Уҫалдарҙың теленән төшмәне ул көндәрҙә Рәйхан. Туй алдынан ғына сиселгән сер ауылды арҡырыға-буйға айҡап сыҡҡан ине шул. Һәммәһе шаҡ ҡатып һөйләне. Быға ҡәҙәр буй-һынын, йөрөшөн “тап атаһы!” тип йөрөгән малай бөтөнләй сит ҡан булып сыҡһын әле! Һөйләмәҫ ереңдән һөйләрһең.
Ә Рәйхандың ғәйбәтселәрҙә эше юҡ ине. Үҙенә асыулы ине ул, үҙенә. Былай килеп сыҡҡанына үҙе ғәйепле шул. Егерме йыл түҙгәнде, нисек инде һалған баштан дуҫына асылып китеп, Илназдың үҙ улы булмауын әйтеп ташлаған бит, йүләр. Уныһы – ҡатынына, ҡатыны – дуҫына… Бына шулай бөтөн ауылға таралған. Үҙе өсөн тамсы ла ҡурҡмай ул, ауылдаштарының мең һынау менән төбәлгән ҡараштарына туйҙа уҡ йыр менән яуап бирҙе.
Гармунын һуҙып:
“Ҡайҙа барһа ла юғалмаҫ
Рәйхандың малайҙары”, – тип йырлап ебәреүе булды, мәжлес кенә түгел, тамаша ҡылырға килгән ауылдаштары ла бер мәлгә өнһөҙ ҡалғандай булды. “Күр әле, нимә тип йырлай бит!”
Ихлас ине Рәйхан.
Үҙ улылай яратты ул Илназды. Әле төпсөктәренә – уртаҡ улдарына ҡарағанда нығыраҡ та яратты, буғай. Ныҡ, түҙем, көслө холоҡло булып үҫте Илназы. Төплө фекерле, бик ҡыҙыҡһыныусан, нимәгә тотонһа, шуға ҡулы ятып тора… Әллә ниткән аҡыллы фекерҙәр сыға үҙенән. Быға ҡәҙәр икеһе бер һүҙҙә булып йәшәгән улы менән ике араға күләгә төшһә, нишләрмен тип ҡурыҡты ир. Ул сискән сер Илназга барып ишетелә күрмәһен тип ҡурҡты. Баҡһаң…
Бик яҡындары ғына белгән был серҙе Илназга инде үҫмер саҡта уҡ “тишкәндәр” булып сыҡты. Нисек күтәрелеп бәрелмәгән дә, нисек атай-әсәһен һорауҙар менән интектермәгән?! Түҙәр көс ҡайҙан алған? Бер нисә көн үҙ алдына йомолоп йөрөгән улдарының эсендә ниндәй уттар ҡайнағанын ата-әсәһе ҡайҙан белһен? Ауылдан йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡтағы ҡалала кем дә булһа был серҙе Илназға еткерер тип шикләнә торған инеме ни?
Дөрөҫ, әсәһе Гөлдара тыуып-үҫкән ауылда был сер дә, яңылыҡ та түгел ине. Илназдың Рәйхандың үҙ улы түгеллеген дә, үҙ атаһы кем булыуын да бик һәйбәт беләләр. Тыйылған мөхәббәт емеше ул. Тыйылған емеш татлы була тиһәләр ҙә, Гөлдараның туғандары, яҡындары өсөн әсе, ай, әсе булды ул! Зинанан бала көткән ғаиләгә ауыл халҡының талҡаны, ни сәбәплелер, үтә ҡоро булды. Хәлдәренән килһә, тереләй күмерҙәр ине үҙҙәрен. Һәммәһе изге булып ҡыланды: үҙҙәре зина ҡылғандар ҙа, балалары боҙоҡ юлда йөрөгәндәр ҙә яйы сыҡҡан һайын ҡағыш-һуғыш килтерергә тырышты.
Түҙер хәле ҡалмаған Гөлдара биш айлыҡ ауыры менән ауылдан сығып китте. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ерҙәрҙә уны көтөп тороусы юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта аҙым һайын бармаҡ менән төртөп, күҙ менән тишеп, былай ҙа бәргәләнгән йәненә яңы яра яһаусы кешеләр ҙә юҡ ине. Киреһенсә, ҡарынындағы сабыйы хаҡынамы, юлда уҡ уға изге күңелле кешеләр осраны. Туған яҡтарынан йәйге ялдан китеүсе әлеге мәрхәмәтле ғаилә менән ул поезда танышты. Үҙе лә үгәй әсә менән үҫкәнгәлер, үтә йомшаҡ күңелле Наилә һәм ире Рәвил (киләсәктә ире буласаҡ Рәйхандың бер туған апаһы һәм еҙнәһе!) Гөлдараны башта үҙҙәренә һыйындыра, унан һуң да уға яңы урында йәшәп китеү өсөн хәл ҡәҙәренсә ярҙам итә.
Десантсы булып хеҙмәт иткән Рәйхан шул йылда армиянан туп-тура апалары янына ҡайта. Ауылда уны көтөп тороусы булмай. Үгәй әсә ҡанаты аҫтына ингән атайҙары унан үтә лә, балаларын яҡлай ҙа алмай шул. Артыҡ ҡашыҡ булуҙан ғарыҡ булған егет шундай ҡарарға килә.
Ул ҡайтыу хөрмәтенә апаһы дуҫтары, күршеләре менән бәләкәс кенә мәжлес ойоштора. Ана шунда күрә ул беренсе мәртәбә Гөлдараны. Күрә лә, тыныслығын юғалта ла. Оҙон ҡара толомдары биленә төшөп торған, сибәр, һөйкөмлө, ҡорһағы морнона еткән был ҡатын ниңә яңғыҙ ғына килгән, ире ҡайҙа, төнгө сменала микән, тип баш вата ул. Апаһынан һорарға ла, әлеге ҡатынға һүҙ ҡушырға ла ҡыйыулығы етмәй.
– Әйҙә әле, Гөлдара, ҡустым ҡайтыу хөрмәтенә берәр йыр йырла инде, – ти Наилә апаһы, мәжлес башланып бер ҡәҙәр үтеүгә. – Ҡустым, гармуныңды ал…
Күрер күҙгә сибәр булһа да, күҙҙәре үтә һағышлы-моңло ине ҡатындың. Шуға иғтибар итте Рәйхан.
Гөлдара ялындырманы. Быға ҡәҙәр ишетелмәгән өр-яңы йыр башланы.
“Айға ҡарап, күҙ нурыңды түкмә,
Һалҡын елдән яҡшы хәбәр көтмә.
Башҡаларҙан өмөтөңдө өҙмә,
Гөл осраһа, асылмайса өҙмә”…
Күңелдәрҙе әллә нишләтерлек моң ағыла ине был ҡатындан. Үҙе түгел, йәне йырлай ине булһа кәрәк.
Осраҡлы башланған был танышыу тора-бара уларҙың икеһен бер бөтөн итеп бәйләне. Илназ менән Гөлдараны бала табыу йортонан үҙ бүлмәһенә алып ҡайтты Рәйхан. Бына шунан бирле улар гел бергә. Бына шунан һуң да кем уларҙы бер-береһенә сит-ят тип әйтә алһын?!
Хәйер, әйттеләр. Гөлдаралар ауылына беренсе мәртәбә ҡайтҡас, Илназга бәреп әйттеләр. Ике йәше тулмаған сабыйҙың: “Атай! Атай!”– тип, Рәйхан ҡаршыһына йүгереүен күргән күрше ҡатыны түҙмәне:
– Нишләп атайың булһын! Атайың түгел бит ул һинең! – тине, ауылдан яманаты сығып киткән Гөлдараның һөлөк кеүек егеткә кейәүгә сығыуына теле “ҡысытҡан” күрше апаһы.
Бала баҫҡан ерендә аптырап баҫып калды. Көтмәгәндә килтереп һуҡҡан йәшендән айнығандай, Рәйхан улына ҡаршы ашыҡты:
– Нишләп атаһы булмаһын? Атаһы мин уның, атаһы! Кил әле бында, улым! – тип, Илназды үҙенең киң ҡосағына алды, яратып юғары сөйҙө. Башҡаса ауылда уларға бер кем дә “һинеке түгел!” тигән һүҙҙе ҡысҡырып әйтергә баҙманы…
Атаһың ҡустыһы серҙе сискәндән һуң да Илназның атаһына ҡарашы үҙгәрмәне. Уйлы малай атаһы менән икеһе араһында оҡшашлыҡтар, айырмалар эҙләй торған булып китте. Кескенә оҡшашлыҡ тапһа ла, һөйөнә ине. Тик серҙе сисәргә ашыҡманы. Ваҡыты еткәс, әсәй үҙе һөйләр тип көтте…
Гөлдара улының көндән-көн ҙурыраҡ үҫеүен, серҙе башҡаса йәшереп булмауын аңлай: тик улына нисек әйтергә тип баш вата, улының үҙенә булған мөнәсәбәте үҙгәреүҙән ҡурҡа. “Әгәр аңламаһа”…
Тик ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәрергә тура килә шул. Илназ инде еткән егет, ауылға ҡайтҡас, уны элекке кеүек өйҙә генә тотоп булмаясаҡ, ә уҫал телле ғәйбәтселәр уға был серҙе ни дәрәжәлә сисә бит әле? Илназ менән икеһе генә ҡалғас, ул тәүәккәлләп:
– Улым, минең һиңә ҙур бер сер әйтәһем бар, – тине һәм әкрен гена, ни булһа шул булыр тигәндәй:
– Рәйхан һинең үҙ атайың түгел, – тип ашығып әйтеп ҡуйҙы. Һәм был хәбәр улына нисек тәьҫир итер икән тип ҡурҡып туҡтап ҡалды.
– Мин беләм, – тине Илназы тыныс ҡына. Әсәһенең үткәне тураһындағы, үҙенең ысын атаһы кем булыуы тураһындағы хикәйәтте тыңлағандан һуң ул инде күптән йөрәге менән әҙерләп ҡуйған яуабын әйтте:
– Әсәй, ишетәһеңме, минең бер генә атайым бар. Ысын атайым. Мине үстергән Рәйхан атайым ул. Башҡа бер кем турала белергә лә, ишетергә лә теләмәйем…
…Улы Илназның серҙе күптән белеүенән һиҙмәгән Рәйхан туй алдынан ауыл урамына таралған ғәйбәттән шаҡтай биреште. Улым ғына түгел, буласаҡ килен ғаиләһе лә бар бит әле, тип өҙгөләнде ул. Тик йәштәр инде был хаҡта алдан уҡ асыҡтан-асыҡ һөйләшкән булып сыҡты. “Минең улым бит ул!” – тип ғорурланды, был турала белгәс, Рәйхан. Улының көслө холоҡло булыуына, йәш кенә булһа ла, тормоштоң көтөлмәгән боролоштарында тәртә һындырмауына, һалҡын аҡыл менән эш итә белеүенә ысын күңелдән һоҡланып:
– Рәйхан малайы бит ул! – тине.
Гөлйәр.
Фото: pxhere.com