«Эй, был Рәшитте, ҡәһәр генә һуҡһын! Әшнәләре менән йәнә кәйеф-сафа ҡороп ултыралыр әле, – тип көйөндө Фәрит ҡарт. Эргәһендәге һөйәнмәһеҙ ултырғыстан көрөшкәне күтәреп, бер-ике уртлам һыу йотто. – Э...э-х! Аңламай шул тормош йәмен!.. Ғаиләһенән айырылып сығыуына әле йыл да юҡ. Шул «афәт»тән ҡотолоуын һаман йыуа. Байрам итерең алда әле, алда, ҡустым...»
Был өс бүлмәнән торған шыҡһыҙ коммуналкала Фәрит ҡарт егерме йыл тирәһе йәшәй. Ҡаршы бүлмәләге Фуат тигәне килеп-китеп кенә йөрөй. Аҡыл инде егеткә. Һуңғы ваҡыт ике-өс айға бер генә күренеп китә. Ахыры, ғаиләһенә кире ҡайтты. Ә ситке бүлмәләге Рәшиттең бында күсенеүенә ярты йыл ғыналыр әле. Унан алда торған Ғәзим ҡарт гүр эйәһе булғас, хужа ике йыл тирәһе бер кемде лә индермәне. Әллә кешеһе булманы, әллә?..
Меҫкен ҡарт һуңғы көнөнәсә хаттар яҙҙы. Көндәр буйы ишек алдында почтальон ҡыҙҙы көтөп ултырҙы. Яуап хаттары алманы. Артығын һөйләмәй, кешеләр менән бик аралашмай, үҙ алдына йөрөп тик ятты. Әле Фәрит бында күсенгәнсе, ғүмеренең әллә күпме өлөшөн ошонда үткәргән. Ғәзим ҡарт гүр эйәһе булғас, хужа, уның бүлмәһен йыйыштырғанда, өҫтәленең аҫҡы тартмаһынан, яҙылып та, ебәрелмәгән хаттарҙы тапты. Баҡтиһәң, меҫкенең бер хатын да һалмаған икән... Бөтә хаты ла ғаиләһенә яҙылған. Моғайын, ваҡытында ғәфү итмәҫлек эш ҡылып, ярлыҡау ала алмағандыр. Ә хаттар уны тыңлай белгән берҙән-бер серҙәшенә әүерелгәндер. Хужа иң өҫтә ятҡан һуңғы хатын алып, почтаға һалды. Яуап хаты булыр тип түгел, ҡыҙыҡ күреп.
Ҡырҡ йәшлек Рәшит фатир тупһаһын аша атлап уҙғас, Фәрит ҡарт ҡыуанып та ҡуйғайны. Икмәк-һөттән, тәмәкенән өҙҙөрмәҫ тип. Ҡайҙа ул, кәйеф-сафанан бушамай. «Бумала баштары» ла табылып тора бит әле үҙенә... Иҙән йыуыусы юҡ, улары ҡайһы ваҡыт дөйөм коридор менән аш бүлмәһен йыуып сығарған була шунда.
Фәрит ҡартҡа аҙыҡ-түлек ташырға райсобестан урта йәштәрҙәге бер ҡатынды тәғәйенләнеләр. Исеме Гөлфара тиме? Иртән йүгереп килеп инә лә, кәрәк-яраҡты ҡалын дәфтәренә яҙып, аҡса алып, магазинға кире сығып йүгерә. Төштән һуң ауыр сеткаһын саҡ һөйрәп йәнә килеп инә. Дәфтәренә яҙылған нәмәләрҙе генә ҡалдырып, үҙен көтөүсе икенсе берәүгә ашыға. Ярты һүҙ ҡатырға ла ваҡыты юҡ.
Сәғәттең нисә икәнен дә белерлек түгел, будильнигы ватыҡ. Ҡарт стена яғына боролоп ятты. Үҙенең Рәшит кеүек шәп сағын иҫенә төшөрҙө.
... Ҡатыны, балалары ла бар ине бит уның, ҡәҙерҙәрен генә белмәне. Әле булһа Әминәһенең:
– Эсмә, эшкә ин, балабыҙҙы үҫтереп, кеше итәйек. Бер нәмә уйламайһың. Әллә ғүмер буйы эсеп кенә йөрөргә уйлайһыңмы? Балалар үҫмәҫ, ҡартаймаҫмын, тиһеңме?! – тип илай-илай ялбарыуы һаман күҙ алдында... Ҡарттың күҙҙәренә йәш тығылды.
– Ниңә генә тыңламаным икән һине, бисәкәй? Бөгөн бында түгел, ә ейән-ейәнсәрҙәрем, ғаиләм менән бергә олатай булып ултырыр инем, ә һин – өләсәй... Э-э-й! Нимәһе бар уның хәҙер? Ошо корвалол еҫе тулған бер бүлмәһе, үҙенә һәм бер кемгә лә кәрәкмәгән бахыр, яңғыҙ башы. Әлегә, аллаға шөкөр, бер аҙ тороп йөрөштөрә ала. Нисә көнгә бер булһа ла ишек алдына сығып ултыра. Ни тиһәң дә, тормош дауам итә. Фәрит ҡартайған тип, бер нәмә лә тиҙлеген кәметмәй.
... Курсташтары араһында уның Әминәһе иң сибәре, иң аҡыллыһы ине. Фәрит үҙе лә «ничего» ғына. Байтаҡ егетте көнләштереп, өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Беренсе никах төнөндә кәләше, уның күҙҙәренә төбәлеп:
– Ҡәҙерлем, бөгөн беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ был донъяла! Һәр яратҡан, яратылған кеше үҙенсә бәхетле. Беҙ бәхетле булырбыҙ! Ғаиләбеҙҙең үҙенең генә китабы буласаҡ! Беҙ уны икәү яҙасаҡбыҙ. Ул башҡаларҙың китабына оҡшамаясаҡ. Ишетәһеңме, һөйөклөм?! – тигәйне.
– Эйе, эйе! – тип шашып үпкәйне ул хәләлен...
Ҡарт тороп ултырҙы. Көрөшкәләге һыуына корвалол тамыҙып, эсеп ебәрҙе.
«Сәләмәтлек тә шәптән түгел. Йөрәк көндән-көн нығыраҡ шаяра башланы. Анау ваҡыт алған дарыуҙарымды әллә ҡайҙа һалғанмын – тапмайым. Пенсия килһә, яңынан һатып алырға тура килер». Тәнтерәкләп тәҙрә эргәһенә килеп баҫты. Йыуылмаған тәҙрәнән моңһоҙ донъя тағы ла моңһоуыраҡ күренде. Аяҡтары йүнләп тотмағас, эргәһендәге тәпәш ултырғысҡа ултырҙы.
... Хәтирәләре һаман эҙәрлекләне ҡартты. Беренсе сабыйын дауахананан алып ҡайтыуын иҫләне. Ҡайтҡас, Әминәһе менән гонаһһыҙ сабыйға текәлеп бик оҙаҡ ултырҙылар. Ә ул бер нәмә лә һиҙмәй, йоҡлап тик ята.
– Был – һөйөүебеҙҙең емеше, йәнем. Ҡалған ғүмеребеҙҙе балабыҙға бағышлаясаҡбыҙ, эйе бит? – тип һыйынды Әминә. Фәрит нимә тип яуаплағандыр, әммә кәләшенең хис һалып, нәзәкәтле итеп әйтә белеүенә һоҡланғаны онотолмаған... Бына сабый уянды. Аҫты еүешләнгәндер, асыҡҡандыр. Матур ғына тауыш менән илап ебәрҙе. Йүргәген ысҡындырып, йәш ата-әсә сабыйҙы ҡарай башланы. Тәүҙә Әминә телгә килде:
– Ҡалай бәләкәй! Ҡулдарын, аяҡтарын ҡара һин уның! Эй хоҙайым, рәхмәт яуһын үҙеңә беҙгә шундай сабый бүләк иткәнең өсөн!.. Илама, илама, йәме! Беҙ бит эргәңдә, һинең менән... Бына, улым, донъя ошолай була инде! Нисек, матурмы донъя, оҡшаймы? – тип әсә, сабыйын иркәләп, әсәлек тойғоларында кинәнде. Фәрит бәхетенән йылмайҙы:
– Ҡара әле, кәләш, яурынындағы бынау миңен. Минең дә тап ошо тәңгәлдә миңем бар бит. – Ул яурынбашын асып, миңен күрһәтте. – Бына, тап килһә, килә икән, ә!
Ул арала сабый мыжый башланы. Әминәһе, йәтешләп, тегене кире биләп тә ҡуйҙы, әйтерһең, көн дә бала биләгән. Биләп бөттө лә имеҙә башланы. Сабый, әсәһенең күкрәген тырышып-тырышып һура. Фәрит шул саҡ ҡыуанысынан:
– Ҡара әле, ниндәй бәләкәй, ә үҙ эшен белә – йәшәргә тырышып ята. Бәләкәсем, мин һинең атайың булам, таныйһыңмы?!. – тип эй кинәнде. Сабый имде-имде лә арып йоҡлап китте. Бәләкәс кенә, төймәләй танауы өҫтөндә тир бөртөктәре хасил булды.
– Эшем эйәһенең эше бөттө инде, – тип әсәй кеше, сабыйының битенән йомшаҡ ҡына үбеп, һаҡ ҡына урынына һалды. Фәрит:
– Әсәһе, әйт әле, улыбыҙ кемгә оҡшаған?
– Кемгә булһын – һиңә инде, һиңә! – тигәс кәләше, Фәрит осоп китерҙәй булып йөрәкһегәйне. Ысынлап та, улы үҙенең «копияһы» булып үҫте. Хатта атлап йөрөүҙәренә тиклем – һуйған да ҡаплаған. Тик айырылып сығып киткәндән алып улар тураһында хәбәр-хәтер юҡ... Бөгөнгө айыҡ башы теге ваҡытта булһасы!.. Юҡ, юҡ инде хәҙер. Әминәһенең айырылғыһы килгәндән айырылмағанын да белә ул. Ҡурҡытып алайым быны, тигәндер. Үҙе лә – шыйыҡ танау, йәнәһе, үҙем беләм, үҙемсә йәшәйем: эшләмәнем, эстем, «гулять» иттем! Әҙәмгә әйтеүе оят – өйҙәге барлы-юҡлы мөлкәтте лә сығарып, «шайтан һыуы»на алмаштырҙы. Шунда ауыҙына шешек тә сыҡмаған, исмаһам. «Аллаһы тәғәлә лә һуҡмаған», – тип үҙ-үҙен бик ҡаты әрләп алды Фәрит.
«Тамаҡҡа берәй нәмә йүнләргә кәрәктер», – тигән уй менән ҡарт өҫтәл эргәһенә килде. Бер стакан кефир эсте. Шул ваҡыт кемдер ишек шаҡыны. Кем булыр икән? Рәшиттең сығып киткәне тойолманы, тик бер кем дә ишек асмай. Фәрит үҙе барып асты. Асһа, почтальон тора.
– Дауытов Ғәзим һеҙ булаһығыҙмы, олатай?
– Юҡ, ул юҡ бит әле, – тип саҡ әйтте ҡарт.
– Ҡайҙа, магазинға киттеме әллә? – тип ныҡышты ҡыҙ.
– Юҡ, юҡ! Уның әхирәткә китеп барыуына инде ике йыл булып килә.
– Уға сәләм бар ине бит әле, – тип ҡулындағы хатты сумкаһына кире тыға ғына башлағайны, ҡарт уны туҡтатты.
– Һеңлем, ҡалдыр хатын. Мин уға үҙем алып барырмын. Ғәзим ағай бик оҙаҡ көткәйне ул хатты. Тик көтөп ала алмай, теге донъяға китеп барҙы. – Почтальон ҡайҙа алып барырын төпсөнөп торманы, хатты ҡарттың ҡулына тоттороп, шәп-шәп атлап сығып китте.
Фәрит хатты уҡыһа, аптырап китте. «Бәрәкалла, ҡатынынан бит был хат! Яуап яҙмаҫ, тип ҡурҡып һалмаған хатҡа яуап. Һуңлаған, һуңлаған хат!..» Ҡапыл ҡарттың башына көтөлмәгән уй килде. Тоторға ла Әминәһенә хат яҙырға. Бәлки, миңә лә яуап хаты килер, тигән өмөт менән өҫтәлгә бер табаҡ бит һәм ҡәләм алып һалды. Тик нисек башларға, нимә тип яҙырға?..
Ҙур эш башҡарған әҙәм кеүек, ҡарт яңынан урынына килеп ятты. «Эй, ғүмер үткәреүҙәре ҡыйын. Ҡайһы берҙә, ысынлап та, гүргә инеп китһәм, яҡшыраҡ булыр ине, тип тә уйлайһың, тик һинеңсә буламы ни әле ул!.. Яҡындарының рәнйештәре лә төшкәндер, гонаһтары ла булды. Әминәһен көнләшеп теңкәһенә тейҙе, ә үҙе буш йөрөмәне бит. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре килеп инә ине ҡосағына. Булды, бөтәһе лә булды, тик бер нәмә лә кире әйләнмәй был донъяла. Ҡылған хаталарың да төҙәлмәй. Аҡыл менән эш итергә кәрәк булған да бит. Ана, дуҫы Радик, ҡалай йөрөнө, ғаиләһендә лә ал да гөл, нисә машина алмаштырҙы, нисә фатир, эшендә лә күтәрҙеләр... Самаһыҙ кеше булдым, йүләр, йүгәнһеҙ».
Айырылышҡас, миңә тейеш тип, ике бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен бүлеп алды. Алмаһа ла була ине, яңғыҙ башы ҡайҙа ла һыйыр ине әле. Әлеге шул кеше ҡотҡоһо. Бер туған апаһы әллә нимәһенә ҡаныҡты шул Әминәһенә. «Бүлеп ал өлөшөңдө», – ти ҙә ҡуя, ҡороғор. Бер ҙә, балаларыңды ал, тимәне. Ә ул шуға эйәреп ҡоторҙо – йүнһеҙ, ҡорсаңғы, серек мейе... Бүлеп алды. Баҡтиһәң, апаһы үҙенең ҡалалағы фатирһыҙ интеккән ҡыҙы өсөн тырышҡан, имеш. Ярай, апаһы күптән мәрхүм инде, ауыр тупрағы еңел булһын! Ни булһа ла булды, хәҙер башыңды ташҡа ороп булмай. Шул саҡ берәй изге йән эйәһе аҡыллы кәңәш бирһәсе:
– Фәрит, үҙең интегеп, ғаиләңде бимазалап йөрөмә, сығып кит, эшкә ин! Аҡса эшләп алып ҡайт та һал бисәң алдына, балаларыңа күстәнәс алып ҡайт!.. Ундай ирҙе бисәкәйең ҡушҡуллап, үбеп ҡаршы алыр ине. Ҡартайған көнөңдә хан һыйында йәшәрһең, – тиһә икән... Эштәр ыңғай китер ине, моғайын!.. Әминәһе әйтмәне түгел – әйтте, үпкәләр урын юҡ уға.
– Минән ҡотола алмай ыҙаланаһыңмы? Ҡотолдорормон мин һине! – тип екерә ине бисараға Фәрит.
Фатир бүлә башлағас та, Фәрит алдан уйлағанса, ғауға, күҙ йәше түгеү булманы. Әминәһе улы менән – бер бүлмәлә, ә Фәрит ҡәнәғәт кенә икенсе бүлмәне алып, күсенеп китте. Шул көндән алып яңғыҙы.
Баштараҡ бик күңелле булды, дуҫтары ла бар кеүек ине, хәҙер улары әллә ҡайҙа булып бөттө. Хәйер, күбеһе теге донъяға китергә лә өлгөрҙө. Хәҙер ана шул райсобестан килеп йөрөгән Гөлфаранан башҡа инеп сыҡҡан кеше лә юҡ. Ҡайһы саҡ Рәшиткә аҡыллы кәңәш бирергә ынтылып ҡуя ҡарт, тик ул – Фәриттең хас йәш сағы – әйткәнгә ҡолаҡ та һалмай, көлә генә:
– Минең кешесә тормошом саҡ башлана, ә һин, ҡартлас, аяҡ салырға самалайһыңмы?!. – тип кенә ебәрә.
– Юҡ, ҡустым, яңылышаһың. Тимәк, кешесә тормошто һиңә лә күрергә яҙмаған, – тип Фәрит, уфтанып, өмөтһөҙ күҙҙәрен үҙенең йөҙө кеүек һарғайып, ярылып бөткән түбә таҡтаһына төбәне. Ә өҫтәлдә – бер табаҡ ап-аҡ ҡағыҙ һәм ҡәләм...
Мостафетдин.