Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
7 Ғинуар 2023, 20:20

Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?

 Әсәй, буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар...

Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?
Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?

– Әсәй, һөйөнсө, мин өйләнәм! - Айгиз ишектән үк әсәһенең күптән көткән хәбәрен һөрәнләне.

– Әлхәмдүлилаһ! Ауыҙыңа бал да май! Күрер көндәрем бар икән! Атайың ғына күрә алманы шул...

– Әсәй, ул тик беҙҙең милләттән түгел шул, мәрйә ҡыҙы.

– Бәй-бәй, мәрйә булһа ни, ул да кеше балаһы бит. Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ ҡына һупалайымсы.

– Әсәй, тик ул бер нисә тапҡыр кейәүҙә булған шул...

– Беҙ йәш саҡта кемгә барғанбыҙ, шул бер кеше менән мендәрҙә сәс ағарта инек. Заманалар шулай булғас, ҡалайтаһың инде? Әҙәм балаһының яңылышҡан саҡтары ла, аңлашып бөтмәгән ваҡыттары ла булалыр.

– Әсәй, буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар...

– Булһа ни, үҙебеҙҙеке кеүек ҡарарбыҙ, балаларҙың булыуы насар түгел. Тағы ла ишәйеп китерһегеҙ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр.

– Әсәй, беҙҙең йәшәргә урыныбыҙ юҡ...

– Нимә һөйләп тораһың тағы! Атайың нигеҙе бит, һин йәшәмәй, кем йәшәһен инде был өйҙә!

– Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?

– Эй, балаҡайым! Рәхмәт төшһөн! Гел мине уйлайһың инде! Бигерәк изге күңелле булдың – бер көндә киленле лә, өләсәй ҙә иттең. Һиңә һәйбәт булһа, миңә ҡайҙа ла яҡшы булыр, балаҡайым.

Гөлсөм Монасипова.

Фото: mail.mamaplus.md

Автор:
Читайте нас: