Үзбәкстанда тыуған Светлананың яҙмышы бик ҡатмарлы. Үҙенең атаһы рус, әсәһе үзбәк булған икән дә. Ике йәш ярымлыҡ сағында Үзбәкстандағы Навои өлкәһенең Навбахор районындағы, “Гигант” совхозына эшкә килгән балаһыҙ башҡорт ғаиләһе уны Башҡортостанға алып ҡайтҡан.
Ҡыҙыҡайҙың бәхетле бала сағы Белорет районы Сатра ауылында үтә. Мәктәпкә уҡырға төшкәндә класташтары илле йәштән өлкән әсәһен: “Өләсәйеңме әллә?” – тип һорай. Атаһы ла алтмышҡа баҫып килгән ир. Етмәһә, 3-сө класта уҡыған сағында кешеләрҙән ҡыҙ: “Атайың менән әсәйең һиңә үгәй”, – тигән аяныслы һүҙҙе ишетә. Әммә ололарҙың үҙе өсөн өҙөлөп торғанына, йәндәрен бирергә әҙер булыуҙарына инанғас, был һүҙгә иғтибар итмәй. 5-се класта уҡыған сағында ғына әсәһе баланы ҡайҙан, нисек алып ҡайтҡандарын һөйләп бирә. Бынан һуң Светлананың атаһына, әсәһенә ҡарата мөхәббәте тағы ла көсәйә.
Кәртә тулы мал. Атай-әсәй йүгереп йөрөп донъя көтә, эшләп тә йөрөй. Уларҙың йылы ҡуйынында иркәләнгән, теләгәнен кейгән, теләгәнен ашаған сабыйға ошо татыу ғаилә үҙе бер бәхет утрауы булғандыр. Йылы өйҙә, йомшаҡ түшәктә уянып китеүгә атаһы менән әсәһе сөкөрҙәшеп, мәрәкәләшеп сәй эсә... Мейестә сырт-сырт утын яна... Ошо йән рәхәте, кинәнес мәңге дауам итер кеүек... Әммә бәхет менән бәхетһеҙлек ҡайһы саҡ йәнәш тә йөрөй шул.
Сәрмән мәктәп-интернатының 9-сы класын тамамлағас, Светлана мөхәббәтен, Флюс исемле егетте осрата, уға кейәүгә сыға. Һәр саҡ: “Үҙем яңғыҙ үҫтем, ғаилә ҡорһам, күп балаға әсәй буласаҡмын”, – тип хыялланған ҡыҙ малай таба. Олатай менән өләсәйҙең түбәһе күккә тейә. Флюз кәләшен усында ғына йөрөтә.
Светлананы ҡара ҡайғыға һалып, 67 йәшлек атаһы ҡапыл ғына донъя ҡуя. Быға сифатһыҙ араҡы сәбәпсе була. Донъя тотҡаһы – ҡатын, тиһәләр ҙә, атаһы үлгәс, әсәһе эскегә һалыша. Уны өгөтләү, дауаларға, дөрөҫ юлға баҫтырырға теләү ҙә файҙаһыҙ була. Өйҙөң ҡото китә. Мал-тыуар бөтә. Күп тә тормай спиртлы эсемлектәрҙән һаулығы ҡаҡшаған ҡатын да донъя ҡуя. Светлана донъяла бер үҙе тороп ҡалғандай була. Ярай әле ире бар янында, ярай әле сабыйы бар... Әммә үҙен кеше иткән, аяҡҡа баҫтырған ғәзиз атаһы, әсәһе юҡ... Уның бер кеме лә юҡ. Уның бер нәмәһе лә юҡ. Бала саҡтан күңелен өйкәгән: “Их, ҡустым йә һеңлем булһасы! Бер-беребеҙгә терәк булыр инек, бер-беребеҙҙе йыуатыр инек!” – тигән уй уның йөрәген яралай.
Шундай ауыр һынауҙарҙа һынмаған, бирешмәгән, үҙ юлын үҙе ярған кеше тураһында беҙ “юҡтан бар булған” тибеҙ. Светлана ла тормошҡа теше-тырнағы менән йәбешкән көслө рухлы ҡатын. Ете бала әсәһенә әле 37 йәш. Ул Белореттағы “Самауыр” кафеһында эшләй. Ире – алтын ҡуллы Флюз кешеләргә өй, мунса һалыша, гараж төҙөй, таҡта быса.
Ғәлимовтар ғаиләһе Белорет ҡалаһында ҡуртымдағы ике бүлмәле фатирҙа ғүмер кисерә. Торлаҡҡа сертификат алыуға 2014 йылда уҡ сиратҡа торғандар. Сабыйҙар: “Их ҡына, ҙур өй һатып алһаҡ, түңәрәк өҫтәл тирәләй йыйылыр инек. Бүлмәләр күп булыр ине”, – тип хыяллана. Йортло булыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәләр.
“Үҙем яңғыҙ үҫкәнгә күрә, Аллаһ миңә ете бала бүләк итте. Хәҙер ятһам да, торһам да өйөбөҙҙә – бала тауышы, бала көлөүе. Мин – донъялағы иң бәхетле әсәй. Ауыр мәлдәрҙә ирем гел янымда. Ул ныҡлы терәк, ҡурсалаусы, ярҙамсы. Мине ныҡ ярата, хөрмәт итә, ҡәҙеремде белә. Шуға уға мең рәхмәтлемен. Үҙем дә хәләл ефетемде өҙөлөп һөйәм”, – ти Светлана. Ул кейәүгә сыҡҡан мәлдә үҙ-үҙенә биргән һүҙенә тоғро: ауыҙына бер тамсы спиртлы эсемлек алмай, балалары бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, эшһөйәр булып үҫә. Йәш ғаиләнең бурысы – уларҙы маҡсатлы кеше итеп тәрбиәләү. “Атайҙан, әсәйҙән яҙһа, балаларыбыҙ кемгә кәрәк? Беҙ уларға дөрөҫ йәшәргә, тайғаҡ юлға баҫмаҫҡа үҙебеҙ өйрәтергә тейешбеҙ. Балаларыбыҙҙың алға ғына барыуын, белем алыуын теләйбеҙ. Киләсәктә ҡыҙҙарыбыҙ кейәүгә сығып, улдарыбыҙ кәләш алып, балалары тыуып, олатай-өләсәй булып ҡыуанып ултырырға яҙһын”, – ти уңған әсә.
Балалар баҡсаһына йөрөгән тәнәйҙәр – Рамина менән Камилдан башҡа барыһы ла Белорет лицей-интернатында белем алған һәм ала. Өлкән улдары Сыңғыҙ 11-се кластан һуң Екатеринбург ҡалаһындағы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт институтына ингән. Илшан Белорет металлургия техникумында электрик һөнәрен үҙләштерә. Рената лицейҙың 8-се, Аслан 4-се, Самира 3-сө класында уҡый.
Светлананың барыбер ҙә күңеле китек. Әхирәттәре: “Бына минең балаларым менән әсәйем ултыра; бына әсәйем шуны алып бирҙе, быны алып бирҙе; миңә әсәйем ярҙам итә, тыуған көнөмә шуны бүләк итте, быны бирҙе”, – тип ҡыуанһа, етемәктең йөрәге яна, ҡыйын булып китә. Шунан балалары йәнен көйҙөрөп ҡысҡыртһа, йәне әсеп: “Әсәй мәңгелек түгел, әсәйегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тип әйтеп ҡуя.
Үҙен ташлап киткән үзбәк милләтле әсәһен ныҡ күргеһе килә Светлананың. “Жди меня” тапшырыуына ла яҙып ҡараған, яуап булмаған. Интернет аша ла эҙләгән. Үзбәкстанды барып күргеһе килә, тик әлегә мөмкинлеге юҡ, балаларҙы ҡарарға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Сабыйҙары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер Светлана әсәһенең күҙҙәренә ҡарап: “Ни йәнең менән мине ҡояштан яндырып, себендән талатып урамдағы урындыҡта ҡалдырып китә алдың?” – тип һорарға теләй. Кем белә, бәлки, күп тә үтмәҫ, ул ошо һорауына яуап табыр. Светлананың хыялдары тормошҡа аша бит ул. Тиҙ арала фатирлы ла булырҙар әле! Сабырлыҡтың төбө һары алтын, тиҙәр бит. Һаулыҡ ҡына, татыулыҡ ҡына булһын; ғаиләлә бер-береһенә ихтирам, мөхәббәт һаҡланһын!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.