Октябрь баштарына райком секретаре Билалов Муса ағай кабинетына саҡырып, филармонияға Венаға әҙерләү буйынса саҡырыу телеграммаһы менән тыныштырып, уңышлы юл теләп ҡалды. Билалов Муса ағай Бөрйән районын юлға һалыу өсөн тос өлөш индереп, бик ихлас етәкселек иткән, һуғышта летчик булып хеҙмәт итеп яраланып ҡайтып, обком партияһы тарафынан Бөрйән районына райком секретаре итеп ебәрелгән ихтирамлы, абруй ҡаҙанған етәксе булды. Ул бик күп тә эшләмәне. Өс йыл самаһы эшләгәндер. Шул йылдар эсендә генә лә ҡайһы бер етәкселәрҙең ун, ун биш йыллыҡ хеҙмәтенән күпкә артыҡ эш башҡара, ойоштора алды. Халыҡты әүҙемләштерҙе. Гөлсараның күңел түрендә ул етәксегә ҡарата булған ихтирам бер ваҡытта ла һүрелмәне. Уның райондан тиҙ китеүе, гел генә юҡһыныу тойғоһо биләп торҙо. Яҡын кешеһеләй күреп гел иҫкә алыр, уйлар ине. Етем кешеләр, бәлки кемгә һыйынырға белмәй, намыҫлы, ғәҙел кеше хаҡында, халыҡ хаҡында ҡайғырта белеүсе намыҫлы ысын атай кеүек тойоп, шулай яҡлаусы эҙләп ыҙалайҙарҙыр, күрәһең. Ул бит Ташбулат балалар йортондағы бик яҡын тәрбиәселәрен, уҡытыусыларын да шулай күреп, күңеленән һис сығара алмай, уларҙың һынын һынландырып, күҙ алдынан йыш үткәреүсән булды.
Гөлсараны Венаға әҙерләүҙе балерина Хоҙайбирҙина Тамараға йөкмәттеләр. Музыканты Бәхти Ғайсин булды. Занятие иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 8-ҙәргә тиклем дауам итә. Занятиелар ваҡытында кейеп бейер өсөн бөтә кейем менән тәьмин иттеләр. Тулы бер ай шөғөлләнделәр. Башта Тамара Хоҙайбирҙина булды, унан бейеүсе Идрисовтың ҡатыны Идрисова булды, ул рус милләтенән. Филармонияла бейей, но башҡорт бейеүен шул тиклем матур башҡара һәм Гөлсараның лирик бейеүен үҙгәртә, таҙарта биреп, профессиональ кимәлдә оҫта бейергә өйрәтте. Бер ай өйрәнеп йөрөгән осорҙа Гөлсара Ғаскаров ағай менән күрешеп һөйләшеп ала ине. Бейеүселәрҙең бейеүҙәрен, шөғөлләнеүҙәрен ҡарап йөрөргә һәм тринажға торорға ҡуша ине. Был әҙерлек осоронда Гөлсара Фәниә исемле халыҡ ижады йорто хеҙмәткәрендә квартирала йәшәне. Фәниә радио һәм телевидение дикторы Бикбулатов Ғәләүетдин ағай менән йәшәй ине. Һәм шул саҡта ул Бәхти Ғайсиндың Гөлсараға ғашиҡ булыуын әйтеп һалды, ә ул үҙенең дуҫы Булат, уның менән донъя көтә башлаясаҡтарын һөйләп өлгөрҙө.
Филармония директоры Айыуханов оҡшаймы беҙҙә тип һораны. Әгәр оҡшаһа, беҙ һине алабыҙ, буласаҡ тормош иптәшеңә телевидениела эш тә табырбыҙ, квартир ҙа бирербеҙ тине. Тулы бер ай әҙерләнгәндән һуң, Венаға барыу срогы тағы өс айға шылдырылған, ҡайтып тор, тинеләр.
Бөрйәнгә ҡайтып төшөүгә, Гөлсараны филармонияға бейеүсе итеп алалар, тигән хәбәр таралған ине. Булат был хәбәрҙе ишеткән, Гөлсараны бик ярһып ҡаршы алды. Һәм, күп тә тормай, шул йылдың ноябрь айында өйләнешеүгә һүҙ ҡуйыштылар.
Өфөнән ҡайтып төшөүгә комсомолдың икенсе секретаре Юлиә Гөлсараны үҙе менән йәшәргә саҡырҙы. Ағаһы Әтек ауыл Советына председатель итеп һайланыу сәбәпле, ғаиләһен шунда күсереп алып киткән, ә Юлиә ҙур ғына өйҙә бер үҙе ҡалған һәм Гөлсараны үҙе эргәһенә күсереп алды. Был осор бик күңелле һәм өмөтлө булып ҡалды Гөлсараға. Юлиә Гөлсаранан 5 йәшкә олораҡ һәм Гөлсараны һеңлем тип кенә йөрөттө.
Һуғыш йылдарында атаһын да, әсәһен дә юғалтҡан ҡыҙ Ғәҙелгәрәй ауылында тыуып үҫкән. Тормоштары бик ауыр булыу сәбәпле, уны ла Өфөләге Ленин исемендәге мәктәпкә ебәргәндәр икән. Ул унда тырышып уҡып урта белем алғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике йыллыҡ уҡытыусылар әҙерләүсе институтты тамамлаған. Комсомол путевкаһы менән ҡырға эшкә ебәрелгән һәм ағаһының үтенеүе буйынса Бөрйәнгә ҡайтып, комсомол комитетына эшкә ингән. Бик оҫта ойоштороусы, алға ынтылышлы, һәр ваҡыт шат күңелле кәйеф менән йәштәрҙе алға әйҙәй белеүе, бик ихлас һәм кешелекле сифаттары менән Гөлсараны үҙ итте. Бик татыу йәшәнеләр улар бергә, һәр ваҡыт серләштеләр. Гөлсараға Өфөгә филармонияға китергә лә өндәне ул. Күтәрелерһең, йәшәү стимулы барлыҡҡа килер, тип тә кәңәш бирҙе. Ләкин Гөлсараның уй-ниәттәре башҡасараҡ ине. Улар Булат менән һүҙ ҡуйышҡас, ул һүҙҙе кире уйлау хыянат менән бер булыр ине. Ул бит бөтә күңелен һалып Гөлсараның ҡайтырын көткән. Был бит ихласлыҡ, улар бер-береһенә эҫенешә башлағандар. Өфөлә уға ла эш буласаҡ, квартира ла бирәсәктәр, ләкин Булат оло йәштәге атаһы менән әсәһен ташлап китергә теләмәй, тине Гөлсара. Юлиә лә был хәлде ныҡ аңлай ине. Булат связь ойошмаһында эшләй һәм ойошманың комсомол секретаре ине. Уны бик яҡшы егет тип йөрөтәләр ине. Һәм Гөлсараның уйы менән дә килешмәү мөмкин түгел ине Юлиәгә.
Ноябрь айының аҙағы декабрь башына Булат ат егеп, Гөлсараны күсереп алып ҡайтырға килеп етте. Репитициялар бөтөүгә, киске сәғәт 11-ҙәр тирәһендә, Юлиә өҫтәл әҙерләп Гөлсараны көтөп торҙо.
Өсәүләп бик күңелле генә гөрләшеп ултырыуҙан һуң, Юлиә Гөлсараның әйберҙәрен санаға сығарып һалышты, үҙе соланының ишегенә таянып: “Гөлсара, һин бик тура һүҙле ҡыҙыҡайһың. Оло кешеләргә килен булып бараһың, ә оло кешеләр бала күңелле була. Тура әйтеп хәтерҙәрен ҡалдырып ҡуйма, ыңғайҙарына йөрөргә тырыш”, - тип теләк теләп оҙатып ҡалды. Улар санаға ултырып, Булаттың өйөнә табан ҡуҙғалдылар. Был төн ине. Ҡараңғыла ҡайтып инеп Булат атын туғарҙы, ә ҡарттар йоҡлайҙар ине. Армияға китер алдынан атаһы менән әсәһенең ишек алдына бәләкәй генә өй күтәреп, башын ябып ҡуйған. Ә ҡайтҡас ҡалған эштәрен бөтөргән. Бәләкәс кенә өй ҡурсаҡ өйө кеүек йыйнаҡ һәм таҙа ине. Булаттың ҡулы бик оҫта, ул һәр төр эште лә тиҙ һәм матур итеп эшләп ҡуя, егәрле һәм етеҙ. Аҙ һүҙле, күп эшләй торған бал ҡортолай сос егет ине. Был һөнәрҙе ул, атаһы балта оҫтаһы булараҡ, һәр ваҡыт уның менән эшләп йөрөп өйрәнгән икән. Эшенә лә, йөкмәтелгән бурысына ла, донъяға ла бик яуаплы ҡарай торған егет ине ул. Үҙенең өҫ-башын да таҙа һәм йыйнаҡ йөрөтә белә. Бер-ике салбарын стрелкалар менән генә үтекләй. Бер вильветовый ҡара курткаһы һәм бер костюмы булды. Уларҙы матур итеп таҙалап ҡына кейә. Сәсе ҡуйы, сөм-ҡара. Ул сәстәрен матур итеп, һоҡланып ҡарап тормалы итеп йөрөтә. Кәрәк саҡта бик шаян һәм йор һүҙле. Артыҡ һүҙгә килеп бармай. Иртәгәһен иртәнсәк әсәһе табын әҙерләп, йәштәрҙе үҙҙәре йәшәп ятҡан өйгә саҡырып алдылар. Гөлсара үҙенең алып килгән бүләктәрен таратты. Шулай итеп улар йәшәп алып киттеләр. Гөлсараны ҡәйнәһе бик оҡшатҡан икән, Булатҡа ул: “Төҫө барҙан төңөлмә, ти халыҡ, килен бик матур күренә, татыу йәшәгеҙ”, тип әйтеп сығарған. Булат был әсә һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй Гөлсараға еткерҙе, ә Гөлсара бик ҡыуанды һәм ҡайны-ҡәйнәһенә иғтибарлыраҡ булырға тырышты. Шулай ҡайны-ҡәйнәһенең ишек алдындағы бәләкәс өйҙә көн күрәләр улар. Гөлсара йәш, яңғыҙ сағында үҙемдең атай-әсәйем булмағанға күрә, буласаҡ тормош иптәшемдең ата-әсәһе булһа ярар ине, тигән теләгенә ирешеүенә бик ҡыуанып йәшәне. Ул уларҙың булыуын оло бүләк итеп ҡабул итеп, эстән үҙен бик бәхетле тойҙо. Туйҙы көҙгә ҡарай үткәрербеҙ, тинеләр ололар. Өй һалып алығыҙ, тине ҡайныһы. Бәләкәй генә өйҙө Гөлсара матур итеп йыйыштырып, стенаһына сигелгән ябыуҙар элеп, матур һауыт-һабаларын ҡуйып, биҙәп йәшәргә ярата ине һәм шулай итә лә ине. Бер аҙ йәшәп алғас, бәләкәс өйҙөң әйберҙәрен сығарып тороп, Булаттың бергә эшләгән иптәштәрен, туғандарын, өй тултырып саҡырып, ҡунаҡ та йыйып алдылар. Бер аҙҙан Гөлсараны Өфөгә бейеү етәкселәре әҙерләү курсына ебәрҙеләр. Был арала Булат йонсоған икәнлеген күреп, Гөлсара бик күңелһеҙләнде. Яҙға ҡарай Булатты эш урынынан ял йортона ебәреп алдылар. Ул унан бик күңелле, күтәрелеп ҡайтты.
Гөлсара эше буйынса мәҙниәт йортоноң художество етәксеһе булараҡ, төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу, концерт сығыштарына әҙерләнеү, агитбригадаларҙа йөрөү эштәре менән мәшғүл булды. Йәй Булат менән йәйәүләп бесән әҙерләүгә йөрөнөләр. Көҙгә ҡарай туй үткәреүгә әҙерләнделәр. Туйға ҡайны-ҡәйнәһе, Булаттың ағай-еңгәйҙәре, Гөлсара үҙе менән эшләгән Мәмбәтов Барый ағай менән Ғәфүрә апай, Рәүф Мортаза улы менән Ғәйниямал апайҙарҙы һәм Булат менән бергә эшләгән бер нисә ғаиләне саҡырҙылар. Туй бик ябай ғына әҙерлек менән үтте. Мөмкинлектәр ҙә шулай ғына ине шул. Иртәгәһен Мәмбәтов Барый ағай менән Ғәфүрә апай ҡайны-ҡәйнәһен үҙҙәренә саҡырып ҡунаҡ иткәндәр. Мәмбәтов ағай эшкә килгәс Гөлсараға: “Ҡайның һине маҡтап һөйләй, килен аш-һыуға таҙа, күлдәкте лә оҙон ғына кейә, ипле, артыҡ тауыш-тыны ла юҡ, әртис булғас бик әрһеҙ булырмы тиһәм, барлығы ла беленмәй”, тип маҡтаны тигәс, Гөлсараның түбәһе күккә тейерҙәй булып шатланды. Был шатлыҡтан һуң Гөлсараны райком комсомолына саҡыртып алдылар, Октябрь байрамына әҙерлек осоронда бер кемгә өндәшмәй туй үткәреп ятаһың тип, райком секретаре Ғәлиуллин Мазһар һәм комитет ағзалары выговор бирҙеләр. Был хәлдән һуң Булат менән Гөлсара бик бошоноп алдылар. Уға связь ойошмаһында комсомол секретаре булараҡ комсомол туйы уҙғарайыҡ тип өндәшкәндәр икән, ул ҡаршы килгән.
Октябрь байрамы үтеп китеүгә Гөлсараны Өфөгә саҡырҙылар, ләкин ул барманы. Сөнки Булатты ҡалдырыу уның өсөн бик ауыр ине. Ул хәҙер драмколлективты йыйып, Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” исемле драмаһын әҙерләүгә тотондо. Шатморат ролен Булаттың дуҫы Мансур Мазһар улына, Ҡарлуғас ролен Ҡәҙерғолова Асияға, Ҡарлуғастың атаһы ролен Сәғитов Хәйрулла ағайға, әсәһе ролен Хафизова Йәмилә апайға һәм Мәмбәтов Барый, Мәхмүтов Миңлеғәле һәм башҡалар менән драманы әҙерләү менән мәшғүл булдылар. Көндөҙ Пионер йортона балалар группаһына бейеү өйрәтеү, кистәрен йәштәр менән бейеүҙәр өйрәнеү, хор коллективын, яңғыҙ йырсылар менән һөйләшеү. Шаршамбы, шәмбе, йәкшәмбеләрҙә йәштәр кисәләре үткәреү һәм башҡа бик күп эштәргә күмелеп, өйгә ҡайтыуҙы ла онотоп китеп эшкә күмелер ине Гөлсара. Булат уны һәм уның эшен аңлар ине. Ул бер ваҡытта ла һуңлайһың, эшең менән булып өйҙө онотаһың, тип һуҡранманы, киреһенсә, Гөлсараның шулай эшенә бирелеп эшләүенә ул ғорурланыр ине. Ул үҙе лә эшенә бик яуаплы ҡараны, ҡулы һөнәр белгәс күп кенә ойошмаларға лозунгылар яҙып бирә, почта ойошмаһын да биҙәй, сәғәт-минут һанап тормай эшенә бирелеп эшләне. Комсомол секретаре булараҡ, РК, комсомол яуаплы эштәрҙе уға йөкмәтәләр ине. Һәм эште илке-һалҡы эшләп йөрөүселәрҙе ул түҙеп торғоһоҙ яратмай ине. Эште эшләгәс, урын-еренә еткереп эшләргә кәрәк тип, йыш ҡабатлай ине. Ғөмүмән, уларҙың йәшлеге осоронда Совет власының девизы ла шул яуаплылыҡ, ғәҙеллек һәм тоғролоҡто яҡлай торған осор ине бит ул.
Әҙерләгән спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. Халыҡ бик яратып ҡараны. Бер нисә яҡындағы ауылдарға ла алып барып күрһәтергә тура килде.
Башҡортостандың 40 йыллығына бағышлап, художестволы үҙешмәкәр коллективтар араһында төрлө жанрҙар буйынса смотрҙар башланып китте. Унда театр жанры буйынса ла, йыр, бейеү, музыкаль номер, нәфис һүҙ һ.б.
Ауыл клуб мөдирҙәрен йыйып семинарҙар уҙғарып, ул мөдирҙәргә методик кәңәшмәләр, тәҡдимдәр, күрһәтмәләр биреп, йыр-бейеүҙәр өйрәтеп ҡайтарыу ҙа Зарипов Рәүф ағай менән Гөлсараға йөкмәтелә ине.
Көндөҙҙәрен төрлө китаптарҙан бейеүҙәр өйрәнеп, интермедиялар, пьесаларҙан өҙөктәр, шиғырҙар эҙләп киске репитицияларға әҙерләнер ине Гөлсара. Йәштәргә, ололарға өйрәтеү, үҙе лә башҡарыу өсөн бик күп багаж кәрәклеген аңлай ине ул һәм материалдар һай булыуына аптырап, үҙ алдына фантазировать итеп, Ташбулат балалар йортонда өйрәнгән ҡайһы бер сценкаларҙы Бөрйән условиеһына тап килтереп үҙгәртә биреп яҙып, шуларҙы һәүәҫкәр әртистәргә өйрәтеп маташыр ине.
Иртәнсәк Ағиҙел йылғаһына һыуға барғанда көйәнтәһен һала, биҙрәләрен ҡуя биреп ҡаяларға, ҡаяла үҫеп ултырған ағастарға ҡарап тороп, бейеү уйлап сығарып торор ине һәм кис мәҙәниәт йортона килгән бейеүселәргә шул уйлағанын өйрәтер ине, бейеүҙең исемен үҙе ҡушыр, ә көйөн белгән көйҙәренең бик удачныйын һайлар ине. Күпте белергә кәрәк икәнен ул аңлай ине. Йәштәрҙең талабы тик шулай. Теләһә ни өйрәткәнде улар бик өнәмәй. Сәхнәлә йәш кеше бары тик уңышлы сығыш яһарға бурыслы. Спектакль әҙерләгән саҡта ла ыңғай образды ғына уйнарға тырышып баралар ине күптәр. Шул ыңғай, йә көслө ролде үҙең бик шәп башҡарыр инең дә бит, ҡатнашыусының күңелен төшөрмәҫ өсөн, хәленән килмәгәнен дә уларҙың ҡайһы бер характеры менән үпкәләп кенә барыусыға бирәһең, шулай йәлеп итәһең ҡатнашыусыны. Һәм өйрәткән ваҡытта ла күберәк маҡтайһың, ҡатыраҡ итеп талап итеп булмай, сөнки ул профессионал түгел, өйрәтеп алаһың. Бигерәк тә шулай бөтә көсөңдө, ваҡытыңды йәлләмәй өйрәтеп, яуаплы осор килеп етеүгә подводить итеп ҡуйыусылары ла булда. Барыһына ла күнәһең, түҙәһең, башты ташҡа бәреп булмай. Үҙеңә төшә бөтә көс.
Был смотр-конкурстар ҙа төрлө этапта – тәүҙә ауылдарҙа, унан район үҙәгендә, унан һайланғандары зональ конкурста – Белорет ҡалаһында үтеп, өсөнсө этап Өфөгә юлланыу ине. Был осор смотрында ла бөрйәндәрҙең ойошҡан, һәләтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып маҡтап, грамоталар, бүләктәр менән данлап оҙаттылар.
Смотр-конкурстар уҙып китеүгә спектаклдәр әҙерләүгә тотона район үҙәге художество етәксеһе Гөлсара. И. Абдуллиндың “Һауынсыларҙа ҡунаҡта” драмаһын, “Игеҙәктәр” комедияһын әҙерләп район халҡына күрһәткәндән һуң, агитбригада менән фермаларға, мәҙәниәт йорто булмаған ауыл, колхоз клубтарҙа ла сығыш яһайҙар ине. Күберәк йәйәү йөрөргә тура килә. Ҡайһы ваҡыт туры бейәне алып сығып китәләр. Костюм, баян кеүек йөктәрҙе һалып, тигеҙ ерҙәрҙә, тауға үрләгәндә йәйәү, ә тауҙан төшкәндә арбаға ултырып баралар. Бер сығып китһәләр, аҙна-ун көн район үҙәгенә ҡайтып инмәйҙәр.
Редакция хеҙмәткрҙәренән Яматов Зариф, Юлмөхәмәтов Абдулла ағайҙар ҙа ҡатнашалар. Улар республика, район яңылыҡтары менән таныштырып сығалар, унан агитбригада сығышы дауам итә. Уның репертуарында бер шаршаулы комедия йә драма, төрлө интермедия, скетчтар, шаян нәфис һүҙҙәр, Гөлсара башҡарыуында төртмә таҡмаҡтар уңғандар-уңмағандарға бағышлана. Гөлсара бейеп ала, йә йырҙар буйынса Мәфтуха Вәлитова, Газина Клара бик матур итеп йырлап алалар. Ә берҙән бер баянсы Рәүеф Зарипов бөтә районға һыҙҙырып бейетә, йырлата, үҙе лә яңғыҙ музыкаль халыҡ көйҙәре башҡарып, халыҡ күңелен яулай.
Көҙҙөң һуңғы айҙарының бер аҙнаһында агитбригада составы Рәүеф ағай Зарипов, Салауат Хәкимов, Мәфтуха Вәлитова, Гөлсара, Миңнеғәле Мәхмутов ҡатнашлҡында Ғәлиәкбәр, Ямаш, ауылдары, шул яҡтағы фермаларҙың хеҙмәтсәндәрен мәҙәни хеҙмәтләндереүгә юл тотто. Был осорҙа Гөлсара үҙенең тәүге буласаҡ тәнәйенә ауырлы ине. Бик көттө ул үҙенең тәүге шатлығын, хат та ул тыуар микән, ҡасан тыуар ул көндө ашҡынып көтә һәм юлда серҙәш Мәфтухаға үҙенең ошо хыялын, эстәге шатлығын тота алмай һ!йләп ала, ә Мәфтуха көлә-көлә уның ней тиклем эскерһеҙ булыуына, бик тә тәжрибәһеҙ, ярҙамсыһыҙ, оло кәңәшсеһеҙ булыуына йәлләп тә , аптырап та ҡуя. Нисек тыуҙырып тәрбиәләр икән тип, үҙ-үҙенә һорау биреп ҡуяр ине. Улар шулай серлшеп китеп бара торғас, һуңға, ҡараңғыға ҡалып, аҙашып, юлдың Ғәлиәкбәргә китеүен юғалттылар. Нөгөш йылғаһының туңып ятҡан мәле. Рәүф ағай, Салауат алдан киткндәр, уларбик алыҫта ҡысҡыра башланылар. Тауыштары ишетелмәй, үҙҙәре айыу килеп сыҡмаһын тип ҡурҡышалар. Шулай йөрөй торғас, улар трактор тауышын ишетәләр. Баҡһаң, уларҙы ҡаршы алырға тракторист ҡаршы алырға сыҡҡан икән.
Бик ҡараңғыла төнгө12 –ләргә уларҙы трактор ҡаршы алды һәм беренсе яртыларға Ғәлиәкбәргә килтереп еткерҙе. Халыҡ концерт буласағын көтөп таралышмай ултыралар. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, концертты халыҡҡа ҡуйҙылар. Концерттан һуң милли уйындар таңға хәтлем дауам итте. Концерт скрипка, мондалина, баян ҡатнашлығында халыҡ көйҙәре, нәфис һүҙҙәр, Мәфтуха Вәлитова башҡарыуындағы йырҙар халыҡкүңеленә йылы май кеүек барып етеп, рух күтәренкелеге өҫтәне. Концерт барышында һәр башҡарылған номер бенр нисә ҡат һорап башҡарылды. Бында Мәфтуха Вәлитоваға халыҡ һәм композиторҙар йырҙарын йырлап ебәрһә, бер тын менән тыңлау башлана, уны сәхнәнән сығарыу бик тиҙ булмай. Ундағы моң иҫ китмәле. Ул яңғыҙ ҡатын, әсәһе олоғайған, 25 йәштәр самаһы. Тормош етешһеҙлектәре сәбәпле 4-5 синыфтан, мәктәптәге уҡыуҙан китеп, төрлө эштәр башҡарып, һөнәр ала алмаған, бик йәл. Ул ысын йырсы, уның йырлауына һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр сораҡта ауылдарға агитбригада сығыштарына бер ҡаршылыҡһыҙ юлға сыға, ниндәй генә сәбәптәр булһа ла уның өсөн сәбәп, халыҡты ла, үҙен дә, ҡанатландырып, йыр-моңдары менән халыҡтың күңелен тулыландырыу, уртаҡлашыу, тормоштан йән һәм йәм табыу. Ул етешһеҙерәк йәшәүгә лә аптырамай, уға байлыҡ, етеш тормош та әллә ни кәрәк тә түгел һымаҡ. Ул булғанына шөкөр итә, Хоҙайға рәхмәтле, киң күңелле, ябай, һәр төр һөнәр ҙә ҡулынан килә, ҡыйыу, күңелле итеп йөрөй, әңгәмәләшә, йәшәй белә.Күңел байлығына мәхрүм түгел. Ошо концерттан һуң халыҡтың ней тиклем моңға, матурлыҡҡа сарсыған икәнлеген аңларға тура килде Гөлсараға. Халыҡтың таңға хәтле милли уйынға ҡалып һаман таралышмауы, һәр номерҙы ихлас ҡат-ҡат һорап ҡабул итеүе ошо хаҡта ине әлбиттә. Иртәгәһен Ғәлиәкбәрҙән ары урынлашҡан Ямаш исемле ауылға, барыу тағы ла шул халыҡтаң көтөп алыуы һәр сығышты яратып ҡарауы, бик йылы оҙатып ҡалыуҙары Гөлсараны ҡыуандыра һәм ҡанатландыра ине. Шулай хеҙмәтләндереп йөрөүҙәр, халыҡ араһында уңышлы сығыш яһауҙар уға бик оҡшай ине.
Ҡайтып төшкәс тә Ғамир Насрыйҙың “Йәшел шләпә” комедияһын, унан һуң М. Ғафуриҙың “Беҙҙең малай” драмаһын әҙерләп ауылдар араһындағы драм коллективтар смотрынва әҙерләнеү башланды.
1960 йылдыъ апрель айында Гөлсара менән Булаттың ҡыҙҙары тыуҙы. Гөлсара дауаханала саҡта уҡ ҡайныһы ҡыҙҙарына исемде Нури тип ҡушырға кәрәк тип уйлап ҡуйған икән. Ләкин ул бала сағында уйлап ҡуйҡан икән. Ләкин ул бала сағында уйлап ҡуйған Әлфиә исемен ҡушырға мәжбүр булды. Исемде ҡайныһы ҡушты. Гөлсараға ҡайныһының һүҙен йығыу бик ауыр булды, әлбиттә. Ул был хәлдә ғүмер буйы үҙенең оло хатаһы тип ҡабул итте һәм күп осраҡта үҙен ғәйепләп нишләргә белмәй ыҙаланған саҡтары ла күп булды. Был бигерәк тә ҡайныһы үлеп ҡалғас шулай булды. Ҡайныһы бик тә абруйлы, оло, динле, әҙәпле кеше һүҙен йыҡтым тип ғазапланды. Ләкир бала сағындағы хыялы уны был тәңгәлдә еңде. Ташбулат балалар йортонда тәрбиәләнгән саҡта пионер вожатый Әлфиә апайының пионерҙар менән бик йәнле эш алып барыуы һоҡландыра ине уны. Шуға бағышлап ҡыҙына исемде алдан 6-сы синыфта уҡ Әлфиәне тыуҙырып алғас, Гөлсара был бәләкәй баланы нисек итеп үҫтереп алырмын тип аптыранды. 3х3 размерлы бәләкәс избенкала йәшәнеләр, өйгә ут яғып ашарға әҙерләү, баланы көнөнә ике мәртәбә йыуындырып , марнацовкала һыуҙа, тәндәрен майлап тороуға, өй эҫеп китә. Ҡыш көндәре ныҡ һыуына, тәҙрә бер ҡат, өйҙә һыу туңып ултыра, сумес менән боҙон тумырып алырға тура килә. Сәңгелдәктәге бала тиҙ уянып, тибәләнеп асынып бөтә. Һәм балаға өс ай булғанда эшкә сығыу. Былар барыһы ла һап-һау ғына булып тыуған Әлфиәнең йыш ауырып китеүенә сәбәп була ине. Гөлнараны комсомолдың 40 йыллығына бағышланған республика смотрынан һуң халыҡ ижады йорто һәм обком комсомол бейеү жанры буйынса председатель итеп һайлап ҡуйғандар ине. Ошо председателдәр өсөн Мәскәүгә 1 айлыҡ курсҡа саҡырҙылар. Райондың мәҙәниәт бүлеге мөдире Мостафа Ғелметдин улы саҡырып алып немедленно бараһың, ҡыҙыңды ҡәйнәң ҡарап торор тине. Балаға ун ай тулыуға Гөлсара Мәскәүгә бейеүселәр әҙерләүсе курсҡа китергә мәжбүр булды. Район буйынса берҙән бер белемле һөнәр эйәһе булараҡ, бөтә мәҙәниәт йорттарындағы хеҙмәткәрҙәрҙе, мәктәп уҡыусыларын – пионерҙар йортонда , ауыл йәштәрен район үҙәгендә өйрәтеү өсөн базаның бик һай булыу сәбәпле Гөлсара ҡарышып тора алманы. Ләкин курста ун көнләп тә булып өлгөрмәне, Әлфиә ауырый тигән телеграмма килеп төшөүгә, Гөлсара ҡайтып китте. Күп тә үтмәй Әлфиә йүнәлә башланы, ләкин күкрәе һөтөн иммәй ине. Магазиндарҙа ярмаларҙа, балалар өмөн хәҙерге кеүек төрлө һөт ҡатнашмалары, сок, смесь һәм башҡа яраҡлы аҙыҡ юҡ. Һатылған ярмаларҙа сысҡан тиҙәктәренән таҙалап бешереп ашатаһың, һөтләп сәй эсерәһең, ә һыйыр һөтө, ит, май ашатып булманы. Ней өсөндөр ит, май, һөт ашамаҫ булып үҫте ул Әлфиә. Район мәҙәниәт эштәре лә бик тыңғыһыҙ – һәр төрлө туҡтауһыҙ концерт-спектакльдәр менән сығып йөрөүҙәр баланы ҡалдырыу тағы тағы ауырып китмәһен тип хафаланыуҙар, Гөлсарала тынғыһыҙлыҡ- сабырһыҙлыҡтар тыуҙыра. Булатты ла йәлләй, ҡәйнәһенә һалынып йөрөгөһө лә бик килмәй, сҡнки уға ла ауырлыҡ тыуҙырыуынан бик һыҙлана-һыҙлана тырышып эшләүен белде Гөлсара.
1960 йылда Фәйзи Ғәскәровтың “Башҡорт бейеүҙәре” исемле китабы баҫылып сыҡты. Ул китапты ҡулға төшөрөп алыу ҙур табыш булды. Ул китаптағы бөтә бейеүҙәрҙе лә район мәҙәниәт йорто бейеү коллективы бейене. Уларҙы Гөлсара үҙ алдына өйрәнеп, бейеүселәренә өйрәтте һәм шул бейеүҙәр менән концерттар ҙа , смотр- конкурстарҙа ҙур уңыштарға өлгәшә инеләр.
Район мәҙәниәт йортонда 12 пар бейеүсе менән етәкселек итте Гөлсара. Улар төрлө эштәрҙә эшләйҙәр, кистәрен бейеү түңәрәгенә йыйылалар. Тәүге бейеүселәре: Асия Нәҙерғолова, тамара Заманова, Флорида Шәрәфетдинова, , Фәриҙә Бикбулатова, Әсмә Мәхмутова, Рәйлә Ишдәүләтова, Латиф Ҡаһарманов, Һауа Ғәбиҙуллина,Рәшит Яматов, Исрафил Әбдрәхимов, Хаммат һәм Зиннур Шәмиғолов һ.б. “Алты егет”, “Һунарҙа”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, Киске уйын”, “Һарыҡ ҡырҡанда”, “Аҫыл йәр”, “Шыма баҫ”, “Көндәштәр” бейеүен бейеһәләр. Тағы йәш группа бейеүселәр өҫтәлделәр – уларҙың араһында төрлө ауылдарҙан килеп интернатта ятып уҡыған уҡыусылар ине. Фәтихә Арыҫланғужина, Фәүзиә Ишмлратова, Мәрйәм Нәҙершина, Зифа Бариева, Рәйсә Шәрәфетдинова, Роза Заманова, Рәмзиә, Зифа, Зоя, Алсу Ишбаевалар, Таңһылыу Хәлиуллина, Зифа Манапова, Әнисә Юлмөхәмәтова, Әнисә Ҡотлобаева, Марат Төлкөбаев, Сынбулат Курамшин, Вәғәҙәт, Даутов, Ғәли, Юлммөхәмәтов Сталь, Ишкильдин Әхмәт, Самат Рахманғолов, Хәйҙәр Әхмәтшин, Радик назаров, Райман Ишбаев, Мәрйәм Ишбаева, Рәйсә Әхмәтова, һ.б. Ошо юғарыла һанап үткән бейеүселәр мәҙәниәт йорто бейеүселәре булып һәр концерттарҙа ҡатнашып, оҫта ғына бейеүселәр булып киттеләр.
1963 йылдың 23 февралендә Гөлсара менән Булаттың Илшат исемле улдары тыуҙы. Булат улы тыуыуға бик шатланды, түбәһе күккә тейерҙәй ине. Был мәлдәрҙә улар яңы һалып ингән өйҙәрендә йәшәйҙәр ине. Әлфиәнең ауырыуын Булат йәшәү шартын, бәләкәс избенканы сәбәп итеп телгә алыр ине. Гөлсараның йөрөп ятыуҙарына һис тел тейҙермәҫ ине. Мөмкин тиклем тиҙерәк өй һалып инеү өсөн ныҡ тырышты ул. . Өй һалышырға ярҙам итеүсе тыуғандары, дуҫтары ла булды уның. Ул осоро кеше кешегә бик ярҙамсыл булды. Эш хаҡтары ла түбән булғанғалырмы эшләгән, ярҙам иткән өсөн хаҡ һорамаҫтар ине. Шулай ҙа арыу ғына ашатып эсереп ҡунаҡ итеп алыу мөһим ине. Халыҡ бик әүҙем һәм тыңлаусан булды. Әллә ни эсеп иҫереп йөрөүселәр ҙә булманы. Кеше эшләп йәшәне.
Әлфиәбеҙ ауырый, Илшатты мөмкин тиклем ауыртмаҫҡа кәрәк тип уйлаштылар Булат менән Гөлсара. Ул мәлдә бала тыуғанға хәтлем 56 эш көнө, бала тыуғас, уны үҫтереүгә 56 эш көнө отпуска бирелә ине. Шуларҙы иҫкә алып, йәш әсәләр ауырға ҡалғас, отпуска алмай торалар ҙа бала тыуғас, өс ай тулыуға Гөлсара үҙенең эшенән ваҡытлыса китеп торҙо, балаға бер йәш тулған инде. Булат Гөлсара өсөн кис барып һатып килә. Шулай итеп улар Илшатты бер йәше тулғанса имеҙеп, яҡшы итеп ҡарап үҫтерҙеләр. Илшатҡа бер йәш тулыуға Гөлсара үҙ эшенә урынлашты.
Эшкә барғас та Гөлсара Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын әҙерләүгә тотондо. Отпускала бер йыл балалар ҡарап ятып, үҙенең эшен һағынып өйҙә ятҡан осорҙа уйланып, төрлө пландар ҡороп эшенә сыҡты ул. Трагедиялағы төп ролдәрҙәге: Тәнкәбикәне - уҡытыусы Фәғилә апай Шәрәфетдинова, Дәрүиште - Хәйрулла ғай Сәғитовҡа, Аҡъегетте - Хәкимйән Хоҙайғоловҡа, Зөбәрәжәтте - үҙенә, Диуана ролен Булатҡа, Аҡһаҡалдарҙы, уҡытыусылар Әхәт Кәюм улы менән Хәләф Манаповҡа, леспромхоз эшсеһе Курамшин Сыебулатҡа, Шәфҡәт ролен Маһинур Әбдрәшитоваға Ялсығол ролен – Усманов Зиннурға, Ишмырҙа ролен – уҡытыусы Гөлнур Йәғәфәроваға бүлеп бирәлде. Шулай итеп был әҫәргә ихлас тотоноп бик ҙур тырышлыҡ менән сәхнәгә сығарвп, Иҫке Собханғол, Ағиҙел, Берлек ауылдары халҡына күрһәттеләр. Халыҡ был трагедияны оҙаҡ йылдар онота аламай һөйләп йөрөнө.
Шулай бик дәртләнеп киткәс, бер көндө Хәлитов Спартак ағай Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” исемле комедияһын табып килтерҙе. Ул был әҫәрҙе Салауат театрында эшләүсе ҡустыһы Әхәт Хәлитовтан алған икән. Күп уйлап тормай, был комедияны тиҙ генә уҡып сыҡҡандан һуң, Гөлсара, Спартак ағай менән бергәләшеп ролдәр бүлеп бирҙеләр. Бик ҡыҙыҡлы комедия ҡатнашыусыларҙы дәртләндерҙе, әҙерлек әүҙем башланып та китте. Наза ролен китапхана хеҙмәткәре Клара Ғазина, Басир ролен - райсовет хеҙмәткәре Зиннур Усманов, Басирҙың атаһын – Хәйрулла Сәғитов, Басирҙың әсәһен - Маһинур Әбдрәшитова союзпечать хеҙмәткәре, Ильяс ролен райпо хеҙмәткәре Мырҙабулат Ҡолдәүләтов, Шәмсиә ролен – Гөлсара, мулла ролен райпоның баш бухгалтеры Спартак Хәлитов, күмәк сәхнәләрҙә – Гөлнур Йәғәфәров, Вәғҙәт, Хәлил Ҡурамшиндар, Сталь Юлмөхәмәтов һ.б. Репетициялар регуляр рәүештә барҙы, һәр ҡатнашыусы илһамланып, ижади эҙләнеүҙәр, ҙур теләк менән ихлас йөрөп. Комедия юғары кимәлдә киоеп сыҡты. Был әҫәрҙе район үҙәге сәхн һендә ҡуйған мәлдә шағирҙәребеҙ Хәсән Назар, Инсур Йәһүҙиндар, ҡөмүмән барлыҡ ҡарап ултырыусы халыҡ аяҡ үрә баҫып тәбрикләп, халыҡ театры исемен алыр кәрәк был коллективҡа тип кәңәшләштеләр. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында был хәл туҡтап ҡалды.
1967-1969 йылдарҙа ижади конкурстар-смотрҙар, фестивалдәр дәүере булды. Был йылдар Совет хөкүмәтенә, Башҡортостан автономиялы республикаһы – Ленин комсомолына 50 йыллыҡ юбилейҙарға әҙерләнеү осоро булды. Һәр колхоз ауыл клубы, район мәҙәниәт йорто эшмәкәрҙәре, район парития комитеты, район комсомолы бөтәһе бергә дөйөм эшкә егелделәр. Һәр ауылдың партия-комсомол секретарҙәре составында үҙэшмәкәр коллективтары дәррәү эшкә тотондолар. Таланттарҙы үҫтереү, профессиональ кимәлдәрен арттырыу маҡсатында семинар-кәңәшмәләр, ҡпайһы бер ауылдарға барып методик ярҙам, күнекмәләр өйрәтеү, ра йон үҙәгенә йыйып йыйылма ойошмаларға бейеүҙәр һалыу, хор өсөн йырҙар, репертуар кимәленә иғтибар бүлеү һәм башҡалар. Ғөмүмән, район үҙәгенә һәр ауылдан килгән һәүәҫкәрҙе ҡарап, Гала-концерт программаһын төҙөү, һайланып алынған составты республика, зональ конкурстар кимәленә еткерерлек кимәлдә әҙерләү бурысы район мәҙәниәт йорто музыканты һәм художество етәксеһенә йөкмәтелде. Район күләмендә Байназар, Аҫҡар, Ғәлиәкбәр, Үрнәк, Монасип, Ҡыпсаҡ, Берлек, Янһары, Әтек, Ишдәүләт ауылдарынан бик әүҙемәҙерлектәр менән киләләр ине. Был коллективтарҙан килгән һәүәҫкәр ҡатнашыусылар араһында иң юғары кимәлдә сығыш яһаусылар район мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре - Иҫке Собханғол ауылы йәштәре башҡарыуындағы программа тематик йүнәлеше, башҡарыу оҫталығы составтың күмәклеге менән айырыла ине әлбиттә. Сөнки 10 йыллыҡ урта мәктәптән, район дауаханаһынан, аптека, лесхоз, леспромхоз, райпо һәм башҡа ойошмаларҙа эшләүселәр араһынан бик күптәр һәүәҫкәр талант эйәләре йыр-бейеү, төрлө инструменттарҙа уйнай белеүсе, нәфис һүҙҙәр һөйләүселәрҙе дөйөмләштерә ине был ойошмалар.
40-лап хор коллективы, йыр ансамбле, йырсылар быларҙы, әлбиттә, Зарипов Рәүеф ағай етәкләй, өйрәтә, әҙерләй. Төрлө халыҡ бейеүҙәре, күмәк бейеү “Башҡорт полькаһы”, ”Урмансылар бейеүен”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, Шәкирә Әмирханова менән Рәйсә Әхмәтоваға “Йәшлек” бейеүе Ғәле Даутов менән Рәйсә Әхмәтоваға “Ике дуҫ” бейеүе Хәйҙәр Әхмәтшин менән Ғәли Даутов, Башҡорт ҡыҙҙарының лирик бейеүен һигеҙ ҡыҙға һалынды. Быларҙы күбеһен Гөлсара үҙе уйлап ижад итеп өйрәтә ине бейеүселәргә.
Ҡурайсылар мондалина, ҡумыҙҙа, уйнаусыларҙы Фәрит Йәмилев әҙерләй ине. Барлыҡ коллектив ойошмаларҙан һайлап алынған көслө сығыштар зональ смотрға – Баймаҡҡа юл тотто. Зональ сығыштан һайланған һәүәҫкәр артистар 50 кеше ҡатнашлығында республика смотрына Өфө сәхнәләрен дер һелкетеп ҡайтты. “Совет Башҡортостаны” газетаһы беҙҙең сығышты данлап, “Бөрйәндәр – берҙәмдәр” тигән ҙур статья яҙып сығарҙы. Ул осорҙа элегерәк Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, унан район партия комитеты бүлегендә пропагандист булып эшләп, Ғәлләм Сәләх улы Урмантаев республика мәҙәниәт бүлеге мөдиренең урын баҫары булып эшләй ине. Смотрҙа бик уңышлы сығыш яһау һөҙөмтәһендә, Бөрйән районына тәүгеләрҙән булып сәнғәт мәктәбен асыу мөмкинлеге бирелде, бейеү коллективына халыҡ бейеү ансамбле исеме бирелде.
Район мәҙәниәт йортона фортепиано, баяндар, костюмдар, духовой оркестр өсөн инструменттар бирелде. 1969 йыл Башҡорт автономиялы республикаһына 50 йыл тулыу уңайындағы смотрҙағы уңыштар өсөн Гөлсараға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Урмантаев Ғәлләм Сәләх улы районға ике талант эйәһе Нәзимә менән Рәйеф Ихсановтарҙы ебәрҙе.
Район мәҙәниәт йортонда был мәлдәргә өс кенә кеше эшләһә, хәҙер тағы ике кешегә артты. Мәҙәниәт йорто мөдире итеп Газина Клара тәғәйенләнде, мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп Ишбулды Мөхәррәм улы Азанғолов эшләй ине. Район мәҙәниәт йортона спецсчет асыу мөмкинлеге бирелде. Был счетты киңәйтә биерп, ҡурайсылар әҙерләү өсөн Мөхәммәт Ҡәҙерғолов тәғәйенләнде. Район мәҙәниәт йортоноң спецсчетта ике баянисы барлыҡҡа килде, ул составтың арта барыуы мәҙәниәт йортоноң эшен тағы ла йәнләндереү мөмкинлеге тыуҙы. Исхаковтар Нәзимә менән Рәиф, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, бейеүсе Сынбулат Ҡурамшин сит райондарға сығып, концерттар ҡуйып, мәҙәниәт йортоноң финанс яғын тулыландырһа, ҡалған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт спектакльдәр әҙерләп, түләүле итеп урындағы халыҡҡа, ауылдарға сығалар ине. Был осорҙа Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт училищеһында белем алып йөрөүсе Монасип ҡыҙы Шәкирә Әмирханова мәҙәниәт йортонда практика үтә ине. Ул хор бүлеге белгесе булараҡ, ансамбль йырсылары, хор әҙерләү буйынса йырсылар менән эшләп, Рәүф Мортаза улына бер ни тиклем еңеллек килтерҙе. Бик әүҙем итеп район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән семинар-кәңәшмәләр уҙғарылып, ул кәңәшмәләрҙә Урмантаев, Билалов ағай ҙа ҡатнашып мөһим бурыстар, алда торған республика юбилейы, совет власының 60 йыллыҡ юбилейҙары, Ватан һуғышын еңеүгә 20 йыл тулыу айҡанлы эштәр, пландар, бурыстар йөкмәтелде. Кәңәшмәлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә күнекмәләр, йыр-бейеүҙәр өйрәтелде.
Район мәҙәниәт йорто үҙенең эшен тағы әүҙемләштерҙе. Драм түңәрәгенең эшен һүлпәнәйтмәйенсә яңы комедия “Бисәне айырам”, “Шоңҡар” драмаһын әҙерләп ҡуйылһа, күп кенә ауылдарҙан: Әтектән Ә. Мирҙаһатов “ ҡайтты”, Янһарынан З. Биишеваның “Гармунсы дуҫ”, Иҫке Собханғол урта мәктәбе М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” , Аҫҡарҙар “Йырланмаған йыр”, Ғәлиәкбәр, Ҡыпсаҡ, Мәһәҙей ауылдары берәр шаршаулыҡ пьесалар менән сығыш яһанылар. Драм түңәрәктәр смотры уңайы менән район мәҙәниәт йорто Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Рәйсә” драмаһын әҙерләп ҡуйҙы.
Был йылдар эсендә Булат Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 10 синыфты киске мәктәптә уҡып йөрөнө. Ауыр һуғыш, һуғыштан һуңғы илдәге ҡыйынлыҡтар улар ғаиләһен дә ситләтеп үтмәгән. Атаһын бер ғәйепһеҙгә үҙ туғандары араһындағы бер ялағай-ғәйбәтсе ир нимәлер тип ошаҡлап өс йылға төрмәгә ебәрткән. Оло ағаһы һуғышта, әсәһе йыш ауырыу сәбәпле 9-сы синыфтан уҡыуын ташлап, төрлө эштәр башҡарып, ғаиләгә ярҙам иткән. Ундайҙар йәштәр араһында күп булыу сәбәпле, урта белем алһындар өсөн һәр урында эштән һуң киске мәктәптәр эшләй ине ул мәлдәрҙә. Киске мәктәптең 11 йыллығын тамамлаған мәлдәрҙә связь эшенән сығып, райпо системаһында бер нисә йыл эшләп алды. Унан район милицияһында паспорт өҫтәле начальнигы эшенә барып инде. Был эштә лә белгес булыу мөһим булғанлыҡтан Елабуга милиция хеҙмәткәрҙәре әҙерләү техникумына ситтән тороп уҡырға инде. Районда был мәлдәрҙә һәр өсөнсө ғаиләләге ир заты ситтән тороп юғары-урта белем алыу өсөн уҡыйҙар ине.
1964 йылдың яҙында мәҙәниәт хеҙмәткәрәҙәренә план нигеҙендә тапшырылған Ағиҙел һәм Алағуян ярҙарындағы ағастарҙы (һал микән) ағыҙып ебәреү өсөн йөкмәтелгән планды үтәгән осорҙа бик ауыр бүрәнәләрҙе рычаг ярҙамында күтәреп йәрәхәт алып Гөлсара дауаханала ятып, дауаханан да һуң йүнәлеп етә алмай Ҡырымдағы Евпатория санаторияһына юлланды. Ул осорҙарҙа профсоюз ойошмалары ярҙамында путевкалар алып, һауығырға, ял итергә мөмкинлектәр иркен була торғайны. Был хаҡта ойошмаға ғариза биреү һәм табиптың дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауалауы һәм рөхсәте мөһим ине. Санаторийға Гөлсара сентябрь айҙарының аҙағына китеп, октябрь аҙағында бергәләшеп сәселгән бәрәнгеләрен, йәшелсәләрен йыйып алдылар. Әлфиә менән Илшат та бер аҙ ҙурая төштөләр. Үҙ ара матур ғына мөнәсәбәттә йәшәп алып киттеләр, ҡәйнәһе килгеләй, йә үҙҙәре баралар, балалар ҙа йыш барып йөрөйҙәр. Ике өйгә бер һыйыр тоттолар, итен, һөтөн уртаҡ бүлештеләр. Балаларҙы йоҡлатып оҙаҡ ҡына һөйләшеп, фекер алышып йәшәнеләр. Гөлсара үҙенең бала һәм үҫмер саҡтарын һөйләп китһә, Булат күҙ йәштәрен сығарып тыңлар ине. “Һинең бала сағың, яҙмышың Ғабдулла Туҡайҙыҡынан һис тә кәм булмаған икән”, - тип ҡуяр ине. Ул да үҙенең бала саҡтарындағы ҡайһы бер мәлдәрен иҫкә алып һөйләп алыр ине. Ҡаршылағы тауҙан ауыл уртаһындағы Ленин урамына хәтле санала шыуыуҙарын, көнө буйы уйнап, бер тиҫтер тыуған иптәштәре бер өйгә йыйылып айран эсәләр ҙә тағы уйнарға керешәләр тей ине. Уҡып йөрөгәндә 4-5 –се синыфтарҙа һынау биреүҙәр мәлендә көн бик эҫе булыу сәбәпле Алағуян йылғаһына һыу инергә китә лә бара торғайныҡ, уҡытыусыбыҙ Гөльямал апай беҙҙе һыу буйынан мәктәпкә йыйып алып ҡайтып уҡытыуын дауам итә торғайны тип һөйләгәне бик ныҡ иҫтә ҡалған. 4-се синыфтан алып 9-сыға хәтлем бер салбар кейеп йөрөргә тура килде, ул салбар гәләфей, кеҫәләре тубыҡҡа хәтле төшөп тора, үҙе ниндәйҙер шинелдән тегелгән, эстә кольцон да юҡ, хәтәр сәнсә ине. Ҡыҙҙарҙан оялып, уҡыу ташланып тип ҡуя ине.
Булат бик күп уҡый ине. КитапханананҺадый таҡташ, Ғабдулла Туҡай шиғырҙарын уҡып ята торғайны. Төрлө “Ағиҙел”, “Ҡазан уттары” журналдарын ҡалдырмай уҡып бара торғайны. Бик романтик натуралы ине ул. Бик күпләп газета-журналдар алдыра инек. Эштән ҡайтып ингәс, бер генә сәғәт ялға ҡайта, шул арала яңы гәзиттәрҙе уҡып сыҡмайынса ашарға ултырмай, ашын яңынан эҫетергә тура килә ине. Эштән асығып ҡайтам да, өйгә инһәм, туям да ҡуям тей торғайны йыш ҡына.
1965 йылдың йәйенә отпуск алып Әлфиә менән Илшатты алып Гөлсараның тыуған ауылына ҡунаҡҡа йыйындылар. Юлда Ташбулат ауылында йәшәгән синыфташ-детдомдаш дуҫы Сәғилә менән Булат ғаиләһендә туҡталдылар. Унда бер кис йоҡлағандан һуң, Сәғилә менән Булат ат егеп, Теләш ауылына Гөлсараның тыуғандарына алып барып ҡуйҙылар. Ауыл бер матур санаторий кеүек булып күренә тип һалды Булат килеп туҡтау менән. Гөлсара эстән генә эстән генә ауылын шулай маҡтап телгә алыуын Булаттың ғорурлыҡ менән ҡабул итте. Тимәк, тыуғандар, ауылдаштар егәрле тигәнде аңлата ине был ишара. Ағаһы Зәйтүн, еңгәһе Сәлиха ҡапҡаны иркен асып ҡаршыланылар ҡунаҡтарҙы. Гөлсара бик шат булды был ҡаршылауға. Ул әле ундай тыуғанлыҡ йылыһын бала саҡтан бирле һис тә татығаны юҡ ине һәм был яңылыҡты тойоуға рәхәтлек, эске кинәнес булып тойолдо һәм Булат эргәһендә үҙен балалары менән бик бәхетле итеп тойҙо. Иртәгәһен Зәйтүн ағаһы ат егеп Булат менән Ташбулат ауылынан дауаханала ятҡан ҡыҙы рәсимәне алып ҡайттылар. Ҡайнағаһы менән Булат бергәләшеп бер ҙур һарыҡ һуйҙылар, ә кисенә тыуғандарҙы йыйып ҡунаҡ булдылар. Төрлө хәтирәләрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Гөлсараның атаһы Ғәйнулла бик көслө, кәүҙәһе олпат, егәрле, күп итеп мал көткән, йылҡылары булған, бесән эшләгәндә бер бәләкәйерәк күбәне бер үҙе күтәреп кәбәнгә һала, етеҙ, һыуһынға бер бәләкәй күнәк ҡымыҙҙы бер һыуһында эсеп бөтә, сәй эскәндә бер ҡаҙаҡ яңы бешкән майҙы ашап бөтә, көрәштәрҙә беренселекте бирмәй торғайны. Динле булды, Троицк шәһәрендә дини мәҙрәсәлә уҡый. Гөлсараның әсәһе Сафия Ғәйнулланың икенсе ҡатыны. Уның тәүге ҡатынынан Хәлимә исемлеһенән 6 ул 2 ҡыҙ бал булып, ул үлеп ҡалды. Гөлсараның өләсәһе Ҡолбаҡты ауылынан бик динле абыстай ине. Шул динле ғаиләнән ҡыҙы Сафияны ҡатынлыҡҡа алды. Ә Сафия апай Ҡолбаҡтыла ирҙә булған, ул ир бик уҫал булған, ҡыҙҙарыХәтирә тыуған. Хәтирәне алып әсәһе Раҡыяға ҡайтып йәшәп ятҡан. Раҡыя өләсәһе менән олатаһы динле һәм хәлле йәшәгәндәр. Уларҙың өс улы ике ҡыҙы булған. Динле һәм хәлле олатаһын Себергә ебәргәндәр, өләсәһе менән балаларын Салауат ауылына ҡыуғандар. Был ғаиләнең бик күренекле, динле, ғилемле булыуын иҫәпкә алып, сафия апайҙы ризалыҡтарын алып, Теләшкә күсереп алып ҡайта һәм 1938 йыл гөлсара тыуа. Сафия апайҙың Хәтирә тигән ҡыҙы йыш килеп йөрөгән, өләсәһе лә килә торғайны. Сафия апай бик таҡмаҡсыл матур йырлай ине, Хәтирәлә таҡмаҡсыл ине. Олатайым тип һөйләй Зәйтүн ағаһы “йыш мал һуйып, ҡымыҙ эшләп ҡунаҡ йыйҙылар, өй эсендә таҡмаҡ әйтеп йырлап-бейеп күңелле итеп тыуғандарҙы йыйып гөр килеп ултырырҙар ине. Олатайым да бик моңло, матур йырлай ине. Гөлссара тыуып, талпынып торған сағында Себерҙә йәшәп ятҡан Фәйрүзә ҡыҙҙары ире менән ҡунаҡҡа килеп киттеләр. Гөлсараны ҡунаҡҡа килгән һәр инәһе-апаһы, ағай –еңгәһе ҡулынан төшөрмәй һикертеп алалар ине. Гөлсара бик иркә, һөймәлекле ҡыҙ бала булды тип дауам итә Абдулла ағаһы. Быларҙың һәр-береһен йотлоғоп, донъяһын онотоп тыңлай Гөлсара. Иҫ киткес рәхәт булған икән тип кинәнес ала биреп, шунадйбәхетле саҡтарын тағы-тағы тыңлағыһы килеп һалыҡн шишмәнән һыу эскән кешеләй йотлоғоп тыңлай ине был хәбәрҙәрҙең һәр ҡайныһын. Шундай рәхәт ине уға был ваҡытта. Да…, тип ҡуйҙы ла Булат соландан тышҡа сығып тәмәкеһен ҡабыҙы, оҙаҡ ҡына уйға батып йәйҙең тыныс, аяҙ күктәге йондоҙҙар балҡыуына төбәлеп, донъяның шундай матур ҙа, ғәҙелһеҙ ҙә булыуына хисләнеп тора бирҙе. Саҡырып инлергәндәренсә ул ишек алдында һалмаҡ ҡына баҫып йөрөүен дауам итте. Балаларҙы төпкө бүлмәгә йоҡларға һалды Сәлиха еңгәһе. Ҡунаҡтар таралышҡас, Гөлсара менән Булатҡа тип әҙерләгән урынды күрһәтеп, Зәйтүн ағаһы менән еңгәһе лә үҙ бүлмәләренә йүнәлделәр.
Оҙаҡ ҡына йоҡламай Булат менән Гөлсара һөйләшеп яттылар. - Һис йоҡо килмәй, - тине Булат. - Ҡайһылай оҡшаш беҙҙең яҙмыштар, тип һөйләп алып китте Булат. - Минең дә атайым Хәлфетдин көслө, егәрле һәм етеҙ булған. Тәүге ҡатынынан 3-4 ир бала тыуып үҫеп ҡайһы береһе һуғышта үлеп ҡалған, ҡайһы береһе ҡайтҡан. Тәүге ҡатыны үлгәс, минең әсәйгә өйләнгән. Әсәйем атайымдың тәүге ҡатынынан ҡалған йәтимдәр өҫтөнә үгәй әсәй булып килгән дә атайым менән йәшәй башлағас, 3 ул , 1 ҡыҙы тыуған. Ағайҙарҙың икеһе бәләкәй саҡта үлгән, ҙур ағайым һуғыштан яралы ҡайтты, кесеһе мин булам, - тип һөйләне.
Таңға ҡарай йоҡлап, ҡайнағаһы мал ҡыуып, еңгәһе сепарат борған тауышҡа уяндылар. Иртәгәһен тороп, балаларҙы ҡарап, уятып, йыуындырып алғас, кинәнеп урындыҡта сәй эстеләр ҙә ауылды ҡалдырып сыҡтылар. Әлфиәне Булат, Илшатты Гөлсара етәкләп алды, шулай ауыл урамын йөрөп, ысынында ауылдың төҙөк, матур ғына булып ултырыуына һоҡлана биреп, бик иғтибар менән Миҙәхәт ағаһының йортона ныҡлап күҙ һалды Гөлсара. Бик йыйнаҡ матур йәшәүҙәренә эске ҡыуанысын йәшермәне. Ул бит Гөлсараны 6 йәше лә тулмаҫ элек Ташбулат балалар йортона берсә йөкләп, берсә етәкләп алып барған. Ул саҡта үҙе 11 генә йәшлек бер малай булған тип һөйләне Гөлсара Булатҡа. Ишек алдына үтеүҙәренә еңгәһе менән Миҙәхәт ағаһы ҡаршы алды уларҙы. Ҡул биреп иҫәнләшкәс, Гөлсара килтергән бүләктәрен тапшырҙы. Арыуыҡ ҡына һөйләшеп алғандан һуң, Абдулла ағаһының, Таҡыя апайының донъяларын ҡарап үттеләр һәм Хәдис ҡусытыһынң донъяһына килеп туҡталдылар. Был өй Гөлсараның атаһы һалып йәшәгән йорт. Унда оҙаҡ йылдар ғүмер итеп, улдар, ҡыҙҙар үҫтереп, Гөлсара ла ошо йортта үҫте. Хәҙер атайымдың иң оло улы Сәйфулла ағаһы менән Асия еңгәһенең иң кесе улы Зәйтүн ағаһының иң кесе ҡустыһы Хәдис үҙенең ғаиләһе менән йәшәп яталар. Улар ғаиләһе менән килендәренең ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡандар тип һөйләне Зәйтүн ағаһы. Өй элекке, ләкин йәштәр үҙгәртеп, ике тәҙрәне урамға ҡаратып заманса эшләп алғандар. Булат төҙөү оҫтаһы булараҡ, өйҙө уратып, бик иғтибар менән менән ҡараны. Ҡайнымдың өйөнөң ағастары бик ныҡ боронғо, оҙаҡҡа етерлек булған икән тине ул, өй өрлөктәренең шул көйө булыуына аптыраны. Ауылды ҡарап сыҡҡас, һыу буйҙарын, тауҙарҙы, зыяратты, атай-олатайҙар ятҡан урындарҙы ҡарап, кисенә Миҙәхәт ағаларына ҡунаҡҡа барҙылар. Шулай итеп, һәр тыуған, яҡын таныштарҙы йөрөп күреп ҡунаҡ булғандан һуң, ҡайтырға ла ваҡыт килеп етте.
Дауамы бар.