Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Март 2022, 18:58

Еңеүселәр билдәләнде

Бәләкәстән уҡытыусы булып эшләгән әсәйем һәм урмансы һөнәрен һайлаған атайым туған телгә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе. Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Эшемде бик яратам, балалар менән йәнле, ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле дәрестәр ойошторорға тырышам.

Еңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде

Өфөлә 32-се тапҡыр үткәрелгән «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының финал этабы үтте. Был бәйге менән бер рәттән Төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы ла тамамланды.

Әүҙем, үҙ һөнәрен яраткан, фиҙакәр хеҙмәте менән хөрмәт һәм ихтирам яулаған уҡытыусыларҙы туплаған, улар өсөн үҙенсәлекле тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булған конкурстарға йомғаҡ Өфөләге «Торатау» конгресс-холында яһалды.

Шулай итеп, Төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында лауреат исемен Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһынан Зилә Роберт ҡыҙы Миңлебаева, «СМАРТ» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Ләйсән Рәйес ҡыҙы Сафиуллина, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева яуланы, ә еңеүсе исеменә Өфө ҡалаһының 107-се лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов лайыҡ булды.

Шулай уҡ, «Һөнәремә тоғро ҡалам» номинацияһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә башҡорт теленән белем биреүсе бер төркөм педагогтар билдәләнде. Атап әйткәндә, һүҙ Ханты-Манси автономиялы округы Сорғот районының «Яугир» башҡорт милли мәҙәни үҙәге йәмәғәт ойошмаһында йәкшәмбе мәктәбендә уҡытыусы Әлиә Айрат ҡыҙы Ғайсина, Силәбе ҡалаhының 8-се урта мәктәбенән Зимфера Fафур ҡыҙы Шафранская, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Иҫке Субыл ауылының башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы дөйөм белем биреү учреждениеһынан Юлиә Кашшаф ҡыҙы Исмәғилева, Бүздәк районы Бүздәк ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина хаҡында бара. Уларҙың барыһына ла башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр тапшырылды.

Ошо уҡ наградалар менән бәйгелә ҡатнашыусылар, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһы округы Ейәнсура урта мәктәбенән Әлфирә Бабамөхәмәтова, Силәбе өлкәһе Красноармейский районы Яҡуп төп дөйөм белем биреү мәктәбенән Фәриҙә Баймөхәмәтова, Татарстан Республикаһының 58-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Зилә Мостафина һәм Мишкә районы Мишкә ауылының 2-се урта мәктәбе предагогы Лилиә Хәсәнова билдәләнде.

Әйткәндәй, Бүздәк районы Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе Зилә Рауил ҡыҙы Мостафинаға Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайының иң юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы ла тапшырылды. Ул өс тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем бирә, шуның 22 йылын башҡорт телен уҡытыуға арнаған.

« Үҙем Бүздәк районының Күҙәй ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең урамды «Башҡорт осо» тип йөрөтәләр ине. Бәләкәстән уҡытыусы булып эшләгән әсәйем һәм урмансы һөнәрен һайлаған атайым туған телгә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе. Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Эшемде бик яратам, балалар менән йәнле, ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле дәрестәр ойошторорға тырышам. Шөкөр, хәҙер мөмкинлектәр күп, йөҙөп йөрөп эшлә генә. Район хакимиәте, урындағы ҡоролтай (уның ағзаһымын), мәктәп етәкселеге яғынан да даими ярҙам тоям. Ата-әсәләр ҙә рухиәтте, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөгө ҙур бүләк — халҡым мәнфәғәтендәге эшемә оло баһа, дәрт-дарман биреүсе этәргес тә. Имен-һау булып, тығы эшләргә, уңыштарға өлгәшергә насип итһен» – тине.

Дөйөм һандарға килгәндә, Төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында Башҡортостандан һәм сит төбәктәрҙән 75 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашҡан.

Бәйгенең жюри рәйесе, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина иһә сара буйынса түбәндәге фекерен белдерҙе:

«Үткән йылдар менән сағыштырғанда, бәйгеселәрҙең белем һәм оҫталыҡ кимәле йылдан-йыл артҡаны күҙгә ташлана. Унан тыш ойоштороу яғынан да конкурс камиллаша бара. Ҡатнашыусылар араһында йәш быуын вәкилдәре лә осрай, 30-40 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусылар ҙа көсөн һынарға килгән. Уларҙы һөнәри оҫталыҡ, заманса техниканы ҡулланыу йәһәтенән уларҙы юғары баһалар инем. Заман менән бергә атлау йәһәтенән дә һәр ҡайһыһы өлгө булырлыҡ. Минең фекеремсә, тәү сиратта башҡорт теле уҡытыусыһы рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр булырға тейеш, » – тине ул.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: