Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Март 2022, 13:51

Сүплеккә ташланған аҡсалар

Йәнә иҫке ҡағыҙ, ҡатырғаларҙы утилләштереүҙең тирә-яҡ мөхит өсөн файҙаһы ла ҙур. Ташлап ҡуйылған макулатура төрлө ағыуҙар бүлеп сығара. Мәҫәлән, формальдегид, хлор диоксины...

Сүплеккә  ташланған  аҡсалар
Сүплеккә ташланған аҡсалар

“Макулатура тапшыр — ағасты ҡотҡар”. Һуңғы йылдарҙа ошондай исем аҫтында Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ул ярыш рәүешендә үткәрелә һәм күп иҫке ҡағыҙ тапшырғандарға аҡсалата премия, ҡиммәтле бүләктәр бирелә.

Мәктәптә уҡыған йылдарым иҫкә төштө. Элек кәрәкмәгән ҡағыҙ йыйыу дәррәү төҫ ала торғайны. Һәр класс, һәр отряд сәмләнеп эшкә тотонабыҙ. Һәр беребеҙҙең уйында беренсе урынға сығыу теләге ҙур. Уҡытыусыбыҙҙың “фәлән килограмм ҡағыҙ йыйһағыҙ, һеҙ шунса урманды ҡотҡарып ҡалаһығыҙ” тигән һүҙҙәре сәм, дәрт уята. Һуңынан изге эшкә һөҙөмтә яһала, линейкала был хаҡта иғлан итәләр, стена гәзитенә яҙалар.
Макулатура эшкәртеүгә бөгөн барлыҡ үҫешкән илдәр етди ҡарай. Был эште башлыса мәктәп балаларының шөғөлө булараҡ ҡабул итергә ғәҙәтләнһәк тә, ғәмәлдә иһә ул үтә фәһемле акция. Тәбиғәтебеҙҙең йәшел ҡалҡаны булған ағастарҙы, экологияны һаҡлауға тос өлөш ул.
Дөрөҫ, әүәл кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы йыйыу, уны эшкәртеү башлыса ағасҡа ҡытлыҡ кисергән илдәргә хас һаналған. Бер аҙҙан урманға бай төбәктәр ҙә был эштең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлай. СССР-ҙа ла ошо маҡсаттан эш киң хәрәкәт ала. Шуныһы үҙенсәлекле: ҡағыҙ ҡулланыу йәһәтенән төрлө илдең сығымы төрлө күләмдә. Был туранан-тура дәүләттең халҡы күплегенә бәйле булһа ла, әммә һәр саҡ был нисбәткә тура килмәй. Мәҫәлән, ҡағыҙ изделиелары ҡулланыу буйынса АҠШ-та йыл һайын һәр кешегә 300 килограмм ҡағыҙ тура килә. Европа илдәрендә — 75-әр килограмм. Ә бына Рәсәйҙә был күрһәткес үтә түбән — 25 килограмм самаһы. Был юҫыҡта африкандарға тиңләшеүсе юҡтыр. Унда бер кеше йылына ни бары бер килограмм ҡағыҙ сарыф итә. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: АҠШ ҡағыҙ ҡулланыу буйынса тәүге урында булыуға ҡарамаҫтан, шул уҡ ваҡытта макулатуранан ҡағыҙ етештереү, уны эшкәртеү буйынса ла тәүге урынды биләй. Бында ҡулланылған ҡағыҙҙарҙы яңынан файҙаланыу юғары кимәлдә башҡарыла һәм был ғәҙәти эш булараҡ көйгә һалынған. Уны йыйыу изге, сауаплы эш һанала. Бәләкәйҙән балаларҙа тәбиғи ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу тойғоһо тәрбиәләнә. Шуға ла макулатура тапшырыуҙы кескәйҙән һәр кем белә. “Ҡағыҙҙы ҡайҙа алып барайым икән?” тигән һорау ҙа тормай, һәр йорт янында тиерлек ҡабул итеү пункт-тары бар. Ихаталарҙа йыш ҡына “Макулатура һатып алабыҙ” тигән яҙыулы машиналарҙы күрергә була. Йорт янынан үткәндә улар шаҡтай ҡағыҙ йыйып ала. Әгәр Америка кешеһенең фатирында иҫке ҡағыҙ йыйылып китә икән, ул уны мотлаҡ тапшырырға бурыслы.
Белгестәр әйтеүенсә, йыл һайын Рәсәйҙә туғыҙ миллион тонна иҫке ҡағыҙ, ҡатырға йыйыла. Эшкәртеү предприятиеларының ҡеүәте 4, 5 миллион тоннаға иҫәпләнһә лә, шуның ни бары 3, 5 миллион тоннаһы ғына йыйыла һәм кире “сафҡа баҫып”, халыҡҡа хеҙмәт итә. Ә махсуслашҡан предприятиелар икенсел сеймалға ҡытлыҡ кисерә. Шул уҡ ваҡытта сүп-сар полигондарының өстән бер өлөшө ҡағыҙ ҡалдыҡтары менән шыпа тулған. Баҡһаң, беҙ йыл һайын 60 миллиард һум аҡсаны сүплеккә ырғытабыҙ. Әйткәндәй, бер гофроҡумта етештереү өсөн тонна макулатура йәки алты ағас тотонола. “Әгәр бындай ҡумтаны алты тапҡыр эшкәртһәк, әллә күпме ағастың ғүмерен ҡотҡарабыҙ. Етенсе тапҡырға бындай ҡумтанан йомортҡа өсөн һауыттар эшләнә. Ә уның өсөн 30 ағастың киҫелеүе мәғлүм.
Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә был йәһәттән хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Ә бит алдынғы ҡарашлы компаниялар ошо шөғөлдө Совет осороноң мираҫы түгел, ә экологияны һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш булыуын иҫбатлай. Сөнки ошо маҡсаттан донъяла меңәр тонна ағас киҫелә. Икенселәр кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы сүп-сарға ташлау яғын ҡарай. Ә бит бер тонна макулатура эшкәртеү ун төп ағасты ҡотҡарырға, 20000 литр һыуҙы, мең киловатт сәғәт электр энергияһын экономияларға мөмкинлек бирә. Йәнә иҫке ҡағыҙ, ҡатырғаларҙы утилләштереүҙең тирә-яҡ мөхит өсөн файҙаһы ла ҙур. Ташлап ҡуйылған макулатура төрлө ағыуҙар бүлеп сығара. Мәҫәлән, формальдегид, хлор диоксины... Ә уларҙы ҡабаттан ҡулланыуға эшкәрткәндә, бындай зарарлы матдәләр кәмей, тимәк, атмосфераға химия һәм токсиндар аҙыраҡ эләгә.
Америка экологтары билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән ваҡытта һауаның бысраныу ихтималлығы 74 проценттан 35 процентҡа тиклем аҙая. Һуңғы йылдарҙа донъяла кешелектең ҡағыҙҙы дүрт-биш тапҡырға күберәк тотоноуы билдәләнгән, йыл һайын миллион тонна ҡағыҙ ҡулланабыҙ. Планетала ҡырҡылған барлыҡ ағастың сирек өлөшө целлюлоза-ҡағыҙ фабрикаларына ебәрелә. Дөйөм һандың 16 проценты ғына — сәнәғәт өсөн махсус үҫтерелгән ағас.
Был акция 2009 йылдың апрелендә башланған. Ошо көнгәсә проектта Рәсәй буйынса меңләгән ойошма ҡатнашҡан. Ҡыҫҡаһы, әйтер һүҙем шул: йорт­тарыбыҙҙа, эш урындарыбыҙҙа төргәк-төргәк иҫке гәзиттәр, журналдар өйөлөп ятыуы, үҙенә төрлө бөжәктәрҙе, саңды йыйыуы менән һаулыҡҡа ла зыянлы. Уларҙы тапшырып, тирә-яҡ мөхитте сүпләндереүҙән дә, тәбиғәтебеҙҙе ҡоротоуҙан да һаҡлап ҡалабыҙ. Акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ! Был һәр кемдең ҡулынан килә торған эш.

Илгиз ХАҠОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: