Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
27 Сентябрь 2022, 08:10

Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө!

 Хөрмәтле тәрбиәселәр! Һеҙҙе ысын күңелемдән һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр көнө менән тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең һөнәр – мөһим һәм яуаплы. Бәхетле баласаҡ һәм һәр сабыйҙың киләсәк тормошо тәрбиәсенең зирәклеге, сабырлығы һәм иғтибарына бәйле. Йәш быуында мәрхәмәтлелек, ҡайғыртыусанлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, маҡсатлылыҡ хистәре тәрбиәләүегеҙ хөрмәт хисе уята. Киләсәктә лә ҙур уңыштар,мәңге һүнмәҫ ижад, балалар мөхәббәте юлдаш булһын! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә бәхет, шатлыҡ,сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. Әйткәндәй, һеҙ тәрбиәсегеҙ хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ?  

Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө!
Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө!

Иркен балалар баҡсаһы

Бәләкәй генә дәүләт.

Тәрбиәсе апайыбыҙ

Ҡарай беҙҙе әпәүләп.

Яйлап мәктәпкә әҙерләй,

Беренсегә барырға.

Беҙҙең икенсе әсәй ул,

Рәхмәтебеҙ ҙур уға.

Тәрбиәсе апайыбыҙ

Гел генә беҙҙең янда.

Матур үтә кѳндәребеҙ

Тәрбиәсе булғанға.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: