Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
21 Апрель 2024, 14:05

Булмышына моңло донъя һыйған

Уның йөрәк моңо, уйы, һағышы йырҙарында, тамашасы ихтыярына сығарған ролдәрендә.

Булмышына моңло донъя һыйған
Булмышына моңло донъя һыйған

Сағыу таланттарға бай, йыр-моңға дәртле халыҡ йәшәгән төбәк ул Дүртөйлө. Ошо райондың данлыҡлы шәхестәре менән ғорурланып, уларға тиңләшеп эшләргә, ижад итергә тырыша Шишмә ауылы һылыуы, “Нур” татар дәүләт театры артисы Гөлназ Рәүеф ҡыҙы Кашапова. Ысынында уның исеме есеменә тап килә – гөл кеүек наҙлы... Нәзәкәтле, шишмә кеүек сылтырап ағылған моңло тауыш эйәһе, талантлы, ижадта ла, тормошта ла үҙ бәхетен тапҡан шәхес хаҡында бөгөнгө әңгәмәбеҙ. Уның йөрәк моңо, уйы, һағышы йырҙарында, тамашасы ихтыярына сығарған ролдәрендә. Сәхнәлә лә, кешеләр араһында ла үҙ-үҙен тотошо, уй-фекере, ябайлығы, ихласлығы уның юғары мәҙәнилеге, эске донъяһының бай һәм матур булыуы хаҡында һөйләй.

– Гөлназ ханым, актриса булыу теләге һеҙҙә, моғайын, бала саҡтан килгәндер?
– Атайым, әсәйем яғынан да йыр-моңға әүәҫ кешеләр күп. Ҡартатайым Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ине. Атайым да бик көслө тауышлы, йырға тартылыуым атай яҡлап килгәндер тимен. Ә театрға һөйөү һис уйламаҫтан ҡабынды. Башҡорт драма театрынан мәктәбебеҙгә тамаша алып килгәндәр ине, шул ныҡ күңелемдә тәьҫир ҡалдырҙы. Әле лә хәтеремдә, атай-әсәй эштә саҡта көҙгө алдынан китешмәй борғоланғаным, сөнки бәләкәйҙән йырлап үҫтем. Радионан берәй матур йыр ишетеп ҡалһам, “Өйрәт, өйрәт”, – тип әсәйемдең теңкәһенә тейгәнмен. Мәктәпте тамамлағас, йыр буйынса уҡыйым тип, сәнғәт училищеһына барғайным, икенсе турҙы үтә алманым. Әсәйем педагогия колледжына кереп ҡарарға кәңәш итте, “унда ла музыка бар бит”, тип. Ә инде артабан сәнғәт донъяһына етәкләп алып барыусы – Ләлә Муллабаева. Колледжда ла, сәнғәт академияһында ла вокалдан уҡытты. Шуға йыр буйынса ғына түгел, ә актриса булып китеүемә шатмын.
– Һеҙгә ниндәй төп ролдәрҙе башҡарырға тура килде? Яратып, сәмләнеп уйнаған ролегеҙ ниндәй?
– Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙында уҡыуым менән бәхетлемен. Ул беҙҙе һәр ваҡыт бәләкәй генә ролгә ла шатланырға өйрәтте: “Театрҙа мебель булып ҡына уйнаһаң да шатлыҡ”, – ти ине ул. Әлеге мәлдә А. Островскийҙың “Һуң килгән мөхәббәт”ендә төп ролдәмен. Людмила образында. Бик яратам ул образды, сөнки минең тәбиғәтемә тап килә. Бының өсөн режиссер Илдар Вәлиевкә бик ҙур рәхмәтлемен, ул миңә театрға килгән йылда уҡ ролдәр бирҙе, Аллаға шөкөр, тағы “Ысҡындырмайыҡ кейәүҙе” спектаклендә – Нәфисә, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Мөнирә, “Бер мәл ҡалала”ла – йәш Хәлимә мин. Хәлимә образында бер генә йыр йырларға сығам, бәләкәй генә булһа ла, роль күңелемә ныҡ яҡын. Шул йыр эсендә лә үҙемдең күңелемдәге хис-тойғоларҙы сығарып һалырға тейешмен, сөнки тамашасыға үҙеңде күрһәтергә кәрәк!
– Спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан ролде бит ятларға кәрәк. Нисек һеҙ барыһын да хәтерегеҙҙә ҡалдыраһығыҙ?
– Башта бер-ике аҙна уҡыйбыҙ, сәхнәлә йөрөгәндә башҡа һеңә бара. Күптәр: “Нисек шул тиклем тексты ятлай алаһығыҙ?” – тип һорай. Кемдеңдер тормошон йәшәйһең бит инде.
– Ауырмы был?
– Еңел түгел. Уны тыуҙырыу бик ауыр тип әйтер инем мин. Йоҡлай алмай башлайһың. Бына, мәҫәлән, Островскийҙы сығарғанда, йоҡларға ятҡанда ла уйланылды, торғас, тағы уйлайһың. Эшкә барғансы шулай үҙ алдыңа һөйләнеп, ҡабатлап киләһең йә ҡысҡырып ебәрәһең, кеше аптырап ҡарап китә.
– Гөлназ, белеүемсә, һеҙҙең хәләл ефетегеҙ Айрат Фәтихов та актер, йыш ҡына бергә уйнайһығыҙ, уның менән нисек таныштығыҙ?
– Ул минән иртәрәк эш башланы, театр таныштырҙы, театр ҡауыштырҙы беҙҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, уның яғынан иһә өсөнсө быуын артистар үҫеп килә. Ике улыбыҙ бар.
– Икегеҙ ҙә бергә эшләгәс, тормошта ла еңелерәктер...
– Эйе, шулай. Беҙҙең театрҙа алты пар ғаилә актерҙары бергә эшләй.
– Балаларығыҙ ҙа киләсәктә сәхнәне һайлармы икән?
– Юҡтыр ул. Улар үҙҙәре лә артыҡ ҡыҙыҡһынып бармай. Бәләкәй саҡтарында әҙерәк йырлайҙар ине, ул йүнәлеш буйынса үҫтермәнек.
– Һеҙҙең өсөн бәхет һүҙе нимә ул? Кемгәлер ул аҡса, кемгәлер байлыҡ, дәрәжә...
– Ғаиләлә барыһы ла яҡшы, атай-әсәй, яҡындар иҫән-һау булһын, үҙем оҙаҡ йылдар тағы бала булып ҡалғым килә. Яратҡан эшеңдә ролдәрең булһа – шул бәхет. Иң мөһиме – донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Балаларҙың киләсәге яҡшы, яҡты булһын. Аллаға шөкөр, бәхетлемен, яҙмышым, ғаиләм, иптәшем менән.
– Тағы ниндәй ролдәр тураһында хыялланаһығыҙ?
– “Зәңгәр шәл”, “Ай тотолған төндә” спектаклдәрендә уйнаған инем. Кире ролдәрҙә үҙемде һынап ҡарағы килә.
– Буш ваҡыттарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Урманда йөрөргә яратам. Характерымда ныҡышыу, әрһеҙлек юҡ. Мин быны үҙем аңлайым, бәләкәйҙән шулай үҫкәнмен, ләкин үҙемде үҙгәртә алмайым. Кешеләргә ярай белмәйем, ярарға ла тырышмайым. Бүтәндәрҙең эске донъяһына инеү, ныҡышыу, әрһеҙлекте булмышым ҡабул итмәй.
– Тамашасы һеҙҙе актриса булараҡ ҡына түгел, йырсы тип тә белә, таный, яратып тыңлай. Ғәҙәттә, ниндәй композитор, авторҙар менән эшләйһегеҙ?
– Эйе, “Сарманай моңдары”, “Ике аҡҡош”, “Туған тел”, Ф. Шаляпин исемендәге конкурстарҙа лауреат булдым. Үҙемде йырсы булараҡ йыр фестивалдәрендә һынап ҡараным һәм лайыҡлы баһалар алдым, тип ғорурланып әйтә алам. Шулай уҡ былтыр республикала уҙған “Һүҙ оҫтаһы” конкурсында өс дәрәжә дипломға эйә булдым. Ғәҙәттә, мин Венер Фәттәхов, Урал Иҙелбаев, Ризуан Хәкимов менән эшләйем, уларға бик ҙур рәхмәтлемен.
– Ә дингә ҡарашығыҙ нисек?
– Әлбиттә, дингә ышанам, балаларыма доғалар, сүрәләр ятлатам. Атайым намаҙҙа, мәсеткә йөрөй йыш ҡына, әсәйем дә артынан ҡалышмай, шөкөр.
– Йылы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлназ Рәүеф ҡыҙы. Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен. Күңелегеҙ гел шулай йырлап торһон, яратҡан һөнәрегеҙҙән йәм, кинәнес табып, дәртләнеп эшләргә, ижад итергә яҙһын.
– Рәхмәт. Амин, шулай булһын.

Айгөл СӘҒИТОВА.

Автор:
Читайте нас