Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2022, 08:25

Һәр йырынан моң урғыла

Вилүр Шәкирйән улы ижад иткән һәр йырҙан илаһи моң урғылып тора, саф шишмәләй сылтырап аға, күңелдәрҙең аҫтын-өҫкә килтерә. Көй-моңдары ла ниндәй бит әле?! Бөгөн ошо аҫыл заттың тыуған көнө! Вилүр Шәкирйән улы, ғүмер байрамығыҙ менән тәбрикләп, ныҡлы таҙалыҡ, бәхетле ғүмер, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Һәр йырынан моң урғыла
Һәр йырынан моң урғыла

Районыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәре араһында республика кимәлендә танылған үҙешмәкәр композитор Вилүр Мәүлитовтың исеме айырым урын биләп тора. Ул ғүмер биргән үҙенсәлекле йырҙарҙы бына нисәмә йылдар инде һәр мәктәп уҡыусыһы, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр ятҡа белә, Башҡортостан кимәлендә танылған йырсылар яратып башҡара, тиһәк бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.

Вилүр Шәкирйән улы ижад иткән һәр йырҙан илаһи моң урғылып тора, саф шишмәләй сылтырап аға, күңелдәрҙең аҫтын-өҫкә килтерә. Көй-моңдары ла ниндәй бит әле?! Улар тыуған Башҡортостаныбыҙға, уның гүзәл тәбиғәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә, эшсән һәм ҡунаҡсыл халҡына ҡарата оло һөйөү менән һуғарылған. Вилүр Шәкирйән улының ижадында Ватан һуғышы, Бөйөк Еңеү, яу ҡаһармандарына дан йырлау темаһына ҙур урын бирелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡсан һәм патриотик стилдә ижад иткән бик тә үҙенсәлекле моң эйәһе.

Ысынлап та, һәр яҡлап та талантлы шәхес ул В.Мәүлитов. Танылған педагог (ул Билал һәм Күгиҙел мәктәптәрендә оҙаҡ йылдар музыка уҡытыусыһы булып эшләне), “Күгиҙел” фольклор һәм музыкаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм етәкләүсе, исемдәре районда ғына түгел, ә республикала ла танылыу алған һәләтле балалар тәрбиәләгән, виртуоз баянсы, төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, һоҡланғыс ғаилә башлығы – бына шундай шәхес тип беләбеҙ беҙ Вилүр Шәкирйән улын.

...Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәкирйән Хәкимйән улы гармунда уйнай, балаларында ошо музыка ҡоралына ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Вилүр ҙә, 4-5-се кластарҙа уҡығанда уҡ, гармун уйнай һәм йырлай, хорҙа башлаусы була. Темәс мәктәбендә уҡыған осорҙа сәнғәткә ныҡлап ылыға, баянда уйнай, театр түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Хеҙмәт юлын “Ирәндек” совхозында токарь һөнәре буйынса өйрәнсек булып башлаған егет унда ла, һуңынан әрме сафында ла йыр-моңдан айырылмай. “Мичманыбыҙ музыканы ныҡ яратты, үҙе баянда уйнаны, минән башҡорт көйҙәрен уйната ине, - тип хәтерләй ул, - яҙылмаған йола буйынса строевой әҙерлек ваҡытында көн һайын бер һалдат үҙ телендә йыр йырлатырға тейеш, тигән хәбәр таралды. Иптәш һалдаттарҙан “Шайморатов генерал”ды йырлатырға булдым. Өйрәтеп ҡарайым, һүҙҙәре иҫтәрендә ҡалмай егеттәрҙе. Шулай ҙа сараһын таптым, йырҙы тулыһынса үҙем башҡарып, ҡушымталағы “Шайморатов генерал” тигәнен хор менән йырлаттым”, - тип көлөп иҫкә ала ул саҡтарҙы Вилүр ағай.

Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Вилүр Шәкирйән улы Стәрлетамаҡтағы педагогия институтына уҡырға инә, шул йылдарҙа урындағы халыҡ театрында ла шөғөлләнә. Йәй көндәре Башҡортостан буйлап гастролдәргә лә сығып китәләр. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, ул хеҙмәт юлын Ишембай мәктәп-интернатында педагог булып дауам итә.

Яҙмыш елдәре В.Мәүлитовты бер нисә йылдан тыуған яҡтарына алып ҡайта. Һәм ул ең һыҙғанып эшкә тотона, бөтөн көсөн мәғариф һәм мәҙәниәт системаларын үҫтереүгә арнай. Йыр яҙыуға ул 40 йәшендә тотона. “Балалар, йырлағы килә, йыр кәрәк, тип теңкәгә тейгәс, үҙем яҙып ҡарарға булдым, - тип хәтерләй ул, - беренсе йырым Абдулхаҡ Игебаев шиғырына “Сәскә менән күбәләк” булды. Уны иң беренсе ҡыҙым Айгөл башҡарҙы. Унан “Күгиҙелкәй”, “Һыбайлылар”, “Һалдат булам” кеүек балалар өсөн күп йырҙар ижад ителде. Күгиҙелдә эшләгән осорҙо иң уңышлы йылдар тип иҫәпләйем.Ауыл мәктәбендә фольклор түңәрәге алып барҙым. Районда ойошторолған “Яҙғы тамсылар” конкурсында даими ҡатнашып, гел призлы урындар яуланыҡ, Мәрйәм Бураҡаеваның “Башҡортостан ынйылары” проектында ҡатнашып, дүрт беренсе урын алып ҡайттыҡ. Бындай уңыш-ҡаҙаныштар бихисап булды, һәр береһен һанауҙы маҡсат итеп ҡуймайым. Уҡыусыларым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Әйтәйек, ағалы-ҡустылы Рәфис һәм Алмас Сирусиндарҙы балалар баҡсаһынан алып йырлаттым, әле улар Башҡортостан кимәлендә танылған йырсылар булып китте. Бындай һәләтле уҡыусыларым бик күп”.

Хаҡлы ялға сыҡһа ла, мәктәп етәкселегенең үтенесе буйынса В.Мәүлитов байтаҡ йылдар Билал мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй, балаларҙа йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй.

Әйтергә кәрәк, Вилүр Шәкирйән улы райондың мәҙәниәт тормошон байытыуға үҙенең тос өлөшөн индерҙе. Төрлө кимәлдәге сараларҙа ул баянсы булараҡ та, йәш быуынды сәхнәгә сығарған композитор һәм педагог булараҡ та сығыш яһаны. Ул ижад иткән 200-гә яҡын йыр оҙаҡ йылдар инде район, республика сәхнәләренән төшмәй, Башҡортостан телевидениеһы, радиоһы аша даими яңғырай. Билдәле композиторҙың йырҙарын Башҡортостандың танылған сәнғәт оҫталары: бер туған Туйсиндар, Альберт Салауатов, Рауил Харрасов, Фәнис Сирбаев, Марсель Ҡотоев, Юнир Һағынбаев, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Фәттәх һәм Фәнүр Аралбаевтар, Хәбир Раев, Нәзирә Килдейәрова, Әлфиә Ибраһимова һ.б. башҡара.

“Бер ваҡытта ла, йыр ижад итәм, тип ултырмайым, - ти композитор, - шиғырҙар уҡырға яратам, әгәр ул ныҡ оҡшаһа, көй үҙенән-үҙе килеп сыға. Йәһәт кенә баянымды алып диктофонға яҙҙырам да һалып ҡуям. Бер нисә көн үткәс, тыңлайым. Етешһеҙ урындарын эшкәртәм. Йоҡлап ятҡанда ла көй тыуыуы мөмкин...” Ижад оҫтаһы Абдулхаҡ Игебаев, Әмир Моратов, Назар Нәжми, Мәлик Харис, Рәшит Назаров, Ҡадир Әлибай, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәнис Сирбаев кеүек билдәле әҙиптәрҙең күп шиғырҙарын көйгә һалған.

Вилүр Шәкирйән улы – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Зифа Шаһап ҡыҙы (ул Күгиҙел ауылында оҙаҡ йылдар китапханасы булып намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты) менән өс балаға ғүмер биргән улар. Өлкәндәре Айгөл БДПУ-ны тамамлап, ғаилә ҡорҙо, иптәше менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Таһир, “Күгиҙел” ансамбленең элекке солисы һәм ҡурайсыһы, яҙмышын медицина менән бәйләне – врач булып китте. Кәләше менән ике бала тәрбиәләй. Бәләкәстәре Луиза атаһының юлынан китте – бөгөн Сибай сәнғәт колледжында уҡыта, ғаиләле. Әйткәндәй, балаларының барыһының да сәнғәткә ғашиҡ һәм йыр-моңға маһир булыуы тап ғаиләнән киләлер, атайҙарының ныҡлы йоғонтоһо ла барҙыр, әлбиттә.

Рәсәй Федерацияһяның почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, “Ал да нур сәс халҡыңа!”, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” миҙалдары кавалеры Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитов ошо көндәрҙә үҙенең олпат юбилейын – 70 йәшен билдәләй. Ошо уңай менән 19 мартта район халыҡ ижады үҙәгендә композиторҙың ижад кисәһе үтәсәк. “Йыр-моңдо юлдаш итеп” тип аталған был тамашала ҡала һәм район етәкселеге һәм йәмәғәтселеге, ижадсының дуҫтары ҡатнаша, танылған сәнғәт оҫталары йырҙарын башҡара.

Шундай ир-егеттәр була,

Әйтерһең дә, сал бөркөт.

Буй-һындары, ҡараштары -

Ғорурлыҡ тора бөркөп.

Ысынлап та, шундай ир-егеттәр бар һәм улар төбәгебеҙҙең үҙе бер ғорурлығы ул!

Азамат Мөхәмәтшин. "Һаҡмар" гәзите. 

Автор:
Читайте нас: