Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
10 Март 2023, 18:20

Ҡатын-ҡыҙ янында тормош йәмле

Әбйәлил районының Мәхмүт ауылы ҡыҙы Гөлнар Мөсәлимова ла ун дүрт йыл элек килен булып төшкән Олойылғаға күптән ереккән. Белорет педагогия училищеһын тамамлап ҡына торған Гөлнар ғүмерен ошо ауыл егете Фәһим Фәнис улы менән бәйләүенә һис тә үкенмәй.

Ҡатын-ҡыҙ янында тормош йәмле
Ҡатын-ҡыҙ янында тормош йәмле

Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы, тигән боронғолар. Ғаиләһенең генә түгел, ә иленең дә тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп әле. Ғорур ҙа, ғәҙел дә, намыҫлы ла, наҙлы ла, кәрәк икән саҡматаштай ҡаты ла була алырлыҡ сифаттар бирелгән шул гүзәл затҡа. Хәҙер инде ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы саҡта алдараҡ атлай улар. Халҡым, ерем, телем тип янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙ үҙенең эше, хеҙмәте, йәмғиәттәге тотҡан урыны менән йәшәйешебеҙҙе йәмләй һәм биҙәй. Оҫта хужабикә, бәхетле ир ҡатыны, балаларының яратҡан әсәһе, һөйөклө ҡыҙ һәм уңған килен, кешелекле, шул уҡ ваҡытта талапсан да етәксе, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән йәмәғәтсе... Ошо төшөнсәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙың әллә күпме булмышы, ҡаҙанышы сағылыш тапҡан.

Әбйәлил районының Мәхмүт ауылы ҡыҙы Гөлнар Мөсәлимова ла ун дүрт йыл элек килен булып төшкән Олойылғаға күптән ереккән. Белорет педагогия училищеһын тамамлап ҡына торған Гөлнар ғүмерен ошо ауыл егете Фәһим Фәнис улы менән бәйләүенә һис тә үкенмәй. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың уңышы, ҡаҙанышы, яулаған дәрәжәһе артында яҡын кешеләренең дә хеҙмәте тора. Һәр башланғысыңды хуплап, уны күтәреп алырлыҡ, һине ярты һүҙҙән аңлап торған икенсе яртың булғанда ғына уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Был йәһәттән дә бәхетле Гөлнар Сабит ҡыҙы. Олойылға урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлағанда ла, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының башланғыс кластар факультеттарында ситтән тороп уҡығанда ла яҡындары ярҙамға килә. Ғаилә башлығы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегендә күп йылдар оператив дежурный ярҙамсыһы булып эшләгән старшина Фәһим Мөсәлимов ғаиләлә татыулыҡ, берҙәмлек, бер ҡараштан бер-береңде аңлаусанлыҡ булмай тороп, маҡсаттарға, уңыштарға ирешеп булмауын яҡшы аңлай. Шуға ла тормош иптәшенең һәр башланғысын хуплап, бөтә яҡлап ярҙам итергә тырыша.

Йәш хужабикә тылының ныҡлы, ышаныслы булғанына ла, өс бала әсәһе булырға йөрьәт иткәндер. Ҡыҙҙары - Олойылға мәктәбенең VII класында уҡыған Эмилия һәм V класс уҡыусыһы Аделина, кинйәләре 5 йәшлек Арсен да Мөсәлимовтарҙың оло йыуанысы. Ҡыҙҙар яҡшы уҡып ҡына ҡалмай, төрлө конкурс-олимпиадаларҙа, спорт сараларында әүҙем ҡатнашып, ата-әсәһен, өләсәй-олатайҙарын ҡыуандырып тора. 2021 йылға тиклем ауыл мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, информатика фәндәренән белем биргән Гөлнар Сабит ҡыҙы бөгөн яңы вазифа биләй. Ул - Олойылға урта мәктәбе директоры. Иҙел башындағы белем усаҡтарын етәкләгән иң йәш ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең береһе. Яуаплы вазифаны уға етәкселек, күп йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр ышанып тапшырған. Мәктәптә белем алған 43 уҡыусы ла директор апайҙарының етди ҡарарҙар ҡабул итеп, балалар мәнфәғәтенә эшләренә ышана.

Гөлнар Мөсәлимова әүҙем йәмәғәтсе булараҡ ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ауыл хакимиәтенең социаль тәғәйенләнештәге учреждениеларының берҙәм һәм бергә эшләүендә генә ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин. Һуңғы бер нисә айҙа олойылғалар берҙәмлектәрен, бергәләп ҙур эштәр атҡара алғанлыҡтарын күрһәтте лә инде. Ауылдаштар дөйөм тырышлыҡ менән тәүҙә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында еңеп, республика кимәленә үтте. Ауылдаштар айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтеп, Олойылғала район, республика кимәлендә төрлө мәҙәни, спорт саралары, конкурс-фестивалдәр үткәрҙе. Ә был саралар уртаһында Гөлнар Мөсәлимова кеүек эшлекле һәм әүҙем ханымдар ҡайнай.

Гөлнарҙың етәксе вазифа биләүе, әүҙем йәмәғәт тормош алып барыуы, балаларҙың бәләкәй булыуы, уның яратҡан шөғөлдәренең береһен ситкәрәк ҡуйып торорға мәжбүр иткән. Стилләштерелгән һаҡал-селтәрҙәр, сәйләндән һәм башҡа материалдарҙан төрлө әйберҙәр эшләүен артабан да дауам итәсәк әле, әҙерәк ваҡыты ғына булһын. Ә әлегә Гөлнарҙың яратҡан шөғөлөн ҡыҙы Эмилия дауам итә. Ҡыҙ ҙа сәйләндән һәм башҡа материалдарҙан матур-матур әйберҙәр эшләй.

- Яратҡан шөғөлөмдө ҡулыма алырға ваҡыт етмәйерәк тора әле. Йәмәғәт тормошо күп ваҡытты алһа ла, мәктәп, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүҙән, ниндәйҙер файҙа килтереүҙән кинәнес алам. Әлбиттә, һине аңлап торған яҡындарың, ауылдаштарың булмай тороп, етәксе вазифа биләп, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып булмай. Был йәһәттән тормош иптәшемдән, туғандарымдан, коллегаларымдан уңдым. Һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләрем бар, - ти Гөлнар Мөсәлимова.

Эйе, Гөлнар Мөсәлимова кеүек, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр гүзәл заттар булғанда, тормошобоҙ алға барыр.

Эльвира Хәмзина.

Сығанаҡ: "Урал"

 

 

Автор:
Читайте нас: