Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
3 Декабрь 2022, 21:24

Тормошҡа сәмле, көслө рухлылар

Оло йөрәкле, ныҡ рухлы ата-әсә өлгөһөндә Радмил да күңелһеҙ үткәндәрҙе хәтер һандығына йоҙаҡлап бикләп, киләсәккә аҡ өмөттәр, һөйөү тулы күҙҙәр менән  баға, сәмләнеп эшләй.

Тормошҡа сәмле, көслө рухлылар
Тормошҡа сәмле, көслө рухлылар

Ҡәләм оҫтаһы ла, сәхнә йондоҙо ла түгел, һүҙебеҙ 2012 йылдан бирле редакцияла ябай ҡарауылсы булып эшләүсе Радмил Солтанморатов тураһында.  Ярҙамсыл, әүҙем, спортҡа әүәҫ егет һәм уның Бикбулат ауылында йәшәүсе һөйөклө ата-әсәһе – көслө рухлылар рәтенән.  Ул Бикбулат ауылында 1987 йылдың аҡ буранлы ҡышында Гөлсәсәк Зәбир ҡыҙы менән Йәлил Ғәйфулла улының күркәм ғаиләһендә иң тәүге бала булып донъяға килгән. Изгелекле ата-әсә, әлбиттә, өс улын да бәләкәстән ауыл эшенә өйрәтеп, йөрәк наҙына солғап, уларға аҡ бәхеттәр генә теләп үҫтерә. Әммә, үкенескә күрә, көслөләрҙе Хоҙай һынай тигәндәй, яҙмыш рәхимһеҙлеге был матур ғаиләне урап үтмәй.

 Бикбулат мәктәбендә уҡығанда спортҡа әүәҫлеге менән айырылып торған Радмил көрәш, футбол менән мауыға. Тигеҙ ерҙә бәләгә тарып, бер ғәйепһеҙгә сәләмәтлегенә ҙур зыян алғанда, уның 9-сы класты тамамлаған сағы була. Өфө дауаханаһының аҡ халатлылары, бала йәнле ата-әсәһе үҫмерҙе шәбәйтер, өр-яңынан йәшәргә өйрәтер өсөн күп көс, тырышлыҡ һала. Ныҡ йөрәкле, йәшәүгә сәмле егет ауырлыҡтарҙы еңә, аяҡҡа баҫҡас Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөнәрселек лицейында уҡый. Физик мөмкинлеге сикләнгән “мөһөр”ө менән тауҙар ҡыйратыр көсө булмаһа ла, ҡалала ҡарауылсы булып эшләй, йәйгеһен ауылда утын-бесән әҙерләшә...

 Тәүге мөхәббәт емештәренә бәйле ғазаплы уйҙар, йоҡоһоҙ төндәр онотолоп бөткәндә, Солтанморатовтарҙың нурлы йортон ҡайғы еле шаҡый. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (хәҙер БДУ филиалы) алдынғы уҡыусыларының береһе, ата-әсәнең яҡты өмөтө, ныҡлы терәге булып торған Рәил юл һәләкәтенә осрап, йәшләй генә яҡты донъяларҙы ҡуя. Әрнеү-һағыштарын, хәсрәттәрен йөрәгенә йомоп, бар сабырлығын йыйып, был ауыр йөктө лә лайыҡлы кисерә Солтанморатовтар. Булмышына Бөрйән ҡаяларының ғорурлығы, моңло Иҙелдең сафлығы һалынған Гөлсәсәк Зәбир ҡыҙы менән үҙ еренең солтаны - көслө рухлы, таһыллы ир аҫылы Йәлил Ғәйфулла улы кешелеккә йәнә һөйөү тулы күҙҙәр менән баға. Ҡустыһын юғалтҡас, Радмил тыуып үҫкән еренә ҡайтып, редакцияға эшкә урынлаша.

 Спортҡа әүәҫлеге егет өсөн тулы ҡанлы тормош менән йәшәү нигеҙе булып тора. Тәүҙә район инвалидтар ойошмаһы, һуңыраҡ “Өмөт” ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль реабилитациялау үҙәгенең ҡатнаш командаһы иҫәбендә сығыш яһаған Радмил Йәлил улының спорт өлкәһендә ҡаҙаныштары һанап бөткөһөҙ. Район ғына түгел, төбәк-ара, республика кимәлендә уҙғарылған туризм, еңел атлетика, теннис, мылтыҡтан атыу буйынса спорт ярыштарында призлы урындар яулап, районыбыҙ данын ғорур яҡлай ул. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнеп, тынғыһыҙ эштән йәм таба.

 Радмилдың әсәһе – 2006 йылдан бирле Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортон етәкләгән Гөлсәсәк Солтанморатова эшенә ижади ҡарашлы хеҙмәткәр. Аш-һыуға, баҡса үҫтерергә әүәҫ бөтмөр хужабикә лә. Һынауҙарҙың хәтәренә бирешмәйенсә, хәҙер инде 35 йыл һөйөклөһө менән ғүмер йомғағын татыулыҡта һәм мөхәббәттә һүткән Йәлил Ғәйфулла улы ысын ир-аттарға ғына хас рух ныҡлығы, таһыллығы менән арбай. Хеҙмәт юлын совхозда тракторсы булараҡ башлаған уҙаман  әлеге ваҡытта ла шул һөнәренә тоғро ҡала, себерҙә эшләй. Солтанморатовтарҙың мөһабәт йорто Бикбулат ауылына йәм өҫтәп тора. Кинйәләре Фәнзилдең хәҙер ғаиләле, һөнәрле булыуына ата-әсә ҡыуанып бөтә алмай.

 Оло йөрәкле, ныҡ рухлы ата-әсә өлгөһөндә Радмил да күңелһеҙ үткәндәрҙе хәтер һандығына йоҙаҡлап бикләп, киләсәккә аҡ өмөттәр, һөйөү тулы күҙҙәр менән  баға, сәмләнеп эшләй.

 Гөлшат СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Сығанаҡ: "Мораҙым"

Автор:
Читайте нас: