Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Апрель 2022, 19:12

Һөт аша ла зарарланырға мөмкин

Тешләгәне беленмәй ҙә, сөнки ыңғайына ауыртыуҙы баҫа торған шыйыҡса ебәрә. Өс көндән алып өс аҙна дауамында үҙенең барлығын һиҙҙермәҫкә лә мөмкин.

Һөт аша ла зарарланырға мөмкин
Һөт аша ла зарарланырға мөмкин
Халыҡта, талпан кеүек йәбеште, тигән сағыштырыу борондан йәшәп килә. Кешенең ныҡышмаллы характер һыҙаттарын күрһәтеү өсөн йәнле образ аша һүрәтләү булараҡ ҡулланылһа ла, был бәләкәс кенә йән эйәһе ысынбарлыҡта көндәр йылытып, ҡояш нурҙары бар тереклеккә йәшәү ғәме биреү менән һөжүмен башлай. нисек көтөп алған яҙ, йәй айҙарында бәләгә тарымаҫҡа? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Өфөнөң 21-се дауаханаһының эпидемиология бүлеге мөдире Регина Илгиз ҡыҙы БӘШӘРОВА яуап бирә.
Талпан энцефалиты – ҡырҡыу инфекция ауырыуҙарынан һанала. Нервы системаһын зарарландыра, тиҙ арала унан ҡотолоу сараһын күрмәгәндә, фалиж һуғыу хәүефе лә бар. Үҙе ике минут эсендә ҡайнар йә хлорлы һыуҙа үлә. Ә һөт һәм унан эшләнгән аҙыҡтарҙа ике ай дауамында йәшәй ала.
Урманға бармағанда ла был “аяҡлы”сирҙе эләктереү мөмкинлеге бар. Эре, ваҡ малға эйәреп ҡайтырға ла, шулай уҡ, терпе, тейен, алйырҙан кеүек йәнлектәр аша күсеү ҡурҡынысы ла күптән асыҡланған. Ҡайнатылмаған кәзә, һыйыр һөттәре аша ла ашҡаҙан-эсәк юлдары туранан-тура талпан энцефалиты менән зарарланыу осраҡтары теркәлгән.
Талпан юл ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа, һыу буйҙарында ла йәшәй. Кейемгә эләгеү менән йәбешеү өсөн ҡултыҡ аҫты, муйын, түш кеүек йомшаҡ тән өлөштәрен һайлай. Тешләгәне беленмәй ҙә, сөнки ыңғайына ауыртыуҙы баҫа торған шыйыҡса ебәрә. Өс көндән алып өс аҙна дауамында үҙенең барлығын һиҙҙермәҫкә лә мөмкин. Шулай ҙа күп ваҡыт ете көн эсендә тән температураһы күтәрелә, организм хәлһеҙләнә, баш ауырта, күңел уйнай, күҙ алдары ҡараңғылана, йотоуы, тын алыуы ауырлаша.
Табипҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге булмағанда үҙ аллы унан нисек ҡотолорға? Көнбағыш майы тамыҙып, 10 – 20 минут самаһы һауа үткәрмәгән предмет менән ҡаплап торорға. Унан сәбәләнмәй генә эҫкәк (пинцет) менән уңға-һулға һелкетеп яйлап ҡына алырға. Урынын спиртйә йод менән һөртөргә. Ҡапҡасы ныҡлы ябылған һауытҡа һалып Өфө ҡалаһы, Шафиев урамы, 7 адресына алып барырға. Шуны онотмаҫҡа кәрәк: алғанда зарарланған, теге йәки был ағзаһы өҙөлгән талпан тикшерергә эшкинмәйәсәк!
Шулай уҡ, республикала башҡа “Гигиена һәм эпидемиология үҙәк”тәре лә бар. Улар Стәрлетамаҡта – Революция урамы, 2а; Бөрөлә –
Калинин урамы 18; Нефтекамала – Социалистик урамы, 10; Туймазыла – Л.
Морозов урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан.
Үткән йылда 27 талпан боррелиозы һәм 15 талпан энцефалиты менән зарарланыу осрағы теркәлгән. Унан тулыһынса ҡотолоуҙың берҙәнбер сараһы – прививка яһатыу. Уны көҙ айҙарында уҡ башлау мөһим. Сентябрь –
ноябрҙә, һуңынан март – апрелдә процедура ҡабатлана. Беренсе тапҡыр эшләткәндәргә биш – ете ай ваҡыт арауығында өс тапҡыр һалына. Һуңынан өс йылға бер тапҡыр эшләнелә. Табиптар тарафынан һаулығы ҡаҡшау сәбәпле прививка эшләтеү тыйылған кешеләргә, йәш балаларға өйгә кергәс, өҫ кейемдәрен яҡшылап ҡағырға, тәндең һәр өлөшөн ентекләп ҡарарға кәрәк. Дарыуханаларҙа, магазиндарҙа талпандарға ҡаршы һатылған махсус һиптереү шыйыҡса ла, дөрөҫ ҡулланғанда, ярҙам итә.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: