Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
1 Февраль , 08:45

“Тыуған өйөмә ҡайтҡым килмәй...”

“Мин уларға хеҙмәтсеме әллә?”

“Тыуған өйөмә ҡайтҡым килмәй...”
“Тыуған өйөмә ҡайтҡым килмәй...”

  

“Мин уларға хеҙмәтсеме әллә?”

 

Редакцияға хат яҙған Айгөлгә 18 йәш кенә әле. Бер яҡтан ҡараһаң, был ваҡытҡа кеше тулыһынса үҙаллы, ҡылыҡтарына яуап бирерлек, холоҡ-фиғеле формалашҡан шәхес булып үҫешә. Әммә әлегә ул тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы “насар”  йәки “яҡшы” тип кенә баһалай, сөнки, берҙән, алтын урталыҡты билдәләрҙәй тормош тәжрибәһенә эйә түгел, икенсенән, үҫмерлек максимализмы ла үтеп бөтмәгән. Әйҙәгеҙ, Айгөлдөң хатына күҙ һалайыҡ.

“Мин ғаиләлә иң өлкән бала, мәктәптә уҡыған ике ҡустым, өс йәшлек һеңлем бар. Туғандарым менән атай – башҡа, әсәй – бер. Әсәйем миңә ике йәш саҡта атайымдан айырылған һәм миңә һигеҙ йәш булғанда ошо кешегә тормошҡа сыҡты.

Үгәй атайҙы насарлап та, маҡтап та һүҙ әйтә алмайым, ҡы­рыҫыраҡ, аҙ һүҙле кеше. Мине ҡыйырһытманы ла, шул уҡ ва­ҡыт­та яҡшы һүҙ ҡушып, хәлемде һорашып ултырыуын да иҫлә­мәйем. Әсәйем һәр ваҡыт уға ярап йәшәргә тырышҡан кеүек. Ғаиләбеҙҙә мин электән үҙемде ят бауыр кеүек тойҙом. Бала саҡ­та быны төшөнөп етмәй инем, хәҙер инде бик яҡшы аңлайым.

Бына ике йыл инде мин яҡын ҡалалағы медицина колледжында уҡыйым. Аҙна һайын ауылға ҡайтырға тырышам. Тик өйҙә мине артыҡ һағынып көтмәйҙәр кеүек. Шәмбе һәм йәкшәмбе көн­дәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән үтә: аҙна буйы йыйылған керҙе йыуам, өйҙө йыйыштырып, иҙән йыуам, мунса яғам, ҡустыларҙың мәктәп кейемен – салбар-күл­дәктәрен үтекләйем, бүлмәләш ҡыҙҙарға күстәнәскә берәй тәмлекәс бешерһәм, мотлаҡ ҙур ғаиләбеҙ өсөн дә әҙерләргә тейешмен. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдағы эштән арып килеп, биш көн уҡыу барышында ял итәм, тиергә кәрәктер.

Был хаҡта нилектән ныҡлап уйлана башланыммы? Күптән түгел бүлмәләш ҡыҙым ял көнөнә үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Иҫем китеп йөрөп килдем. Ата-әсәһе, беҙҙе оло ҡунаҡтай күреп, тәмле аштар, әллә нисә төрлө ҡамыр ризыҡтары бешереп ҡар­шы алды. Мунса әҙер, өй таҙа, йылы. Мин өйрәнелгән ғәҙәт буйынса “Берәй нәмә эшләшергә кәрәкмәйме?” тиһәм, әсәһе “Юҡ, юҡ, һеҙ бит ялға ҡайтҡанһығыҙ, рәхәтләнеп ял итегеҙ” тип кенә тора. Аптырап әхирәтемдән: “Һин өйҙә бөтөнләй эшләмәйһең­ме әллә?” – тип һорап ҡуйҙым. “Әлбиттә, ярҙам итешәм. Әле бит баҡсала эш бөткән, шуға артыҡ мәшәҡәт тә юҡ”, – тип яуапланы.

Йәкшәмбе көнө әхирәтемдең әсәһе ике-өс төрлө бәлеш бе­шер­ҙе (беҙ ҙә ярҙам иттек, әлбит­тә), тағы әллә ниндәй тәм­лекәс­тәр менән сумкаһын тултырҙы. Атаһы машина менән туҡта­лыш­ҡа алып барып, оҙатып ҡалды. Уларҙағы йылы ғаилә мөхи­тенә, “балам” тип өҙөлөп то­роуҙарына күҙем ҡыҙып ҡайт­тым. Әсәйем ҡасан миңә шулай йылы итеп өндәште, хәлемде һорашты икән? Мин уларға хеҙ­мәт­се ролендә генә кәрәк ке­үек­мен. Әллә яңылышаммы икән? Һәр хәлдә әхирәтем менән үҙем­дең тормошомдо сағыштырып, хәҙер өйгә лә ҡайтҡым килмәгән кеүек...”

Айгөлдөң хатын гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге төр­кө­мөндә бирҙек. Тормош күргән тәжрибәле ханымдар бына ниндәй кәңәштәр бирҙе уға, бәлки, был фекерҙәр башҡалар өсөн дә фәһемле булыр.

“Айгөл, һеҙ ныҡ яңылышаһығыҙ. Беҙҙең дә йәш ваҡытыбыҙ булды. Атай-әсәй эргәһенә ҡайтһаҡ, иҙән дә, кер ҙә йыуҙыҡ, һыйыр ҙа һауҙыҡ, салғы менән бесән дә саптыҡ, тәмле итеп ашарға ла бешерә инек. Нисек тә булһа ҡә­ҙерлеләребеҙҙең эшен еңеләй­тергә тырыштыҡ. Атайым гел: “Эштән кеше үлмәй”, – тип әйтә торғайны. Зарланырға кәрәкмәй, минеңсә.

Миңлегөл”.

* * *

 

“Был – ваҡытлыса, һәр саҡ улай булмаясаҡ, һуңынан ошо мәлдәрҙе һағынырһығыҙ әле. Әсәйегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Нисек кенә булмаһын, әсәйле булып йәшәгән мәл – иң бәхетле саҡ ул.

Лира”.

* * *

 

“Ғаиләләге бөтә баш балалар ҙа шулай үҫә. Һәр ваҡыт шулай булған һәм буласаҡ, шуға күрә мин уҡыған осорҙа әхирәт­тә­рем­дә ҡунаҡта тик йөрөй торғайным. Икенсе яҡтан, ҡунаҡ килһә, әлбит­тә, атай-әсәй үҙен икенсе төрлө тота, кеше алдында ба­лаһына башҡасараҡ мөғәмәлә күрһәтә, шуға күрә әхирәтемдең ата-әсәһе шул тиклем һәйбәт, минекеләр насар, тип сағыш­тырыуҙың да дөрөҫлөккә тап килмәүе бар. Әлеге хәл күңе­ле­геҙҙә ғүмерлек яра булып ҡал­маһын өсөн был хаҡта әсәйегеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, аңлашырға кәрәк.

Гөлшат”.

 

Әсә мөхәббәте сикһеҙ ул...

 

Айгөлдөң хатына юғары категориялы психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА яуап бирә.

– Атай һәм әсәй менән йылы, ышаныслы мөнәсәбәттәр – һәр бала өсөн донъялағы иң ҡәҙерле, иң кәрәк ҡиммәттер ул, сөнки улар беҙгә тормошта ныҡлы таяны­сыбыҙ барлығын, ниндәй генә хәл булһа ла һаҡлаусыбыҙ, яҡлау­сыбыҙ булғанлығын белгертә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике иң яҡын кешенең – әсәй менән ҡыҙҙың – уртаҡ тел таба алмауы, бер-береһенә һалҡын ҡарашы йә иһә бөтөнләй аралашмауы тураһында күптәребеҙ ишетеп беләлер, хатта шаһит булғаны барҙыр…

Нилектән килеп сыға бындай хәл-торош? Бөгөн ошоноң айышына төшөнөп, сәбәптәрен ҡарайыҡ. Беренсенән, шуны аңларға кәрәк: әсәйегеҙ нисек бар, уны шулай ҡабул итергә тырышығыҙ. Башҡа әсәйегеҙ юҡ һәм булмаясаҡ та! Шулай уҡ әсәйегеҙ шәхес булараҡ ниндәй шарттарҙа формалашҡан икән – ошо турала ла уйлағыҙ. Бәлки, уның холоҡ-фиғеленә, кешеләр менән аралашыуына бала сағындағы ауыр ваҡиғалар, юғалтыуҙар тәьҫир иткәндер йәки уның үҙен дә ошондай ҡырыҫлыҡта тәрбиәләгәндәрҙер. Үҙ елкәһендә татыған тәрбиә алымдары, ғаилә мөнәсәбәттәре уның тарафынан берҙән-бер һәм дөрөҫ үрнәк тип ҡабул ителгәндер. Ул тыуып үҫкән ғаиләһендәге тәрбиә моделен үҙе ҡорған ғаиләгә, балалары менән мөнәсәбәтенә күсереүе бик мөмкин.

Әлбиттә, ғаиләләге йылы мөхит, ғәмһеҙ һәм бәхетле бала саҡ ата-әсәнән тора. Бала күңеленә яратыу, кешеләргә, донъяға ҡарата матур мөғәмәләне иң беренсе әсәй кеше һала. Уның мөхәббәте сикһеҙ. Әммә ошо һөйөүҙе ул балаларына нисек белдерә, ни рәүешле күрһәтә? Күңелендә хистәр урғылһа ла, балам артыҡ осоноп китмәһен тип, һаран ғына хуплау һүҙҙәре менән сикләнмәйме икән? Ошо ҡалыпҡа һалынған әсә менән бала мөнәсәбәте йылдар үтеүгә һалҡынайып, аҙаҡтан бер-ике һүҙҙән генә торған формаль арала­шыуға ла әүерелеүе ихтимал. Әгәр ҙә һеҙҙе был ҡәнәғәтләндермәй икән, хәл-торошто үҙгәртеү буйынса ниндәйҙер аҙымдар яһарға кәрәк. Көтөп ултырып ҡына хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Бәлки, әсә кешенең дә балаһы менән бар күңелен асып һөйләшкеһе киләлер, тик хәҙер инде ҙурайған ҡыҙына ҡайһы яҡтан яҡынларға, нисек һүҙ башларға белмәйҙер.

Әсәйегеҙ менән ошо темаға һүҙ башларға ҡарар ҡылдығыҙ икән, тыныс ҡына, уны ғәйепләмәй генә һөйләшергә тырышығыҙ. Әлбиттә, беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, бәлки, бер һөйләшеү генә һеҙҙең араны шунда уҡ яҡынайт­маҫ. Әммә күрешкән мәлдәрегеҙҙә уның тормошондағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып, ғаилә хәлдәрен һорашыуҙан башлап, әсәйегеҙ менән аралашыуҙы бер аҙ яйға һалып ебәрергә була. Уның хәлдәре тураһында ғына һорашып ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙеке менән дә уртаҡлашығыҙ, студент тормо­шондағы бер-ике ҡыҙыҡлы хәлде лә иҫкә төшөрөп алырға була.

Әсәйегеҙҙән кәңәш һорау, уның теге йәки был ваҡиғаға ҡарата фекерен белергә теләү ҙә – араларҙы яҡынайтыуға бер аҙым. Был үҙ сиратында әсәйегеҙгә лә тормо­шоғоҙҙа уның ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтер.

Әгәр әсәйегеҙ менән мөнәсәбәт бер нисек тә һеҙ теләгән яҡҡа үҙгәрмәй икән, был осраҡтан да ниндәйҙер фәһем алырға була. Минең бер коллегам насар ойошто­ролған, файҙаһыҙ бер тренингка барып ҡайтҡандан һуң, шундай һығымта яһағайны: “Был сара мине тренингты нисек итеп үткәрмәҫкә өйрәтте!” Шуның кеүек әсәйегеҙ менән мөнәсәбәтте нисек итеп үҙегеҙҙең балаларығыҙ яҙмы­шында ҡабатламау, үҙ балала­рығыҙ менән сабый саҡтарынан уҡ йылы, ышаныслы мөнәсәбәттәр булдырыу, һөйөү, маҡтау, хуплау һүҙҙәрен ваҡытында әйтә белеү ни тиклем мөһим икәнлеген күңел төпкөлөнә һалып ҡуйығыҙ.

Нисек кенә булмаһын, әсәйегеҙ һеҙгә ошо донъяны бүләк иткән ғүмерегеҙҙәге иң мөһим кеше булып тора һәм торасаҡ. Уның менән мөнәсәбәттәрҙе ни тиклем тиҙерәк яйға һалып, үпкәләү хистәренән арынып, аралағы ҡытыршы­лыҡ­тарҙы еңеп сығырға тырышаһығыҙ икән, был артабанғы тормошоғоҙҙа ҙур роль уйнаясаҡ. Сабырлыҡ һәм рухи көс һеҙгә!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: