә.

Башҡорт ҡыҙы  «Донъяның йәш һылыуҡайы» исемен һәм алтын миҙал яуланы
Башҡорт ҡыҙы «Донъяның йәш һылыуҡайы» исемен һәм алтын миҙал яуланы

Өфө ҡыҙы Регина Хужина «Донъяның йәш һылыуҡайы» исемен һәм алтын миҙал яулаған. Был хаҡта "Башҡортостаным яңылыҡтар" хәбәр итә. 

Ошо көндәрҙә мода донъяһы Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне. Мәскәүҙә ХХ быуаттың бөйөк модельерын World Beauty гүзәллек конкурсында данланылар.

Өфөнән 10 йәшлек һылыуҡай «Донъяның йәш һылыуҡайы» исеменә һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды. Миҙалды донъя модаһы һәм матурлығы өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшыралар.

Миҙалдарға Вячеслав Зайцев, «Модалы хөкөм» программаһын алып барыусы Александр Васильев, Рәсәйҙең халыҡ артисы Бедрос Киркоров һәм башҡалар лайыҡ булды.

Регина Хужина Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡый. Балалар студияһында хореография менән шөғөлләнә.

Яҡташыбыҙ бер йыл эсендә 11 матурлыҡ конкурсында еңеү яулаған.

Фото: Башҡортостаным яңылыҡтар.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: