Шул хәтлем кешегә ышанырға ярамайҙыр ул! Бөгөн ошо кире яғымдың хаҡы − селпәрәмә килгән яҙмыш, үлемдән ҡотҡарылған ғүмер һәм әлегәсә хәҡиҡәтте таба алмау. Үҙемдең тормошом тураһында һөйләп, һеҙҙе хаталарҙан ҡурсырға теләйем.
Алты йыл элек, 2006 йылдың ғинуарында, Айсыуаҡ менән таныштым. Ул саҡта миңә 25 йәш ине, юғары белемем бар, яҡшы урында эшләнем. Ә ул бер сауҙа нөктәһендә менеджер. Ике ай аралашҡас, тәҡдим яһаны. Уның матур һүҙҙәренә, тоғролоҡ һәм мәңгелек мөхәббәт тураһындағы вәғәҙәләренә ышандым. Айсыуаҡтың иң яратҡан һүҙе “һин йәки бер кем дә түгел” ине.
2006 йылдың майында Айсыуаҡтың законлы ҡатыны булдым. Туйҙан һуң ике бүлмәле фатирҙа әсәһе менән йәшәй башланыҡ. Иптәшемдең атаһы күптән вафат булған, ҡәйнәм Фәриғә Марат ҡыҙы күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан. Тәүҙә матур ғына донъя көттөк, ирем мине ҡәҙерләп-хөрмәтләп кенә торҙо. Бер аҙҙан ҡәйнәм юҡтан ғына ғәйеп табып, мине Айсыуаҡ алдында ялҡау, әрпеш итеп күрһәтә башланы. Хатта атай-әсәйем, туғандарым тураһында йөҙөмә бәреп әйтер булды. Тәбиғәтем менән тиҙ ҡыҙыусанмын, өндәшмәй ҡала алмайым. ҡәйнәм менән араны һаҡлар өсөн уға ҡаршы һүҙ әйтмәнем.
ҡәйнәм шизофрениянан яфаланған булып сыҡты. Беҙ өйләнешкәнгә тиклем үҙ-үҙенә ике тапҡыр ҡул һала яҙған. Уныңса, үҙенән һәм улынан башҡа бөтә кешеләр ҙә “бер төрлөләр” һәм “аҡмаҡтар”. Мине лә шулар рәтенә индерә ине.
ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында артабан йәшәрлек әмәлем ҡалмағас, Айсыуаҡҡа башҡа сығырға кәрәклеге тураһында йышыраҡ әйтә башланым. Ул саҡта мине ярата ине, теләгемде кире ҡаҡманы. Кеше фатирына күсеп йәшәй башланыҡ. Үҙ аллы тормошта иркенерәк булып китте. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән ҡәйнәм килеп, донъябыҙҙы тентеп китә ине. Бешергән ризығымды яманланы, йыуған-үтекләгән әйберҙәрҙә етешһеҙлек табып, ирем алдында мәсхәрәгә ҡалдырҙы. Ә Айсыуаҡ мине яҡлап бер һүҙ әйтмәне. Шул хәтлем ныҡ ауыр ине, әммә тешемде ҡыҫып түҙҙем. Атай-әсәйемә, туғандарыма, дуҫ-иштәремә ауыр хәлемде белдермәҫ өсөн, тыштан шат, бәхетле ҡатын ролен уйнаным, ә эсемдә ут янды. Табиптар сәләмәтлегемдә етешһеҙлек тапмаһа ла, үс иткәндәй, оҙаҡ ваҡыт ауырға ҡала алманым. Бының өсөн ҡәйнәнән ниндәй генә һүҙҙәр ишетергә тура килмәне?!
Әсәһенең ҡыланыштары улында сағылмай ҡалманы. Бер аҙҙан ул да минең холҡомда, кейемемдә һәм ашымда кәмселектәр тапты. Йыш ҡына өйгә ҡайтмай, әсәһе янында ҡала ине. Ирем менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәне.
Өйләнешеүебеҙгә бер йыл булғас, ауырға ҡалдым! Айсыуаҡ был хаҡта ишеткәс, шатлығынан үрле-ҡырлы һикерҙе. Ә бына ҡәйнәм, әрәмтамаҡтар һанын арттыраһығыҙ, тип аборт эшләтеүемде талап итте. Ә бер көн мине иң бысраҡ һүҙҙәр менән әрләп китте. Бындай стрестан яралғы төштө, мине дауаханаға алып киттеләр. Ирем, эшенең күплегенә һылтанып, яныма килеп ураманы.
Өйгә ҡайтҡас, бер ҙә толҡа тапманым. Күңелемде бушлыҡ биләп алды, ҡулға бер эш тә бармай. Эшкә лә йөрөмәнем, көнө буйы түбәгә текләп яттым. ҡәйнәм мине наркоман, ялҡау һ.б. тип битәрләне. Бер көндө Айсыуаҡ: “Һинең арҡала тыуып үҫкән йорттан киттем. Минең урында икенсе ир булһа, йә бында йәшә, йә тай бынан, тип әйтер ине”, – тимәһенме?! Ныҡ асыуым килде лә, ҡулыма нимә эләкте, шуны уға ташлай башланым. Яуап итеп, ул мине иҫтән яҙғансы туҡманы.
Бер тәүлектән дауаханала иҫемә килдем. Баш мейеһе яраһы алғанмын. Табиптар биш сәғәт буйы ғүмерем өсөн көрәшкән. Йәрәхәттән тыш, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолғаны асыҡланды.
Атайым менән әсәйем, дауаханаға эләккәнемде белгәс, ауылдан килеп еткән. Уларға илай-илай хәлемде һөйләнем. “ҡыҙыбыҙ яҡшы кешегә кейәүгә сыҡты”, − тип йөрөгән ҡәҙерле кешеләрем өсөн был шок булды. Хәлем бер аҙ яҡшырғас, үҙебеҙҙең район үҙәгендәге дауаханаға алып ҡайттылар.
Бер аҙҙан айырылышыуға ғариза бирҙем. Шул саҡта Айсыуаҡ: “Һинән дә яҡшыраҡ вариантты табырмын”, – тине. Йыл ярым элек кенә “һин йәки бер кем дә түгел” тип әйткән кешенән шундай һүҙҙәрҙе ишетеүе бик ауыр булды.
Яҡындарым әсә менән улдан үс алырға өгөтләне. Әммә минең улар менән һөйләшкем дә, осрашҡым да килмәй. Үҙ яуызлыҡтары үҙҙәренә булһын.
Их, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, ниңә беҙ шулай матур һүҙҙәргә, вәғәҙәләргә ышанабыҙ икән? Терһәк яҡын, әммә тешләп булмай шул. Арағыҙға өсөнсө кеше, ул хатта ирегеҙҙең әсәһе булһа ла, тығылыуына юл ҡуймағыҙ! Матурлыҡ туйҙа ғына кәрәк, бер-береңде аңлап йәшәүгә бер ни ҙә етмәй.
Лариса.
Белорет ҡалаһы.